«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Баҡса туҡландырып ҡына ҡалмай, хеҙмәт мәктәбе лә, күңелгә ял, ҡәнәғәтлек тә бирә, тиһегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЫЙЫЛҒЫ ЙЫЛ БЫЛТЫРҒЫНЫ ҠАБАТЛАЙ, АХЫРЫ
+  - 

Һуңғы йылдарҙа тәбиғәт шарттарының ҡапыл үҙгәреп тороуына өйрәнеп бөттөк тиергә лә була. Элегерәк "Ҡыш арбаңды, йәй санаңды әҙерлә" тиһәләр, хәҙер иһә сана менән арбаның ҡайһы ваҡытта кәрәк булырын да алдан әйтеп булмай. Ҡыш уртаһында ямғыр ҡойоуына ла, йәйге селләлә боҙ яуып үтеүенә лә күнектек. Тәбиғәт менән бер тулҡында йәшәргә кәрәк икәнен белһәк тә, әллә үҙебеҙ шул тулҡынға көйләнә алмайбыҙ, әллә бар ҡанундарын боҙоп, үҙебеҙгә буйһондорорға маташҡан өсөн үпкәләгән тәбиғәт ирек бирмәй, аңламаҫһың.

Ата-бабаларыбыҙ элек-электән тәбиғәт менән килешеп йәшәгән, ундағы күренештәр буйынса күҙәтеүҙәр алып барған, һынамыштар йыйып, быуындан-быуынға тапшырған. Нәҡ ошо күҙәтеүҙәр буйынса йәшәйеш шарттарын көйләгәндәр, көтөлмәгән хәлдәргә әҙер торғандар. Ә бөгөн ошондай фараздар, һынамыштар тура киләме, тәбиғәт күренештәренә иғтибар итеүҙең файҙаһы бармы? Ошо хаҡта элек-электән үҙе өсөн фенолог күҙәтеүҙәре алып барған Әхмәт ағай Фазлетдинов менән әңгәмәләштек. - Элек күҙәтеүҙәр алып барыу, ниндәйҙер фараздар эшләү баҫыу, баҡса эштәренә тотоноп китеү, эште нисегерәк башларға кәрәклеген самалау өсөн дә кәрәк ине. Тәбиғәт ҡанундарына кешенең аяуһыҙ ҡыҫылыуы, заман техникаһының күбәйеүе был алымдарҙың боҙолоуына килтерҙе. Шуға күрә хәҙерге күҙәтеүҙәр ҙә әллә ни тура килмәй.
Минең фаразлауымса, йыл ауыр булмаҡсы. Япраҡ ҡойолоп бөтмәйенсә ҡар яуыуы бер йылға алдан фаразлау мөмкинлеге бирә. Ҡарағастың энәләре лә һаманғаса шул көйө ултыра, ә ул ҡайын япрағы менән бер ваҡытта ҡойолоп бөтөргә тейеш. Ҡарҙың ваҡытынан алда яуыуы насар билдә. Элек бит ағастар тулыһынса яланғасланғас, ер ныҡлап туңғас, үҙ ваҡытын белеп кенә ҡар яуа торғайны. Ноябрь май айына тура килә, ошо айҙан сығып, йәйҙең нисек килеүен самалай торғайныҡ. Ноябрҙең сатлама һыуыҡтары, килделе-киттеле һауа шарттары, урыны менән ямғыр йә ҡар яуыуы майҙа үҙен иҫләтәсәк әле, был ваҡытта ҡырау ҙа күп булыр. Иҫкесә декабрь башы, 14 декабргә, ныҡ һыуыҡ көнгә тура килде. Бынан сығып, май аҙағы, июнь башы, йәғни картуф ултыртҡан осор ҙа йылы булыр тип самалайым, тик был ваҡытта ҡырауҙан һаҡ булырға кәрәк. Көҙөн миләштең емеше бик әҙ булды, урыны менән бөтөнләй булманы ла, бынан сығып, ҡыш йылы булыр тип фаразларға мөмкин. Тәбиғәт бит барыһын да белеп эшләй. Ғәҙәттә, һыуыҡ ҡышта йәнлектәргә, ҡоштарға аҙыҡ табыуы ауыр булмаһын өсөн емеш тә күп кенә була. Йыл ауыр килгәс, һарыҡтар ҙа берәр генә бәрәс килтерә.
Ә бына ужым культуралары өсөн был йыл файҙалы булыр, ҡар ҙа сағыштырмаса күп яуҙы, ер үтә ныҡ туңманы. Шулай ҙа, хәҙер ҡар әҙерәк яуа, элегерәк был ваҡытта уның ҡалынлығы 30-40 сантиметрға етә торғайны. 2016 йыл наҡыҫ килде, картуф ҡайһы ерҙә уңды, ҡайҙа - юҡ, емеш-еләк тә әллә ни ҡыуандырманы, бының сәбәбен яҙҙың ҡоро килеүендә, ваҡытында ямғыр яумауында күрәм.
Үҙемдең күҙәтеүҙәремдән сығып, быйылғы йыл былтырғыны ҡабатлай, тип әйтә алам. Хәҙер иҫкесә ғинуар башы, 14 ғинуарҙы көтөргә кәрәк. Уның нисек килеүенә ҡарап, йәйҙе билдәләргә булыр. Һыуыҡ, ҡарлы булһа, йәй ҙә яҡшы килер.

Эльза МӨХӘМӘҘИЕВА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.01.17 | Ҡаралған: 1230

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл етте: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башлана. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө" гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.

Мөхәрририәт.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru