«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠУРАЙ ҠУРАЙСЫНЫ ҮҪТЕРӘМЕ, ӘЛЛӘ ҠУРАЙСЫ ҠУРАЙҘЫМЫ?
+  - 

Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы ҡурайсыһы, халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты Илнур ХӘЙРУЛЛИН үҙенсәлекле башҡарыу алымдары менән күптәрҙән айырылып тора. Башҡорт халыҡ йырҙары менән көйҙәренән тыш, ул ҡурайҙа композитор әҫәрҙәрен дә башҡара. Уның менән әңгәмәбеҙ башҡорт халҡының иң бөйөк уйын ҡоралы ҡурайға бағышланды.

Кеше ғүмер буйы белем ала

Тыуған ерем - Ишембай районы Этҡол ауылы. Беҙҙең яҡта ҡурайсылар күп түгел, ауылыбыҙ йырсылары менән дан тота. Мәктәптә уҡыған саҡта беренсе уҡытыусыларым Нурия Әбүбәкирова, баянсы Фәнит Усманов өйрәткән "Уралым", "Ҡара тауыҡ", "Айҙар ғынайым" йырҙары менән конкурстарҙа ҡатнашып, мин дә гел беренсе урындар ала торғайным. Атай ҙа гармунда уйнай, әсәйем йырлай. Күрше ауылда Наргис Ҡолмәмбәтов тигән ағайҙың ҡурайҙа уйнағанын күреп, ошо инструментта өйрәнергә теләк уянды. Өйҙә Ришат Рәхимовтың "Ҡурай" китабы бар ине, шунан өйрәнеп, тәҙрә гардинының тимер көпшәһенән ҡурай яһап алған булдым. Уның тишектәрен тотомлап үлсәп киҫтем һәм шул ҡурайҙа тауыш сығарырға өйрәндем. Моң менән кешегә тәьҫир итеп була икәнен концерттарҙа йырлап йөрөгәндә һиҙгәйнем инде. Минең ҡурай менән ҡыҙыҡһынып китеүемде күреп, ауылда табип булып эшләгән Хәйҙәр ағай ҡурай бүләк итте. Мәктәпте тамамлағас, Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға килдем. Нота өйрәнергә ике аҙна ваҡыт бирҙеләр ҙә, мине шунда уҡ икенсе курсҡа уҡырға алдылар.
Ғөмүмән, күп ҡурайсылар уйнарға үҙ аллы өйрәнә ул. Мин дә үҙемсә төрлө тауыштар сығарып, эксперименттар яһай инем. Училищеға килгәндә, "Буранбай"ҙы, "Урал"ды башҡара инем инде. Башҡортостандың халыҡ артисы Ришат Рәхимовта уҡыным. Институтта ла башта Ришат Рәшит улында, һуңынан Венер Йылҡыбаевта белем алдым. Хәҙер филармонияла Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Миңлеғәле улы Айытҡолов менән эшләүемә, унан һаман да һабаҡтар алыуыма ҡыуанам.

Көйҙө эстән кисерергә кәрәк

Бөгөн төрлө конкурстарҙа ҡатнашҡанда шул етешһеҙлек күҙгә ташлана: йырсылар ҙа, ҡурайсылар ҙа йырҙы аңлап етмәй, бер көйгә һалып йырлай йә уйнай. Һәр бер халыҡ көйөнөң үҙенең характеры, уны бирә торған эмоциональ биҙәлеше бар. Мәҫәлән, "Һыр" йырын лирик көй итеп уйнайҙар, бына һин тәбиғәт ҡосағында йөрөп ятаһың, шишмә сылтырып ағып ята, ҡоштар һайрай, барыһы ла матур. Ә ул - трагедия. Ғөмүмән, башҡорт көйҙәренең күбеһе тотош милләт өсөн трагедия булған ваҡиғалар, фажиғәле яҙмыштар тураһында. Көйҙөң үҙ үҫеше, иң юғары эмоциональ нөктәһенә төрлө биҙәлеш биреп була. Көйҙө тышынан түгел, эсенән уйнарға, эстән кисерергә кәрәк.
Шулай уҡ боронғоса уйнау алымы юғала, тип дөрөҫ әйтәләр. Ажғырып, гөрләтеп уйнаған ҡурайсылар бөгөн бер тиҫтәгә лә тулмайҙыр. Ишмулла Дилмөхәмәтовтар, хатта Әҙеһәм Исҡужиндар ҙа икенсе төрлө уйнаған, сөнки уларҙың тауыш ҡуйылышы башҡа булған. Ғата Сөләймәнов Өфө сәнғәт училищеһында ҡурай класы асҡас, "Ғата ҡурайҙы боҙа", тип йөрөүселәр ҙә табылған. Борон башлыса тамаҡ менән уйнағандар, нота менән уйнау алымдары ингәс, тәбиғи ҡурай икенсе төрлө яңғыраш алған. Йәғни, тауыш сыға, әммә тауыштың тығыҙлығы, тәрәнлеге боҙола. Ҡайһы бер ҡурайсыларҙы тыңлаһаң, уларҙың моңо ҡолаҡҡа ятып ҡына тора, матур. Остаздарыбыҙ - Азат Айытҡолов, Роберт Юлдашев, Рәсүл Ҡарабулатовты миҫал итеп килтерергә булыр ине. Шуға ла бит был һөнәрҙә уҡытыусы мөһим ролде уйнай, ҡурайҙа уйнау серҙәрен асты, тигәндә, "сер" төшөнсәһенә тап ошо тауышты сығарыу, көйҙө урынына еткереп уйнау, телде нисек ҡуйыу үҙенсәлектәре инә лә инде. Уҡыу йорто бит һиңә нигеҙ генә һала, йүнәлеш бирә, ҡалғаны үҙеңдән тора. Шуға ла Ғата Сөләймәновтың, ҡурайсылар ҙа профессиональ белем алһын, дипломдары булһын, киләсәктә эшкә урынлаша алһын, тигән маҡсаттары изге булған, бөгөн беҙ уға рәхмәтлебеҙ. Етешһеҙлектәр өҫтөндә иһә яйлап эшләргә бурыслыбыҙ.

Ҡурай - берҙән-бер

Былтыр Өфөлә үткән "Төркиҙәр алтыны" йәштәр форумында мин ҡурай буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәттем. Яҡуттар, ҡырғыҙҙар, ҡаҙаҡтар килгәйне, ҡыҙыҡһынып ҡарайҙар. Шунда бер татар ҡыҙы: "Ҡурайҙың төрҙәре лә бар ҙа инде..." - тип һүҙ ҡыҫтырҙы. Мөмкинлек булғанда, бөтөн ерҙә лә әйтеп йөрөйөм: ҡурайҙың төрҙәре юҡ, булыуы ихтимал да түгел. Бына курага тигән емеш - ул шул уҡ абрикос. Йәғни, курага - үҙ һутында кипкән абрикос. Башҡорттар, үлән кибә, тимәй, үлән ҡураған, ти. Ә "ҡороған" тигән һүҙ бөтөнләй икенсе мәғәнәлә, мәҫәлән, ҡороған ағас һ.б. Ҡурайҙы ла йәшел сағында түгел, үҙ һутында ултырып кипкәс, һуңынан ғына ҡырҡып алаһың. Атамаһы ла шунан - ҡурай. Төрки йәки Иран халыҡтарында күп кенә уйын ҡоралдарының исеме "най" йәки "ней" ялғаулы. Үзбәктәр "камиш най", "ҡарнай", төрөктәр "ней", "зурнай", "керренай", "сорнай" ти.
Милли республикалар айырымланғас, миллилекте күрһәтеп торған үҙенсәлектәргә иғтибар башланды. Шул мәлдә татарҙар ҙа һыбыҙғыларына ҡурай тип исем ҡушты. Һыбыҙғы - ул ирланд флейтаһының күсермәһе. Уның мундштугы бар, унда бала өрһә лә, тауыш сығасаҡ. Уны тимер, пластмасса, ағастан эшләйҙәр, үҫкән ысын ҡурайҙан уны яһап булмай. Тимәк, исеменә есеме тап килмәй, тип әйтергә була. Тарих менән ҡыҙыҡһыныу һәр ваҡыт үҙ иленең патриоты булған атайымдан күскән. Башҡорт мәҙәниәтенә бәләкәй саҡтан ғашиҡмын. Белмәгәнемде уҡыйым, белгәнемде һөйләй йөрөйөм, сөнки хәҙерге ваҡытта донъяла мәғлүмәти алыш бара. Бер милләттең йөҙө төрлө булыуы бар, башҡорттарҙы ла бит бер нисә төргә айырып ҡарарға була. Милли үҙаңды иһә өс нәмә билдәләй: тел, мәҙәниәт, йолалар.

Көйҙө ҡурай һаҡлаған

Халыҡта музыкаль инструмент булмаһа ла, йырҙар һаҡланып ҡала, сөнки уның һүҙҙәре бар. Йыр үҙенең йөкмәткеһе менән хәтерҙә ҡала. Ә башҡорт халыҡ музыкаль мираҫының 30-40 процентын көйҙәр генә алып тора. Инструменталь көйҙәр, йырҙарҙан айырмалы рәүештә, уйын музыка ҡоралы булмаһа, күптән онотолоп бөткән булыр ине. Улар ҡурайыбыҙ булғанға ғына бөгөнгө көнгә килеп еткән. Әлбиттә, көйҙәрҙең күптәренең атамалары үҙгәргән, сөнки көйгә берәй шиғыр һалынған, йә таҡмаҡ йырланып, артабан таҡмаҡ исеме менән йөрөтөлә башлаған. Ишмулла Дилмөхәмәтов Салауат Юлаевтың һүҙҙәрен "Сыңрау торна" көйөнә һалып уйнаған, бөгөн уны күптәр "Уралым" тип белә. Ә ҡурайҙы үҙҙәренеке итергә тырышыусы милләттәрҙең бындай боронғо көйҙәре юҡ.
Башҡа халыҡтар өсөн ҡурай - ул бер мөғжизә. Ябай көпшәнең эсендә бер нәмә лә юҡ, уның нисек көй сығарыуын аңлай алмайҙар. Киләсәктә ул донъя кимәлендә яңғыраһын ине, сөнки бындай тембрлы музыка ҡоралы башҡа юҡ. Бөгөн төрөктәр най тигән уйын ҡоралдарын реставрацияларға маташа, улар уны ирандарҙан алған. Уйын ҡоралын яһар өсөн Ҡытайҙан бамбук алдыралар. Был дөрөҫ түгел, уйын ҡоралы тыуған ерендә үҫергә тейеш. Әйткәндәй, ирандар найҙа беҙ ҡурайҙа уйнаған кеүек уйнайҙар, тик тауыш шаулап сыға, Төркиәлә найҙы ауыҙға ҡуймайҙар, мундштук формаһында түңәрәк ҡуялар ҙа, флейта уйнағандағы кеүек, ҡырын итеп өрәләр.

Пропаганда кәрәк

Мине күптәр, бигерәк тә өлкән ҡурайсылар хроматик ҡурайҙа уйнаған өсөн битәрләй. Халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестры ла ошондай ҡурайҙар менән сығыш яһай. Ҡурайҙа биш тишек, хроматик ҡурайҙа - ете. Мәҫәлән, Монтиҙың "Чардаш"ын иң камил һәм мөмкинлектәре ҙур тип иҫәпләнгән скрипкала ғына башҡаралар. Ә хроматик ҡурайҙа уны ла уйнап була. Тик мин ҡайҙа йөрөһәм дә, үлән ҡурай ҙа алып йөрөйөм һәм был традицион ҡурай, быныһы заманса ҡурай тип әйтәм. Ҡурай - ул изге уйын ҡоралы, уны боҙмағыҙ, тиеүселәр менән дә килешәм, әлбиттә. Тик күптәр ваҡытында Азат Биксурин, Роберт Юлдашев, Рөстәм Шәрипов, Рушан Биктимеров ҡурайҙа заманса көйҙәр башҡарған дискылар сығара башлағас та ҡаршы төшкәйнеләр. Был бит үҙенә күрә пропаганда, йәштәр ошондай ҡурайсыларға ҡарап, ҡурай уйнай башлай.
Бала бит башта ҡурайҙың төп асылын, халыҡ көйҙәрен аңламай. Ул килә лә, яйлап уйнай башлай, техник яҡтан үҫә. Һуңынан ниндәйҙер музыкаль кимәлгә етеп, ошо заманса көйҙәрҙе уйнап бөтһә, яңыларын эҙләй башлай. Кешегә бит гел яңылыҡ, гел үҫеш кәрәк. Ә бөтөн яңылыҡ - ул онотолған иҫке нәмәләр, тиҙәр бит. Шулай итеп, халыҡ көйөнә килеп терәлһәләр, ҡурайҙың ысын көсө, моңо ҡайҙа икәнен аңлап ҡалалар. Техник яҡтан үҫешмәһәң, халыҡ көйҙәрен урынына еткереп барыбер уйнай алмайһың. Өзләүҙе лә айырым өйрәнәһең, аҙаҡтан ҡурайға ҡушып өзләй башлайһың.
Ҡумыҙ ҙа бик ярҙам итә. Мин үҙ мәлендә Роберт ағай Заһретдиновтан дәрестәр алғаным булды. Көй өйрәнгәндә тәүге тапҡыр уны сығанаҡта нисек булған, шулай уйнайһың. Ә икенсе тапҡыр ҡурайсы уны ҡабатламай, үҙеңсә сығарырға тейеш. Йәғни, импровизатор булаһың. Ҡумыҙ тап ошоға булышлыҡ итә. Роберт ағай, ҡояш бит ҡапыл килеп сыҡмай, тәүҙә таң ата, ҡоштар һайрай, ҡояш тыуа, ул яйлап өҫкә күтәрелә, күпмелер ваҡыт һауала торғандан һуң байый. Көйҙө уйнаған саҡта ошо ваҡиғаларҙы алдан күҙаллап, алымдарҙы үҙгәртеп өлгөрөргә кәрәк, тип әйтә торғайны. Әле лә ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтан күп нәмәгә өйрәнәм. Ә виртуоз ҡурайсы тигән һүҙ композицион һәм техник яҡтан үҫкәнде аңлата. Йәғни, ниндәйҙер ҡыҙыҡлы йүнәлештәр, биҙәүҙәр алдан багажыңа һалынып ҡуя ла, һин уны кәрәк саҡта ғына ҡушып ебәрәһең.

Шулай итеп...
Илнур Хәйруллин башта уҡ "Нисек уйлайһығыҙ, ҡурай ҡурайсыны үҫтерәме, әллә ҡурайсы ҡурайҙымы?" тип үҙемә һорау биреп аптыратҡайны. Һөйләшеп ултыра торғас, ҡурай менән ҡурайсының баһаһы һәм дәрәжәһе тигеҙ тигән фекергә килдек. Сөнки әңгәмәсем әйтеүенсә, ҡурайҙа уйнауы уны күтәргән, шуның өсөн дә ул бөгөн ҡурайҙы үҫтереү менән мәшғүл. "Бөгөн ҡылыс болғап, яуға сабыу аҡылһыҙлыҡ, шуға ла тыныс юлдар менән халҡыбыҙҙы башҡаларға танытыу кәрәк", - ти ул.

Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.02.17 | Ҡаралған: 1305

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru