«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИЗГЕ ҒӘМӘЛДӘР ХИСАПҺЫҘ ТАПҠЫРҒА АРТТЫРЫЛҒАН АЙ
+  - 

Сираттағы Рамаҙан айы аҙағына яҡынлаша. Изге көндәр, сәхәрҙәр, ураҙалар, ифтарҙар, тәрәүихтар артта ҡала. Был Рамаҙандың мөбәрәк көндәре үткәргән ғүмеребеҙҙең шаһиты булып, хисап дәфтәрендә сағылыш табасаҡ. Кемдәрҙер Аллаһы Тәғәләнең ярҙамы менән гонаһтары ярлыҡауына, йәннәтте яҡынайтыуға, Аллаһы Тәғәләнең рәхмәтенә өлгәшһә, икенсе берәүҙәр сикһеҙ мөмкинлектәргә эйә булған ошо ваҡыт арауығында буш ҡул менән сыға, ә өсөнсөләр, киреһенсә, ахирәт хәлдәрен ҡатмарлаштыра ғына. Беҙҙе тәүгеләрҙән булырға насип ит, йә, Раббым!

Хәҙистәрҙә бәйән ителеүенсә, сәхәбәләр ошо изге ай үткәндән һуң ярты йыл тирәһе, ураҙалары ҡабул булыуын теләп, доғаларҙа булғандар. Ә һуңынан Аллаһы Тәғәләнән киләһе Рамаҙанға тиклем ғүмер биреүен һорағандар. Кеше Рамаҙандың ниндәй ҙур мәғәнәгә эйә булыуын белһә, уның йыл буйы дауам ителеүен теләр ине, тип әйтелә икенсе бер хәҙистә. Ысынлап та, изге ғәмәлдәр хисапһыҙ тапҡырға арттырылған тағы ниндәй ваҡыт бар икән? Шуға күрә, Рамаҙандан да бөйөгөрәк ай юҡ. Аллаға шөкөр, беҙ насар йәшәмәйбеҙ, донъяның бәғзе тарафтарында ауыҙ сылатырға бер йотом һыу, ашҡаҙанды алдарға бер тәғәм ризыҡ булмаған төбәктәр бар. Кем өсөндөр ифтарҙарҙа бирелгән ябай хөрмә лә - оло бүләк. Бөгөнгө заманда йәшәгән дин ғалимынан: "Остаз, сәхәрһеҙ һәм ифтарһыҙ тотолған ураҙалар ҡабул буламы?" - тип һорағандар, ғалим, йәштәрен тыя алмайынса, илап ебәргән. Эйе, һуғыш, ҡоролоҡ, аслыҡ бер мөлкәтһеҙ, фәҡирлек хәлендә ҡалдырған хәлдә лә ҡәлебтәрендә имандарын юғалтмағандар бар Ер йөҙөндә. Ана шул иман уларға күҙ алдына килтереп булмаған ауырлыҡтарҙы ла лайыҡлы үтергә сабырлыҡ бирә.
Ураҙа - ул тәрбиә мәктәбе, нәфсебеҙҙе теҙгенләп, фәрештә башланғысыбыҙҙы көсәйтергә мөмкинлек биргән изге ғәмәл. Рамаҙан айы иһә, мосолмандарҙың бер өммәт булыуын хәтергә төшөрөп, низағтарҙы кәметеүгә, берләшеүгә булышлыҡ иткән ай. Шуға ла, фәрештәләр мөъминдәргә доғала булған кеүек, беҙ ҙә доғаларыбыҙҙа ғына булһа ла ыҙа күргән дин ҡәрҙәштәребеҙҙе иҫкә алайыҡ. Шулай уҡ, үҙебеҙҙең яҡын тирәлә булған мохтаждарҙы ла онотмайыҡ. Аллаға шөкөр, социаль әһәмиәткә эйә булған ғәмәлдәр: зәкәт һәм фытыр саҙаҡаһы түләү ҙә ошо айға тура килә.
Фытыр саҙаҡа. Хәҙистәрҙең береһендә: "Ураҙа ер менән күк араһында эленеп тора. Фытыр саҙаҡаһын түләгәндән һуң ғына Аллаһы Тәғәләгә еткерелә", - тип әйтелә. Фытыр саҙаҡаһын Рамаҙан айы башланған беренсе көнөнән алып, байрам намаҙына тиклем (быйыл 4 июль Рамаҙан айының һуңғы көнө, байрам, йәки ғәйет намаҙы 5 июль иртән уҡыласаҡ) арауыҡта түләргә кәрәк. Байрам көнө башланғандан алып байрам намаҙына тиклемге ваҡытта ул мотлаҡҡа әйләнә. Байрам намаҙынан һуң ул ябай саҙаҡа булып ҡына ҡала, фытыр саҙаҡаһы өсөн бирелгән бәрәкәтен, ҡиммәтен юғалта. Бәйғәмбәребеҙ әйтә: "Кем намаҙға тиклем (байрам намаҙы) фытыр саҙаҡаһын бирә, уның саҙаҡаһы ҡабул ителә, намаҙҙан һуң бирелгәне иһә, саҙаҡаларҙың бер төрө булып ҡына ҡала". Һис шикһеҙ, бөтә төр саҙаҡалар ҙа Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһында маҡтаулы, әммә Ул, Рамаҙан айын башҡа айҙарҙан күтәргән кеүек үк, фытыр саҙаҡаһын да башҡа саҙаҡаларҙан күтәргән.
Шулай уҡ фытыр саҙаҡаһы ураҙа ваҡытында ебәрелгән етешһеҙлектәрҙе тултырыусы ла. Сөнки бер кем дә тулы ышаныс менән ураҙаны урынына еткереп тотоуы һәм уның ҡабул булыуы тураһында әйтә алмай. Ана шул кәмселектәр, хаталар фытыр саҙаҡа менән юйыла ла инде. Ләкин иң мөһиме, фытыр саҙаҡаһын биреү - ул намаҙ, ураҙа, хаж, зәкәт кеүек ғибәҙәт. Шуға ла фәҡирҙәргә, юлсыларға, башҡа төр мохтаждарға, дини һәм донъяуи уҡыу йорттарында уҡыған талиптарға, уҡыусыларға ярҙам күрһәтеп, был ғибәҙәтте урынына еткереп атҡарып ҡалырға тырышырға кәрәк. Фытыр саҙаҡаһы ирекле, бурысы булмаған һәм мохтаждар исемлегенә инмәгән бар мосолмандарға үәджиб, йәғни фарызға, мотлаҡҡа яҡын. Тормош иптәшенә, балаларға, ейәндәргә бирергә ярамай. Фытыр саҙаҡаһы аша мөъмин ураҙаһын еренә еткерә, ураҙа аша иманын камиллаштыра. Камил иман менән мәңгелек хозурлыҡҡа өлгәшә.
Башҡортостан Республикаһы Мосолмандары диниә назараты биргән фәтүәгә ярашлы, 2016 йылда фытыр саҙаҡаһы нисбәте урта хәллеләрҙән түбән булғандар өсөн - 50 һум, урта хәллеләргә - 150 һум, хәллеләргә 250 һум тәшкил итә. Фытыр саҙаҡаһы, ураҙа тотоу, тотмауға ҡарамаҫтан, һәр бер ғаилә ағзаһы иҫәбенән түләнә. Ауырып, ауырлы булып, ныҡ ҡартайыу сәбәпле ураҙа тота алмағандарға фидиәнең, йәки ҡотолоу саҙаҡаһының нисбәте көнөнә 150 һум, йәки бер Рамаҙанға 4350 һум.
Зәҡәт. Шулай уҡ Рамаҙан айында тағы бер фарыз ғәмәл - зәкәт үтәлә, бирелә, билдәләнә. Билдәле булыуынса, зәҡәт исламдың биш терәгенең береһе булып тора һәм ул йылына бер тапҡыр ярҙамға мохтаж кешеләр файҙаһына бирелергә тейешле. Зәҡәт Ҡөрьән Кәримдә намаҙ кеүек үк 27 тапҡыр иҫкә алына. Зәҡәт һүҙе ғәрәп телендә "таҙарыныу", "үҫеү" тигәнде аңлата. Кем дә кем зәҡәт түләргә тейешле кешеләр исемлегенә инә тороп та, мөмкинлеге булыуға ҡарамаҫтан, уны түләмәй, Ҡиәмәт көнөндә оло ғазаптарға дусар ителәсәк.
Быйыл зәҡәт, беҙҙең мөфтиәт фәтүәһенә ярашлы, таҙа килеме (йәшәүгә еткән барлыҡ сығымдарҙан һуң ҡалған сумма) 225 мең һум булғандан алып бирелә башлай. Килемдең 1/40 өлөшөн, йәки 2,5 процентты тәшкил итә. Әйтелгән сумманан 5625 һум зәҡәт түләнә.

Арыҫлан ИСКӘНДӘРОВ әҙерләне.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.07.16 | Ҡаралған: 1194

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru