«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Баҡса туҡландырып ҡына ҡалмай, хеҙмәт мәктәбе лә, күңелгә ял, ҡәнәғәтлек тә бирә, тиһегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АТАЙЫМДЫҢ ИСЕМЕН ХӘБӘРҺЕҘ ЮҒАЛҒАНДАР ИСЕМЛЕГЕНӘН АЛДЫРҘЫМ
+  - 

Беҙ, күп кенә һуғыш йылдары балалары, атайһыҙ үҫтек. Ҡайһыларыбыҙ атайҙарының төҫтәрен дә белмәне. "Атай" һүҙен әйтеүгә тилмереп, бына 80 йәшкә лә килеп еткәнбеҙ. "Үлемһеҙ полк"таштар рәтендә атайымдың портретын тотоп атлағанда: "Атай, мин һине онотманым. Мин һинең бәләкәй ҡыҙың. Һин минең йөрәгемдә генә..."- тип илай-илай атланым...

Атайым Шәмсетдинов Ғизетдин Шәрәфетдин улы һуғышҡа 1942 йылдың 18 июлендә алына. Миңә ул ваҡытта 5 йәш кенә булған. Фронттан хаттар ғәрәп хәрефтәре менән яҙыла ине. Атайым мәҙрәсәлә белем алған булған, өйҙә уның Ҡөрьән-Кәриме лә һаҡланды. Инәйем ғәрәпсә уҡый белмәй, хатты тотоп, муллаға йүгерә, яуапты ла унан яҙҙыра. Атайым һуғышып йөрөгән ерҙәрен һүрәткә төшөрөп ебәрә. Йырҙар ҙа яҙа, инәйем уларҙы тиҙ генә ятлап ала ла, көйгә һалып, йырлап йөрөй, миңә лә өйрәтә. Инәйем, атайың йыр-музыка яратты, ауылға әртистәр килһә, уларҙы сәйгә алып ҡайтып, скрипкаларын, йырҙарын тыңлап ултырырға яратты, тип һөйләй торғайны.
Күпмелер ваҡыттан һуң беҙгә ҡара ҡағыҙ килде. Инәйем үкһеп-үкһеп иланы, ағайым менән мин дә уға ҡушылдыҡ. Атайым хаҡында беҙ шул "пахарунка"нан башҡа нәмә белмәнек. Уның ҡайҙа, нисек үлгәне, ниндәй ерҙә ерләнгәне тураһында мәғлүмәт булманы. Ул хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә булды.
1960 йылдарҙа мин атайымдың һуғыш юлдарын белеү өсөн эҙләнеүҙәр башланым. Ҡырмыҫҡалы районы Ҡабаҡ ауылының һуғышта һәләк булғандар исемлегендә уның исеме юҡ ине. Ауыл хакимиәте миңә аныҡ ҡына яуап бирмәне. Район военкоматы һуғыш ваҡытында инәйемә "1944 йылда Украинаның Харьков өлкәһендә һәләк булды" тигән ҡара ҡағыҙ тотторған була. Ә "Хәтер китабы"нда "Хәбәрһеҙ юғалды" тигән яҙыу теркәлә. Төрлө инстанцияларға ҡат-ҡат мөрәжәғәт итеп тә, бер эш тә сыҡмағас, Бөйөк Еңеүҙең 60 йыллығын ҡаршылағанда сәмләнеп китеп ныҡлы эҙләнеүгә тотондом. Төрлө ерҙәргә хаттар яҙа башланым. Ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итмәнем мин! Украинаны ла ҡалдырманым. Ахырҙа, миңә Украина Ветерандар ойошмаһы советы рәйесе генерал-майор П.С. Цыбенконан яуап килеп төштө. "Эҙләйбеҙ, әлегә таба алмайбыҙ", тиелгәйне унда. Шулай ҙа атайым табылғандай булып ҡыуандым.
Рәсәй Миноборонаһының Үҙәк архивына запрос ебәрҙем, унан беҙҙең Ҡабаҡ ауылында йәшәгән һәм үлгән кешеләрҙең исемлек теҙмәһен һалғандар. Унда ла атайымдың фамилияһы эргәһендә "Хәбәрһеҙ юғалған" билдәһе тора. Ҡаңғыра торғас, Киевтың Житомир районындағы "Государственная межведомственная комиссия"ға барып юлыҡтым. Был ойошма һуғышта һәләк булғандарҙы һәм юғалғандарҙы эҙләй икән. Рәсәйҙең Үҙәк архивы, "Украина менән аралар яҡшы түгел" тип, унда хат яҙыуҙан баш тартты. Хатты үҙем төҙөнөм. Ил-ара хәлдәрҙе күҙҙә тотоп, Башҡортостандың һуғыш йылдарында нисек итеп украин халҡын һыйындырғанын, балаларын ашатып йәшәткәнен, завод-фабрикаларының беҙгә күсеп эшләгәнен теҙеп яҙҙым. Украина Фәндәр академияһының, Яҙыусылар ойошмаһының һуғыш бөткәнсе беҙҙә йәшәүен әйттем. Башҡорттоң ипле, ярҙамсыл, кешелекле халыҡ булыуын тасуирланым. Күп тә үтмәй, миңә матур открытка менән яуап килеп төштө. Житомир районының Большая Гомельша ауылы хакимиәте мемориаль таҡтаһында атайымдың исеме яҙып ҡуйылған! Атайым 46-сы армияла (223-сө уҡсылар дивизияһы, 1037-се полк) стрелок булып хеҙмәт итеп, 1943 йылдың 4 сентябрендә ауыр яранан санитар батальонында һәләк булған. Уны шул Большая Гомельша ауылы яланында күмгәндәр.
Икенсе хатты Большая Гомельша ауылы хакимиәте рәйесе яҙҙы. Атайымдың исеме фашистар менән алыштарҙа ауылды һаҡлаған һуғышсылар исемлегендә булған икән. Таҡтаташтағы исеменең фотоһын төшөрөп ебәргән.
Шулай итеп, мин атайымдың ил өсөн баш һалыуын асыҡланым. Өҫтөмдән оло йөк төшкәндәй булды. Был михнәттәр тиҫтәгә яҡын йылдарҙы алды. Үҙ районыбыҙҙа ла исемлектәргә индертеп ҡуйҙым, китапҡа яҙҙырттым. Тик мин быларҙы әллә күпме күҙ-йәш ағыҙып, кәмһенеп, ныҡышып йөрөп башҡарҙым. Баҡтиһәң, беҙҙә был эштәр менән ихласлап шөғөлләнгән бер ойошма ла юҡ икән. Хакимиәт - военкоматҡа, военкомат - архивҡа, архив тағы әллә ҡайҙарға тоҫҡап сығара ла ебәрә. Бик үкенесле, әлбиттә. Әгәр тейешле ойошмалар был мәсьәләгә яуаплыраҡ ҡараһа, иле, халҡы тарихына битараф булмаһа, әллә күпме шулай хәбәрһеҙ юғалыусыларҙың исемдәре ҡайтарылыр ине...

М. ЯМАЛОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.05.16 | Ҡаралған: 1386

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл етте: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башлана. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө" гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.

Мөхәрририәт.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru