«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАРИХ ҠАБАТЛАНАМЫ? ЙӘКИ ХХ БЫУАТ БАШЫНДА БАШҠОРТТАРҘЫҢ ФРАНЦИЯЛА ЭШЛӘГӘНЕ ТУРАҺЫНДА
+  - 

Тарихи сығанаҡтарҙың байтағы тикшеренеүселәрҙең иғтибарынан ситтә ҡала. Һәр эҙләнеүсе сикләнгән ваҡыт арауығында үҙен генә ҡыҙыҡһындырған материалды тупларға тырыша бит. Ниндәйҙер документ, баҫмаға юлыҡһа ла, үҙенә кәрәкле булмағанлыҡтан, уларҙың темаһына әһәмиәт бирмәй. Йәиһә бәләкәй генә факттар махсус тикшеренеүгә лайыҡлы түгел, тип табыла. Әммә ғалимдарҙың күҙ уңынан ысҡындырылған мәғлүмәттәр араһында бик ҡыҙыҡлылары ла осрай.

Тарих фәндәре докторы Михаил Роднов үҙенең бер мәҡәләһендә ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та шундай хәл тураһында яҙа. Төп фәнни йүнәлеше иҡтисад, крәҫтиәндәр мәсьәләләре булһа ла, ысын тикшеренеүсе булараҡ, ҡулына килеп эләккән төбәк, халыҡтар тарихына ҡағылышлы ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәрҙе лә теркәй бара был ғалим. Командировкаларының береһендә Санкт-Петербург ҡалаһының Рәсәй милли китапханаһында 1913 йылда сыҡҡан "Киевская мысль" гәзитендәге бер мәҡәләгә иғтибар итә. Брюссель ҡалаһындағы үҙ хәбәрсе А.К.-ның "Бельгийская Лена" тип аталған мәҡәләһе була ул. Ә һүҙ бына нимә хаҡында...
1912-1913 йылдың ҡышында Бельгияның баш ҡалаһы Брюсселдәге рус журналисының корпунктына сәйер ҡунаҡтар килеп инә. Европа иленең баш ҡалаһы буйлап эш кейемендә йөрөүсе был кешеләрҙең тышҡы ҡиәфәтенә генә түгел, уларҙың ихтыяр көсөнә, баҙнат итеп үҙен табып килеүҙәренә хайран ҡала журналист. "Бер аҙна элек үҙем йәшәгән йортта ябай булмаған визитерҙар - бер төркөм башҡорт һәм татарҙарҙы ҡабул иттем. Улар Оби ҡалаһының француз металлургия заводында эшләйҙәр (Францияның Төньяҡ департаментындағы Дуэ ҡалаһы эргәһендәге завод)", - тип яҙа автор.
Мәғлүмәттең бик яңғырауыҡлы буласағын һиҙеп, шулай уҡ яҡташтарына ярҙам итеү теләгенән журналист тикшеренеүҙәр үткәрергә ҡарар итә һәм бына нимәләр асыҡлай. "Compagnie Asturienne des mines" тип аталған Бельгия компанияһы көнбайыш Европалағы иң боронғо һәм иң бай ойошмаларҙан иҫәпләнгән. 1831 йылда уҡ асылған был компания Испанияла тутыя (цинк) һәм көмөш мәғдәне сығарған. Европаның төрлө илдәрендә заводтары, металл һатыу конторалары булған. Биржаларҙа акциялары бик юғары баһаланған. Ул ғына түгел, "Астурия компания"һы рус баҙарына ла килеп еткән, Уралдағы төрлө сәнәғәт ойошмалары эшенә ылыға башлаған. Өҫтәүенә, бельгия-француз-испан компанияһы Рәсәй кешеләренең хеҙмәтен ҡулланған, заманса әйткәндә, гастарбайтерҙар йәлеп иткән. Йөҙәрләгән генә түгел, меңәрләгән ир-атты фабрика-завод эшен әле ишетеп тә белмәгән, арымай-талмай эшләп өйрәнгән төпкөл ауылдарҙан йыйып алғандар. "Компанияның заводтарында, мәҫәлән, меңәрләгән башҡорт, татар, сыуаш, белорус, мордвалар һәм башҡа халыҡтар эшләй", - тип яҙа автор.
Журналисты эҙләп табыусы башҡорттар француз ҡалаһы Обилағы завод эшселәре булып сыға. Улар көмөш-тутыя һәм ҡурғаш мәғдәнен эшкәрткәндәр. Ике мең эшсенең күбеһен итальяндар тәшкил иткән, уларҙан ҡала рустар, чехтар, поляктар һ.б. килгән. Француздар үҙҙәре был заводта эшләмәгән тиерлек. Сөнки эш шарттары ҡот осҡос булған. "Әзмәүерҙәй башҡорттарҙы иң ауыр, зарарлы, 40-45 градус эҫеләге көкөрт һеркәһе быуында эшләргә ҡушалар. Бындай тамуҡ шарттарына кеше бер нисә ай ғына түҙә алған. Француздар бында бер ниндәй ҙә аҡсаға ялланырға риза булмаған", - тиелә мәҡәләлә.
"Астурия компания"һы эште "юғары кимәлдә" ойоштора белгән дә инде. Журналист асыҡлауынса, директорҙар араһында рус телен белеүселәр, шулай уҡ Өфө губернаһында компанияның үҙ агенты булған. "Ул агент тау һәм далаларҙың ирекле йәш, сәләмәт улдарын һайлап алып, даими рәүештә Францияға оҙата. Егеттәр иһә күп осраҡта кире әйләнеп ҡайтмай". "Нишләп был тиклем алыҫҡа юлландығыҙ һуң?" тигән һорауға, башҡорттар "Ҙур аҡса вәғәҙә иткәнгә", тип яуаплаған. Корпорация ялланыусыларға көнөнә 3 һум, йәғни 9 франк түләргә, йылы фатирҙа йәшәтергә вәғәҙә биргән. Ә ысынында иһә эш хаҡы 5 франк тәшкил иткән, өҫтәүенә, даими рәүештә штраф һалып, ул франк та тартып алынған. Һөҙөмтәлә башҡорттар ҡулдарына аҙнаһына 10-12 франк ҡына ала алған. "Эшселәрҙе ҡот осҡос бысраҡ, һаҫыҡ казармаға урынлаштырғандар. Төрмәләге кеүек, урамға сығыу йә ситтән кемделер индереү рөхсәт ителмәгән. Аҙыҡ-түлекте завод кибетенән генә һатып алырға мөмкин булған. Ундағы хаҡтар иһә үтә юғары, ризыҡтарҙың сифаты насар булған". Завод етәкселеге баштан уҡ эшкә килеүселәрҙең паспорттарын һәм башҡа документтарын йыйып алған. Тел белмәгән кешеләр сит ерҙә яҡлауһыҙ һәм ярҙамһыҙ тороп ҡалған. Ауырығандарҙы ла эшләргә мәжбүр иткәндәр. Рәсәйҙән килгән эшселәрҙең 30 проценты һәләк булған, кешеләр каторганан ҡасҡан һымаҡ ҡасып киткән, тип һөйләгән башҡорттар журналисҡа.
Компания сит ил эшселәренең һәр аҙымын күҙәткән. "Рус, хатта башҡорт, татар телдәрен белгән махсус кешеләр уларҙың арттарынан ҡалмай йөрөгән һәм шунда уҡ ишетелгән бар хәбәрҙе завод директорына еткергән". Ғәйеплеләргә штраф һалынған. Француздар үҙҙәренең закон боҙоуын белгәнгә күрә лә, эшселәренә үҙ-ара аралашырға ирек бирмәгән. "Бик һирәктәр генә тыуған яҡҡа ҡайтырға рөхсәт алыуға иреште", - тип һөйләгән башҡорттар. Бер йыл буйы эшләп, фирмаға бер ниндәй бурысы булмағандарҙы йыл тулыуға бер аҙна ҡалғас эштән ҡыуып сығарғандар.
Был ир-егеттәр нисек эш урынынан ҡасып, журналисты таптылар икән, тигән һорау тыуа. "Миңә килгән башҡорттар йәшерен рәүештә, дошман тотҡононан ҡасҡандай, сығып һыҙғандар. Улар артынан жандармдар ҡыуа төшкән, әммә башҡорттар Бельгияның нейтраль еренә сығып өлгөргән", - тип яҙа журналист. Оби ҡаласығынан Бельгия батшалығы сигенә тиклем 10 саҡрым самаһы, ә Брюсселгә тиклем - 40. Башҡорт егеттәре эҙәрлекләүҙән ҡасып, ҡыш көнөнә ҡарамай, "һә" тигәнсе Европа башҡалаһына килеп ингән.
Журналист яҡташтарына ярҙам итер өсөн ҡулынан килгәндең барыһын да эшләгән. Был ваҡиға фашланған, тик компания эшселәрҙең паспорттарын биреүҙән баш тартҡан. "Өсөнсө ай инде паспорттарҙы бирмәйҙәр", - тип һүҙен дауам итә хәбәрсе. Күрәһең, был ваҡиғанан Бельгиялағы Рәсәй вәкиллеге лә ситтә ҡалмаған, суд эше ҡуҙғатылған. Франктарын ала алмаһалар ҙа, яҡташтарыбыҙға тыуған яҡтарына ҡайтыр өсөн кәртә ҡалмай. Әммә Европала аҡса эшләп байырға теләүсе ватандаштырыбыҙҙың артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.
Францияның Оби ҡаласығы (8 меңгә яҡын кеше йәшәй) бөгөн дә тутыя сығарыу буйынса ҙур үҙәк иҫәпләнә. Бында тутыя сығарыу буйынса донъяла беренсе урында торған Нирстар (Nyrstar) компанияһының предприятиеһы урынлашҡан. Бөгөн ундағы эш шарттарының ниндәй икәнлеген, кемдәр эшләүен фаразларға ғына ҡала...
Хәҡиҡәт нимәлә? Тарихтың, ваҡиғаларҙың ҡабатланыуында. Бөгөн дә ир-егеттәребеҙ "оҙон аҡса" артынан ҡыуып, ниндәй тарафтарға ғына сығып китмәй, Себер ҡыҙыра. Улар араһында маҡсатына өлгәшеп, байығандар ҙа барҙыр. Әммә үҙен юғалтҡандар, бәләгә тарығандар, табут менән ҡайтҡандар ҙа етерлек бит. Уйлан әле, ир-егет! Бәлки, аяҡ аҫтында ғына яталыр ул һинең ситтән эҙләгәнең?

Зилә НИҒМӘТУЛЛИНА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.09.15 | Ҡаралған: 1409

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru