«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯҠШЫ ГӘЗИТ – УЛ МИЛЛӘТТЕҢ ҮҘ-ҮҘЕ МЕНӘН ҺӨЙЛӘШЕҮЕН ОЙОШТОРА АЛҒАН ГӘЗИТ
+  - 

Бынан тап 15 йыл әүәл ижад ителә башланы "Киске Өфө" гәзите. Ә тарих шунан ғибәрәт: Башҡортостандың дәүләт суверенитетын яулауға өлгәшкәс, уның һөҙөмтәһе булыр ҡаҙаныштар исемлегендә, ысынлап та, "Баш ҡаланың башҡорт телендәге гәзитен булдырырға" тигән пункт та теркәп ҡуйылғайны. Тик ул шунда уҡ ҡына тормошҡа ашырылманы, хәбәр телдән телгә күсте, һөйләнде, сәйнәлде лә, ҡағыҙҙа көйө ҡалып, бер аҙға онотолдо.

Әммә тап 15 йыл элек баш мөхәррирҙәр менән бер осрашыуҙа ул саҡтағы Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов "Ни өсөн баш ҡаланың һаман да башҡорт телендәге үҙ гәзите юҡ?" тигән һорау-дәғүәһен яңғырата. Осрашыуҙан һуң ул саҡтағы БР Президенты аппараты етәксеһе Илдар Рәйес улы Ғимаев баш мөхәррирҙәргә "Был эште ойоштороуҙа һеҙҙән кәңәш-инициатива көтәм", тип әйтеп ҡуя. Был һүҙҙәрҙе ҡолағына һәм күңеленә индереп, "Вечерняя Уфа" гәзитенең ул саҡтағы энтузиаст баш мөхәррире Марат Муллаҡаев үҙенең редакцияһы эргәһендә проектты башлап ебәрергә тәүәккәлләй һәм "Башҡортостан" гәзитендә егерме йылдан ашыу эшләп, инде ҡанға һеңгән, инде күнегелгән эштән айырылырға теләмәгән миңә йүгереп килә. Бурыстың үтә ныҡ яуаплылығын аңлаған мин, күпмелер икеләнгәндән һуң, үҙемде "боҙло һыуға" ырғытам...
2002 йылдың ноябрь башында, йәш журналистар Әлфинә Ҡарағужина, Айҙар Хәкимйәнов, Валера Ғәйнетдинов, Азат Ярмуллин, гәзитте версткалаусы Шамил Харисов, корректор-тәржемәсе Әминә Имашеваларҙан бер коллектив туплап, "Вечерняя Уфа" редакцияһы эргәһендә эш башлағанда Марат Муллаҡаев тәҡдим иткән проекттың бары тик "Киске Өфө" тигән атамаһы һәм "Гәзит "Вечерняя Уфа" һымаҡ уҡ мәғлүмәти баҫма булырға тейеш", тигән ишара ғына бар ине. Проект бөтөн асылы, эстәлеге, рухы менән эш барышында ижад ителде. "Башҡортостан" гәзитендә эшләгән йылдарҙа тупланған "түл" артабан төн йоҡларға бирмәгән, туҡтамай әйләнеп торған фекерҙәр, идеялар ҡуласаһына әүерелде лә, мине һәм минең йәш коллегаларымды бер тапҡыр ғына түгел, даими рәүештә, аҙна һайын әлеге лә баяғы "боҙло һыуға" ташланырға мәжбүр итте. Иң мөһиме, быға тиклемге тәжрибә, журналист үҙ уҡыусыһын тойорға, яҙғандарының кемгә төбәлгәнен белергә тейеш, тигән ҡағиҙәгә нигеҙләнгәйне. Ошо ҡағиҙәгә таянып, "Киске Өфө" гәзитенең тәбиғәте менән сабый, рухи аҙыҡты бар нәмәнән өҫтөн ҡуйған, әммә яңы замандың заңына, ҡатмарлы ҡанундарына яраҡлаша алмай, бер аҙ баҙап ҡалған уҡыусыларға төбәләсәк икәне төҫмөрләнде. Яңы баҫма үҙ уҡыусыларының "Заман һынауҙарын нисек еңергә?" тигән һәм башҡа бик күп һорауҙарына яуап та бирергә, рухын да күтәрергә, сәмләндерергә лә, танһығын да ҡандырырға тейеш ине. Был маҡсатты үтәүгә гәзитебеҙҙең баш ҡала гәзите тип нарыҡланыуы ла бик-бик ярҙам итте. Фәһем алыр, фекер әйтер, өлгө күрһәтер шәхестәр Өфөбөҙҙә бит! Халыҡтың рухын күтәрер һүҙҙе улар әйтмәй, кем әйтһен? Ауылда тыуып үҫеп, мең төрлө кәртәләр аша үтеп, баш ҡалала төпләнеп, дәрәжәләр яулаған милләттәштең шәхси фиҙаҡәрлеге, баһадирлығынан башҡа тағы нимә һәм кем өлгө була ала беҙгә, балаларыбыҙға? Шул уҡ ваҡытта баҫмабыҙҙы бер нисек тә Өфө гәзите, тип кенә сикләй алмаясағыбыҙҙы, Башҡортостаныбыҙҙың баш ҡалаһы гәзите булараҡ, уның ҙурыраҡ, мөһимерәк әһәмиәткә эйә икәнен, йәғни Өфөбөҙҙәге башҡорт донъяһы - ул дөйөм башҡорт донъяһының сағылышы булыуын аңланыҡ һәм... үҙенән-үҙе әлеге юҫыҡтағы, 15 йыл дауам иткән йүнәлеште алды баҫмабыҙ. Баш йорттоң башҡорт донъяһы тураһындағы хәбәрҙәрен "Киске Өфө" аша Башҡортостаныбыҙҙың бар ауыл-ҡасабаларына таратыуға өлгәштек шулай.
Артур Миллер тигән бер аҡыллы кеше шулай тигән: "Нимә ул яҡшы гәзит? Ул милләттең үҙ-үҙе менән һөйләшеүен ойоштора алған гәзит". Нисек кенә булмаһын, ошо үтә лә яуаплы бурысты иңебеҙгә артмаҡлап алдыҡ баштан уҡ. Ун биш йыл буйы шуға ынтылабыҙ. Беләбеҙ, был ынтылыш әле... 110 проценты менән атҡарылып та бөтмәгәндер. 110 процентҡа эшләү генә камиллыҡты тәьмин итә, ти бит уңышлы кешеләр. Бәлки, беҙҙән һуң килгән быуын артылыр ул үргә. Һәр хәлдә, шул быуындың быуынын нығытырға ярҙам итергә тейеш гәзитебеҙ һүҙе, шәхестәребеҙ аҡылы. Ғөмүмән, халҡыбыҙға матбуғат һүҙе кәрәк икәненә инанғанбыҙ. Әҙип яҙған һүҙгә мөкиббән китеп ышаныу һаман йәшәй бит әле. "Гәзиттә уҡымаһа, дәүләт метеорология институты прогнозына ла ышанмаған кешеләр була", тигән бит берәү. Ошо ышанысты ҡаҡшатмаҫҡа ине ул, тип йәшәй ун биш йәшлек "Киске Өфө" гәзите.
Әйткәндәй, ошо рубриканы асып, уҡыусыларыбыҙҙың да ниндәйҙер һүҙ әйтеүен көтәбеҙ. Ул һүҙ маҡтауға ғына ҡоролмаһын берүк, ә матбуғат баҫмалары, аҡ ҡағыҙ битенә яҙылған һүҙ, уның тәьҫире, йоғонтоһо тураһында фекер алышыуға әйләнһен. Ошо фекер алышыуҙарҙа "Беҙҙең башҡорт уҡыусыларына ниндәй матбуғат баҫмаһы кәрәк?" тигән һорауға яуапты сырамытырлыҡ булһын ине. Һеҙҙең арала гәзитебеҙҙе 15 йыл буйы уҡығандар ҙа барҙыр, моғайын. Улар ни әйтер? Һәр хәлдә, хаттар көтәбеҙ.

Гөлфиә ЯНБАЕВА,
"Киске Өфө" гәзитенең баш мөхәррире.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.01.17 | Ҡаралған: 1092

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru