«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"ХАЛЫҠТЫ ХАЛЫҠ ИТКӘН ТЕЛ, ЙӘКИ УНЫ ЯҠЛАУ КЕМДӘР ИҢЕНДӘ?"
+  - 

Гәзиттең 34-се һанында "Халыҡты халыҡ иткән тел, йәки уны яҡлау кемдәр иңендә?" тигән диалогты уҡып сыҡҡас, бер арауыҡ уй-тойғолар кисерешендә йөрөнөм. Журналист Эльза Мөхәмәҙиева ҡорған әңгәмәлә ҡатнашыусы Белорет ҡалаһы мәғариф хеҙмәткәрҙәренең башҡорт теле, уны уҡытыу-уҡытмау мәсьәләләре, ата-әсәләрҙең туған телгә ҡарашы һәм телгә һөйөү уятыуҙа уҡытыусы ролен тикшереүҙәре сәме булған һәр кемдә фекер тулҡындары уятҡандыр.

Диалогта ҡатнашыусы уҡытыусы М. Солтанованың, туған телде бала иң башта ғаиләлә өйрәнергә тейеш, тигәне менән тулыһынса килешәм. Ысынлап та, инә һөтө менән инмәгән нисек тана һөтө менән һеңһен ул? Ата-әсәләр бит, бала ҡала ерендә тыуған икән, уны мотлаҡ русса өйрәтергә кәрәк, тип уйлай. Русса белһә, йәнәһе, аңлы, белемле була инде. Диалогта ҡатнашыусы уҡытыусы М. Солтанованың, туған телде бала иң башта ғаиләлә өйрәнергә тейеш, тигәне менән тулыһынса килешәм. Ысынлап та, инә һөтө менән инмәгән нисек тана һөтө менән һеңһен ул? Ата-әсәләр бит, бала ҡала ерендә тыуған икән, уны мотлаҡ русса өйрәтергә кәрәк, тип уйлай. Русса белһә, йәнәһе, аңлы, белемле була инде. Ә бит баланың ниндәй сифаттарға эйә булып үҫеүе ата-әсәһенең ни кимәлдә аңлы, рухлы һәм мәҙәниәтле булыуына бәйле. Үҙҙәре маңҡорт булып, мәктәп алдына үҙе үтәй торған талаптарҙы ҡуйыу - шул уҡ аңһыҙлыҡтың бер күрһәткесе ул. Руссаны бала ҡала ерендә былай ҙа үҙләштерәсәк, ә ғаиләлә туған телеңде һаҡлау тик маладис ата-әсәләргә генә бирелә.
Икенсе бер уҡытыусы Р. Әҡсәнова "Юғары трибунанан матур һүҙҙәр һөйләгән ҡайһы берәүҙәрҙең дә балалары телде белмәй", ти һәм ул хаҡлы. Бер башҡорт теле уҡытыусыһының улы менән вата-емерә русса һөйләшкәнен ишетеп аптырағайным. "Башҡортса аңламай шул" тип аҡланғайны ул шунда. Был хәлдең ни тиклем кәмһеткес һәм мәсхәрә икәнен төшөнөрлөк булмағандыр инде ул. Ә бит ундайҙар күп. Хәҙерге балаларҙың ыңғайына ҡуйһаң, улар өйҙә туған телдә бөтөнләй һөйләшмәҫкә лә мөмкиндәр, алдарында компьютер, ҡолаҡтарында ҡолаҡсын. Һин нимә өсөн әсәй йә атай? Өйрәт, тый, үтәлергә тейеш булған тәртиптәр булдыр. Бәләкәйерәк саҡтарында уҡ шул талапты ҡуйһаң һәм үҙең өлгө күрһәтһәң, бала кеше бер ҡайҙа ла бармай. "Рус теленә күсеүҙән һеҙ урыҫ булып китә алмайһығыҙ, урыҫ барыбер һеҙҙе башҡорт тип ҡарай, ә башҡортсаны онотһағыҙ, һеҙ бер бер кем дә булмаясаҡһығыҙ. Үҙ телен хөрмәт итмәгән һәм белмәгәнде башҡалар ҙа эшкә һанамай", - тип кенә торам балаларыма.
Р. Әҡсәнованың тағы ла "Ҡайһы бер башҡорт теле уҡытыусыларының үҙ эшенә аҡса эшләү сығанағы булараҡ ҡына ҡарауы күңелде ҡыра", тигән фекерен үҫтермәксемен. Баланың милли рухта формалашыуы уҡытыусынан да тора. Йәғни, уҡытыусының да роле ҙур, тимәксемен. Миҫалды ситтән эҙләмәйем, үҙемдән алам. Балаларымдың икеһен дә баҡсаның башҡорт төркөмөндә йөрөттөм, мәктәпкә башҡорт кластарына бирҙем. Беренсе балам башланғыс кластарҙан һуң маңҡорт ҡына уҡытыусы ҡулына эләкте. Был ханым ни башҡортса, ни русса яҡшылап белмәй. Ата-әсәләр йыйылышында ыҡылдап-мыҡылдап саҡ һөйләп тора, эшен ойоштора алмай. Ата-әсәләргә еткергән бар яңылығы: "Ҡыҙҙар шундай ғәйбәт һөйләй, малайҙар тәртип боҙа", - булыр ине. Туғыҙынсы класс имтихандары буйынса дөйөм мәктәп йыйылышында был уҡытыусы ғәм алдында: "Это же башкирский класс, конечно, слабенький", - тигән һүҙҙәре менән барыбыҙҙы ла атып йыҡҡандай итте. Быны ул үҙен аҡлап, рус директоры алдында ярамһаҡланып әйтте. Унынсы класта башҡорт балаларын икегә бүлеп, ике рус класына таратып бирҙеләр. Шулай итеп, мәктәпте рус класында тамамланыҡ. Класс етәксеһе дүрт йыл буйы класын яҡлай алмағас, үҙенең дә абруйы булмағас, башҡа уҡытыусыларҙың да беҙҙең балаларға ҡарата ҡарашы түбән булды. Ҡалған ике йылда баламды түләп, башҡа уҡытыусыларға йөрөтөргә мәжбүр булдым. Бөгөн "слабенький" тигән кластың барыһы ла тигәндәй юғары уҡыу йорттарында уҡый.
Икенсе баламды мәктәпкә бирергә ваҡыт еткәс инде аҡыллыраҡ булдым һәм уҡытыусыны һайлап алдым. Вәзирә Ҡотлоғужа ҡыҙы ҡулында белем алған ваҡыт балаларыбыҙ өсөн генә түгел, ата-әсәләр өсөн дә бер тәрбиә осоро булды. Ул баштан уҡ барыбыҙҙы ла ҡулға алды, ойошторҙо. Балаларҙы мәктәп һәм ҡалала уҙған бар сараларға ла, шул иҫәптән олимпиадаларҙа ҡатнаштырҙы. Ата-әсәләр йыйылышын мотлаҡ берәй тәрбиә темаһына арнаны. Таҡтаға теманы аҡбур менән яҙып ҡуйыр, мәҡәлдәр, әйтемдәр менән байытып, анкеталар, тестар яҙҙырып, һәр беребеҙҙең фекерен әйттереп сығыр ине.
Ә иң мөһиме, ул балаларҙың рухын үҫтерә белде. Уларҙы "Мин - башҡорт" тип ғорурлана белергә, юғалып ҡалмаҫҡа, оялып-тартынып тормаҫҡа, белгәнен күрһәтә алырға өйрәтте. Класс башҡортса концерттар ҙа ҡуйҙы, осрашыуҙар үткәрҙе, ижади китаптар сығарҙы. Беҙгә: "Һеҙ башҡорт класы ата-әсәләре, бөтә нәмәлә лә беренсе булырға тейешһегеҙ", - ти торғайны уҡытыусы. Талапсан да булды. "Бишле" алыу өсөн уҡыусылары ҡара тир түкте. Бына шундай уҡытыусы ҡулында тәрбиәләнгән класты, ҡараһам, бишенсегә тағы алда телгә алған ханыма тапшырырға торалар. Ризаһыҙлығымды белдереп, директорға индем, икенсе бер шундай уҡ рухлы башҡорт теле уҡытыусыһын ҡуйыуҙарын һораным. Инде һуң, тигәс, икенсе мәктәпкә күсеү теләген белдерҙем. Директор рус класына барырға тәҡдим итте. Башҡорт класында яҡшы старт алған бала бында ла һынатманы, ярты йыл эсендә кластың лидеры булып алды һәм ике йылдан Р. Ғәрипов исемендәге Башҡорт гимназия-интернатына уҡырға инде. Унда иһә балаларҙа милли рух, милли үҙаң тәрбиәләү үҙәк урынға ҡуйылған. Бына шундай уҡыу йорттары күберәк булһын ине лә бит.
Директорҙары нимә тип кенә аҡланһа ла, ҡала мәктәптәрендә башҡорт класына түбән ҡараш һаҡлана шул. Мин быны үҙ тәжрибәмдә тойҙом. Башҡорт класына аңлы рәүештә килгәндәрҙән тыш, күберәк ауыл мәктәптәренән булғандарҙы, балалар баҡсаһына йөрөмәгәндәрҙе, сит милләт балаларын тығалар нишләптер. Күп осраҡта уларҙы олимпиадалар ситләп үтә. Был класҡа талап та артыҡ ҙур түгел. Һәм, әлбиттә, көслөрәк уҡытыусылар юғарыраҡ күрһәткестәр өсөн был класты ситләп үтергә тырыша. Хатта ата-әсәләр йыйылышы булғанда ла мәктәп директоры башҡорт класына инеп сығырға ваҡыт тапмай. Был тәңгәлдә ата-әсәләр уяуыраҡ һәм уҡытыусы абруйлы булмаһа - эштәр хөрт.
Ары М. Солтанова: "Студенттарҙың телмәр мәҙәниәте, интеллект кимәле аптырата", - тип һөйләй. Мин филология факультетында белем алыусылар, йәғни башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары булып сығасаҡ студенттар хаҡында фекер йөрөтәм. Күп йылдар студенттар өсөн фәнни эштәр яҙам, уҡытыусыларға дәрес пландары, асыҡ дәрес өлгөләре төҙөйөм. Һәм яңылышмай ғына шуны әйтә алам: бөгөнгө башҡорт филологияһында уҡып йөрөгән студенттарҙың күпселеге башҡортса дөрөҫ һөйләм төҙөй ҙә белмәй. Улар башҡортса һөйләшә белгәс, башҡорт теле уҡытыусыһы була алам, тип уйлай микән - аптырайым. Үҙе яҡшылап белмәгәнде һәм һөймәгәнде ул нисек итеп уҡытһын! Уҡытыусының белемһеҙлеге, аңһыҙлығы йөҙөнән һирпелеп, аңҡып тора бит ул. Шундайҙар балаларҙа ла, ата-әсәләрҙә лә башҡорт кластарына һәм башҡорт теленә кире ҡараш уята.
Диалогта ҡатнашыусы М. Саранцева башҡорт теле уҡытыусыларының категориялары хаҡында һүҙ алып бара. Әгәр ҙә ул категориялар һәм башҡа төрлө исемдәр һәр ваҡыт ысын сифат күрһәткесе була алһа икән. Үҙем үк уҡытыусыларҙы категорияға ла, атҡаҙанған исеменә лә әҙерләшкәнем бар һәм бының системаһын беләм. Мине башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән Бөрйән районының төпкөл ауылында Вәзимә Ишбулды ҡыҙы Мәзитова тигән уҡытыусы уҡытты. Бер ниндәй категорияһы ла, данлы исеме лә булманы уның. Әммә мин ошо көнгәсә тел буйынса ул биргән белем нигеҙендә эш итәм, институт ундай базаны бирә алмай. Ишекте асып, тупһаны аша атлағандан һөйләй башлай торғайны ул апай, һәр дәресе ҡыҙыҡлы, фәһемле булды. Уның белемле булыуы, үрҙә әйткәнемсә, бөтә булмышынан һирпелеп торҙо һәм шуның менән беҙҙе йәлеп итте лә.
М. Саранцева үҙенең сығышында "Бөгөн ҡағыҙ, теүәл һандар заманы", тип тә асыҡ әйтә. Ысынлап та шулай, һандар күп итеп күрһәтелеп, ҡағыҙҙа матур яҙылһа - булды. Ә сифатта эш юҡ. Уҡытыусылар ана шул күрһәткестәр артынан ҡыуып хәлдән тая. Уларҙы бер туҡтауһыҙ ҡағыҙ эше менән күмәләр. Ҡайһы ваҡыт йәшерәк уҡытыусылар нимә тултырғанын, нимә яҙғанын да аңламай, килеп ярҙам һорай. Шул уҡ ваҡытта башҡорт теле уҡытыусыһы милли тел уҡытыусыһы булараҡ яҡланмай. Заманында бер аҙ башҡорт телен уҡыттым һәм ошондай хәлдәргә тарыным. Математика һәм рус теле талаптарына күнгән балалар башҡорт теле буйынса белем талаптарына күнергә теләмәй. Улар башҡорт теле дәрестәрен яҙа-йоҙа яҙғылап, уҡығылап, ял итеп ултырыу мәле итеп ҡарай (бигерәк тә рус кластарында). Үҙем уҡытҡан балаларҙы эшләргә күндергәйнем, класс етәкселәре килеп етте: "Ниңә ыҙалатаһығыҙ, хәҙер ата-әсәләре мыжый башлаясаҡ", - тиҙәр. Шул ваҡыт мине, башҡорт теле уҡытыусыһын, завуч та, директор ҙа яҡлап сыҡманы.
Әлбиттә, ниндәй уҡытыусы, ниндәй ата-әсә һәм ниндәй уҡыусы булыу һәр кемдең үҙаңына, интеллектуаль кимәленә бәйле. Әммә башҡорт милләтенән булып донъяға килгәс, "наҙан башҡорт", "моңһоҙ башҡорт" булып үткәрмәйексе был ғүмерҙе, "аңлы башҡорт", "белемле башҡорт" булайыҡ. Ә белем һәм аң, шул уҡ мәҙәнилек һәм рухлылыҡ туған телеңде өйрәнеүҙән башлана.

Миләүшә ХӘБИЛОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.09.15 | Ҡаралған: 1501

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru