Торлаҡ төҙөү күләме буйынса уңышлы 10 төбәк иҫәбенә ингән эре ҡалалар өсөн "алданған өлөшсөләр" проблемаһы бөгөн дә көнүҙәк булып ҡала. Төҙөлөп ятҡан йортта фатир алырға ниәт итеп, мутлашыусылар ҡулына эләкмәҫ һәм алданыусылар исемлеген тулыландырмаҫ өсөн нимә белергә кәрәк?
Граждандарҙың аҡсаларын төҙөлөштә өлөшсө булараҡ килешеү нигеҙендә йәлеп иткән ойошмалар менән мөнәсәбәте 214-се Федераль закон ("Өлөшсө булараҡ төҙөлөштә ҡатнашыу тураһында..."), шулай уҡ "Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау тураһында" закон нигеҙендә көйләнә. Тәү сиратта төҙөүсе тураһындағы мәғлүмәтте анализларға кәрәк: компания төҙөлөш баҙарында нисә йыл эшләй, ниндәй объекттарҙы төҙөгән һәм ниндәй уңышҡа өлгәшкән. Был мәғлүмәттәр асыҡ сығанаҡтарҙа бар, шунда уҡ башҡаларҙың баһаламаһын да уҡырға мөмкин. Мотлаҡ рәүештә БР Арбитраж судының рәсми сайтына инегеҙ, унда аныҡ төҙөлөш компанияһы теге йәки был суд процесында ҡатнашамы-юҡмы, процестың характеры, уның банкротлығы тормошҡа ашырылмаймы икәнлеге тураһында мәғлүмәт алырға мөмкин. Аҡсаны төҙөлөштөң нуленсе циклында индерергә теләп, торлаҡты түбән хаҡҡа алыу мөмкинлеге тураһындағы ымһындырғыс рекламаға ышанмағыҙ.
Артабан төҙөлөш компанияһының аҡса йәлеп итеүҙең ниндәй ысулын һайлауына иғтибар итергә кәрәк. 214-се Федераль закондың 1-се статьяһына ярашлы, түбәндәге ысулдар билдәләнгән: өлөшсө булып ҡатнашыу тураһындағы килешеү нигеҙендә; торлаҡ сертификаттары эмитенты сығарыу юлы менән; был эш менән шөғөлләнеүсе кооперативтарҙың эшен көйләүсе федераль закондарға ярашлы, торлаҡ-төҙөлөшө һәм торлаҡ туплау кооперативтары аша. Башҡа ысулдарҙы закон тыя.
Әгәр һеҙгә инвестиция килешеүе төҙөргә тәҡдим итәләр икән, был һеҙҙе уйланырға мәжбүр итергә тейеш. Сөнки төҙөүсе ошо юл менән төҙөлгән килешеүгә закон талаптарын ҡағылдырмаҫҡа тырышыуы бик ихтимал. Бындай килешеү төҙөһәгеҙ, атап үтелгән Федераль закон буйынса гарантияларға (төҙөүсе килешеү шарттарын боҙған осраҡта, гражданға юғалтыуҙы кире ҡайтарыу буйынса махсус гарантиялар; боҙолған хоҡуҡтар һәм законлы ихтыяжды ҡәнәғәтләндереү өсөн законда ҡаралған ысулдарҙы тулыһынса файҙаланыу; властың вәкәләтле органдары тарафынан һөҙөмтәле ярҙам алыу) эйә булмайһығыҙ.
214-се Федераль закондың 4-се статьяһының 4-се өлөшөнә ярашлы, төҙөлөштә өлөшсө булып ҡатнашыу килешеүендә биш мотлаҡ пункт булырға тейеш. Беренсенән, унда төҙөүсе проект документацияһына ярашлы күп фатирлы йортто йәки күсемһеҙ милектең башҡа объектын сафҡа индереүгә рөхсәт алғандан һуң өлөшсөгә биреләсәк аныҡ объекттың билдәләмәһе яҙылырға тейеш. Икенсенән, документта төҙөүсенең төҙөлөштә ҡатнашыусы өлөшсөгә тейешле өлөштө тапшырыу ваҡыты тураһында мәғлүмәт булырға тейеш. Өсөнсөнән, килешеү хаҡы, уны түләү тәртибе һәм ваҡыты. Дүртенсенән, төҙөлөштәге өлөш объектына гарантия ваҡыты күрһәтелергә тейеш. Бишенсе пункт - төҙөүсенең килешеү буйынса ҡаралған бурыстарын үтәүҙе тәьмин итеү ысулдары. Ошо пункттарҙың береһе генә булмағанда ла килешеү төҙөлмәгән тип һанала. Бынан тыш, килешеүҙең Росреестрҙа теркәлеүе мотлаҡ.
Килешеү төҙөгәнгә тиклем төҙөүсенән төҙөлөшкә рөхсәт ҡағыҙын, шулай уҡ күп фатирлы йорт төҙөү өсөн алынған ер участкаһына милек йәки ҡуртым хоҡуғын раҫлаусы дәүләт теркәүе тураһында документ талап итергә, уның проект декларацияһы ҡайҙа баҫылып сығыуын белешергә кәрәк. Проект декларацияһы менән танышып сыҡҡандан һуң, объектты тулыһынса күҙаллай алаһығыҙ. Әгәр был документтар булмаһа, төҙөүсенең төҙөлөш өсөн аҡса йәлеп итергә хоҡуғы юҡ.
Быларҙан тыш, ул танышыу өсөн ойоштороу документтарын, дәүләт теркәүе тураһында танытма, һалым органында иҫәпкә ҡуйылыуы тураһында танытма, финанс-хужалыҡ эшмәкәрлеге тураһында отчет, раҫланған йыллыҡ отчет, бухгалтер балансы, аудитор һығымталары менән таныштырырға бурыслы. Был документтар менән танышыу уның финанс хәлен һәм уның менән килешеү төҙөү яраймы, юҡмы икәнен асыҡларға ярҙам итә.
Бары тик ошо нормалар үтәлгәндә генә һалынған аҡсаларығыҙ юғалмаҫына, ә инде төҙөлөш тамамланғандан һуң яңы фатирҙа өй туйлай алыуығыҙға гарантия буласаҡ. Әгәр төҙөлөштә өлөшсө булараҡ ҡатнашыуға бәйле һорауҙарығыҙ булһа, Өфө ҡала хакимиәтенең Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса бүлек белгестәренән (347) 235-99-45, 237-23-04, 263-01-26 телефондары буйынса йәки үҙегеҙ йәшәгән урында ҡабул итеүгә яҙылып, консультация ала алаһығыҙ.
Әйткәндәй, Өфөлә ышаныслы төҙөлөштәрҙең сайт-картаһы төҙөлдө. Стройкиуфы.рф порталында баш ҡалала төҙөлгән йорттар, шулай уҡ социаль һәм коммерция объекттары тураһында мәғлүмәттәр бар һәм улар даими яңыртыла. Унда заказсы, төҙөүсе һәм рөхсәт документтары булыуы хаҡында мәғлүмәттәр күрһәтелгән.
Өфө ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.
КИРЕ СЫҒЫРҒА