Эш көнө тамамланып барғанда, телефон шылтыраны. Танышым: "Апайыма дауаланырға килгәйнем, килеп сыҡ, күрешеп-һөйләшеп ултырырбыҙ", - тигәс, эштән һуң яҙып алған адрес буйынса йүнәлдем. Бөрйән районынан килгән Көнһылыу апай Ҡотлобаева менән гәп һатҡан арала уның апаһы Фәниә ханым да ҡайтып инде.
Фәниә Ибәтуллина халыҡ медицинаһына, үҙе әйтмешләй, һуң ғына килдем, тиһә лә, Аллаһы Тәғәләнең үҙ ҡануны һәм ул һәр нәмәне иртә лә, һуң да түгел, ваҡыты еткәс бирә. Моғайын, шуғалыр ҙа, уңышлы эшҡыуар ханым ҡапыл донъя артынан ҡыуыуын ташлай ҙа, дауалау эшенә тотоноп китә. Уның халыҡ медицинаһына килеү юлы оҙон да, мөғжизәле лә. Бер ваҡыт төшөндә уға әсәһе яғынан дүртенсе быуын олатаһының ҡәберен табып, уның рухына ҡорбан салырға ҡушалар. Ошо ваҡиғанан һуң ул 8 йыл буйына олатаһының ҡәберен эҙләй, быға тиклем осрашмаған туғандары менән табыша. Һәм, ниһайәт, былтыр Бөрйән районының Ғәлиәкбәр ауылында олатаһының ҡәберен барып табып, ҡорбан салдырып, аят уҡыта.
"Олатайым суфый булған, совет заманында уның шундай дәрәжәгә күтәрелеүен аңламағандар ҙа инде. Ул тыумыштан һуҡыр булғанлыҡтан, гелән таяҡҡа таянып йөрөгән. Вафатынан һуң да таяғын ташламағандар, иҫтәлек итеп, түрҙә һаҡлағандар. Ул таяҡтың ябай булмауын, ысын мәғәнәһендә суфый таяғы булыуын уны Фәниә апай ҡулына алғас ҡына аңланым", - ти Көнһылыу апай. Был таяҡ Фәниә апайҙан зикер ҙә әйттерә, доғаларҙы ҡысҡыртып уҡыта, сәждәгә һалып ҡуя, баш осонда әйләнеп дауалай ҙа...
Һуңғы йылдарҙа Фәниә ханым халыҡ медицинаһы алымдарын ныҡлы үҙләштерә, ләкин кешеләрҙе дауаларға ашыҡмай, башҡорттоң баҙнатһыҙлығымы - бары тик туғандарына ғына ярҙам итә. Дауаһының шифалы булыуы халыҡ араһында тиҙ тарала һәм уға дауаланырға килә башлайҙар. Учалы районында булғанында "Бәйғәмбәр медицинаһы" тигән китап ҡулына килеп эләгә һәм Фәниә апай шундағы ысулдарҙың береһе булған хижама - ҡан ағыҙыу менән ҡыҙыҡһынып, ошо һөнәргә уҡып, махсус сертификат ала. "Дауалағанда доғалар уҡыйым, - ти диндар ханым. - Доғалар, Бәйғәмбәребеҙ дауалаған ысулдар бик күп ауырыуҙарға ярҙам итә. Хижаманан тыш, ҡот ҡоям, һөлөк һалам, массаж эшләйем. Хатта халыҡ дауаларына скептик ҡарашта булған кешеләр ҙә дауаланғандан һуң ҡарашын үҙгәртә".
Быға бер миҫал килтереү ҙә етә. Уның тураһында ишетеп ҡалған табип-дерматолог, профессор дауаға бармаған сирлеләрен дауалау өсөн Фәниә апайҙы саҡыртып ала. Оҙаҡ йылдар шул клиникала дауаланып та псориаз сиренән ҡотола алмаған бер полковник ышаныр-ышанмаҫ ҡына дауаланып ҡарарға була. Фәниә апай уға хижама тәғәйенләй. Бер ни тиклем сеанстан һуң, полковниктың аяғындағы псориаз ҡул менән һыпырып алғандай юҡҡа сыға. Полковник, рәхмәт йөҙөнән, Фәниә апайға Менделеев урамында офис аса.
Фәниә апай үҙенең һәр саҡ олатаһының һаҡлауында икәнен тоя. Хатта бер ваҡыт, фатирына ҡараҡтар ингәс, уянып китә лә, тәүҙә шым ғына тыңлап ята, һуңынан тороп, ут ҡабыҙа. Ҡараҡ тәүҙә уға ҡарап ҡатып ҡала, һуңынан йән көсөнә ҡысҡырып, тоғон йөкмәп сығып ҡаса. Йыраҡ китеп өлгөрмәй ул, ярты сәғәттән ҡулға алына. Фәниә апайҙы был ҡараҡтың урлашыуы түгел, ә ни өсөн йән көсөнә ҡысҡырыуы ҡыҙыҡһындыра, шуның серен белгеһе килә. Ошо хаҡта полиция хеҙмәткәрҙәренә әйткәс, улар уғры менән һөйләшә һәм шундай яуап еткерә: "Ул ҡатындың артында бер ир кеше баҫып тора ине, шунан ҡурҡтым". "Ошо ваҡиғанан һуң олатайымдың мине һәр саҡ яҡлап, һаҡлап йөрөгәненә ныҡлы инандым, - ти Фәниә апай. - Нәҫелебеҙҙә уның үҙен көслө дауалаусы итеп иҫләйҙәр, ләкин уның был һәләте тик малайҙар яғына ғына тапшырыла килгән. Бәлки, ниндәйҙер урында быуындар сылбыры өҙөлөп, оҙайлы ваҡыттан, урау юлдарҙан һуң ғына миңә килеп еткәндер был һәләт..."
Был көндө миңә Фәниә Оморҙаҡ ҡыҙы эшләгән хижама сеансын күҙәтергә һәм хатта уны үҙемдә һынап ҡарарға насип булды. Хижама ғәрәп теленән "һурып алыу" тип тәржемә ителә. Йәғни ул капиллярҙарҙан ҡанды һурып ала. Мөхәммәт бәйғәмбәр үҙе үк был ысулдың бик файҙалы булыуын, күп ауырыуҙарға шифа биреүен, ләкин билдәле нөктәләрҙе белеп кенә эшләргә кәрәклеген әйткән.
Элегерәк, иҫегеҙҙә булһа, өләсәйҙәр ҙә ҡан ағыҙыу ысулын ҡуллана торғайны (төньяҡ-көнсығышта уны мөгөҙ ҡуйыу тигәндәрен иҫләйем). Бөгөн төрлө тәжрибәләр үткәреп ҡарап, ғалимдар уның һөҙөмтәлелегенә хайран ҡалған. Ул ҡан баҫымын нормалләштергән, лейкоциттар интерферонды (вируслы инфекциялар, рак күҙәнәктәре, хатта СПИД менән актив көрәшеүсе протеин) тиҫтәләрсә тапҡырға күберәк эшләп сығарған, ҡандағы тимер һәм эритроциттар һаны нормаға килгән һ.б.
Ҡан ағыҙыуҙан һуң шештәр, яман шештәр бөткән, эндокрин системаһы эшмәкәрлеге тергеҙелгән, тамырҙарҙың варикоз киңәйеүе бөткән. Был процедураны бөтөн тәнгә эшләргә мөмкин. Сүриә, Франция, Америка медиктары хижаманың иммунитетты нығытыуын һәм дауаланыуҙың ысынлап та дөрөҫ ысул икәнен белдерә. Был иһә Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең: "Дауа - өс нәмәлә: бал эсеүҙә (борон бал ҡортоноң балын кәсәләп эскәндәр), хижамала һәм көйҙөрөп дауалауҙа", - тигәнен раҫлай. Ә инде арабыҙҙағы башҡаларҙан әллә ни айырылмаған, әммә Фәниә апай кеүек быуындан-быуынға тапшырылып килгән һәләткә эйә кешеләр, уны камиллаштырыусылар йәшәгәндә, башҡорттоң сирле булырға йәки киләсәккә көсһөҙ генофонд ҡалдырырға хаҡы бармы?
Зәйтүнә ӘЙЛЕ.
КИРЕ СЫҒЫРҒА