Нурсилә Ишкилдина Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында тыуа, бәләкәй сағында ата-әсәһе менән Ханты-Манси округы Радужный ҡалаһына күсеп китә. Бала саҡтан уҡ уны география фәне ылыҡтыра һәм ер-һыуға булған һөйөүе уны Санкт-Петербург дәүләт университетына алып килә. Унда Нурсилә Ер тураһындағы фән институтының океанология кафедраһында биш йыл дауамында тырышып белем ала. Йәй көндәрендә Аҡъярҙа йәшәүсе өләсәһенә ҡунаҡҡа ҡайтып йөрөй. Яҡташыбыҙҙың планетабыҙҙың мәңгелек боҙҙар иле булған Антарктидала сәйәхәттә булыуын ишеткәс, ауылға ҡунаҡҡа ҡайтҡан сағын тап килтереп, уның менән әңгәмәләшеп алырға булдыҡ.
- Ғөмүмән, ер-һыу темаһы миңә бик яҡын, - тип һөйләп китте Нурсилә. - Ер шарының 70 процент өлөшө һыу менән ҡапланған бит инде. "Ни өсөн шулай, һыуҙа нимәләр бар, һыу менән ҡапланған ҡитғаларҙа ниндәй тормош бар?" кеүегерәк һорауҙар мине һәр саҡ ҡыҙыҡһындырҙы. Биш йыл эсендә үҙем өсөн ҡыҙыҡлы булған ошондай бик күп һорауҙарға яуап таптым. Практика мәлендә Азов, Аҡ диңгеҙҙә булырға, унда төрлө эксперименттар үткәрергә насип булды. 4-се курста уҡығанда Арктикаға йүнәләсәк экспедицияға эләктем, был минең өсөн бик мауыҡтырғыс сәйәхәт булды. Карск, Баренцев диңгеҙҙәрен иңләү аңлатып биргеһеҙ хис-тойғолар тыуҙырҙы. Бигерәк тә океан, боҙ, айсбергтар, пингвиндарҙы күҙәтеү онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы...
Яҡташым үҙенең сәйер ҙә, мауыҡтырғыс та сәйәхәтнамәһе тураһында бәйән итә. Ниндәйҙер ят терминдар, үҙенсәлекле ваҡиғалар… Мәҡәлә геройымдың фотоһүрәттәрен ҡарай башлағас, әйтерһең, интернет селтәрендә ниндәйҙер ят сайттың фотоларын ҡарап ултырғандай булдым. "Һеҙгә Антарктиданан бәләкәй генә иҫтәлекле бүләк", - тип диңгеҙ тулҡындарында йыуылған, йымылдап-ялтырап торған таш сығарып бирҙе сәйәхәтсе ҡыҙ.
2014 йылда университетты тамамлап, дипломлы гидрохимик-океанолог булып сыҡҡан Нурсилә Ишкилдина Арктика һәм Антарктида фәнни тикшеренеү институтына океанолог булып эшкә урынлаша. Күп тә үтмәй, Рәсәй Антарктида экспедицияһы сәйәхәтселәре менән "Академик Федоров" фәнни-тикшеренеү судноһында сәфәргә сыға. Был экспедиция 2014 йылдың ноябренән ағымдағы йылдың май айына тиклем дауам итә.
- Судно алдан билдәләп ҡуйылған бурыстарҙы үтәй. Ете ай дауамында беҙ ғилми тикшеренеүҙәр менән булыштыҡ, үҙебеҙ өсөн байтаҡ ҡына асыштар яһаныҡ. Мәҫәлән, пластмасса стакан алабыҙ ҙа, уға фломастер менән төрлө яҙыуҙар яҙып, бер нисә саҡрым тәрәнлектәге диңгеҙ төбөнә төшөрәбеҙ. Оҙаҡ тотмайынса, кире сығарғанда тәрәнлекте "күреп" сыҡҡан яҙыулы стакан кесерәйеп ҡалған, әммә яҙыуы юйылмаған була. Был диңгеҙ төбөндә һыуҙың баҫымы шул тиклем көслө икәнлеген аңлата. Шулай уҡ диңгеҙ төбөндәге һыуҙың составын тикшереү эштәре алып барҙыҡ.
Антарктидала ҡайһы бер илдәр үҙҙәренең станцияһын төҙөй. Антарктида - уникаль материк, унда кеше йәшәмәй, бары тик тикшеренеүҙәр, эҙләнеүҙәр өсөн генә баралар. Ул тарафта цивилизацияның әҫәре лә юҡ, һәм ошо яғы менән ул күңелгә ял бирә кеүек. Техника, күмәк халыҡ тауышы юҡ, тәбиғәт менән күҙгә-күҙ ҡарашып торған һымаҡһың. Ҡайһы бер экспедиция төркөмдәре ҡышҡылыҡҡа ла ҡалып тәжрибә яһай - уларҙы "зимовщиктар" тип йөрөтәбеҙ. Ҡышҡылыҡҡа ҡалыу өсөн, әлбиттә, сәләмәтлегеңдең ныҡлы булыуы, рухи яҡтан көслө булыуың мөһим. Киләсәктә ошо йүнәлеш буйынса үҙемдең программамды әҙерләгем килә, - тип киләсәккә маҡсаты менән дә уртаҡлашты Нурсилә.
Сәйәхәтсе ҡыҙ Атлантик океан буйлап сәйәхәт итеү менән генә сикләнмәй: Германияла Бремерхафен ҡалаһында, алдан хыял иткән Көньяҡ Африкала Кейптаунда булып, Өҫтәл тауына менеп, Изге өмөт морононда ла булып ҡайтҡан. Уның һүҙҙәренсә, бигерәк тә 15-16 быуаттарҙағы Бөйөк Географик Асыштар осоро сәйәхәтселәре исеме менән бәйле урындарҙа булыу хәтерендә уйылып ҡалған.
Әйткәндәй, ҡайһы бер ҡыҙыҡлы хәтирәләре менән дә уртаҡлашты Нурсилә. Мәҫәлән, беҙҙең өсөн ят булған, ишетеп кенә белгән пингвин, диңгеҙ бесәйе, тюлень кеүек хайуандарҙы ул көн һайын тиерлек күреп, хатта яҡындан "аралашып" йөрөгән. Пингвиндар хаҡында бигерәк яратып һөйләй ул: "Пингвиндар бик ҡыҙыҡһыныусан һәм кешеләргә яҡын килергә ҡурҡмайҙар. Гляциологтар төркөмө боҙға төшөп, боҙҙоң ҡалынлығын үлсәп, тикшеренеү өсөн боҙ пробалары алып йөрөгәндә илле метр тирәһе арала беҙгә 5-6 пингвин яҡынлашты. Уларҙың берәүһе бик батыр булып сыҡты, буғай, командир кеүек, иң алдан килә, тегеләре яйлаңҡыраһа, туҡтап, артҡа борола ла, иптәштәрен саҡыра (ҡанатын болғағандай итә һәм ниндәйҙер сырҡылдаған тауыш бирә). Ҡалған пингвиндар шым ғына алыҫтан беҙҙе күҙәтә, ә "командир-пингвин" беҙгә яҡын уҡ килде һәм махсус ҡоролманы ентекләп тороп ҡарарға кереште. Ҡыҙыҡ күреп, беҙ уға ҡул һуҙһаҡ, ҡанаты менән тейеп-тейеп алырға ла тартынманы! Был беҙҙең өсөн бик мәрәкә хәл булды", - тип күңелле сәйәхәтенең бер өлөшөн һөйләп ишеттерҙе Нурсилә.
Айгизә АСҠАРОВА.
Хәйбулла районы.
КИРЕ СЫҒЫРҒА