Ошо көндәрҙә баш ҡаланың Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының "Шоңҡар" спорт комплексында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 84 йыл тулыуға арналған милли көрәш буйынса республика турниры үтте. Күркәм ярышта 135 көрәшсе егет бил һынашты. Уларҙың ете тиҫтәгә яҡыны төрлө номинациялар, урындар менән билдәләнеп, аҡсалата бүләккә лайыҡ булды. Өфөнөң "ФАЭТОН" төҙөлөш компанияһы директоры Илнур Камил улы Ғиниәтуллин булдырған бүләк фонды көрәшселәрҙең ярыш сәмен арттырҙы.
Бәйгене асып, ваҡиғаның төп хужаһы, ойоштороусыһы Йәлил Динмөхәмәт улы Йосопов йәш спортсыларға ҡомарлы, шул уҡ ваҡытта ғәҙел ярыш, уңыштар теләне. Артабан дәрәжәле һәм абруйлы ҡунаҡтарға - Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары Әмир Ишемғолов менән Булат Йомаҙиловҡа һүҙ бирелде. Билдәле йырсы Юнир Һағынбаевтың йырлы күстәнәсе байрамға рух өҫтәне. Артабан иң тәжрибәле көрәшсе егеттәр майҙан уртаһында көрәштең төрлө ысулдарын кәүҙәләндергән өлгө сығыштары күрһәтте.
Әйткәндәй, бәғзе бер спортсылар ярыш ваҡытында ла көрәшеү өлгөһө итеп баһаланырлыҡ сығыштары менән башҡаларҙан айырылып торҙо. Мәҫәлән, беҙҙе Салауат районы Тирмән ауылында тыуып үҫкән өс бер туған Хажиморатовтарҙың "таҙа" еңеүгә өлгәшеүе һоҡландырҙы. Уларҙың атаһы Йомаҙил ағай әйтеүенсә, егеттәрҙе Тирмән ауылында Валерий Мөхәмәҙиев көрәшкә ылыҡтырған. Өлкәндәре бөгөнгө сараға байраҡ сығарыу хоҡуғы алыусы егет Ридан - милли көрәш буйынса Рәсәй чемпионы, ошо гимназия-интернатты былтыр тамамлаған, әле БДУ-ла белем ала. Унан кесерәге Вилдан - Рәсәй чемпионаты призеры, әле ошонда уҡ 9-сы синыфта уҡый. Өсөнсөләре Фидан әле ауылда 6-сы синыфта белем ала, бөгөн ул 2002 йылғылар араһында беренсе урын яуланы. Бәйгелә лә улар айырылып торҙо: Ридан Хажиморатов элекке гимназистар араһындағы ярышта Йәлил ағайҙың улы Салауат Йосоповтан ғына ҡалышып, икенсе урын алһа, Вилдан иһә, уҡыусылар араһында беренселеккә сыҡты. "Барыһы ла тренерға бәйле", - тине Йомаҙил ағай һәм Ридан менән Вилдандың остазы Йәлил Динмөхәмәт улын бөйөк тренер тип, ололаны.
Стәрлебаш районы Ҡабыҡҡыуыш ауылынан тренер Илфат Ишембәтов менән танышабыҙ. Уның менән әңгәмәләшкән саҡта бик шәп фекер ишеттек: "Күптәр спортта йәрәхәт алыуҙан шөрләй. Кешенең мускулдары ныҡ булһа, ул бөтөн тәнде тотоп тора, ул сағында урамда тайып йығылһаң да, хәүеф әҙәйә". Илфат Ишембәтов үҙҙәренә тренерлыҡта ярҙам иткән, бөгөн бер түгел, ике улын ярышҡа алып килгән атай кеше - гер күтәреү буйынса республика чемпионы Йәмил Собханғолов менән таныштыра. Йәмил ағай Илфат ағайҙың фекерен ҡеүәтләп, хатта дөрөҫ итеп гер күтәреү ҙә файҙалы икәнлеген дәлилләй. "Бәләкәй герҙәр күтәреп, арҡаһын, билен нығытҡан балаға ауырлыҡ күтәреү зыян итмәй", - ти Йәмил Собханғолов. Уның ике улы - Нур менән Ирәндек 35 килограмға тиклемгеләр рәтендә көс һынашты. Стәрлебаштарҙың тағы бер шәп тренеры - милли көрәш буйынса Рәсәй чемпионы Илдар Моратов менән әңгәмәләшеп алырға ла форсат тейҙе. Унан беҙ үҙе һымаҡ көслө, еңеүсе булыу серҙәрен һораныҡ. Ул: "Мин 2013 йылда үҙем 80 килограмдан ауырыраҡ сағымда 120 килограмлыҡ егеттәрҙе еңдем. Көрәштә еңер өсөн тәү сиратта был спорттың техникаһын һыу кеүек эсергә, бөтөн мускулдарыңды ла нығытырға, хатта үҙеңде рухи яҡтан да яҡшы әҙерләргә кәрәк. Ә балаларҙы рухландырыуға килгәндә, иң яҡшы "лекция" - ошондай ярыштар. Үҙем бөгөн иртән генә Ҡаҙан ҡалаһында үткән ярыштан ҡайтып төштөм. Балаларҙың ярышын ҡалдырһам, күңел урынында булмаясаҡ бит. Ана, ҡустым көрәшеп йөрөй...", - тине лә, майҙанға көрәшергә сыҡҡан бер туған ҡустыһы, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 3-сө башҡорт интернат-лицейында 8-се синыфта уҡыусы Раймандың сығышына иғтибарын йүнәлтте. Шул арала Райман дәғүәсеһен еңел генә алып ташланы. Көрәште ағаһы ғына түгел, уларҙың икеһенең дә тренеры, көрәш буйынса ике тапҡыр республика чемпионы Илшат Ҡотлошин да күҙәткән икән.
Был бәйгелә ҡатнашыусыларҙың күбеһе, әлбиттә, 1-се Башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары һәм уны тамамлаусылар ине. Бына 10-сы синыф уҡыусыһы Рәмил Мәзитовтың һәм 9-сынан Зариф Сөләймәновтың сығышы тамамланды. Улар икеһе лә үҙ ауырлыҡ категорияһында икенсе урынға сыҡты. Иглин районы Түбәнге Ләмәҙ ауылында тыуып үҫкән Рәмил гимназияға килер алдынан ирекле көрәш, грек-рим көрәше, самбо менән шөғөлләнгән булған. Ә уның дуҫы Зариф, Учалы районы Ҡотой ауылы егете, 1-се синыфтан 7-сегә тиклем дзюдо секцияһына йөрөгән. Ул шиғырҙар уҡырға ярата, тасуири уҡыу конкурстарында ҡатнаша, "Урал батыр" эпосынан ҙур ғына өҙөктө лә яттан белә. Әле гимназияла остазы Йәлил Йосопов ҡарамағында ике йыл көрәш менән шөғөлләнә. "Йәлил ағайға рәхмәт, ике йыл эсендә мине танымаҫлыҡ итеп үҙгәртте лә ҡуйҙы", - ти ул. Был ике егеттең һығымтаһы шул - көрәшкә етди әҙерлек менән килеү хәйерле.
Ярышҡа Силәбенән килеп еткән Йәлил Йосоповтың өлкән улы Марсель менән әңгәмә ваҡытында ул бағыусылар ярҙамының ысын һөҙөмтә бирәсәгенә ышаныс белдерҙе: "Илнур Ғиниәтуллинға бер әйтеү менән кинәнеп риза булды. Уның улы ла көрәш секцияһына йөрөй, гимназия-интернатта уҡый. Илнур Камил улы элек тә ярҙамға ихлас ине, бөгөнгө ярышта айырыуса ҙур егетлек күрһәтте. Бүләк алып ҡыуанған спортсы баланың, үҙ эшенең һөҙөмтәһен баһалағандарын тойған тренерҙың бәхетле йылмайыуын күреүҙән дә ҙурыраҡ йыуаныс юҡ беҙҙең өсөн", - тине һәм турнирға килгән спортсыларҙың кимәлен юғары баһаланы, ярыштың алда көтөлгән республика, Рәсәй беренселегенә әҙерлек тә булып тороуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Әйткәндәй, турнирға финанс ярҙам күрһәткән Әбйәлил районы Яйҡар ауылы уҙаманы, "ФАЭТОН" төҙөлөш компанияһы директоры Илнур Камил улы Ғиниәтуллиндан: "Нисек һеҙҙең һымаҡ уңышлы кеше булырға?" - тип кенә һораныҡ. Ул: "Йәштәргә әйтер һүҙем шул - белем алһындар, маҡсатҡа ынтылыусан булһындар, тырышып эшләһендәр", - тип яуапланы.
Илгиз ИШБУЛАТОВ.
КИРЕ СЫҒЫРҒА