Билдәле булыуынса, Урта быуат сығанаҡтарының бер төрө булып карталар тора. Бигерәк тә Көнбайыш Европа илдәрендә эшләнгән карталар йәки уларҙың йыйынтыҡтары ҡыҙыҡлы. Быйыл шул иң тәүге географик атластарҙың береһe - бөйөк фламанд картографы Абрахам (Авраам) Ортелийҙың (Ортелиус) (1527-1598) карталар йыйынтығы нәшер ителеүенә 445 йыл тула.
Абрахам Ортелий 1527 йылда Антверпен ҡалаһында тыуа һәм ғүмере буйы шунда йәшәй. Ул йәштән үк географик карталар менән ҡыҙыҡһына, һәр урында ла уларҙың тик яңыларын һәм иң яҡшыларын ғына үҙендә ентекләп туплай башлай. А. Ортелий 1564 йылда һигеҙ биттән торған - донъя, ә 1567 йылда ике бит тәшкил иткән Азия карталарын әҙерләй. Унан һуң Абрахам Ортелий бөтә карталарҙы бер форматта әҙерләп, географик карталар йыйынтығы итеп, 1570 йылдың 20 майында Антверпенда "Theatrum Orbis Terrarum" ("Ер йөҙө күренештәре", "Донъя театры") исеме аҫтында баҫтырып сығара. Ул атластың 53 битендә 70 карта һүрәтләнгән. Атласта дөйөм Европа, Америка, Азия, Африка һәм айырым илдәрҙең карталары бирелгән. Атластың аҙағында автор алфавит буйынса географик атамалар исемлеге килтергән. Әйтергә кәрәк, нәшер ителгәс, А.Ортелийҙың атласы бик популяр булып китә һәм шул уҡ 1570 йылда ул тағы ла бер тапҡыр баҫылып сыға. Ул карталар йыйынтығы 1612 йылға тиклем төрлө телдәрҙә 40 тапҡырҙан артыҡ нәшер ителә.
Абрахам Ортелий атласында Башҡортостан иле күрһәтелгән. Йыйынтыҡтың бер-нисә картаһында Каспий диңгеҙе (Mar de Bachu, olim Mare Caspium, et Hyrcanum), Волга (Volga vel Edel fl.), Яйыҡ йылғалары (Yaick fl.), Ҡаҙан (Casan), Әстерхан (Astracan), Болғар (Bulgar), Башҡортостан, башҡорттар (Baschirdorum horda) һәм башҡалар сағылдырылған.
Шуныһы ҡыҙыҡлы: карталарҙа, йәғни Азия картаһында башҡорттар урынлашҡан урын "башҡорт" яҙыуы менән генә түгел, ә "Башҡорт урҙаһы" (Baschirdorum horda) формаһында бирелгән! Ни эшләп шулай һуң? Үрҙә әйтеп киткәйнек инде - Абрахам Ортелий атласты туплағанға тиклем бик күп карталар менән таныша, уларҙы ентекләп анализлай. Күрәһең, ул сығанаҡтарҙа башҡорттар үҙ дәүләтселеге булған халыҡ булараҡ билдәле булғандыр һәм ул факттар беҙҙең көндәргә тиклем килеп етмәгән сығанаҡтарҙа, шул иҫәптән ҡайһы бер боронғо карталарҙа ла, моғайын, сағылғандыр.
"Ordu" һүҙенең этимологияһына килгәндә, ул һүҙҙең иң боронғо мәғәнәһе - "хан лагеры", "хан станы". Ә инде "хан ставкаһы (резиденцияһы)" мәғәнәһендә "Orda" формаһы юҡ, тик төркмән, үзбәк һәм ҡыпсаҡ телдәрендә "Orda" (башҡортса "Урҙа") формаһы бар (Севортян Э.В. Этимологический словарь тюркских языков. М., 1974. - 470-472 б.; Древнетюркский словарь. Л., 1969. -370 с.).
Билдәле булыуынса, рус сығанаҡтарында ла башҡорт илен төрлө формаларҙа күрһәтәләр: "земля Башкирская" (Московский летописный свод 1479 год), "Беловоложская земля" (Белая Воложка (рус.) - Ағиҙел атамаһынан), "Башкирь", "Башкирда". Әммә иң мөһиме шунда: ҡайһы бер рус яҙмаларында Башҡортостанды "Башкирская орда" тип атайҙар. Был хаҡта "Орда" - "в древности у тюркских кочевых народов род государственного объединения", тип аңлатма бирә күренекле рус телсеһе Сергей Иванович Ожегов (Ожегов С.И. Словарь русского языка. М., 1973 - 418 с.).
Шулай итеп, Абрахам Ортелийҙың бынан 445 йыл элек донъя күргән "Theatrum Orbis Terrarum" (1570) атласында башҡорт халҡы йәшәгән урын ғына түгел, ә ул халыҡтың дәүләте - "Башҡорт урҙаһы" ла һүрәтләнгән.
Айбулат ПСӘНЧИН,
география фәндәре докторы.
КИРЕ СЫҒЫРҒА