Башҡорт ғаиләләрендә элек-электән килгән йолаға ярашлы, беҙ, дүрт бер туған, форсат сыҡҡан һайын бергә йыйылып, аралашып йәшәйбеҙ. Балаларыбыҙ ҙа бер-береһен танып, бер-береһенә таяныс, ярҙамсы булып үҫеп килә.
Бергә йыйылғанда мотлаҡ мул итеп табын әҙерләйбеҙ. Был эштән бер генә ғаилә ағзаһы ла ситтә ҡалмай, һәр кем нимәгә һәләте бар - шул эшкә егелә. Ғәҙәттә, миңә өҫтәлгә матур итеп һауыт-һаба теҙеү эше йөкмәтелә. Өлкән апайым аш бешерә. Әйтергә кәрәк, башҡорт аштары беҙҙең табындың иң төп ризығы. Аштың һурпаһы тәмле килеп сыҡһын өсөн бер нисә төрлө, мәҫәлән, һыйыр, йылҡы һәм ҡаҙ иттәрен ҡушып бешерәбеҙ. Ашты мотлаҡ ҡоротлап эсәбеҙ, шуға үҙебеҙ эшләгән ҡорот һәр ваҡыт ҡул аҫтында. Бындай һурпа бик файҙалы, ҡышҡы һыуыҡта өшөтмәй, яҙғы осорҙа организмды витаминдар ҡытлығынан һаҡлай.
Аштан һуң табынға духовкала бешерелгән ҡаҙҙы килтерәбеҙ. Был да бергә йыйылғанда беҙҙең табынға мотлаҡ ҡуйыла торған аштарҙың береһе. Десертҡа ла үҙебеҙсә, башҡортса тәмлекәстәр әҙерләйбеҙ. Апайымдың иҫ киткес тәмле итеп әҙерләнгән ҡарағат, еләк, алма ҡағын барыбыҙ ҙа яратабыҙ. Ҡыҙыл эремсек тултырылған алмалар, талҡан, ҡыҙыл ҡарағат һәм абрикостан әҙерләнгән мармелад, сейәле май ҙа төп десерт беҙҙең табында.
Бер байрам табынын да ҡаҙы, ҡаҙылыҡ, тултырмаһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Элек өләсәйем был аштарҙы шул тиклем оҫта бешерә торғайны, беҙ инде йышыраҡ һатыуҙағы продукцияны файҙаланабыҙ. Ә бына тултырманы үҙебеҙ эшләйбеҙ. Миңә бауыр һәм дөгө ярмаһы ҡушылған тултырма оҡшай. Элек өләсәйем һуйған саҡта малдың ҡанын алып ҡалып, шуны ла тултырмаға тултыра торғайны. Ул шул тиклем тәмле, үҙенсәлекле, йомшаҡ килеп сыға, тәме һаман да тел осонда торған кеүек. Әммә был рәүешле әҙерләнгән тултырманы хәҙер ашағаным юҡ, үҙем эшләп ҡарарға форсат табылмай. Беҙҙең Учалы районы ауылдарында ла ҡан ҡушып бешерелгән тултырма осратҡаным юҡ. Уйлап ҡараһаң, башҡорт халҡы мал һуйғанда уның бер генә өлөшөн дә әрәм итмәгән, һәр өлөшөнән тәмле, файҙалы ризыҡ әҙерләгән.
Табындың муллығы хужабикәнең уңғанлығынан, һаҡсыллығынан торһа, уның йәме - самауырҙа. Күмәкләп йыйылғанда самауыр ҡайнатып, оҙаҡ ҡына ултырып сәй эсергә яратабыҙ. Шуға күрә, хуш еҫле, тәмле сәй эшләүгә лә оло иғтибар бүләбеҙ. Ғәҙәттә, беҙ мәтрүшкәле сәй эсәбеҙ. Шулай уҡ сейә, ҡарағат япраҡтары ла ҡушыла. Йәшел сәй тип, ҡытайҙарҙың сәйен эскәнсе, үҙ ҡулдарыбыҙ менән йыйып, әҙерләп алған һәм күпкә шифалыраҡ үлән сәйҙәрен эсергә була бит. Мәтрүшкә, ҡарағат һәм сейә япраҡтары һалып ҡайнатылған сәй һыуынғас та тәмһеҙләнмәй, һыуһын ҡандырыуға шәп. Ҡоймаҡ, сәк-сәк, йыуаса, ҡош теле кеүек тәмлекәстәргә, бал һәм йәй тәмен йыйған төрлө емеш-еләк ҡайнатмаларына ҡушып сәй эсеүе үҙе бер ғүмер.
Эштән буш саҡта улым менән иремде ҡала халҡы өсөн онотолоп барған башҡорт аш-һыуҙарын яраштырып һыйлап алам. Шуға күрә, һуғым малының баш-тояғын, эсәк-ҡарынын бер ваҡытта ла ташлатмайым. Береһенән ҡойҡа, икенсеһенән тәмле бөйөрөктәр бешерәм. Әҙләп һәм һирәк бешерелгән затлы ризыҡтар танһыҡ була, һә тигәнсе тәмләп ашап бөтөрәбеҙ. Ғөмүмән, балалар ҡамыр аштарын бик ярата, уларға ваҡ бәлеш, өсбосмаҡ, гөбәҙиә, төрлө күмәстәр оҡшай. Мин, ғәҙәттә, ваҡ бәлеш, өсбосмаҡ йә гөбәҙиә эшләп, бешерелмәгән көйөнсә туңдырғысҡа һалып ҡуям. Был рәүешле уларҙы бер ай һаҡларға була. Ҡапыл ҡунаҡ килеп төшһә йәки бик ашығыс ваҡытта уларҙы һыуытҡыстан сығарып, бүлмә температураһында 10-15 минут иретеп алып, духовкаға ҡуйып бешереп алаһың.
Хәҙерге заманда, байрам табынына әллә ниндәй затлы, йәнең теләгән сит ил ризыҡтары әҙерләргә, һатып алырға була. Күптәр шулай итә лә, йәғни оҙаҡ ваҡыт талап итмәгән, еңел генә әҙерләнә торған ашамлыҡтар бешереүгә, салат-фәләнгә өҫтөнлөк бирә. Шулай ҙа байрам көндәрендә үҙебеҙҙең башҡорт милли аш-һыуҙарын бешереп, яҡындарыбыҙҙың күңелен күреү ҡалай матур күренеш. Ни тиһәң дә, ҡорһағыбыҙ ғына түгел, йәнебеҙ ҙә тартыла бит үҙ ризыҡтарыбыҙға.
Рита АБДРАХМАНОВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА