«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙЫЛАН ЫРЫУЫ БАШҠОРТТАРЫ БОРАЙҘА ЛА ЙӘШӘЙ
+  - 

Ошо көндәрҙә Борай районында Башҡортостан Гуманитар тикшеренеүҙәр институты ғалимдары тарафынан нәшер ителгән "Башҡорт ырыуҙары тарихы" серияһының йылан исемендәгеһенә арналған сара булып уҙҙы. Мәҙәниәт йортона райондың башҡорт теле, тарих, Башҡортостан мәҙәниәте уҡытыусылары, урындағы ҡоролтай ағзалары, рухиәткә битараф булмаған зыялылар йыйылғайны. Китап туйына баш ҡалабыҙҙан Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Румил Аҙнабаев, ҡоролтай янындағы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Гөлфиә Янбаева, китап материалдарын туплаусы ғалимдар Искәндәр Сәйетбатталов, Рәфил Аҫылғужин һәм Юлдаш Йосопов ҡатнашты.

Башта бер аҙ "Башҡорт ырыуҙары тарихы" монографияһы хаҡында мәғлүмәт биреп китеү урынлы булыр. Уның тәүге томдары былтыр донъя күрҙе. Йәнәй, Балыҡсы, Гәрәй, Унлар, Ҡаңлы, Танып, Ҡобау, Уран ырыуҙарына арналған был бүлектәр үҙ уҡыусыһын тапты ла инде. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, билдәле тележурналист, тарих фәндәре кандидаты Салауат Хәмиҙуллин етәкселегендәге авторҙар коллективы халҡыбыҙ өсөн бик мөһим һәм кәрәкле эшен уңышлы дауам итә. Хеҙмәт 25-26 томды берләштерәсәк, тип күҙаллана.
Китаптарҙың төҙөлөшө, йөкмәткеһе ифрат ҡыҙыҡлы. Уларҙа ырыу тарихы менән бергә телгә, урындағы һөйләшкә, фольклор өлгөләренә ярайһы уҡ ҙур урын бирелгән. Милли үҙенсәлекте билдәләүгә арналған өлөш тә иғтибарға лайыҡ. Теге йәки был ырыу вәкилдәренең ҡайһы биләмәләрҙә көн итеүе билдәле ғалим Әнүәр Әсфәндийәровтың "Башҡортостан ауылдары тарихы"на һәм һуңғы йылдарҙағы яңы мәғлүмәттәргә таянып күрһәтелгән. Уҙған быуаттарҙағы ревизия, Совет осорондағы халыҡ һанын алыу кампанияһы мәғлүмәттәре, бихисап архив документы күсермәләре йөкмәткене тулыландыра, уйҙырмаларға, теге йәки был ырыу тарихын боҙоп йә кемгәлер кәрәкле юҫыҡта күрһәтеүгә урын ҡалдырмай. Ҡыҫҡаһы, тамырын белмәгәндәр, ете быуын ата-бабаһының исемен атай алмағандар өсөн был күп томлы хеҙмәт ифрат файҙалы ҡулланма.
Кисәне асып, Румил Тәлғәт улы ҡоролтайҙың башҡорт халҡы яҙмышында ниндәй роль уйнауы хаҡында ҡыҫҡаса мәғлүмәт биреп үтте. Бөгөнгө көндә милләтте милләт итеп йәшәтеү һәм уның киләсәген һаҡлап алып ҡалыу өсөн башҡарылған данлы эштәрҙең береһе итеп күрһәтте ул әлеге осрашыу сәбәпсеһе булған монографияларҙы ла. Артабан халыҡ менән бер-бер артлы философия фәндәре кандидаты Рәфил Рифғәт улы, филология фәндәре кандидаты Искәндәр Рәсүл улы һәм тарих фәндәре кандидаты, этнограф, этнолог, этногенетик Юлдаш Мөхәмәт улы аралашты. Китаптар серияһын ижад итеүсе төркөм вәкилдәре тупланмаларҙы йыйыу процесында ниндәй инештәрҙән материалдар алыныуы, кемдәр менән осрашыуҙары, кемдәрҙең эштәренә таяныуҙары, тикшенереүҙәр барышы һәм башҡалар хаҡында ҡыҙыҡлы әңгәмә ҡорҙо. Тыңлап ултырыусыларҙы ғалимдарҙың башҡорт ырыуҙарын тарихи, генетик, этногенетик, филологик, мәҙәни яҡтарҙан ентекле анализлауы һәм ошо хеҙмәттәре менән күптәргә үҙ сығыштарын, тамырҙарын асыҡларға ярҙам итеүе һоҡландырмай ҡалмағандыр, моғайын. Белгестәр әйтеүенсә, әлеге көндә республика ерлегендә һәм башҡа региондарҙа йәшәүсе 70 меңгә яҡын башҡорт йылан ырыуына ҡарай.
Борай районы аҡһаҡалы, шәжәрәләр төҙөү, тарихи мәғлүмәттәр йыйыу менән шөғөлләнеүсе Әлфис Мөғәллимов үҙҙәренең башҡорттан татарға әүерелеү тарихын, йәғни төрлө сәбәптәр арҡылы буталып киткән аяныслы тарихи яҙмыштарын һөйләп ишеттерҙе.
- Мин 1946 йылдан 1953 йылға тиклем мәктәптә белем алдым һәм ошо ваҡыт арауығында татар телендәге уҡыу әсбаптары менән генә ҡулландым. Берәй генә башҡорт китабын да уҡығаным йәки күргәнем булһасы. Башҡортостанда йәшәп ятһаҡ та, "Баш ҡалабыҙ - Ҡаҙан, илебеҙ - Татарстан" тип өйрәндек. Татарса уҡыныҡ, татарса йырланыҡ, татарса йәшәнек һәм ашаныҡ. Үҫә бара мин телебеҙҙең бөтөнләй үк татарса түгеллеген дә аңланым һәм, Аллаға шөкөр, ваҡыты етеп, ғалимдарыбыҙ беҙҙең башҡорт булыуыбыҙҙы иҫбатланы. Ошонан алып мин ауылдаштарыма архивтарға мөрәжәғәт итеп, эҙләнеп, тамырҙарын табырға, шәжәрәләрен төҙөргә ярҙам итәм. Бер боронғо яҙмала "Кеше үҙ халҡы араһында урын алырға тейеш. Үҙ урынын тапмайынса, икенсе мөхиттә көн итеүсе тамуҡта яныр", тигән юлдар бар, тимәк, бындай төшөнсә бер бөгөн генә түгел, әүәлге замандарҙа ла актуаль булған…
Йыйындың икенсе өлөшөндә "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Борай ҡатын-ҡыҙҙарын республика һәм уның сиктәрендә киң даирәлә алып барылған ағинәйҙәр эше менән таныштырып, был хәрәкәткә ҡушылырға тәҡдим итте. Һәм, әлбиттә, уның: "Нисек кенә булмаһын, ғаиләлә лә, башҡа ерҙәрҙә лә, ҡатын-ҡыҙ күп нәмәне иң беренсе күреп ҡала, аңлай, аңғара һәм ярҙамға ашыға. Тәбиғәт уны шундай итеп яратҡан был ергә. Шулай булғас, әйҙәгеҙ, ошо һәләттәребеҙҙе, көсөбөҙҙө ауылдарыбыҙҙы, уның экологияһын һаҡлауға, милли йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеүгә, милләтебеҙҙең именлеген, сәләмәтлеген ҡайғыртыуға йүнәлтәйек. Инде күп урындарҙа ағинәйҙәр күс ҡорто кеүек геүләп тора, һеҙ ҙә уларға эйәрә алаһығыҙ бит", - тип мөрәжәғәт итеүе Борай ханымдарында сәм уятмай ҡалманы. Улар шул урында кәңәш-көңәш итеп, тәҡдимде ризалыҡ менән ҡабул ҡылып, райондарының Ағинәйҙәр ҡоро рәйесен дә һайлап ҡуйҙы. Шулай итеп, Борай районында уҙғарылған был кисә тарихи яҡтан да, мәҙәни һәм сәйәси яҡтан да файҙалы, фәһемле һәм көнүҙәк темаларыбыҙҙы яҡтыртҡан күркәм сара булды. Ҡатнашыусыларҙың барыһына ла монографияның йылан ырыуына бағышланған серияһы бушлай таратылды. Рухы булған башҡорт өсөн ырыуы шәжәрәһен өйрәнгән, барлаған һәм тергеҙгән был китап баһалап бөткөһөҙ бүләктер.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.09.15 | Ҡаралған: 2110

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru