Закон нимә ул? Кешене һаҡлаусымы, яҡлаусымы, әллә хөкөм итеүсеме? Ул кемде яҡлай? Юриспруденция өлкәһенә ҡағылышлы төрлө һорауҙар тыуғанда, ярҙам һорап кемгә мөрәжәғәт итергә? Адвокаттарғамы, психологтарғамы, интернет-китаптарғамы, әллә башҡаларғамы? Ни өсөн беҙ адвокаттарға мөрәжәғәт итеп бармайбыҙ? Ниңә көндәлек тормошта йыш осраған сетерекле хәлдәрҙе закон ярҙамында хәл итеүҙән баш тартабыҙ? Башҡортостан Республикаһы Адвокаттар коллегияһының Өфө махсуслаштырылған филиалы адвокаты Нәзим Нәғим улы ХӘМИТОВ менән Башҡортостан Республикаһы Адвокаттар коллегияһының көньяҡ филиалы адвокаты Гүзәл Фуат ҡыҙы ХАРРАСОВА ошо һәм хоҡуҡ өлкәһе менән бәйле башҡа һорауҙарға яуап бирә.
Бөгөнгө һөйләшеү темаһы - Енәйәт кодексын гуманлаштырыу. Был ул тиклем аяуһыҙ булмаған енәйәт осраҡтары өсөн енәйәт яуаплылығын административ яуаплылыҡ менән алмаштырыу тураһындағы ниәтте күҙҙә тота. Ошо хаҡта Закон проекты әҙерләнә, тиҙәр...
Г. Харрасова: Был хәл декриминализация тип атала. 2015 йылдың 7 авгусында Рәсәй Федерацияһының Юғары суды был закон проектын Парламент уҡыуҙарына индереүҙе хупланы. Рәсәй Юғары судының пленумдарында яңғыраған фекерҙәрҙе, ҡарарҙарҙы беҙ, адвокаттар, үҙ эшебеҙҙә киң файҙаланабыҙ. Был тәбиғи ҙә. Ни өсөн тигәндә, тормош үҙгәрә, әленән-әле яңы енәйәттәр менән осрашырға тура килә. Һәр яңы енәйәт осрағы өсөн Кодексҡа өҫтәмә индереп булмағанлыҡтан, РФ Юғары суды пленумдары ҡарарҙары ошондай ҙур әһәмиәткә эйә лә инде.
Ил Президенты Путин да декриминализацияны хупланы. Ә был инде енәйәттәрҙең еңелдәрен гуманлаштырыуҙың тормошҡа ашырылыуына ышанысты арттыра. Енәйәт кодексының 15-се статьяһына ярашлы, енәйәттәр бер-нисә категорияға: еңел, уртаса, ауыр һәм айырыуса ауыр енәйәттәргә бүленеүен барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Әле беҙ ҡараған үҙгәрештәр тәүге төргә - еңел енәйәттәргә генә ҡағыла, шулай ҙа еңел енәйәттәрҙең бөтөнөһөнә лә ҡағылмай. Һүҙ дүрт енәйәт төрө: кеше туҡмау (Енәйәт кодексының 116-сы статьяһына ярашлы), алимент түләүҙән ҡасыу (157-се статья), яһалма документтар ҡулланыу (327-се статья), кешегә үлтереү менән янау (119-сы статьяһы) тураһында бара. Киләсәктә үҙгәрештәр индерелеүсе был исемлек тағы ла тулыланыр, моғайын.
Н. Хәмитов: Енәйәт Кодексының 15-се статьяһына ярашлы, хәҙер иҡтисади енәйәт ҡылған эшҡыуарҙарҙы ла иркенән мәхрүм итмәйҙәр, ә аҡсаны зыян күреүсегә кире ҡайтарып биргән осраҡта, иреккә сығаралар. Быға тиклем ошондай енәйәт ҡылыусыларҙы мотлаҡ ултыртып ҡуя торғайнылар. Дәүләткә декриминализация ниндәй файҙа бирә? Һаҡ аҫтына алынған кешенең дәүләт ҡарамағында ҡалыуын, ҡаҙнаға матди файҙа килтермәүен иҫәпкә алғанда, уның иректә эшләүе файҙалыраҡ, әлбиттә. Ҡанун талаптарын күҙ уңында тотоп, ғәйепләнеүсенән штраф түләтеү, мәжбүри эштәргә йәлеп итеү ҡаҙнаға аҙмы-күпме файҙа килтерә бит. Шуға күрә, декриминализация тәҡдимен мин дә хуплайым. Ул ғына ла түгел, еңел енәйәттәрҙе гуманлаштырыу тағы бер нисә мөһим мәсьәләне хәл итергә мөмкинлек бирер ине, тип уйлайым. Күптәрҙең иғтибар иткәне барҙыр: суд ҡарарҙарын йыш ҡына төрлө кешеләргә төрлөсә сығаралар. Әле күптән түгел халыҡты аптыратҡан бер ваҡиға булды. Уны һеҙ ҙә ишеткәнһегеҙҙер. Оборона министрлығы милке буйынса ҙур суммала мутлашыуы өсөн хөкөм ителгән Васильева ваҡытынан алда иреккә сығарылды. Был хәл нимә тураһында һөйләй: тимәк, закон әлегә камил түгел. Тимәк, закон һайланма кешеләргә генә эшләй.
Миңә бер ғибрәтле эш алып барырға тура килгәйне. Ришүәт биреүе өсөн иркенән мәхрүм ителгән бер егет мөрәжәғәт итте. Спиртлы эсемлек эскән килеш вокзалда йөрөгән сағында хоҡуҡ һаҡсылары күҙенә эләгә был. Полицейскийҙар протокол төҙөй башлағас: "Мин бит ауыл малайы, минең артыҡ аҡсам да юҡ, бына 200 һумды алығыҙ ҙа, ебәрегеҙ инде", - ти ҙә, егет аҡсаһын өҫтәлгә сығарып һала. Хоҡуҡ һаҡсылары "Ришүәт бирергә маташты", тип, егетте ике йыл ярымға төрмәгә яба ла ҡуя. Беҙ был суд ҡарарын Юғары судтан инҡар иттереп, эште яңынан ҡаратып, егетте иреккә сығарҙыҡ. Ошондай хәлдәрҙе ябай халыҡтың аңламай ҙа ҡалыуы мөмкин, ә беҙ, адвокаттар, ғәҙелһеҙлектәрҙе күреп, белеп торабыҙ. Тәфтишселәр ҙә, судьялар ҙа эшкә объектив ҡараһын ине лә бит.
Ҙур күләмдә мутлашыуҙарға сик ҡуйылһын өсөн, Европалағы һымаҡ, беҙҙәге вазифалы кешеләргә лә үҙҙәренең килемен, мөлкәтен ҡайҙан алыуҙарын дәлилләп тороу бурысы йөкмәтелһә, яҡшы булыр ине. Юҡһа, киң мәғлүмәт сараларында: "Был коттеджды төҙөп ултыртыр өсөн Фәлән Фәләновҡа бер ни ашамай-эсмәй 30 йыл тир түгергә тура килер ине", - тигән ише төрттөрөүҙәрҙән ары китә алғаныбыҙ юҡ.
Гүзәл Фуат ҡыҙының әйткәндәре менән тулыһынса килешәм. Ҡайһы бер статьяларҙы еңеләйтеү ҙә, шул уҡ ваҡытта, ҡайһылары өсөн язаны арттырыу ҙа дөрөҫ булыр ине. Мәҫәлән, эскән килеш икенсе тапҡыр руль артына ултырған водителдәргә енәйәт эше ҡуҙғатыла башлауы ла бик һәйбәт күренеш...
Ә ҡайһы бер илдәрҙә, мәҫәлән, Сингапурҙа ергә тәмәкеңде ташлап киткән өсөн - ҙур штраф, ғәрәп илдәрендә урлашҡан өсөн уғрының ҡулын ҡырҡыу кеүек язалар бар һәм был ҙур һөҙөмтә бирә. Шул турала иҫкә алғанда, беҙҙең илдә Енәйәт кодексын гуманлаштырыу енәйәттәрҙе арттыра ғына бирмәҫме икән? Ни тиһәң дә, беҙҙең ил халҡы тыйыуҙарға, ҡаты закондарға өйрәнгән...
Г. Харрасова: Күп нәмә менталитетҡа бәйле. Шуға ла, Рәсәйҙе ғәрәп илдәре менән сағыштырыу дөрөҫлөккә тап килеп етмәҫ ине. Менталитеттар араһындағы айырма ер менән күк араһы. Мәҫәлән, беҙҙә бөтөнләй енәйәт булып һаналмаған эштәр ғәрәптәрҙә енәйәт булып һанала, йә - киреһенсә.
Тағы шуны һыҙыҡ өҫтөнә алғы килә: холоҡ төҙәтеү колонияһына оҙатылған кешегә "суд хөкөмөнә тарттырылған" тигән исем ғүмерлеккә йәбешә. Ул ғына ла түгел, балаларына, хәләл ефетенә, ата-әсәһенә, хатта, ейәндәренә лә был ныҡ ҡамасаулай. Улар дәүләт хеҙмәтенә, финанс өлкәһенә эшкә урынлаша алмай.
Еңел енәйәттәрҙе административ хоҡуҡ боҙоуҙар рәтенә индереү уларҙың санкцияларын кәметеү тигәнде бер ҙә аңлатмай. Улар бары административ хоҡуҡ боҙоу булып ҡына һанала. Шуға күрә, минеңсә, еңел енәйәттәрҙе гуманлаштырыуҙан бөтәбеҙ ҙә отасаҡбыҙ ғына. Декриминализация енәйәттәрҙең артыуына килтермәҫ, тип уйлайым.
Тағы ла шуны өҫтәге килә: ғәмәлдәге Енәйәт кодексы йәмғиәт ихтыяжын ҡәнәғәтләндерерлек хәлдә түгел. Шуға күрә, уға төҙәтмәләр ҙә көн һайын тиерлек индерелә. Уның тәүге нөсхәһенән бөгөн бер ни ҙә ҡалманы, тиһәк тә була. Шуға бөгөн яңы Енәйәт кодексы ҡабул итеү тураһында һүҙ алып барыла. Минеңсә, яңы Кодексты тормошҡа ярашлы итеп, шул иҫәптән, ошо ҙур булмаған енәйәттәрҙе объектив рәүештә ҡарап, административ хоҡуҡ боҙоу категорияһына күсереп ҡабул итеү дөрөҫ булыр ине.
Ошоға бәйләп, тағы бер фекерем менән уртаҡлашырға теләйем: закондарҙы практикаһы булған юристар сығарһын ине. Әгәр практик юристарҙы депутатлыҡҡа һайлаһалар, закондарҙың етешһеҙлегенән беҙ, бәлки, был хәтлем ыҙаламаҫ та инек. Юғиһә, хәҙер парламентта ниндәй генә профессия кешеләре ултырмай. Минеңсә, итексе - итек тегергә, ашнаҡсы - аш бешерергә, юристар закон яҙырға тейеш. Закондарҙың башҡарылыуын тәьмин итеү юлдары бик ябай ғына. Закондарҙы практик юристар ғына сығарырға тейеш.
Н. Хәмитов: Депутаттарҙың сығыштарын ҡараһаң, ах итәһең. Законға яҡын да килмәгән әйберҙәр тураһында һөйләйҙәр, законға яҡын да килмәгән үҙгәрештәр индереп, шуға тауыш бирәләр. Был бик үкенесле хәл.
Иркенән мәхрүм итеүҙән кеше һабаҡ аламы?
Г. Харрасова: Енәйәт язаһын дәүләттең хоҡуҡ боҙоусыға ҡарата атҡарылған үс алыу акты итеп аңларға ярамай. Енәйәт эше юлдан яҙған кеше төҙәлеп, йәмғиәткә кире ҡайтһын өсөн ҡуҙғатыла. Кешегә ни өсөн яза бирелә? Үҙ хатаһын аңлаһын өсөн. Иркенән мәхрүм итеү язаһы аша ул үҙ хатаһын аңларға тейеш. Дөрөҫ юлға баҫҡандарҙы ваҡытынан алда, шартлы рәүештә сығарыу ҙа ҡаралған.
Тағы бер ҡыҙыҡлы күҙәтеү. Әйбер урлаған кеше ошо әйберҙең хужаһының хоҡуғын боҙа, ә дәүләттекен түгел. Шуға күрә, хоҡуҡ боҙоусы менән зыян күреүсенең үҙ-ара аңлашыуы дөрөҫөрәк булыр ине, минеңсә. Ғәйепләнеүсе төрмәгә ултыртылһа, зыян күреүсе бынан бер ниндәй ҙә файҙа күрмәй. Дәүләттең функцияһы - зыян күреүсегә килтерелгән зыянды иҫәпләп сығарыу, санкцияның тулыһынса үтәлешен контролдә тотоу.
Н. Хәмитов: Күп эштәр, ғәҙәттә, ике яҡтың да килешеүе менән тамамлана. Енәйәт кодексында яҙылғанса, язаға тарттырыу биш йылға тиклем булһа, был осраҡта зыян күреүсе менән енәйәтсе судта килешә ала. Зыян күреүсе: "Миңә килтерелгән зыян бөтә яҡлап та ҡайтарылды, ғәйепләнеүсегә бер ниндәй дәғүәм юҡ. Уны язаға тарттырыуҙан азат итеүҙе һорайым", - тигән эстәлекле ғариза яҙа ала. Был осраҡта суд ғаризаны мотлаҡ рәүештә ҡабул итергә тейеш.
Әлбиттә, хоҡуҡ боҙоусы шартлы хөкөмгә тарттырылһа, ул еңел генә иреккә сығарыла икән, тип аңларға ярамай. Һынау осоро бар. Әммә ошо һынау осорон кеше тейешенсә үтәме, юҡмы - төп әтнәкә шунда. Аңламаған кеше ошо осорҙа ла үҙенең алама ғәҙәтен ҡуймай һәм ҡабат һаҡ аҫтына алына, ә аңлаған кеше улай итмәй - тайғаҡ юлға кире баҫмай, законды боҙмай башлай. Минең эш практикамда бихисап хоҡуҡ боҙоусы шартлы хөкөм алды, һәм шуларҙың береһе лә бүтәнсә хоҡуҡ боҙманы.
Г. Харрасова: 10-15 тәүлек ултырып сығыу шартлы язаларға ҡарағанда ла нығыраҡ тәьҫир итә. Кеше бер тәүлек тә "ултырып" ҡарамаһа, аҡылға ултырмай ул. Элек мин тәфтишсе булып та эшләнем. Ул саҡта тәфтишсенең хоҡуҡтары киңерәк ине, йәғни закон боҙоусыны бер айҙан ике айға тиклем һаҡ аҫтына алыу мөмкинлеге булды. Уның ҡарауы, күпме ата-әсә, баламды дөрөҫ юлға баҫтырҙығыҙ, тип, рәхмәт әйтте - күпме балиғ булмаған балалар, бигерәк тә, йәш егеттәр төҙәлде. Шуға күрә, ошо күҙлектән сығып ҡарағанда, административ ҡулға алыу срогын арттырһалар, йәмғиәткә был файҙаға ғына булыр ине. Административ ҡулға алынған кеше ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә иректең ниндәй ҙур әһәмиәткә эйә икәнлеген аңлай.
Н. Хәмитов: Эйе, дәүләт бынан бер нәмә лә юғалтмай, шул уҡ кешеләрҙең мәнфәғәттәре күберәк яҡланып сыға бит. Йәштәр, бала-саға күп нәмәне аңлап та етмәй. Шундай юл үткәндән һуң, улар уйланыр ине. Ә хөкөмгә тарттырылды, тигән мөһөрө булған кеше, миңә барыбер, ти ҙә, һөҙәк юл буйлап түбән тәгәрәй ҙә китә.
Беҙҙең суд системаһы әхлаҡ принциптарына ни дәрәжәлә яҡын тора? Донъялағы судтар менән сағыштырғанда, уның кимәле ниндәй?
Г. Харрасова: Беҙҙең суд ҡарарҙары, ғәҙәттә, Европа суды ҡарарҙарына таянып сығарыла. Шунлыҡтан, Европа суды әхлаҡлылыҡҡа нисек яҡын - Рәсәй суд системаһы ла шул сама, тип әйтергә булалыр. Рәсәйҙәге генә түгел, донъялағы күпселек дәүләттәрҙең суд системалары ла кешелеклелек принциптарына яҡын тора. Беҙҙең суд системаһы ла башҡалар менән бер кимәлдә, тип әйтер инем.
Н. Хәмитов: Беҙ, адвокаттар, һәр ваҡыт суд практикаһына таянып эш итәбеҙ. Суд хөкөмөнә тапшырылған эшкә оҡшаш эштәр Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә булғанмы, уларға ниндәй ҡарар сығарылған - судьяларҙың шуға һылтаныуын һорайбыҙ. Әлбиттә, һәр эштең үҙенсәлеге лә була, быны инҡар итеү мөмкин түгел. Шулай ҙа суд үҙ ҡарарын барыбер башҡа судтарҙың хөкөм ҡарарына таянып сығара. Әгәр таянмай икән, беҙ быға ҡаршы төшәбеҙ һәм законды бер төрлө ҡулланыуҙы һорайбыҙ.
Һуңғы осорҙа миңә Рәсәйгә эшкә килгән сит ил граждандары - мигранттар менән күп эшләргә тура килә. Билдәле, суд беҙҙең илдә законһыҙ эшләүсе сит ил граждандарын үҙ илдәренә оҙатыу тураһында ҡарар ҡабул итә. Беҙ, киреһенсә, уларҙың мәнфәғәтен яҡлап сығабыҙ. Мигранттар араһынан күптәр урындағы кешеләр менән ғаилә ҡороп, балалар үҫтерә. Араларында тәүге никахтан балалары булғандар ҙа осрай. Судта беҙ ошо факттарға һылтанабыҙ. Һуңғыларына Рәсәйҙә раҫлау үткән сит ил закондарына таянып, ҡарар сығарылыуын һорайбыҙ. Рәсәй теге йәки был конвенцияға ҡул ҡуйған икән, уны мотлаҡ рәүештә үтәргә тейеш.
Г. Харрасова: Беҙҙең эштә башҡа суд ҡарарҙарын өйрәнеүҙә интернет сикһеҙ ярҙам итә. Элегерәк, интернетһыҙ заманда, архивты, төрлө йыйынтыҡтарҙы аҡтарырға тура килә ине. Бөгөн иһә, теләгең, ныҡышмаллығың булһа, эшләр өсөн бөтөн мөмкинлектәр ҙә ҡул аҫтында. Аңыңды, зиһенеңде үҫтерәм тиһәң дә, яңы заман технологияларын ҡуллана алаһың. Юриспруденция шул тиклем мауыҡтырғыс өлкә. Эш барышын ғына алайыҡ. Ике яҡта ла берәр адвокат отҡорлоҡта, зирәклектә көс һынаша. Ҡайһы яҡтың адвокаты күберәк дәлилдәр килтерә, шул яҡ еңә. Ҡайһы саҡ дәғүәсе адвокаттың көсһөҙлөгөн күрәһең дә, ҡәнәғәтһеҙлек кисерәһең, хатта уның клиенты, судья алдында уңайһыҙ булып китә. "Эх, уның урынында булһам, ошо фактты ғына сығарып һалып, еңер ҙә ҡуйыр инем", - тип, теге яҡты ысын күңелдән йәлләйһең. Ундай дәғүәсе менән эшләүҙән үҙеңә лә яңылыҡ алмайһың. Ундай судтарҙа ҡатнашыу ҡыҙыҡ та түгел. Ысынында суд - ике адвокат алышы ул. Судты бизмән тотҡан, күҙе бәйләнгән ҡатын образында һынландыралар. Идеалда суд бер яҡты ла яҡламай. Ҡайһы яҡтың дәлилдәре күберәк, һәлмәгерәк - шул яҡ еңеп сыға.
Суд эшендә еңеү шатлығын һеҙгә йыш татырға тура киләлер. Ғөмүмән, адвокаттың һәр эштә лә еңеүе мөмкинме?
Н. Хәмитов: Бөтә Рәсәй адвокаттары съезы тарафынан ҡабул ителгән Адвокат этикаһы кодексына ярашлы, һәр адвокат эште ҡабул итер алдынан клентына киләсәктә мотлаҡ еңере тураһында вәғәҙә биреүҙән тыйылырға тейеш. Ләкин вәғәҙә биреп, аҡса алып та, еңелгән адвокаттар осрай. Беҙ бер ниҙе лә алдан күрә алмайбыҙ. Ҡарарҙы ла судья ғына сығара. Беҙ бары тик уға эште законлы рәүештә тормошҡа ашырырға ярҙам ғына итә алабыҙ.
Миңә мөрәжәғәт иткән клиенттарымдың документтарын ҡарап сыҡҡас, башта мөмкин булған варианттарҙы теҙеп әйтеп бирәм. Шунда уҡ өҫтәп тә ҡуям: "Мотлаҡ еңәсәкмен, тип, һеҙҙе ымһындыра алмайым. Тәжрибәмә, белемемә таянып, ҡулдан килгәндең барыһын да эшләйәсәкмен. Ҡарарҙы суд сығара. Әгәр һеҙ суд ҡарары менән риза булмайһығыҙ икән, ул саҡта беҙ юғарыраҡ инстанцияларға яла яҙабыҙ. Яла яҙғандан һуң инде беҙҙең эш тә тамамлана", - тим. Эште һәйбәт башҡарыу һәр адвокат өсөн үтә мөһим. Беҙҙең эш шунан ғибәрәт бит: нисек эшләйһең - аҡсаһын да шулай алаһың. Кешене алдап-йолдап йөрөһәк, беҙгә бер кем дә ышанып килмәҫ ине.
Адвокат бөтә эштәрҙе лә еңеп сығырға мөмкинме, тип һоранығыҙ. Юҡ, бының булыуы мөмкин түгел, тип яуап бирәм мин. Өмөтһөҙ эштәр ҙә була. Әйтәйек, беҙгә йыш ҡына енәйәт эштәрендә ҡатнашырға тура килә. Енәйәт эштәрендә беҙҙең төп талап шул: тикшереү законлы рәүештә барһын һәм ғәйепләнеүсегә законлы хөкөм бирелһен. Беҙҙән йыш ҡына: "Кеше үлтереүсене нисек яҡлап сығырға мөмкин?", - тип һорайҙар. Ә хәҙер иң мөһим бурысыбыҙ тураһында. Беҙҙең иң мөҡәддәс бурыс - законға таянып, кешегә законлы ярҙам итеү. Шул уҡ енәйәтселәрҙе лә, енәйәттән зыян күргәндәрҙе лә яҡлап сығыш яһарға тура килә.
Г. Харрасова: Беҙгә көн һайын тиерлек суд процестарында ҡатнашырға тура килә. Еңеп сыҡҡан саҡтарыбыҙ ҙа була, еңелгән мәлдәр ҙә. Ғәҙәттә, теге йәки был кеше мөрәжәғәт итһә, судтың был эшкә ҡарата ниндәй ҡарар сығарыры алдан уҡ тойомлана. Еңелерем алдан билдәле булған эштәргә мин, мәҫәлән, тотонмаҫҡа тырышам. Ни тиһәң дә, беҙҙең эшмәкәрлек өсөн клиенттарыбыҙ хаҡ түләй бит. Эштең уңышһыҙ бөтөүен белә күрә, кемдәндер аҡса алыуҙы мин күҙ алдына ла килтермәйем. Әлбиттә, йыш ҡына шулай ҙа була - һин үҙеңдең еңереңә ышанып, судҡа бараһың да, суд барышында теге яҡ адвокаты көслөрәк дәлилдәр сығарып, еңеп сыға.
Йыраҡ йөрөргә кәрәкмәй: мәҫәлән, әлеге көндә бер районда суд эше бара. Мин зыян күреүселәрҙе яҡлап сығыш яһайым. Бер ханым туғандарын, үҙенең ҡулы аҫтындағы хеҙмәттәштәрен күндереп, үҙе өсөн кредиттар алдырған. Ул аҡсаны йортон, ихатаһын төҙөкләндереүгә тотонған. Күпмелер ваҡыт уларҙың айлыҡ түләүен үҙе ҡаплап барған да бит, көрсөк башланғас, түләй алмай башлаған. Ахырҙа, банктар уны эҙәрлекләй башлағас, һуңғы сиккә еткән - үҙ-үҙенә ҡул һалған. Был ханымға кредит алышып, хәҙер бурыслы ҡалған зыян күреүсе миңә мөрәжәғәт иткәс, эшкә риза булғайным. Тәү ҡарашҡа, еңел генә һымаҡ ине. Ләкин оҙаҡламай бығаса беҙгә мәғлүм булмаған мәғлүмәттәр асыҡланды. Кредит алыусының бурысын ҡайтарырға тейешле балалары ла бик мут булып сыҡты - мираҫтан баш тартты ла ҡуйҙы. Иск ҡағыҙы алып, йортто ла, ерҙе лә һаттырырға уйлағайныҡ, ул йорт та, ер ҙә теге ҡатындың исеменә яҙылмаған булып сыҡты. Улар уның иренең ата-әсәһенә яҙылған, һуңғылары ул йортто ла, ерҙе лә улдарына күптән бүләк иткән. Ғәйепләнеүсенең бер мөлкәте лә булмай сыҡты. Әлеге көндә беҙ мәсьәләне хәл итеү буйынса эш алып барабыҙ, эштең ахыры ни менән бөтөрөн - еңербеҙме, еңелербеҙме - әйтеүе ауыр.
Н. Хәмитов: Ошондай хәлгә тарымаҫ өсөн кеше тәү сиратта юридик яҡтан хәбәрҙар булырға тейеш. Күптәрҙең был өлкәлә аҙ ғына ла белеме юҡ. Хатта ки, күптәр был өлкә менән ҡыҙыҡһынмай ҙа, яп-ябай ҡағиҙәне лә белергә теләмәй. Бер ҡараһаң, һәр районда адвокаттар ҙа, юристар ҙа етерлек. Гәзит уҡыусыларға шуны әйтер инем: ниндәйҙер мөһим эште башлар, ниндәй ҙә булһа рәсми ҡағыҙға ҡултамға ҡуйыр алдынан юристарҙан консультация алһындар ине. Юҡ шул, күп осраҡта эште эшләп бөтөрәләр ҙә, шунан ғына беҙгә киләләр. Иртәрәк килеп булмай инеме ни, тигән һорау тыуа. Ә мутлашҡан әҙәмдәр ҙә бөтөнләй үк алйот түгел - улар үҙҙәренең ни эшләүен белеп, һәр аҙымын юридик йәһәттән үлсәп баҫа. Ҡағиҙә булараҡ, ундайҙар документта үҙҙәренә бер мөлкәт тә ҡалдырмай. Тикшерә башлаһаң, бар байлығы туғандарында, имеш. Кредиттарҙы йәһәт кенә ҡаплайбыҙ, тип, вәғәҙәләгән "Древпром"дан да ныҡ алданды халыҡ. Һуңғы аҡсаһын ҡалдырып китеүселәр ҙә булды. Хатта ҡайһы бер оло-оло инәйҙәр кәфенлеккә тип кенә йыйған аҡсаһын шулай юғалтты. Алдаҡҡа кеше шул тиклем тиҙ ышана. Долларҙың хаҡы артыу менән алама уйлы әҙәмдәр ошо хәлдән дә файҙа алып ҡалырға ашыға. Океан артынан килтерелгән аҡса, тип, мутлашыусылар халыҡҡа уйынсыҡ аҡса таратыуҙан да тартынмай. Һиҙгерерәк, уяуыраҡ булырға кәрәк кешеләргә.
Г. Харрасова: Юридик белемлеләр ҙә күп нәмәне белеп бөтмәй әле. Бөгөн бөтөн юғары уҡыу йорттарында ла тиерлек юристар әҙерләнә. Әйтәйек, тау сәнәғәте институты яҡшы юрист тәрбиәләй аламы? Юристарҙы ошо даирәлә күп йылдар эшләп килгән уҡыу йорттары ғына әҙерләһә, яҡшыраҡ булыр ине, минеңсә.
Сит илдәрҙә һәр кешенең тиерлек адвокаты бар...
Г. Харрасова: Эйе, Европала, айырыуса, АҠШ-та ғаилә адвокаттары киң таралған. Көнбайыш кешеләре адвокат менән фекер алышмайынса, бер аҙым да атламай. Беҙҙең илдә лә был индерелһә, халыҡ күп күңелһеҙ хәлдәрҙән һаҡланыр, арыныр ине. Ғаилә адвокатын яллауға кеше үҙ аңы менән килергә тейеш.
Н. Хәмитов: Күп кенә юристар, хатта юридик белемгә эйә булмаған кешеләр ҙә, ышаныс ҡағыҙы ярҙамында ғына судта ҡатнаша. Закон быны рөхсәт итә әлегә. Икенсе яҡтан ҡараһаң, ундай белгестәрҙең клиенттары йәлләү тойғоһо уята. Юристар араһында "Һәр адвокат - ул юрист, әммә һәр юрист адвокат түгел", тигән ҡанатлы һүҙ йөрөй. Мәғәнәһе аңлашылалыр: адвокатлыҡ - юридик стажы булған юрисҡа ауыр имтихан тапшырғандан һуң ғына бирелә торған ҙур дәрәжә ул. Юридик ярҙамды ла танытмаһы булған адвокаттарҙан алыу яҡшыраҡ. Улар, тимәк, белемле, тигән һүҙ. Күптәрҙең судья ярҙамсыларына, секретарҙарға мөрәжәғәт итеүен күрергә тура килә. Улар ҙа маҡсатҡа ярашлы ярҙам итә алмай. Адвокаттар менән кәңәшләшкән хәлдә, Гүзәл Фуат ҡыҙы дөрөҫ әйтте, енәйәттәр ҙә кәмер ине. Юридик яҡтан ныҡлы белемле кешене уғрылар ҙа алдарға ашыҡмай бит... Ғаилә адвокатлығына килгәндә, мин үҙемде күптәрҙең ғаилә адвокатымын, тип әйтә алам. Сөнки бөтөн дуҫтарым, һабаҡташтарым юридик кәңәш кәрәкһә, миңә шылтырата.
Г. Харрасова: Юғиһә баяғы, ышаныс ҡағыҙы алған, бер-ике суд эшендә ҡатнашып, әлепте таяҡ тип сырамытырға өйрәнеп алған кешеләр ҙә, юридик "ярҙам" күрһәтергә әүәҫләнеп алды. Ә кеше бит уларҙың таныҡлығын һорамай - адвокатмын, тигән һүҙенә ышанып, аҡсаһын түләй, эшен ышанып тапшыра. Һөҙөмтәлә, моратына ирешә алмай еңелә, адвокаттарҙан төңөлә. Шунлыҡтан, "адвокаттар булдыҡһыҙ, мине адвокат алданы", тигән фекергә килә.
Ни өсөн граждандар араһында үҙ проблемаһын закон тәртиптәре буйынса хәл итергә ынтылыусылар аҙ? Быға суд эшенең оҙайлы ҡаралыуы сәбәпсеме, әллә кешеләрҙе хөкөмдарҙың ғәҙеллеге ышандырып етмәйме?
Г. Харрасова: Бының сәбәбе әлеге лә баяғы судтарҙағы көрсөккә ҡайтып ҡала. Тағы ла, әйтергә кәрәк, судтарҙың конвейерға әйләнеүендә лә хикмәт бар. Һәр эшкә ғәҙәттә 10 минут ваҡыт бирелә. Ошо ваҡыт эсендә судья тейешле документтарға ғәйепләнеүсенең исем-шәрифен генә тултырып өлгөрә. Шуға күрә, сифат та аҡһай. Бындай шарттарҙа эште сифатлы итеп ҡарау мөмкинме ни? Бәхәсте нисек ун минут эсендә ҡарап сығырға мөмкин? Уны ҡағыҙға теркәргә лә кәрәк бит. Был судьяларҙың да ғәйебе түгел. Был - беҙҙең ысынбарлыҡ.
Н. Хәмитов: Мәсьәләләрҙең төбөнә төшөргә судьяның ваҡыты етмәй ҡала. Көнөнә нисә суд ҡуйылған - ул барыһын да ҡарарға тейеш. Судьялар өлгөрә алмаһа, ғәҙәттә, эш икенсе көнгә кисектерелә. Кисектереүҙең сәбәбе төрлө булыуы мөмкин. Уныһы мөһим дә түгел. Төп сәбәп - ана шул ваҡыт етмәүҙә.
Үҙ-үҙеңде яҡлау талап ителгән саҡта (мәҫәлән, урамда бәйләнһәләр) һиңә һөжүм иткән, бәйләнгән хоҡуҡ боҙоусыларға ҡаршы тороу өсөн закон рөхсәт иткән ниндәй саралар ҡулланырға була?
Г. Харрасова: Һөжүм итеүсе ниндәй көс ҡуллана, һеҙҙең үҙ-үҙегеҙҙе һаҡлауығыҙ ҙа ул көскә бәрәбәр булырға тейеш. Шул сағында имен дә ҡалырһығыҙ, судта ғәйепһеҙлегегеҙҙе иҫбат итеү ҙә еңелерәккә төшөр. Хәйер, был бик бәхәсле һорау, әлбиттә. Күптәр һаҡланған саҡта һөжүм итеүсене яңылыштан үлтереп тә ҡуя. Әлбиттә, урамда һинән тәмәке һорап туҡтатҡан, йә бер ниндәй ҡурҡыныс менән янамаған кешегә ҡарата көс ҡулланыу ярамай.
Н. Хәмитов: Айырым осраҡтарҙа һөжүм итеүсе ҡулланған көстән артығырағын да ҡулланыу яҙыҡ түгелдер, минеңсә. Әйтәйек, әгәр бәйләнеүсе һеҙҙән күпкә бейегерәк, ҡеүәтлерәк икән, етмәһә, берәй һуғыш төрө менән шөғөлләнә икән, әгәр ул һеҙгә ҡарата көс ҡулланып, һаулығығыҙға, ғүмерегеҙгә төҙәлмәҫлек зыян килтерә ала икән, ул сағында ҡулға ни килеп эләгә, шуның менән һаҡланыу сараһы күреү мөмкиндер. Кеше ғүмеренә, кеше һаулығына ҡул күтәреүгә бер кемдең дә хоҡуғы юҡ. Әгәр ҡулыңда берәй пистолет, бысаҡ һымаҡ ҡорал бар икән, һөжүмдән һаҡланыу өсөн уны ҡулланыу ҙа ярай. Ул сағында, минеңсә, уны ҡулланыу өсөн хөкөм итмәҫкә лә була. Ундай саҡта ошо ҡоралды ҡулланғаның өсөн түгел, ә ҡорал йөрөткәнең өсөн генә хөкөм ителергә мөмкинһеңдер, моғайын. Суд ҡарары сығарылғанда иһә, күп нәмә һеҙгә кем, нисек һөжүм итеүен иҫәпкә аласаҡтар.
Шаһит булыуҙан да ҡурҡа бит халыҡ. Хоҡуҡ боҙоуға, унан да ҡурҡынысыраҡ енәйәткә - кеше үлтереүгә шаһит булған осраҡта, бөгөн граждандар дәүләт органдарының ниндәй ҡурсыуына өмөт итә ала?
Г. Харрасова: Айырыуса ауыр енәйәттәр шаһиттарын һәм шундай енәйәттәрҙән зыян күреүселәрҙе, уларҙың ғаиләләрен һаҡлау буйынса дәүләт программаһы һуңғы йылдарҙа эшләп килә. Был программаға индерелеүселәр суд тарафынан яҡлау таба.
Н. Хәмитов: Был программа өсөн аҡса ла бүленгән. Кешеләрҙең исем-шәрифтәрен үҙгәртеү, йәшәгән урындарын алмаштырыу бик ҙур эштәрҙә ҡулланыла. Ҡалған эштәр шаһиттарына, уларҙан зыян күреүселәргә бындай дәүләт ярҙамы ҡаралмаған.
АҠШ-тың Нью-Йорк ҡалаһында енәйәтселекте кәметеү өсөн иң тәүҙә ҙур булмаған хоҡуҡ боҙоуҙар менән көрәшәләр. Был алым яҡшы һөҙөмтә бирә. Ул "Ярыҡ тәҙрәләр һөҙөмтәһе" тип атала. Йәғни, был алым бинаның берәй тәҙрәһе ярылған икән, уны яңыртмаһаң, тиҙ арала ҡалғандарының да ярылыуын, ул бина янында енәйәттәр ҡылыныуын көт тә тор, тигән принципҡа нигеҙләнгән. Нью-Йорк метроһында 80-се йылдарҙа тәртипһеҙлек хөкөм һөргән: көн һайын ауыр енәйәттәр ҡылынған, еңелсәһе тураһында әйтеп торорға ла кәрәкмәй. Метрола тәртип булдырыр өсөн урындағы яңы етәкселек тәү сиратта граффити төшөрөүсе вандалдарға һәм билетһыҙ йөрөргә әүәҫләнгән "ҡуян"дарға ҡаршы көрәш асҡан. Һөҙөмтә булараҡ, тиҙҙән еңел енәйәттәр ҙә, ауырҙары ла шаҡтай кәмегән. "Вагондар һүрәтһеҙ булғас, шулай уҡ юлда йөрөүселәр һәр ваҡыт билет һатып алғас, был урында тәртип боҙоу ярамай", тигән тәртип нығынған. Илдә тәртип булдырыр өсөн, бәлки, алдынғы тип һаналған илдәрҙәге ошондай уңышлы проекттарҙы ҡулланырға кәрәктер?
Г. Харрасова: Алдараҡ әйтеп үтеүемсә, ғәрәп, Европа илдәрендә уңышлы ҡулланылған миҫалдарҙы беҙҙең илгә шул килеш күсереү бер ҙә дөрөҫ булмаҫ ине. "Ярыҡ тәҙрәләр һөҙөмтәһе" миҫалының да беҙҙең илгә ыңғай тәьҫир итеренә ышаныуы ауыр. Сөнки беҙҙең илдең менталитеты, тарихы, халыҡтың көнитмеше бөтөнләй икенсе. Алдынғы алымдарҙы файҙаланғанда ла уларҙы урындағы ерлеккә ҡулайлаштырыу кәрәк.
Н. Хәмитов: Үҙебеҙҙән бер миҫал. Башҡортостанда бөхтәлеге, таҙалығы, төҙөклөгө менән күпселектән шул тиклем айырылып торған немец ауылдары бар. Улар дәүләт эсендә "дәүләт" булып йәшәй. Был бөхтәлек, теүәллек уларҙың генына һалынғандыр. Әммә немецтарҙың йәшәү рәүешен тота килеп башҡаларға күсереп ҡуйыу дөрөҫ булмаҫ. Беҙгә сит тәртиптәрҙе, бәлки, үҙгәртеберәк, йомшартыбыраҡ үҙләштереү кәрәктер...
Г. Харрасова: Илдә тәртип булдырыу өсөн ҡамсы һәм ҡалас ысулын ҡуланыу бер ҙә яҙыҡ булмаҫ ине. Бер яҡтан, холоҡ төҙәтеү учреждениеларында үҙҙәрен яҡшы яҡтан күрһәткәндәрҙе маҡтарға һәм иреккә сығарырға була. Икенсенән, әгәр кеше бер-нисә тапҡыр бик ҡаты енәйәт эшләгән икән, был осраҡта ҡаты яза ҡулланыу ҙа ҡамасауламаҫ. Әлбиттә, һәр эш тә закон сиктәрендә атҡарылырға тейеш. Бер төрлө енәйәттәргә, ғәйепте аҙайта, арттыра торған һәм башҡа шарттарҙы иҫәпкә алғандан һуң, төрлө яза бирелергә мөмкин.
Бөгөн беҙҙә ниндәй енәйәттәр өҫтөнлөк итә?
Г. Харрасова: Һәр дәүерҙә айырым енәйәттәр күберәк була. Мәҫәлән, бөгөнгө көрсөк мәлендә халыҡ бөлгөнлөккә төштө. Һөҙөмтәлә, уғрылыҡ, урлашыу, мутлыҡ ҡылыуҙар һәм башҡа ошондай хоҡуҡ боҙоуҙар күбәйҙе. Ни өсөн тигәндә, кеше йәшәргә тырыша. Йәшәү кимәле көрсөккә тиклем бер кимәлдә ине, уны юғары тип тә әйтеп булмай, ә билдәле хәлдәрҙән һуң ныҡ ҡына түбән тәгәрәне. Халыҡ тотороҡло кимәлдә йәшәргә тырыша. Аңлыраҡ кеше, әлбиттә, күберәк эшләй һәм сығымдарын ҡыҫҡарта, ә инде яманы уғрылыҡ юлына баҫа. Шуға ла әлеге енәйәттәрҙең ныҡ артыуы күҙәтелә лә инде.
Күптәр эш урындарынан ҡыҫҡартылып, төшөнкөлөккә бирелде, уларҙың араһында спиртлы эсемлектәргә ылығыусылар ҙа юҡ түгел. Ошоға бәйле, эскән килеш яһалған енәйәттәр ҙә йышайҙы.
Башҡа субъекттар менән сағыштырғанда, беҙҙең республикала тәртип күпкә юғарыраҡ, тип һанайым. Ни өсөн тигәндә, беҙҙең республикала халыҡтың күп өлөшөн мосолман диненә ҡараған контингент тәшкил итә. Ә был дин кешелә иң беренсе тәүфиҡлылыҡ тәрбиәләй. Йыртҡыстарса эшләнгән енәйәттәрҙең бик үк күп булмауы ла шуға бәйлелер.
Н. Хәмитов: Мин дә ризалашам. Беҙҙең халыҡҡа туҡталғанда, беҙҙә ололарға ихтирам, элекке һымаҡ уҡ булмаһа ла, барыбер бар. Был да яҡшы һөҙөмтә бирәлер. Һуңғы ваҡытта спиртлы эсемлектәр эсеү һөҙөмтәһендә ҡылынған енәйәттәр йышайҙы. Әммә эскелек барыбер ҙә борон беҙҙең халыҡҡа хас нәмә булмаған, үткән быуат баштарында ғына әле бындай ғәҙәт беҙгә ят ине. Башҡорттарға әҙәпһеҙлек, ҡомһоҙлоҡ һымаҡ сифаттар ҙа ят. Әммә, әйтелде инде, бөтөн проблемалар иҡтисадҡа бәйле. Эш юҡлыҡтан интегә күптәр. Шунлыҡтан, ғаиләләрҙә ыҙғыштар сыға. Үҙ-үҙенә ҡул һалыусылар ҙа күп. Шулай ҙа, өҙөп кенә, беҙҙең халыҡҡа ғына хас енәйәттәр бар, тип әйтеп булмай.
Ерҙә енәйәттәр бөтөр, тигән романтик хыял берәй мәл тормошҡа ашасаҡмы?
Г. Харрасова: Минеңсә, йәмғиәт ҡасан барлыҡҡа килгән, енәйәттәр ҙә шул ваҡытта ҡылына башлағандыр. Енәйәт элек тә булған, хәҙер ҙә бар һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, киләсәктә лә булыр, моғайын. Был фекерҙе мин нимәнән сығып әйтәм? Ниндәй генә бай, ниндәй генә ҡаты законлы Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрен алһаҡ та, хатта унда ла енәйәт, аҙ булһа ла, бар. Киләсәктә енәйәтселек, бәлки, кәмер ҙә. Ул барыбер тулыһынса бөтмәҫтер. Ниндәйҙер осраҡтарҙа енәйәт күберәк, ә ниндәйҙер мәлдәрҙә - аҙыраҡ булыуы ихтимал.
Н. Хәмитов: Енәйәт бөтһөн өсөн бөтә кеше лә идеаль, бер төрлө булырға, бер төрлө уйларға тейеш.
Ә яҡшыраҡ заман килер тип әйтә алаһығыҙмы? Ул заман ҡасаныраҡ килер?
Г. Харрасова: Яҡшыраҡ заман килеренә ышанысым барлыҡҡа бар. Үкенес, тиҫтәләгән йылдар буйы әкренләп яйланған илебеҙҙең башҡа илдәр менән иҡтисади хеҙмәттәшлеге һуңғы осорҙа өҙөлдө. Илебеҙҙе үҙебеҙ ҡарап, аҫырарлыҡ хәлгә килһәк, бөгөнгөнән яҡшыраҡ заман шул булыр. Тик бының өсөн, юғалтҡанды тергеҙеү өсөн бер тиҫтә йыл ғына ла етмәҫ. Һәйбәт заман килһен өсөн етәксе органдарға хужалыҡты, етештереү юлдарын яҡшы белгән оптимист рухлы кешеләрҙе генә тәғәйенләргә кәрәк. Шул саҡта ғына ил ҡеүәтле, халыҡ рәхмәтле булыр. Бөгөн беҙ тырышып эшләргә, төшөнкөлөккә бирелмәҫкә тейешбеҙ. Бер бөйөк кеше әйтмешләй, әгәр ҙә тормошоңдо байрамға әүерелдерергә теләһәң, үҙеңдең яратҡан һөнәреңде тап, ошо шөғөлөң менән бул. Ул ваҡытта эшкә байрамға барған һымаҡ барырһың. Һәр кеше яратҡан шөғөлөн бирелеп башҡарһа, ул үҙенә лә килем ала, башҡаларға ла ярҙам итә.
Н. Хәмитов: Ышаныс һәр кемдә булырға тейеш. Һәр кем үҙенең ғаиләһен ҡайғыртырға бурыслы. Ғаилә - йәмғиәттең тотҡаһы. Ғаиләлә тәртип булһа, ер шарында ла тәртип була. Насар ғаиләлә яҡшы бала тыуыр тип тә, яҡшы кеше үҫер, тип тә әйтеп булмай. Дәүләт беренсе сиратта ғаиләләрҙе ҡайғыртырға тейеш.
Йомғаҡлап...
Студент сағымда бер кешенең өгөтөнә бирелеп, дин тоторға булып киттем. Студент саҡта шулай бит: бер көн һин - материалист, икенсе көн - идеалист, өсөнсөһөндә - нигилист һәм башҡалар. Ауылға ҡайтып, абруйлы бер туғаныма әлеге теләгемде әйткәйнем, ул: "Улым, дин, әлбиттә, гонаһтарҙан арынырға ярҙам итә. Ә һин йәшһең, сафһың. Һин алама ғәҙәттәрҙән, дин әйтмешләй, гонаһтарҙан ситтәрәк йөрө. Шул саҡта күңелең дә тыныслыҡ табыр", - тигәйне. Бөгөнгө һөйләшеү, ниңәлер, шул кәңәште хәтергә төшөрҙө. Үҙебеҙҙең тәртибебеҙҙе теҙгенләй алһаҡ, шул етмәйме икән? Әйтәйек, айыҡ тормош башлаһаҡ... Ни тиһәң дә, ҡунаҡтарыбыҙ әйтеүенсә, күпселек енәйәттәр эскелек арҡаһында килеп сыға бит. Был һөйләшеүҙән алған тағы бер һабаҡ: теге йәки был тормош мәсьәләһенә яуап эҙләгәндә, адвокаттарға мөрәжәғәт итергә кәрәклеген дә "мыйыҡҡа ураныҡ".
Илгиз ИШБУЛАТОВ әңгәмә ҡорҙо.
КИРЕ СЫҒЫРҒА