Яңыраҡ үҙәк матбуғатта байҙар өсөн махсус төрмәләр асыу хаҡында хәбәр булды. Был мәсьәлә ошо башланғыстың авторы - Яза башҡарыу федераль хеҙмәтенең Йәмәғәт советы ағзаһы, юридик фәндәр докторы Владислав Гриб тигән әфәндене бик борсой икән: "Ә ниңә төрмәлә ултырыусы массаж яһатырға, туйғансы йоҡларға, сауна инергә тейеш түгел әле?" - тип өҙгөләнә комфорт яратыусы хоҡуҡ һаҡсыһы. "Шуның өсөн: сөнки ул ҡылған енәйәте өсөн яза хөкөмөн үтәй. Әгәр ана шул енәйәтте ҡылмаған булһа, йәне теләгән әлеге һәм башҡа ләззәттәрҙе ул иректә: өйөндә йәки курорттарҙа татып йәшәр ине," - тип яуап бирге килә был әфәндегә.
Тормош - ул бер сатраш уйыны кеүек, ярлыһын-байын, түрәһен-ҡараһын ҡасандыр килеп бер тигеҙләй барыбер: ҡартлыҡ йә үлем алдында. Шулай уҡ закон һәм хөкөм алдында ла, әлбиттә. Дөрөҫ, һуңғы йылдарҙа илдең сереп, ҡотороп байыған һәм үҙҙәрен бөтөн кешелектән өҫтөн ҡуйған "юғары ҡатлам" аҡһөйәктәре хөкөм алдында үҙҙәренә - айырым статья, ә төрмәлә "лайыҡ" урын хәстәрләү менән әүҙем мәшғүл. Урлашыуҙарҙың ҡасан да бер сиге буласағын улар үҙҙәре лә яҡшы аңлай, күрәһең. Ҡомһоҙлоҡтары саманан ашты. Етерлеген генә урлап-талап туҡтаһалар була ла бит, туҡтай алмайҙарҙыр инде, азарт тигән нәмә шайтан ҡотортоуына тиң ти бит ул. Заманында Ходорковский дөйөм тәртиптә ун йыл ултырып сыҡты ла ул, ә бына Васильеваның бер көн дә ултырғыһы килмәне. Әйткәндәй, был ханымды иреккә сығарыуҙың законһыҙлығы хаҡында белдереүҙәрҙе һуңғы ваҡыт интернетта йыш осратырға мөмкин.
2006 йылда ғына әле Хөкөм язаһы үтәтеү буйынса федераль хеҙмәт директоры Ю. Калинин, закон алдында бөтәһенең дә тигеҙ булыуы, шунлыҡтан байҙар өсөн курорт тибындағы VIP-төрмәләр, ә ҡәҙимге Алла бәндәләре өсөн айырым төрмәләр төҙөүҙе әхлаҡҡа һыймаған, ярамаған эш, тип иҫәпләүе хаҡында белдергәйне. Бөгөн килеп был турала тағы һүҙ ҡуҙғатыла. Күрәһең, мәсьәлә өлгөрөп еткәндер: эшләп түгел, илдә урлап байыу факттары арта ғына бара бит, ә был енәйәттәрен лоббистар аша страховкалап ҡуйыу бик тә кәрәктер элиталы бурҙарға. VIP-төрмәләр асыу идеяһы һаман да шул Көнбайыш өлгөһөнә һуҡырҙарса эйәреү сәбәпле килеп тыуған нәмә. Бер юрист әйтмешләй, ул тарафтарҙа бит тормош та, менталитет та башҡаса. Мәҫәлән, ҡайһы бер Европа илдәрендәге шәхси төрмәләрҙә, ысынлап та, курорттағы кеүек шарттарҙа йәшәйҙәр. Уларҙың музыкаль студиялары янында беҙҙең Мәҙәниәт йорттары бүстәк кенә икән, тип яҙалар.
Бәлки, шәхси төрмә түгел, ә мәктәптәр, балалар баҡсалары, ижад йорттары, ҡарттар йорттары төҙөргә кәрәктер беҙгә тәү сиратта, нисек уйлайһығыҙ, йәмәғәт? Нисек кенә булмаһын, Мәскәүҙә шәхси төрмә төҙөү эшен башларға әҙер торған бизнес-төркөмдәр бар, тиҙәр, улар бары хөкүмәт ҡарарын ғына көтә, имеш. Бындай төрмә төҙөлә ҡалһа, унда, йәнәһе, тәү сиратта балалы ҡатындар, үҫмерҙәр, инвалидтар урынлаштырыласаҡ икән. Ай-һай, енәйәтсел даирә лоббистары ошо социаль ҡатлам мәнфәғәттәрен хәстәрләй буламы һуң инде? Дөрөҫөрәге, бала-саға менән ҡатын-ҡыҙ уларға йәмәғәтселек фекеренән ҡасыу өсөн шаршау ғына булып хеҙмәт итәсәк, моғайын...
Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА