Үткән аҙнала Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, Сибай ҡала хакимиәте менән берлектә "Башҡорттар: үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге" тигән Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте.
Конференцияның пленар өлөшөндә Сибай институты директоры, профессор Зиннур Йәрмөхәмәтов, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе, биология фәндәре докторы Әмир Ишемғолов ҡатнашты һәм сығыш яһаны.
- Был сарала Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзалары, шулай уҡ милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән Силәбе өлкәһе, Марий Эл республикаһы, Көньяҡ Урал райондары һәм ҡалалары башҡорттары ҡоролтайҙары вәкилдәре, төрлө уҡыу йорттары, ғилми-тикшеренеү институттары ғалимдары, махсус урта һәм дөйөм белем биреү учреждениелары уҡытыусылары ҡатнаша. Белеүегеҙсә, беҙҙең уҡыу йорто базаһында Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты менән берлектә бындай форматтағы конференция тәүге тапҡыр ғына үтмәй, йәғни 2013, 2015 йылдарҙа ла халҡыбыҙҙың бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн мөһим булған мәсьәләләргә арналған ғилми-ғәмәли конференциялар ойошторолғайны. Бөгөнгө йыйынға ла эш күрһәтеү өсөн генә йыйылманыҡ. Билдәле булыуынса, былтыр ноябрь айында баш ҡалабыҙ Өфөлә төрлө төбәктәрҙә, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙә йәшәгән милләтебеҙ вәкилдәре IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына йыйылғайны. Ул ярайһы ғына эшлекле шарттарҙа үтеп, республикабыҙҙы, хатта бөтә Рәсәйҙе борсоған проблемаларҙы күтәреп сыҡты. Ҡоролтай ҡабул иткән документтарҙа 2015 йылдың аҙағына тиклем Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының төрлө төбәктәрҙәге ҡоролтайҙары ҡатнашлығында IV Ҡоролтай резолюцияһын тормошҡа ашырыу буйынса 2016-2020 йылдарға иҫәпләнгән аныҡ эш планы төҙөү тураһында айырым пункт бар ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул ваҡиғанан һуң 4 ай ваҡыт үтеп китһә лә, был эш һаман да урын еренә еткерелмәгән. Бөгөнгө сарала тап ошо IV Ҡоролтай ҡабул иткән резолюцияның тормошҡа ашырылыу юлдарын эҙләү, сараларҙы барлау, шулай уҡ алдағы биш йыллыҡҡа халҡыбыҙҙы милләт булараҡ һаҡлауға йүнәлдерелгән аныҡ эш планы ҡабул итеү күҙ уңында тотола ла инде, - тине Зиннур Ғөбәйҙулла улы үҙенең сығышында. Ул шулай уҡ үткән IV Ҡоролтайҙа телгә алынған "Мәғариф системаһын оптималләштереү туған телен өйрәнеүсе башҡорт балалары һанының кәмеүенә килтергән төп сәбәп булып тора. 2010 йылдан 2015 йылға тиклем башҡорт мәктәптәре һаны 123-кә (!) кәмене. Һөҙөмтәлә башҡорт балалары уҡыуҙарын урыҫ йәки татар телендә дауам итергә мәжбүр", тигән юлдарҙы ла миҫал итеп килтерҙе һәм был тәңгәлдә кисекмәҫтән хәл ителәһе мәсьәләләр барлығы хаҡында иҫкәртте.
Артабан ултырыштағы сығыштар ошо юҫыҡта дауам итте лә инде: ниндәй генә өлкәлә ауырлыҡтар барлыҡҡа килмәһен, туған телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлау маҡсатында эшләргә, берләшергә тейешбеҙ. Ниндәйҙер закондарға, юғарынан төшкән күрһәтмәләргә, етәкселәр әйткәнгә генә ҡарап ултырыр замандар уҙған. Халыҡ үҙ яҙмышын үҙ ҡулына алырға, үҙ-үҙен хәстәрләргә тейеш. Мәҫәлән, туған телде һаҡлау һәм яҡлауҙың төп шарты - милләтебеҙ вәкилдәренең үҙ асылын аңлауына, уның милли үҙаңына бәйләнгән. Әгәр ҙә, мәктәптә өйрәтерҙәр әле, тип, балаларыңды үҙ ғаиләңдә үҙ туған телендә һөйләшергә, фекерләргә өйрәтмәйһең икән, һинең башҡортлоҡ асылыңды, тамырҙарыңды бер ниндәй закондар ҙа һаҡлап ҡала алмаясаҡ. Ултырышта яңғыраған бар сығыштарҙың йөкмәткеһенә лә ошондай фекерҙәр, милләт яҙмышы өсөн борсолоу һалынғайны.
Сығыштарҙан һуң ҡоролтайсылар эште секцияларға бүленеп дауам итте. Бында төрлө район һәм ҡалаларҙағы ҡоролтайҙар эшмәкәрлеге, бөгөнгө көндәге милли сәйәсәттең социаль-мәҙәни һәм тарихи-хоҡуҡи аспекттары һәм, әлбиттә, туған тел мәсьәләләре тикшерелде. Төрлө сығыштар тыңланып, анализдар яһалғандан һәм фекерҙәр төйнәлгәндән һуң, "Башҡорттар: үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге" Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы ун пункттан торған резолюция ҡабул итте һәм шул резолюция менән Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетына мөрәжәғәт итте. Шуларҙың бер нисәһе:
- Бөтөн донъя башҡорттарының IV ҡоролтайы ҡарарҙарын тормошҡа ашырыу буйынса эш планы төҙөп, уны интернет һәм матбуғат баҫмалары аша халыҡҡа еткерергә, өҫтәмәләр, тәҡдимдәр индерергә;
- Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайына "Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында"ғы Закон буйынса киң йәмәғәтселек ҡатнашлығында парламент тыңлауҙары үткәреүен һорап мөрәжәғәт итергә;
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенән 2020 йылда Башҡортостанда уҙғарыласаҡ Бөтә донъя фольклориадаһына тиклем Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты тарафынан әҙерләнгән "Башҡорт халыҡ ижады" томдарын сығарып бөтөү хәстәрлеген күреүҙе һорарға;
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенән Өфөләге һәм башҡа ҡалаларҙағы юғары уҡыу йорттарынан ситтә ятыуын һәм башҡорт халҡы компактлы йәшәгән Урал аръяғы төбәгенең үҙәгендә урынлашыуын күҙ уңында тотоп, БДУ-ның Сибай институтына иғтибарҙы көсәйтеүҙе һорарға; Сибай институтында 45.03.01 "Филология" йүнәлешенең "Ватан филологияһы" профиле (Башҡорт теле һәм әҙәбиәте), 46.03.01 "Тарих" йүнәлеше буйынса бюджет нигеҙендә абитуриенттар ҡабул итеү мәсьәләһен юлларға;
- Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға, күрше Татарстан һәм Удмурт республикаһындағы һымаҡ, "Башҡортостан Республикаһында дәүләт телдәре тураһында"ғы Законға ике дәүләт телен ҡулланыу мотлаҡ булған граждандарҙың эш хаҡына 3 - 15 процент күләмендә өҫтәмә түләү мәсьәләһен ҡараған үҙгәреш индереү тураһында тәҡдим итергә.
Шулай итеп, тәфсирләп яҙһаң да, яҙмаһаң да, халҡыбыҙ вәкилдәре йыйылған ошондай һәр сарала мөһим хәбәрҙәр һөйләйбеҙ. Аҙаҡ иһә ҡабул ителгән ҡарарҙар күп ваҡыт ҡағыҙҙа ғына теркәлеп тороп ҡала. Бынан егерме йыл элек тә, ун йыл элек тә шулай булды. Шунан инде ул ҡарарҙарҙың ғәмәлгә ашмауынада кемдәрҙелер ғәйепләй, кемдәрҙелер енә-йәтсегә тиңләй башлайбыҙ. Шундай инде фиғелебеҙ... Их, һәр беребеҙ "Хөкүмәт эшләргә тейеш!", "Ҡоролтай эшләргә тейеш!" тигән талаптарҙы телгә индермәй, төрлө сәбәптәргә һылтанмай ғына милләткә ҡағылған мәсьәләләрҙе хәл итеүгә үҙе тотонһа, һәр кем үҙ урынында ниҙер эшләһә икән! Тик быныһы ла хыялда ғына, ҡыҙғанысҡа ҡаршы...
Миләүшә ХӘБИЛОВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА