«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТЕРРИТОРИАЛЬ ЙӘМӘҒӘТ ҮҘИДАРАЛЫҠТАРЫ ХАЛЫҠТЫ ҮҘЕН ҺАҠЛАП ҠАЛЫУҒА БЕРЛӘШТЕРӘ
+  - 

Быйыл Рәсәйҙә беренсе тапҡыр "Территориаль йәмәғәт үҙидаралыҡтары (ТЙҮ) лигаһы" Коммерция булмаған ойошмалар (КБО) ассоциацияһының съезы үтте. Уның эшендә Мәләүез районының "Йомаҡ" Территориаль йәмәғәт үҙидаралығы рәйесе Шаһиҙә ИШҠОЛОВА менән Ишембай районының "Бүжә" Территориаль йәмәғәт үҙидаралығы рәйесе Азамат ИСХАҠОВ ҡатнашты. Улар менән әңгәмәне тап съезд хәтирәләренән башларға булдыҡ.

Беренсе ҡоймаҡ төйөрлө була, тиһәләр ҙә, Рәсәй тарихында Территориаль йәмәғәт үҙидаралыҡтарының тәүге тапҡыр уҙған оло йыйынын нисек баһаланығыҙ, унан үҙегеҙгә ниндәй һабаҡтар алдығыҙ?

Шаһиҙә ИШҠОЛОВА Ш. Ишҡолова: Съезд уҙғарыуҙың төп маҡсаты - ТЙҮ механизмын өйрәнеү һәм камиллаштырыу буйынса берҙәм майҙансыҡ булдырыу, заман талаптарын иҫәпкә алып, уларҙың эшмәкәрлеген әүҙемләштереү. Шуға ла сараның эше халыҡтың ТЙҮ тураһындағы мәғлүмәт кимәлен күтәреүгә, уларҙың инициативаларын тормошҡа ашырыу өсөн шарттар тыуҙырыуға, тәжрибә уртаҡлашыуға йүнәлтелгәйне. Беҙҙең өсөн файҙалы мәлдәр күп булды, сөнки, үҙебеҙҙән генә сығып әйткәндә лә, тәжрибәбеҙ бик әҙ. РФ Юстиция министрлығында теркәлеү үтеп, 15-20 йыл эшләгән ТЙҮ етәкселәре лә, проблемалар һәр саҡ буласаҡ, тип белдерә. Йәғни, тормош бер урында ғына тормай, бөгөн был мәсьәләне хәл итһәк, иртәгә икенсеһе тыуа, ихтыяждар арта, һәр беребеҙ яҡшыраҡҡа ынтыла. Был ғәҙәти күренеш.
Съезда РФ Дәүләт Думаһы, Федерация Советы ағзалары, эшҡыуарҙар, фән, социаль йүнәлешле Коммерция булмаған ойошмалар вәкилдәре, илдең 70 төбәгенән ТЙҮ активистары ҡатнашты. Был хәрәкәт күп төбәктәрҙә әүҙем алып барыла. Быға Волгоград, Силәбе, Пермь, Омск, Новосибирск, Яҡут-Саха, Ульяновск, Түбәнге Новгород, Ленинград һәм башҡа республика-өлкәләрҙән килгән вәкилдәрҙең сығышын тыңлап инандыҡ. Рәсәйгә яңы ғына ҡушылған Севастополь ҡалаһынан да вәкилдәр булды. Улар ил ҡануниәтенә яраҡлашырға, бөтөн ыңғай күренештәрҙе үҙҙәренә алырға тырыша. Ҡаҙағстандан килгән делегация иһә бөтөн залды үҙенә ҡаратып ҡуйҙы. Сит дәүләт булһалар ҙа, һаман да аҙымдарын "оло ағай"ға ҡарап баҫалар икән. Яҡутстан делегацияһына ҡарап, һоҡланып ултырҙыҡ. Барыһы ла үҙҙәренең стилләштерелеп тегелгән милли кейемдәрендә йөрөнө. Делегация етәксеһе Спиридон Борбуев сығыш яһарға сыҡҡас, съезда ҡатнашыусыларҙы иң элек туған яҡут телендә сәләмләне. Баштараҡ сәйерһенеп ҡабул иткәйнеләр, һуңынан сарала ҡатнашыусылар ихтирамдарын көслө һәм оҙаҡ тынмай дауам иткән алҡыштар аша белдерҙе. Быны һүҙ менән генә әйтеп аңлатырлыҡ түгел.
Азамат ИСХАҠОВ А. Исхаҡов: Мин үҙемә, Башҡортостанда был эш башланғыс осорҙа ғына тора, тигән һығымта яһаным. Башҡа ҡалаларҙы, төбәктәрҙе ҡараһаң, уларҙа Территориаль йәмәғәт үҙидаралыҡтарына ярҙам итеү, үҫтереү программалары, хатта төбәк кимәлендә ҡануниәт нормалары эшләнгән. Беҙгә уларҙың тәжрибәһен өйрәнергә, үҙебеҙгә ҡабул итергә кәрәк. Сөнки беҙ ТЙҮ саҡ барлыҡҡа килә, тип уйлаһаҡ, баҡтиһәң, хатта совет заманында уҡ ойошторолғандары ла бар икән Һәр яңы башланғыс, башта бер төркөмдөң инициативаһынан сығып, ярҙам күрһәтелмәһә, яйлап һүнеп ҡала, ҡыҙыҡһыныу бөтә. Шуға күрә Башҡортостанда ла ТЙҮ-гә ярҙам итеү мөмкинлектәре табылһын ине. Әлеге ваҡытта республикала Коммерция булмаған ойошмаларға грант ярҙамы ғына бар. Әммә грант алыу өсөн ойошманың теркәлеү үтеүе мотлаҡ. Беҙҙә бөгөнгә иҫәптә булған 600 ТЙҮ араһында Юстиция министрлығының Башҡортостан идаралығында теркәлеү үткәндәр ни бары 7 генә. Улар араһында грант юллау өсөн документтарҙы дөрөҫ тултырыусылар булыуы ла бик икеле. Йәғни, Территориаль йәмәғәт үҙидаралыҡтары әлегә бындай мөмкинлеккә дәғүә итә алмай. Икенсе яҡтан, грант алған хәлдә лә, ул сумма хатта төҙөкләндереү эштәре башҡарыуға ла етмәй. Съездан конкурс, грант, маҡсатлы ярҙам формаһында һәр ТЙҮ ярҙам алған өлкәләрҙең дә булыуына инанып ҡайтыҡ. Был мәсьәләне беҙҙә лә нисектер хәл итеү юлдарын эҙләргә кәрәк. Был бер йылда ғына тормошҡа ашырыла торған эш түгел.
Ш. Ишҡолова: 18 йыл эшләгән бер ТЙҮ рәйесе үҙенең сығышында: "Иҫәпләүҙәребеҙ күрһәтеүенсә, Территориаль йәмәғәт үҙидаралыҡтарына һалынған 1 һум бюджет аҡсаһы 6 һумлыҡ файҙаға әйләнә", - тине. Ғөмүмән, съезда ысынбарлыҡтың фән менән раҫланыуы күренде, унда, Парето законы буйынса, 20 процент эшләгәндә, 80 процент пассив күҙәтеүсе була, шул уҡ ваҡытта улар ҙа уңыштарҙан файҙалана, тинеләр. Беҙҙең халыҡта ла ундай мәҡәл бар: бер ҡуй һыу эскән ерҙә 100 ҡуй һыуһынын ҡандыра. Был ҡанун тормошобоҙҙоң барлыҡ өлкәләрендә лә эшләй һәм унан бер нисек тә ҡасып ҡотолоп булмай. Эш башлағанда беҙҙе лә 90 процент яҡлаһа, хәҙер ситтән генә күҙәтеүселәр ҙә бар. Әммә эшләнгән эштәрҙе күрһәләр, күңелдәре күтәрелеп китә. Ғәмәлдә, халыҡ үҙ ҡулы менән эшләгәнде һаҡлай, үҙен хужа итеп, яуаплы итеп тоя. Сөнки уға берәү ҙә көсләп ҡушмаған, улар үҙҙәре бергәләп хәл иткән һәм үҙ көстәре менән атҡарған. Кеше психологияһы шундай, ул үҙ ҡулдары менән эшләгәнде үҙенеке итеп һанай, яуаплылығы арта.

Үҙегеҙҙең Территориаль йәмғиәт үҙидаралығын ойошторорға ҡасан ҡарар иттегеҙ һәм бөгөнгә ниндәй уңыштарығыҙ күңелегеҙҙе йылытып, рухығыҙҙы һүндермәй, киләсәккә әйҙәп тора?

А. Исхаҡов: Ғүмәр ауылында был мәсьәлә 2012 йылда уҡ күтәрелә башланы. Ул ваҡытта күптәр, ғөмүмән, Башҡортостанда күптәр Территориаль йәмәғәт үҙидаралыҡтарының әһәмиәтен аңламай ине, тиергә лә була. Беҙгә лә уның төп идеяһын аңлап, йөрәгебеҙ, күңелебеҙ аша үткәреү, ҡабул итеү өсөн бер йыл кәрәк булды.
Съезда асыҡланыуынса, барлыҡ Территориаль йәмәғәт үҙидаралыҡтары ла бер үк ауырлыҡтар кисерә, әлеге ваҡытта уларҙы коммерция ойошмаларына индерергәме, әллә йәмәғәт ойошмаларына индерергәме, тип баш ваталар. Мәҫәлән, "Бүжә" Территориаль йәмәғәт үҙидаралығын да ауыл советында ғына теркәнек, юридик ойошма түгелбеҙ. Сөнки бының тотош Рәсәй буйынса үҙенең ауырлыҡтары, үҙенсәлектәре бар. Әгәр ойошманы Юстиция министрлығында теркәтһәң, ул айырым юридик ойошма булып һанала һәм отчет биреү талап ителә. Йәғни, бухгалтер, юридик мәсьәләләр килеп тыуғанда юрист хеҙмәте булырға тейеш. Ҡыҫҡаһы, ойошманы финанс йәһәтенән тәьмин итергә кәрәк. Был халыҡ өсөн тағы ла сығымға әйләнә. Беҙ йыл һайын Бүжә йыйыны үткәрергә ҡарар иттек. Ул ниндәйҙер кимәлдә "Шәжәрә байрамы"н да алыштыра. Ҡатнашыусылар һаны йыл һайын арта. Был өмәләр әллә ни әһәмиәтле кеүек күренмәгән саралар үткәргәндә лә күренә. Кешеләр яйлап өйрәнә һәм берләшә бара, сираттағы сара ҡасан булыры менән ҡыҙыҡһына. Шуның өсөн Территориаль йәмәғәт үҙидаралыҡтарының активы булырға тейеш, сөнки был эшмәкәрлек өсөн берәү ҙә аҡса түләмәй, барыһы ла бушҡа башҡарыла. Ошо эштәрҙе башҡарыусы кешеләрҙе генә табырға кәрәк.
Ш. Ишҡолова: Территориаль йәмәғәт үҙидаралығын ойоштороуҙы 2014 йылда башланыҡ. Бында беҙгә Смаҡайҙан (Ишембай районы) Әнүәр Шәңгәрәев ныҡ ярҙам күрһәтте. Әлеге көндә ауыл советында ғына теркәү үткәнбеҙ, киләсәктә Юстиция министрлығының Башҡортостан идаралығында теркәлеү үтербеҙ тигән өмөттәбеҙ. Съезда ла күп тапҡырҙар билдәләнде, минең дә фекерем шундай: ТЙҮ - халыҡтың власть, бизнес менән, шулай уҡ үҙ-ара диалогы ул. Һәм әле ошо диалог яңы кимәлгә сыҡты, тип әйтергә була. Икенсе яҡтан, был ойошма халыҡтың үҙбаһаһын үҫтереүҙә лә мөһим роль уйнай. Мәҫәлән, йәйгеһен йыйын үткәрҙек, ауылдаштар шул тиклем дәртләнешеп, ҡорбан салып, милли аштар әҙерләп, ихлас ҡатнашты. Ҡаҙ өмәһе ваҡыты еткәйне, тағы дәртләнешеп киттеләр. Элек ҡар яуһа, ауылдан сыға алмай ултырған саҡтар ҙа бар ине, был мәсьәләне тиҙ арала хәл итәбеҙ. Ойошманың үҙенең ДТ тракторы бар. Әлеге көндә ошондай ойошоу, бергә булыу бик яҡшы. Юҡҡа ғына, күмәкләгән - яу ҡайтарған, тимәйҙәр бит.

Тәүҙә халыҡ идеяны күтәреп алып, һуңынан уларҙың ошо күтәренкелеге кәмей, күптәр ситтән күҙәтеүсегә генә әйләнә. Был нимәнән килеп сыға: кешелә власҡа ғына түгел, хатта үҙенә, яңы башланғыстың эшләп алып китеренә, үҫеренә, ошо ойошмала үҙе лә ҡатнашып йөрөй алырына ышанысы юғалыуҙанмы? Был үҙе үк власть менән халыҡ араһында айырымланыу барлыҡҡа килеүҙең бер сәбәбе түгелме?

А. Исхаҡов: Ауыл советы үҙ территорияһындағы таҙалыҡ, төҙөкләндереү, именлек өсөн яуаплы булһа ла, ул ауыл халҡына, ана, барып ҡарағураны сабып сыҡ, тип әйтә алмай. Кеше шул ауылда йәшәһә лә, ул һеҙҙең эшегеҙ, миңә уның өсөн түләмәйҙәр бит, тип әйтәсәк. Ауыл советына нимәлер эшләү өсөн аҡса табырға кәрәк. Ә халыҡ үҙе йыйылып, ошо эште эшләй йәки балалар майҙансығы төҙөй икән, быны улар үҙҙәре лә башҡара ала, ә ауыл советы матди йәки башҡа яҡтан ярҙам итә. Бындай симбиоз ҡыҙыҡлыраҡ та. Шуға күрә, ойошма төҙөүҙең маҡсаты - халыҡты берләштереү, бергә туплау ине. Советтар Союзы тарҡалғандан һуң беҙ берҙәмлекте юғалттыҡ, халыҡ үҙ алдына йәшәне. Һәм уларҙы бергә туплау, үҙенең ауылына файҙа килтерерлек эш эшләү өсөн ниндәйҙер идея зарурлығы тыуҙы. Артабанғы ваҡиғалар инде мотлаҡ булған эштәр араһында экология, төҙөкләндереү, мәҙәни мәсьәләләр менән бәйле булды. Мәҫәлән, мәҙәниәт усағы бар икән, ул үҙе генә бөтөн проблемаларҙы хәл итә алмай. Ауыл советтарында ауылдар һаны ни тиклем күберәк, уларҙың барыһына ла тейешле иғтибар етмәүе лә ихтимал. Шуға күрә кешеләр йыйылып, нимәлер эшләй икән, быны күтәреп алырға, хупларға кәрәк. Йәғни ТЙҮ урындарҙа ауыл советтарына, район хакимиәттәренә яҡшы ярҙамсы булып тора. Ҡайһы берҙә ауыл советы башлығына йыйылған халыҡтан нимә эшләргә, ниндәй ярҙам кәрәк икәнлеген белешергә генә ҡала. Сөнки халыҡ йыйыла, үҙ-ҙәренә тәү сиратта нимә кәрәклеген хәл итә, ә күпселек осраҡта кәрәк нәмәне үҙеңдең ҡулдарың менән дә эшләргә була. Әммә күмәк халыҡ менән конструктив диалог мөмкин түгел, шуға күрә рәсми йыйылыштар, күп осраҡта, һығымта, йомғаҡ яһау менән тамамланмай. Шуға күрә, Территориаль йәмәғәт үҙидаралыҡтары ауылдарҙа халыҡты актив ойоштороп, улар менән тығыҙ бәйләнештә эшләргә тейеш.
Әлбиттә, бының өсөн ойошманың үҙенең структураһы булыуы зарур. Йәғни, ауыл халҡы йы-йында совет һайлай, совет үҙенә рәйес билдәләй. Был борон башҡорт ырыуҙары, аҡһаҡалдары йыйынға йыйылып, йәмғиәт мәсьәләләрен хәл иткән кеүек килеп сыға. Әлбиттә, хәҙер улай киң ҡолас алмайбыҙ, бер ауыл йәки ауыл советы эсендә генә ойошабыҙ. Әммә был система беҙгә барыбер ҙә яҡыныраҡ. Ниндәй генә формацияны алып ҡарамайыҡ, унда барыбер ошондай структуралар бар. Ауылдарҙа халыҡ һаман да, совет осорондағы кеүек, эшкә бригадирҙың килеп әйткәнен көтөп ята икән, бындай структура мотлаҡ булырға тейеш. Әлеге ваҡытта күпселек ауылдар үҙ алдына йәшәй, ҡайһыларында, бәлки, старосталар барҙыр. Әммә улар ҙа бөтөн ерҙә лә түгел. Ә халыҡты, хатта юридик теркәлеү булмаған хәлдә лә, бергә йыйыу кәрәк, сөнки улар үҙ ерҙәрендә үҙҙәренең ҡулдары менән булдырғанды, төҙөгәнде, үҫтергәнде һаҡларға, яҡларға тейеш.
Ш. Ишҡолова: Ысынлап та, халҡыбыҙҙа бергәләшеп эшләү, бергәләшеп йәшәү борон-борондан килгән. Беҙ, йәғни ТЙҮ ойоштороусылар, халыҡ менән власть араһында бер бәйләнеш күпере һымаҡ булырға тейешбеҙҙер, моғайын. Рәсәй тарихына күҙ һалһаҡ та, ниндәй генә үҙгәрештәр булмаһын - улар барыһы ла шул берҙәмлеккә, берләштереүсе йәмғиәткә барып төртөлә. Ләкин бөгөн беҙгә реформа, революциялар түгел, эволюцион үҙгәрештәр кәрәк.
Байрамдарға ситтә йәшәгән арҙаҡлы ауылдаштарыбыҙ ҡайта һәм үҙҙәренең ярҙамын тәҡдим итә, хәлдән килгәнсә ярҙам итәсәктәрен белдерә. Күрше Ергән һәм Ҡанбулат ауылдары уҙған быуаттың 70-се йылдарында юҡҡа сыҡты. Элек унда йәшәүселәр ҡайтып, бергәләшеп, зыяраттарын кәртәләгәс, берәү: "Ана, ҡанбулаттар әүҙем, бер-береһенә тағылышып йөрөй", тип һүҙ ҡыҫтырған, икенсеһе уға яуап итеп: "Эйе, әгәр Йомаҡ ауылы ла Ҡанбулат кеүек юҡҡа сыҡһа, һеҙ ҙә бер-берегеҙгә тотоношоп, эйәртенешеп йөрөйәсәкһегеҙ, буш ауыл урынында йыйылышып, күңелегеҙҙе баҫып, илашып таралышасаҡһығыҙ, шуға күрә хәҙер ҡулға-ҡул тотоношорға кәрәк",- тигән. Йәғни ауылдар бөткәс түгел, уларҙы һаҡлап ҡалыу өсөн бөгөн ҡулға-ҡул тотоношорға кәрәк беҙгә. Дәүләтебеҙ ауылдар менән көслө, тамырҙарыбыҙ ауылда бит. Үкенескә күрә, халыҡтың күпселеге совет тәрбиәһе алып, әҙерҙе көтөбөрәк йәшәй. Бигерәк тә ололар араһында, элек шулай ине, элек былай ине, тигән һүҙҙәр ишетергә була. Ололарға яңылыҡты аңлауы ауырыраҡ, әлбиттә. Яңылыҡты халыҡҡа таратыуы еңел эш түгел, шулай ҙа, тотонғас, тырышабыҙ инде. Ә төптәнерәк уйлағанда, был бит "велосипед"ты яңынан уйлап сығарыу түгел, борондан килгән тормош талабы. Халыҡ менән власть араһындағы мөнәсәбәткә килгәндә, үкенескә күрә, ҡайһы бер чиновниктар үҙҙәренең халыҡ хеҙмәтсеһе икәнен онотоп ебәрә.

Ысынлап та, урындарҙа халыҡ барыбер нисек булһа ла тырыша. Беләме, белмәйме, хаталанамы - һәр кем үҙ ҡаҙанында ҡайнай. Бында был эштең һүлпәнлеге республика киң мәғлүмәт сараларында халыҡҡа аңлайышлы, етерлек, тейешле мәғлүмәт юҡлыҡҡа ла бәйле түгелме икән?
Ш. Ишҡолова: Килешәм, былтыр республикалағы бер ТЙҮ тураһында бер генә мәҡәлә күрҙем. Унда, әлбиттә, низағлы хәл-торош тураһында яҙылғайны. Әммә беҙҙә матур эшләгән Территориаль йәмәғәт үҙидаралыҡтары ла бар бит. Мәҫәлән, Ишембай районының - Смаҡай, Сибай ҡалаһының - Төйәләҫ, Өфө, Учалы, Белорет, Бөрө ҡалалары Территориаль йәмәғәт үҙидаралыҡтары. Киң мәғлүмәт сараларында халыҡҡа аңлайышлы, кәрәкле мәғлүмәт етерлек түгел, үкенескә күрә. Эйе, беҙ ҙә хаталанабыҙ, ләкин тырышабыҙ, хаталарыбыҙҙы төҙәтәбеҙ, алға барырға ынтылабыҙ. Ошо ауырлыҡтар, ҡаршылыҡтар аша ғына үҫеш юлын табырға мөмкин. Берәү ҙә бер кемгә лә бөтөн нәмәне әҙерләп, ситтәренә алтын ялатылған тәрилкәгә һалып, килтереп бирмәйәсәк.

Ауыл советтары һәм район хакимиәттәре башлыҡтары, әйтеп китеүегеҙсә, халыҡ хеҙмәтселәре Территориаль йәмәғәт үҙидаралыҡтарына ниндәй ҡарашта? Аҫтан, халыҡтан сыҡҡан инициативаны "өҫтә"геләрҙең күрергә теләмәүе арҡаһында ҡапма-ҡаршылыҡтар килеп тыумаймы?

А. Исхаҡов: ТЙҮ тураһында Рәсәй Президенты Владимир Путин да белдерҙе, республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Смаҡайҙа булды, шунан һуң ошондай үҙидаралыҡтарҙы үҫтереү буйынса кәңәштәр бирелде. Хөкүмәт ултырышында ла был мәсьәлә буйынса фекер алышыу ойошторолдо. Унда Территориаль йәмәғәт үҙидаралыҡтарына "ярҙам итергә", "ярҙам итмәҫкә", "тотҡарланып торорға" тигән өс фекер яңғыраны һәм әлегә күпселек тотҡарланып тороуҙы хуп күрҙе. Сөнки ярҙам итеү һәм ойоштороу булһа, тағы ла өҫтән төшкән инициатива булып килеп сыға. "Ярҙам итмәҫкә", тиһәң дә матур түгел.
Ш. Ишҡолова: Дөрөҫөн әйткәндә, күптәр Территориаль йәмәғәт үҙидаралыҡтары эше ниҙән ғибәрәт икәнен аңлап етмәй. Ауыл советының һәм дә Территориаль йәмәғәт үҙидаралығының һәр ҡайһыһының үҙ вәкәләте. Бындай ойошмалар хакимиәттәргә ҙур ярҙамсы, бергәләшеп, кәңәшләшеп бер йүнәлештә эшләргә генә кәрәк.
Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин быйылғы Мөрәжәғәтнамәһендә, ошо өлкәлә әүҙем кешеләргә ярҙам итергә, халыҡҡа ауылы, ҡалаһы менән идара итеүҙә ҡатнашыу өсөн мөмкинлектәр бирергә, тигән аныҡ бурыстар ҡуйҙы. Республикабыҙ Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихинаның сығышында ҡыҙыл еп булып, "Гражданлыҡ йәмғиәте - ул халыҡтың инициативаһын хуплау", тигән фекер үтте. Ғәмәлдә, халыҡ үҙ теләген үҙе әйтергә тейеш. Тарихта ла бар бит шундай ваҡиға: батшабикәгә килеп, ғали йәнәптәре, халыҡ баш күтәрә, тиҙәр. "Улар нимә теләй һуң?"- тип һорай батшабикә. "Икмәк ашарға теләйҙәр". "Нимәгә уларға икмәк, бәлеш ашаһындар", - була яуап. Йәғни халыҡҡа нимә кәрәк икәнен етәкселәр түгел, халыҡ үҙе хәл итергә тейеш: икмәк кәрәк икән, тимәк, икмәк кәрәк. Һәм миңә нимә кәрәк икәнен кемдер түгел, мин үҙем әйтергә тейешмен. Юҡҡа ғына, иламаған балаға имсәк бирмәйҙәр, тимәгән боронғолар. Шуға күрә, теләйбеҙме, теләмәйбеҙме, өйҙә көтөп ултырғансы, ауыл йыйындарында һайланған 20 процент әүҙем кеше, халыҡ мәнфәғәтен яҡлап, ҡарар ҡабул итергә тейеш.
А. Исхаҡов: Ҡалаларҙа ойошторолған Территориаль йәмәғәт үҙидаралыҡтары алдында ер мәсьәләһе ул тиклем киҫкен тормай. Ауылдарҙа иһә ошо ваҡытта аҫаба ерҙәребеҙҙе һаҡлап ҡалмаһаҡ, улар яйлап ҡына ситтәр ҡулына күсәсәк. Ерҙе ҡуртымға алыусылар ҙа урындағы халыҡ мәнфәғәтен уйламай. Әгәр көтөүлектәрҙе, сабынлыҡтарҙы кемдер алһа, ҡуртым ваҡыты - 49 йыл - үткәнсе, унда берәү ҙә инә лә алмаясаҡ. Республикала йәшәүсе башҡа халыҡтар өсөн, бәлки, был бик мөһим түгелдер, әммә, тарихтан белеүебеҙсә, ғүмер буйы тыуған ере, тыуған тупрағы тип йәнен фиҙа ҡылған ата-олатайҙарыбыҙҙың аманатын үтәйбеҙ, тиһәк, беҙҙең, башҡорттар өсөн, мәсьәлә үтә лә етди.
Ш. Ишҡолова: Республикала Территориаль йәмәғәт үҙидаралыҡтарын үҫтереү өсөн башҡа төбәктәрҙәге кеүек программа булырға тейеш. Шулай булғанда, эшләүе еңелләшер ине. Мәҫәлән, Ульяновск өлкәһендә ТЙҮ рәйестәренә эш хаҡы түләнә, үткәрелгән сараларға финанс ярҙамы күрһәтелә. Был бик мөһим, тип уйлайым, сөнки документтар менән эшләү өсөн ҡағыҙ ҙа, буяу ҙа, башҡаһы ла кәрәк. Был, бәлки, эш хаҡы ла түгелдер, ә канцелярия сығымдарын ҡаплауҙың бер ысулылыр.

Республикала һәр ойошманың тигәндәй үҙ ассоциацияһы бар, бәлки, Территориаль йәмәғәт үҙидаралыҡтары ассоциацияһын булдырыу мәле еткәндер? ТЙҮ ойошторорға теләүселәр, эшләүселәр шунда килеп консультациялар алыр ине - кәңәш ҡорор урын булырға тейештер бит?

А. Исхаҡов: Был хаҡта һөйләшеүҙәр булды, эшләргә кәрәк, әлбиттә, әммә әлеге ваҡытта ул ойошма сығымдар талап иткәнлектән, был инициатива ғына булып ҡала. Йәиһә, быны финанслауҙың ниндәйҙер варианттарын ҡарап, күҙаллап, маҡсатҡа ярашлы алып барырға кәрәк. Бында барыбер ҙә бюджетҡа нигеҙләнгән программамы, нимәлер булырға тейеш. Йәки "аҫтағыларҙың" нығыраҡ әүҙемләшеүе кәрәк. Әммә был инде оҙаҡҡа һуҙыласаҡ оҙайлы юл. Шуға күрә, башҡа төбәктәрҙәге кеүек, Территориаль йәмәғәт үҙидаралыҡтарына ярҙам итеү үҙәктәре ойоштороу ваҡыты еткәндер. Төрлө төбәктәрҙә ассоциация, ТЙҮ-гә ярҙам итеүҙең ресурс үҙәктәре, фондтар бар икәне мәғлүм. Улар тап ошо маҡсаттан ойошторолған да инде. Уларҙа семинарҙар уҙғарыла, ҡайһы бер урындарҙа үҙәкләштерелгән бухгалтерия алып барыла. Уйлап ҡараһаң, әгәр ауыл халҡының 70 процентын пенсионерҙар тәшкил итә икән, кем бухгалтерия эше менән булып ултырһын инде. Ә бюджет аҡса бүлде икән, уның һәр бер тине өсөн яуап бирергә кәрәк. Әгәр бер тинең тулмаһа ла, был хоҡуҡ боҙоу булып тора. Үҙидаралыҡтар ойошторған хәлдә лә кешеләр ошо эштәрҙе шунда уҡ үҙҙәре алып бара алмаясаҡ, шуға күрә ярҙам итеү үҙәгеме, нимәлер ойоштороу буйынса, әлбиттә, республика етәкселегенең ҡарары булырға тейеш.
Ш. Ишҡолова: Бында тәжрибәле юристарҙың эшләүе бик мөһим. Мәҫәлән, белемем булһа ла, юриспруденция буйынса үҙемде көслөмөн тип әйтә алмайым. Закондың һәр һөйләмен нөктәһенә тиклем аңлау өсөн ошо өлкәләге тәжрибәле белгес булыу кәрәк. Ойоштороласаҡ ассоциацияла тәжрибәле юрист булыуы, әлбиттә, мотлаҡ. Сөнки яңы башлаған эштә бик күп юридик һорауҙар тыуасаҡ бит.

ӘЙТКӘНДӘЙ...
Съезда күберәген ҡалаларҙағы ойошмалар тураһында һүҙ барһа ла, наградланыусыларҙың күпселеге ауылдыҡылар була. Шул иҫәптән, Башҡортостандағы тәүге ойошмаларҙың береһе генә түгел, ә уңышлы эшләүсе Ишембай районының Смаҡай Территориаль йәмғиәт үҙидаралығы рәйесе Әнүәр Шәңгәрәевҡа "ТЙҮ хәрәкәте отличнигы" исеме бирелә. Был инде беҙҙә лә матур өлгөләр булыуын, бары тик шуға тиңләшеү һәм шундай уҡ кимәлгә ынтылыу өсөн ТЙҮ ойоштороусыларға киләсәккә маҡсат булып тора.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.03.16 | Ҡаралған: 1359

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru