Һигеҙенсе март байрамы етә башлаһа, ир-ат ҡатын-ҡыҙға ярарға тырышып, ниҙәр генә ҡылырға белмәй. Аптырарлыҡ та шул: байрам йыл һайын ҡабатланып тора, ә бүләктең былтырғыһы ишен алып булмай бит, берҙән-береңдең үпкәләп ҡуйыуы ла бар. Ана, ҡатынға булмай ярап, тип, йыр ҙа сығарып бөткәндәр шуның өсөн. Ир-атҡа ҡыйын инде ул: егет сағында күҙ атып йөрөгән һылыуына ярайым, тип ниндәй генә сүрәткә кермәһә, өйләнгәс, ҡатын-ҡыҙ ҡанундарына яраҡлашам, тип, утҡа ла инергә, һыуға ла төшөргә тура килә. Әммә бик теләһәң, егет саҡта ла, ир-уҙаман булғас та ҡыҙ-ҡатынға ярап та, оҡшап та була ул. Үҙ холоҡ-булмышыңа тура килгән ролеңде бирелеп уйнаһаң, уңырһың. Ошо ролдәрҙең ҡайһы бере һеҙгә лә ярап ҡуйыуы бар, оҡшаһа, мотлаҡ һынап ҡарағыҙ, ир-егеттәр!
Батыр егет
Ҡыҙҙарҙың күҙенә иң беренсе батыр малайҙар салына. Улар бер нәмәнән дә, бер кемдән дә ҡурҡмай бит. Хатта күрше-күлән йәки класс етәксеһе ундай малайҙарҙы "хулигандар" рәтенә ҡуйһа ла, улар ҡыҙҙарҙың күҙенән дә, теленән дә төшмәй. Бындай малайҙар әрме хеҙмәтенән дә ҡасмай, хатта ҡайһы берҙәре унан миҙал да тағып ҡайта. Батыр ир-егеткә ҡыҙҙар үҙҙәре һырығып-һылашып барғас, улар ҡайһыһын хуш күрә, шуныһына тота ла өйләнә. Тик шуныһы: Хоҙай бар ир-атҡа ла батырлыҡты бер тигеҙ итеп бүлеп бирмәгән шул. Хатта батырҙарҙан бахырҙар күберәк булып китә. Шуға күрәлер ҙә инде, хәҙерге ҡыҙҙар үҙҙәренең хыялында йәшәгән батырҙы көтөп, кейәүгә сыға алмай, зар-интизар булып йөрөй.
Бына шуның өсөн йәш егеттәребеҙгә ҡыҙҙар күңелен тиҙ генә яулар өсөн үҙҙәрен батыр ролендә күрһәтә белергә кәрәк. Нисек итепме? Әлбиттә, бының өсөн ниндәйҙер батырлыҡ күрһәтеүҙең бер кәрәге лә юҡ, әмәлен тапһаң, батырҙарҙың батыры булып күренергә лә була. Иң һөҙөмтәлеһе: ҡыҙҙар менән бер компанияла булғанда дуҫ-иштәрең һинең элекке, ҡыҙҙарға билдәһеҙ тормошоңда шундай һоҡланғыс мәлдәр булыуы тураһында береһенән-береһе уҙҙырып, маҡтай-данлай алырға тейеш. Алдан һөйләшеп килешеү буйынса, ҡыҙыңды оҙата барғанда бер-ике "хулиган" осрап, бәйләнә башларға, ә һин уларҙы уңлы-һуллы һелтәп ташларға тейешһең - ҡыҙың өсөн һинән дә батырыраҡ башҡа берәү табылмаясаҡ. Егет саҡтағы бындай "батыр ҡылыҡ"тарыңды ҡатының да онотмаҫ, йылмайып-көлөп, иҫеңә төшөрөп торор.
Йомарт ир
Йомарттар кемгә генә оҡшамай ҙа, уларҙы кем генә яратмай. Минеңсә, әүәл иң бай түгел, ә иң йомарт башҡорттар ғына өсәр-дүртәр ҡатын алып йәшәй алған. Йомарт булмаһаң, бер күңелеңдә яралған хис-дәртеңде өс-дүрт өлөшкә бүлә алыу мөмкин дә булмаҫ ине. Ана, урыҫтар ҙа йомарттарҙы бик хуп күрә, улар хатта йомартлыҡ менән бәйле "на халяву" тигән төшөнсә лә уйлап тапҡан.
Күҙең төшкән берәй ҡыҙҙы үҙеңә ҡаратам, тиһәң, кеҫәңдәге аҡсаңды һанап ултырмайһың инде. Бында икенең береһе: йә аҡсанан, йә ҡыҙҙан ҡолаҡ ҡағаһың. Иң мөһиме, ҡыҙыңдың нимәгә әүрәгәнен белергә кәрәк. Быны тәжрибә эшләп тә белеп була. Ҡыҙҙарҙың күбеһе тәмле тамаҡ бит, кәнфит-шоколад, торт-маҙарһыҙ улар эргәһенә барып йөрөмәҫкә лә мөмкин. Уларҙың сәскә күреү менән һушы алынғанын да оноторға ярамай. Ә хушбуйҙың тик Париждан килтерелгәнен бүләк итһәң, ҡыҙыңдың йөҙө май ҡояшындай балҡыясаҡ. Ҡыҫҡаһы, һин ни тиклем йомарт ҡыланһаң, ҡыҙыңдың ҡараштары ла шул тиклем яғымлы, күңеле лә йомшағыраҡ булыр. Өйләнгәс, йомартлығыңдың сауабын күрерһең: хәләлең дә үҙең кеүек алсаҡ һәм киң күңелле булыр.
Ялағай
Маҡтағанды кем генә яратмай икән. "Һалпы яҡҡа һалам ҡыҫтырыу", ти халыҡ ошо хаҡта. Маҡталған әҙәм үҙен башҡаларҙан шөһрәтлерәк, ҡөҙрәтлерәк, алдынғыраҡ итеп тоя, кәйефе лә күтәренке, йөҙө лә яҡты була. Үҙең маҡтанмаһаң да, башҡаларҙан маҡтала, данлана алыу егетлек һанала. Дан-шөһрәткә илткән юл маҡталыуҙан башлана. Кемделер маҡтайһың икән, ул кеше тап һине яҡыныраҡ күрәсәк, кәрәк саҡта ярҙам да итәсәк. Кеше маҡтап, үҙең дә яҡшыраҡ булып күренә алаһың.
Ҡатын-ҡыҙ заты маҡтағанды айырыуса ярата бит, һәм уларҙың ошо сифатынан үҙеңә файҙа табып була. Ҡыҙҙарҙың һәр ҡайһыһы матурыраҡ булып күренергә тырыша, шулай булғас, үҙең һайлағанын да килештереп маҡтай алыу кәрәк. Матур һүҙҙәреңде йәлләмәһәң, гүзәл зат та йылмайып-көлөп торасаҡ. Ҡыҙҙарға яҡшы һүҙ эҙләп, йөҙәп тораһы ла юҡ: буй-һынын, сәс толомдарын, ҡарашын, йылмайыуын гүзәлләп, кейгән кейеменең дә шул тиклем килешле икәнен белдерһәң, хаттин аша. Ҡыҙ йөрәгенә юлдың тел аша һалынғанын онотмағыҙ, егеттәр! Ә өйләнгәс, хәләл ефетең алдында ялағайланмай ғына ҡара - ул әүәл ниҙәр һөйләп, ниҙәр вәғәҙә иткәнеңде тиҙ иҫеңә төшөрөр.
Тыңлаусан малай
Артыҡ инициатива күрһәтмәйенсә йәшәп тә өлгөр исемен алып була. Барыһына ла алдан сабыулап йөрөргә тимәгән бит. Түрә ҡушҡанды ваҡытында һәм еренә еткереп башҡараһың икән, һинең дә урының түрҙә буласаҡ. Ғөмүмән, бөгөн үҙ һүҙлеләр түгел, тыңлаусан заттар алға сыға.
Ошо тормош ҡануны ҡатын-ҡыҙ менән мөнәсәбәттәрҙә айырыуса яҡшы һөҙөмтәләр бирә. Заман ҡатын-ҡыҙҙары үҙ ғаиләһендә булһа ла түрә булырға ярата, үҙе бойорғандың теүәл үтәлеүен теләй. Шуға күрә ҡыҙҙар дуҫлашып йөрөгән егетенең үҙҙәре талап иткәнде нисек үтәй алыуына айырыуса иғтибарлы була. Нисек кенә булмаһын, ҡатын-ҡыҙ үҙен аҙмы-күпме "королева" итеп күргеһе килә. Өйләнешкәс, улар үҙҙәренең ауыҙына ғына ҡарап торған ирен тыңлаусан малайҙай итеп күрә лә, арҡаһынан тупылдатып һөйөп, иркәләп-наҙлап алырға ла онотмай. Әгәр ҙә улар яңылыштан ғына ҡоролған "тәртип"те боҙа икән, "яза"һын да мотлаҡ аласаҡ: батшабикә ике тапҡыр һөйләп тормаясаҡ. Башҡалар ошондай ир тураһында "ҡатынының туфли табаны аҫтына эләккән", тиһә лә, ул үҙ ғаиләһендә татыу һәм тыныс йәшәү өсөн ошонан да уңайлыраҡ ысул тапмаясаҡ. Хәйер, ошо ролде ҡабул итергәме, юҡмы, һәр кем тәбиғәттән бирелгән холҡона ярашлы, үҙе хәл итә.
Шаянбай
Донъя булғас, уйын-көлкөһөҙ булмай. Хатта тормош хәлдәре ауырайып киткәндә лә бер көлөп алһаң, артабан йәшәүе еңеләйеп киткәндәй була. Шулай булғас, көләс йөҙлө, шаян һүҙле кешеләр беҙҙең ҡәҙимге көнитмешебеҙгә йәм биреп, йәнләндереп тора. Улар һәр көндө йылмайып ҡаршылап, үҙҙәренең бөткөһөҙ энергияһын тирә-яҡҡа сәсә.
Ҡыҙҙар ҙа иң элек егеттәрҙең ҡайһыһы үткерерәк, телсәнерәк, шулар тирәһендә урала. Уҡығандамы, эштә булһынмы, шаян, күңелсәк егеттәр һәр саҡ иғтибар үҙәгендә була. Аулаҡта, ял иткәндә мут егеттәрҙең урыны түрҙән булып, ҡушарлап бейегәндә ҡыҙҙарҙың иң "эре"ләре лә уларҙан баш тартмай. Шулай итеп, шуҡ егеттәр үҙҙәренә кәләште уйнап-көлөп кенә таба ла, кейгән ҡамытын шаяра-көлә тартыуын дауам итә. Әлбиттә, ҡатындары уларға артыҡ шашып китергә ирек бирмәй, юғиһә, йәш саҡтағы "мутлыҡ"тарын иҫкә төшөрөп, ысҡынып китеүҙәре бар. Шулай ҙа, ҡыйын хәлдәрҙә бөлөнөп ҡалмағас, уларҙың бәләкәй генә "шуҡлыҡ"тарын хәләл ефеттәре ғәфү итеүсән була.
Ашнаҡсы ир
"Егет йөрәгенә юл уның ашҡаҙаны аша һалына", тип әйтеү бигүк дөрөҫ түгел шикелле. Егеттәрҙең ҡайһыһы аш һайлап, артыҡ иркәләнергә ярата һуң? Дөрөҫөрәге, ниндәй аш тәҡдим итәләр, шуның менән ҡәнәғәт була улар күп осраҡта. Ә ҡатын-ҡыҙ, киреһенсә, бер саҡта ла тик бер төрлө аш менән ҡәнәғәт булмаясаҡ. Шуға бит инде улар китап магазинынан "Кулинария" томдарын ташый, хәтерҙәрендә йөҙәрләгән аш-һыу әҙерләү рецептын һаҡлай. Әгәр һеҙҙең, ир-егеттәр, өҫтәрәк һанап үтелгән мөмкинлектәрегеҙ юҡ икән, ҡыҙ-ҡатын күңелен аш бешереп тә яулап була икәнлеген онотмағыҙ. Был беҙҙең ирҙәр өсөн сәйерерәк ысул инде, әммә ул 100 процентлы гарантия бирәсәк. Ана, үзбәк ирҙәре былау бешерергә кәрәк булһа, ҡатын-ҡыҙҙы эшкә ҡатыштырмай икән. Был тиккә түгелдер ул. Ышанмаһағыҙ, үҙегеҙ ошоно һынап ҡарай алаһығыҙ. Иң мөһиме, күҙҙең яуын алып торған, ауыҙ һыуын ағыҙырлыҡ тәмле еҫтәр аңҡып торған өҫтәл әҙерләй алыу кәрәк. Тәүҙә ошоға өлгәшеү мөмкин булмаҫтай тойолһа ла, аш бешереүҙән дә күңеллерәк һәм ләззәтлерәк башҡа эш булмағанын һуңынан аңларһығыҙ. Донъяла иң яҡшы ашнаҡсыларҙың ир затынан булыуын кем белмәй? Ә ҡатын-ҡыҙ заты тарафынан һеҙҙең ошо һәләтегеҙ үҙе бер батырлыҡҡа тиңләнеп баһаланасаҡ. Шулай итеп, тәмле аш бешерергә өйрәнһәң, кәләшле лә булырһың, ә өйләнгәс, хәләл ефетең: "Һай, Хоҙайҙың рәхмәте төшкөрө, минең иремдән дә булдыҡлыраҡ башҡа ир юҡ", - тип, һайрап торасаҡ.
Бәҙри ӘХМӘТОВ.
КИРЕ СЫҒЫРҒА