«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АТАЙҘАН КҮРГӘН...
+  - 

Халҡыбыҙҙа аҡыллы, тапҡыр әйтемдәр бик күп. Теге йәки был хәл-ваҡиғаға ҡарап, уларҙы айырыуса ололар йыш ҡуллана. Минең өләсәйҙең дә үҙе генә әйтергә яратҡан әйтемдәре бар. Мәҫәлән, беҙ, уның ейән-ейәнсәрҙәре, яңылыштан ғына эш боҙһаҡ, ул: "Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ", - тип киҫәтергә ярата.

Минең атай-әсәйем дә йор һүҙлеләр. Иглин районы Оло Ҡарамалы ауылында тыуып үҫкән атайым Илфат Хәтмулла улы үҙе бер хазина һандығы, тиерһең. Ул беҙгә - һеңлемә, ҡустыма һәм миңә - һәр яҡлап өлгө. Ысын ир, ысын атай өлгөһө. Әсәйебеҙ, Регина Рим ҡыҙы, өлгөлө хужабикә, атайыбыҙға - һөйөклө ҡатын. Ҡатын-ҡыҙ өсөн иң шәп һөнәргә - ашнаҡсы һөнәренә эйә ҡәҙерлебеҙ. Ҡустыбыҙ, кинйәбеҙ, гел атай янында. Атай уны үҙенә лайыҡлы алмаш итеп үҫтерергә тырыша. Мирад ҡустыбыҙ көслө булһын, тип, уға спорт ҡорамалдары һатып ала, бокс серҙәренә өйрәтә, уны профессиональ спортҡа ылыҡтырыу уйы менән яна. Атайым үҙе төрлө штангалар күтәреү менән мауыға. Ауыр-ауыр тимерҙәрҙе күтәргәнен күргәнем бар. Һаулығы, физик торошо яҡшы булғанлыҡтан, ул элиталы һаналған диңгеҙ пехотаһында хәрби хеҙмәт үтәгән. Заманында Стәрлетамаҡ Физкультура техникумын тамамлаған. Атайҙы ысын-ысыны менән етмеш һөнәрле ир, тип атарға булалыр. Ни өсөн тигәндә, уның ҡулынан килмәгән эше юҡ. Ауылда тыуып үҫкән бөтөн ир-азаматтар ҙа тиерлек эшкә талымһыҙ, әрһеҙ булаларҙыр инде.
Атай ағас эшенә бигерәк оҫта. Уның оҫталығын бер генә дәлил ярҙамында белергә була. Өйҙә әсәйҙең бысағы һәр ваҡыт үткер була. Атай үҙе лә балтаһын үткер тота. Ағас эшенең рәтен белеп бөтмәгән өйрәнсектәр, бәлки, үтмәҫерәк ҡорал менән дә эшләйҙер, ә беҙҙең атай улай түгел - берәй сәғәтен сарыф итһә сарыф итә, әммә балтаһын үткерләп алмайынса, эшкә тотонмай. Әле яңыраҡ көнкүреш тауарҙары магазинынан "калун" тип аталған ҡалын балта алғайны. Уны һапланы ла, осҡондар сәсрәтеп, үткерләй торған түңәрәк дискыға терәп, үткерләп алды. "Ҡорал эшләй, егет ҡыуана", тип ҡабатларға ярата үҙе. Минең Хәтмулла ҡартатайым да балта оҫтаһы булған, тиҙәр. Бына бит, оҫталыҡ нисек быуындан-быуынға тапшырыла! Ҡартатайымдың нисек итеп ат арбалары яһауын әле лә һөйләп ала атай. Әллә ниндәй алыҫ араларҙан килеп алыр булғандар, ти, уларҙы. Ат арбаһының тәгәрмәстәрен ифрат ҙур түҙемлек, үҙенә генә хас оҫталыҡ менән эшләгән бит ул. Хатта бының өсөн махсус ҡоролма ла уйлап сығарған. Ҡартатайҙың нисек тәгәрмәс эшләгәнен күрергә тип, райондың балта оҫталары йыйылып китер булған. Атайымдың ҡартатаһы Исләмғил ҡартатай иһә, тимерсе булған. Ҡарамалы йылғаһы буйында уның ҙур, тирмәнең яртыһы самаһы ҙурлыҡта, тирмә формаһындағы суйын мейесе ултырған. Ул был донъянан киткәс тә ауыл халҡы ул мейестә тимер сүкегән, тимер иреткән. Тик ниндәйҙер бер ауыл хакимиәте башлығы шул мейесте ҡара металл йыйыусыларға һатып ебәргән. Һәр заманда ла изгелек менән яуызлыҡ, оҫталыҡ менән белдекһеҙлек ҡапма-ҡаршылығы күҙәтелә инде ул, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Бәлки, кешелек үҫешһен өсөн ошондай ҡапма-ҡаршылыҡтар ҙа кәрәктер. Тимерҙе лә бит, уттан һыуға һалып, сыныҡтыралар. Тәбиғәт тә кешелек күңелендәге әхлаҡ, оҫталыҡ, тырышлыҡ, фиҙәҡәрлек кеүек аҫыл сифаттарҙы төрлө замана сирҙәре, уғрылар, эшем эйәләре ярҙамында тәрбиәләйҙер. Беҙгә иһә, һәр заманда ла ата-бабалар өйрәткән һабаҡтарҙы оноторға ғына ярамай. Шул сағында тормош үрҙәренә еңелерәк артылырбыҙ, уның һынауҙарын еңелерәк сисербеҙ.

Вероника ИСМӘҒИЛЕВА,
Өфөнөң 24-се мәктәбе 9-сы класс уҡыусыһы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.01.17 | Ҡаралған: 1146

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru