«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХАЛЫҠ УЛЫ БУЛЫУЫН ҺҮҘ МЕНӘН ТҮГЕЛ, ЭШ МЕНӘН ДӘЛИЛЛӘНЕ
+  - 

Башҡорт халҡының, ырыуҙарының һәм уларҙың үҫешенең тарихын төплө һәм фактик рәүештә өйрәнеүсе, уларҙы халыҡҡа еткереүсе, баҫмалар ижад итеүсе ғалимдарыбыҙ, тарихсыларыбыҙ күп түгел. Улар алтын бәрәбәренә булып, киләсәктә милләт хәтерен һынландырыр китаптары ла ҡәҙерләп һаҡлана. Шундай шәхестәребеҙҙең береһе Йәдкәр Әхәт улы Бәшировтың "Урал һәм Волга буйы халыҡтары тарихына яңы ҡараш" тигән тикшеренеү хеҙмәте тарихтың ҡайһы бер биттәренә яңы ҡараш, яңы фекер тыуҙырҙы. Баҫманы өйрәнгәндән һуң, ҡайһы бер ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы уның үҙенә лә бирҙек.

Тарихи мәғлүмәттәр, боронғо яҙмалар башҡорт менталитетын нисек анализлай? Улар бөгөнгө ҡылыҡһырлауҙарға тура киләме?

- Доктор Н.П. Никольский башҡорттарҙың тормошон күп йылдар өйрәнгәндән һуң, шундай һығымтаға килгән: "Башҡорт халҡының тормошо ауыр шарттарҙа булыуға ҡарамаҫтан, ул үҙенең физик үҫеше буйынса юғала барыусы булып иҫәпләнмәй. Был халыҡтың үҫешеү өсөн ҙур көсө бар, аң үҫеше буйынса ла улар Рәсәйҙә башҡа халыҡтарҙан бик юғары тора". Ҡайһы бер ғалимдар башҡорт кешеһенең характер асылына, уның үҫеш тәбиғәтенә, фекерләү образы диалектикаһына, башҡалар менән мөнәсәбәткә инеү, азатлыҡҡа ынтылыу үҙенсәлегенә төшөнмәйенсә ифрат хаталана. Ысын башҡорт үҙенең позицияһында ныҡ тора, уны үҙ инаныуынан дүндереүе, икенсегә ышандырыуы бик ауыр. Был - башҡорттоң тарихи үҫеше һуҙымында тормош тәбиғәте менән барлыҡҡа килгән холоҡ-фиғеле. Башҡорт кешеһе башҡалар менән мөнәсәбәтендә лә тотороҡло, һәр ваҡыт кешегә ярҙамға килергә әҙер тора, һәр ваҡыт азатлыҡҡа, яңғыҙ ҡалырға ынтыла.
Башҡорттар һәр ваҡыт этник яҡтан толерантлы булған, улар башҡаларҙы нисек бар, шулай ҡабул итеп, улар менән килешеп йәшәгән. Башҡорттарҙың быуаттар буйына формалашҡан ҡанундарын ситтән килеүсе ҡәбиләләр тейешле кимәлдә, ихтирам менән ҡабул иткән, уларҙы үтәгән. Бөгөн дә күҙәтелә ул ҡағиҙә. Мәҫәлән, Башҡортостандың Тәтешле районында йәшәүсе удмурттарҙың, сыуаштарҙың күбеһе башҡортса иркен һөйләшә, мәктәптә өйрәнә, ҡайһы берҙәре хатта башҡорт фамилияһын алған.
Башҡорт дәүләттәре меңәр йылдар һуҙымында Днепрҙан алып Енисейға тиклем ҙур территорияны тәшкил иткән. Бахши Имандың "Йәғәфәр тарихы" ошо хаҡта. Башҡорттарҙың башҡа халыҡтар менән мөнәсәбәт үҫешен анализлағанда уларҙың урыҫтар менән аралышыуында күп нәмәне юғалтыуын, шул уҡ ваҡытта күпте табыуын күҙалларға була. Шулай ҙа дала балалары булған башҡорттар был халыҡ менән аралашҡанда ла үҙҙәренә хас сифаттарын һаҡлап ҡала алған. Был сифаттарға уларҙың киң күңеллелеген, ҡунаҡсыллығын, алсаҡлығын, характер йомшаҡлығын килтерергә мөмкин булыр ине. Башҡорттар араһында оҙаҡ йәшәгән доктор Михайлов уларҙың яҡшы сифаттары хаҡында яҙа. "Башҡорт үҙ ҡатынына йомшаҡ мөғәмәлә итә, уға ҡул күтәрмәй, ыҙалатмай тиерлек, киреһенсә, яйы сыҡҡанда уға нимәлер, хатта ваҡ-төйәк әйбер бүләк итергә тырыша. Ҡатындарына ҡарата әхлаҡи яҡтан таҙа халыҡ. Шулай уҡ башҡорттар балаларын ныҡ ярата. Бигерәк тә малайҙарҙы аталары ныҡ иркәләй, әммә улары нимәне эшләргә ярамағанлығын яҡшы белә. Башҡорттар яҡын туғандары үлеп, балалары етем ҡалһа, бер ваҡытта ла уларҙы сит ғаиләгә бирмәй. Башҡорттар араһында оло ғауғалар, уҫмаҡлашыуҙар, йөҙ йыртыуҙар булмай. Әгәр ҙә була ҡалһа, уларҙың низағын мулла хәл итә, мулланың һүҙен ике яҡ та тайпылышһыҙ үтәй".

Боронғо башҡорттарҙа мәғдәнселектең булыу-булмауы хаҡындағы фекерҙәр араһында ла бәхәс тыуып ҡына тора...

- Р. Кузеев үҙенең "Башҡорт халҡының тарихы" хеҙмәтендә башҡорттарҙы күсмә халыҡ тип атап, уларҙың мәғдәнселек шөғөлө, рудниктары һәм сеймал эшкәртеү заводтары булыуы, "Урал батыр" эпосында телгә алынған булат ҡоросто уйлап табыуы хаҡындағы мәғлүмәттәрҙе яҙмай ҡалдыра. Башҡорт этносы VII - VIII быуаттарҙағы көньяҡ Уралда Бахмут, Турбаслы мәҙәниәттәре һәм Ҡараяҡуп ҡәбиләләренең туранан-тура вариҫтары. IX-X (XII) быуаттарҙа йәшәүсе ғәрәп ғалимдарына билдәле булғанса, көньяҡ Уралды башҡорттарҙың 400-ләгән ҡалалары һәм ҡәлғәләре ҡаплап алған. Башҡорттарҙа мәғдәнселектең үҫешкән булыуы тураһында мәғлүмәттәр бик күп.
1867 йылда Санкт-Петербургта "Боронғо Башҡорт иленең үҙәге тураһында" тигән тарихи яҙма донъя күреп, унда башҡорттар йәшәгән ерҙәрҙәге заводтар хаҡында яҙыла. Мәҫәлән, 1734 йылда ике завод һалына, 1741 йылда Демидовтар һатып алған Суҡсын заводтары һәм башҡорт мәғдәнселәренең башҡа заводтары эшләгән.

Тарихи яҙмаларҙы башҡорттарҙы "ҡырғыҙ" атамаһы менән дә бирәләр. Был нимәнән килә? Ҡырғыҙҙарға ниндәй бәйләнеше бар беҙҙең халыҡтың?

- Тарихсылар, шул иҫәптән Бахши Иман башҡорттарҙы ҡырғыҙ тип атай. Сығатай ҡыпсаҡтарын да ҡырғыҙ тип атағандар. Болғарҙар ҡыпсаҡтарҙың барыһын да ҡырғыҙ тип йөрөткән. Беҙҙең көнгә тиклем килеп еткән шәжәрәгә ярашлы, ҡырғыҙ ырыуы башлығы Ҡороҡот ата булған... Уның улы Әхмәт бей, шунан - Мөхәммәт бей, шунан - Янба бей, шунан - ҡушыҡ бей. Ҡушыҡ бей Ағиҙел йылғаһы буйындағы Татыш күле янында Иҫке Ҡырғыҙ ауылында көн итеп, Аҡ батшаға баш эйгән...
Башҡортостан Республикаһында "ҡырғыҙ" атамаһы менән йөрөгән урындар бик күп. Мәҫәлән, ҡырғыҙ йылғаһы, Ҡырғыҙ ауылы, Ҡырғыҙ-Миәкә район үҙәге, шулай уҡ меңлеләр, әйлеләр, табын һәм кесе табын ырыуҙарында "ҡырғыҙ" атамаһы бар. Ҡырғыҙ ырыуы башҡорттары Сөн йылғаһы буйында ғына элек ҡырғыҙ улысына - хәҙер Илеш районына ҡараған Иҫке Ҡырғыҙ, Яңы Ҡырғыҙ һ.б. ауылдарға нигеҙ һалған.
Ҡырғыҙ ырыуы башҡорттары төрки ҡәбиләләргә ҡараған. Уларҙың ата-бабалары - Енисей ҡырғыҙҙары Енисейҙан Һырдаръяға күсеп, уғыҙҙарҙың конфедерацияһына ингән. XII-XIII быуаттарҙа улар ҡыпсаҡтар менән бергә көньяҡ Уралға килеп, башҡорт халҡын формалаштырыуҙа ҡатнаша.
Күп кенә башҡорт ҡәбиләләрендә - нуғай бөрйәндәрендә, тамъяндарҙа, әйлеләрҙең төрөкмән ырыуында, шайтан-көҙөй ырыуында, кесе табындарҙа, ҡыуаҡандарҙың түбәләс ырыуында, меңлеләрҙең ҡонҡас, ҡыбау, ҡырҡ өйлөләр һ.б. "ҡырғыҙ" араһы бар.

Башҡорт ҡәбиләләренән иң аҙ өйрәнелгәндәре ҡайһылар? Беҙгә билдәле булмағандары бармы?

- Сабан ҡәбиләһе хаҡында мәғлүмәт бик аҙ. Бахши Иман яҙыуынса, Иҙел һәләк булғандан һуң, уның улдары араһында һуғыш башлана. Һаҡмарҙан Ғазан тауҙарына тиклем 80 көнлөк юл. Бында сабандарҙың тыуған иле, шуға күрә был түбә Сабандар түбәһе тип атала. Уның үҙәге - Ҡыуаҡбаш.
Сабандар - малсылыҡ менән шөғөлләнеүсе ҡәбилә булараҡ, малдары көтөүгә сыҡҡан мәлдә тәбиғәттең уяныу хөрмәтенә ат сабыштары, сабандарҙың бил көрәшен, ир-аттарҙың аяҡ тышап ярышыуын ойошторған. Сабандарҙың туйҙары, хәҙерге заман кешеләре әйткәнсә, бер нисек тә һабан менән бәйле түгел. Шулай итеп, Һабантуй байрамына сабандар нигеҙ һалған.

Һеҙ бына шундай ҡыҙыҡлы, хатта ҡайһы бер урындарҙа ышанып та етеп булмағандай асыштар яһайһығыҙ. Был һеҙҙең ошо хеҙмәт эсендә йәшәүегеҙҙе күрһәтә. Ә инде тарих менән бөгөнгөнө бәйләп ҡарағанда, нисек уйлайһығыҙ: тарихты өйрәнеү бөгөнгө милли проблемаларға йоғонто яһай аламы?

- Халҡымдың тарихи үткәне уның боронғо тамырҙарын ентекләберәк өйрәнеүгә килтерҙе. Тарих факттар менән үрелеп яҙылһа, оҙаҡ йәшәйәсәк. Һәр халыҡ үҙенең үткәнен ата-бабалары ҡалдырған мираҫҡа, документтарға таянып яҙа. Туған тел, мәҙәниәт, ғөрөф-ғәҙәттәр балаға әсә һөтө менән бирелә - был күренеш тарихлы халыҡтарҙа күҙәтелә. Беҙҙең илебеҙ күп милләтле булыуы менән үҙенсәлекле. Ошо халыҡтар гөлләмәһен һаҡлар өсөн уйланылған милли сәйәсәт һәм Рәсәйҙең милли идеяһы булырға тейеш. Тыуған илгә ҡарата һөйөү, патриотлыҡ тойғоларын тәрбиәләү өсөн, минеңсә, күп милләтле рәсәйҙәрҙең быуаттар дауамында әүәләнгән сәнғәтен, үҙ-ара мөнәсәбәттәрен яңынан тергеҙеп, тәрбиәләп, программаларға индереп, эҙмә-эҙлекле эш башларға кәрәк.

Тағы ла китабығыҙға әйләнеп ҡайтып, шуны белге килә: эҙләнеүҙәрегеҙ оҙаҡ барҙымы, ниндәй ауырлыҡтар булды?

- Башта әйтеүемсә, ауылым тураһында китап әҙерләгәндә бик күп материалдар ҡулланылмай ҡалғайны. Улар миңә башҡорт халҡының ни тиклем күп яҡлы мәҙәниәтле, тәрән тамырлы, ҙур ырыуҙарҙы берләштергән халыҡ икәнлеген асты. Республика тарихсыларының эштәре урта быуаттарҙан алда уҡ тарихта ханлыҡтарға ойошҡан башҡорт ырыуҙарының ролен сағылдыра. Сығанаҡтарҙа иҫкә алынған Сардын ханлығы айырым өйрәнеүҙе талап итә. Бахши Иман яҙып ҡалдырған мәғлүмәттәрҙән, Ҡол Ғәлиҙең "Хон китабы" яҙмаһынан Болғар дәүләтенә ингән башҡорттарҙың Аҡ Болғар Иле булыуы, Бөйөк Болғар илендә бөрйәндәрҙең роле асыҡланды. Төрлө дәүерҙәрҙә төҙөлгән карталарҙы өйрәнеп, Ҡол Ғәли яҙыуҙарын барлап, Бөйөк Башҡортостандың картаһын төҙөнөм. Был китап - ете-һигеҙ йыллыҡ хеҙмәтем емеше.
Халҡыбыҙҙың "Йән тартмаһа ла, ҡан тарта" тигән фәлсәфәүи бер әйтеме бар. Йәдкәр Бәшировтың халҡы өсөн һалған хеҙмәте лә ошо әйтем хәҡиҡәтелер. Ул милләтенең ысын улы булыуын һүҙ менән түгел, эше менән дәлилләне.

Миләүшә ХӘБИЛОВА әңгәмәләште.
(Аҙағы. Башы 27-се һанда).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.07.16 | Ҡаралған: 1179

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru