Фән, ғәмәл, йәшлек. Был өс төшөнсә бер-береһенә ни дәрәжәлә яҡын тора икәнлеген 27 октябрҙә Башҡорт дәүләт аграр университетының Йәштәр мәҙәниәт һарайында үткән "Йәштәр - башҡорт халҡының стратегик ресурсы" тип исемләнгән төбәк-ара йәштәр кәңәшмәһендә самалап булғандыр.
21 ноябрҙә үтәсәк IV Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайына арналған был сараны Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр советы ойошторҙо. Унда республиканың төрлө район-ҡалаларынан, Өфөнән алдынғы ҡарашлы йәштәр, шулай уҡ йәштәр менән әүҙем аралашҡан ағай-апайҙар килгәйне.
Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Хәләф Ишморатовтың сығышы кәңәшмәгә кәрәкле йүнәлеш бирҙе. Ил ағаһы билдәләүенсә, бөгөнгө йәштәрҙә тау аҡтарырҙай теләк көслө, әммә берҙәмлек юҡ. Ошо хәл буйынса ла, мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу, йәш ғаиләләрҙең социаль хәле проблемалары буйынса ла, йәштәр аңында ситтән ярҙам өмөт итеү психологияһының нығына барыуына ла борсолоу белдерҙе Хәләф Хәлфетдин улы.
Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр советы рәйесе Рәмзил Байназаров, "Теле юҡтың - иле юҡ, иле юҡтың - көнө юҡ", тигән халҡыбыҙ мәҡәлен иҫкә төшөрҙө һәм башҡорт ауылдарында мәктәптәрҙе һаҡлау зарурлығын билдәләне, ошо тәңгәлдә Йәштәр советының ҡайһы бер эштәре менән таныштырҙы. Мәҫәлән, Белорет районы Мәхмүт ауылындағы урта мәктәпкә 9 йыллыҡ итеп ҡалдырылыу ҡурҡынысы янағас, улар республика Башлығына мөрәжәғәт итеп, урындағы халыҡтың был ҡарар менән риза түгеллеген белдергән һәм мәктәпте һаҡлап ҡалған. Йәштәр Советы рәйесе Торатау менән Йөрәктауға янаған ҡурҡынысты ла телгә алды. Йәштәр советы рәйесе урынбаҫары Рифат Бикҡоловтың сығышы ла ҡыҙыҡлы булды. Ул ғаиләлә ир балалар тәрбиәләү темаһын күтәрҙе.
"Ир балаларҙы ғаиләлә - атай кеше, мәктәптә - ир уҡытыусылар тәрбиәләргә тейеш", - тине ул.
Пленар ултырыштан һуң кәңәшмәлә ҡатнашыусылар 6 секцияла йәштәр проблемалары буйынса фекер алышты. Уларҙа башҡорт йәштәренең әҙәбиәттә, мәҙәниәттә, эшҡыуарлыҡта, дини сараларҙа, ижтимағи тормошта ҡатнашыуы тураһында һүҙ барҙы. Кәңәшмә һуңында 23 пункттан торған резолюция проекты ҡабул ителде.
ЙомҒаҡлап...
Кәңәшмәлә сығыштар ике телдә яңғыраны. Был да күңелгә май булып яғылды. "Йәштәр аҡыллы итеп туған телдә фекер алыша", - тип ҡыуанып та өлгөрөлмәне, бер бик зыялы ғына ағайҙың: "Йәштәрҙең сығыштарында ҡолаҡҡа ятышһыҙ һүҙҙәр шул тиклем күп булды. Бер егет "дәртем яна", тип әйтеп һалды хатта. Дөрөҫө "дәртем таша" була ла инде", - тип эләктергәне ҡолаҡҡа салынып ҡалды. Күрәһең, был ағай сығыштарҙың эстәлегенә ҡолаҡ һалмаған, ә телмәрҙәге хаталарҙы байҡап ултырған. Ә йәштәр хәтеренә барыбер ҙә был сарала һөйләнгәндәрҙең йөкмәткеһе һеңеп ҡалғандыр, тип ышанғы килә.
Иҙел РӘХИМОВ.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|