Әбйәлил районы үҙәге Асҡар мәҙәниәт һарайында район ағинәйҙәре ҡоро булып үтте. Унда райондың барлыҡ ауылдарынан тиерлек 300-ләп ҡатын-ҡыҙ ҡатнашты.
Ойошма барлыҡҡа килгәндән алып башҡарылған эштәр ҡоро һүҙҙә, сығыштарҙа, ҡағыҙҙа ғына түгел, ә ғәмәлдәрҙә икәне шунда уҡ аңлашылды: район мәҙәниәт һарайы фойеһында ауыл биләмәләре ағинәйҙәре ҙур күргәҙмә ҡороп ебәрҙе. Милли аш-һыу, кейем, биҙәүестәр, ҡул эштәре күргәҙмәһенән саф башҡорт рухы бөркөлдө, сағыулыҡтан күҙҙәр ҡамашты. Күргәҙмәнең иң ҡиммәтле "экспонаттары" ағинәйҙәр үҙҙәре булды. Ғәжәйеп бер күренеш булды был: төрлө ауылдарҙан йыйылған ағинәйҙәрҙең барыһы ла милли күлдәктә, үҙ ҡулдары менән эшләгән селтәрҙә һәм ҡашмауҙа ине.
- "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ойоштороп ҡына йөрөгәндә, бынан биш йыл элек, "Эште ниҙән башлайыҡ?" тигән һорауға:"Әйҙәгеҙ, милли кейемдәр тегеп кейеүҙән башлайыҡ!" - тип яуаплағайным. Шулай иттек тә. Мин әле ул ваҡытта милли кейемдең, ошо милли биҙәүестәребеҙҙең ниндәй мөғжизәле ҡеүәткә эйә булғанын бик күҙ алдыма ла килтермәгәйнем. Берҙән, ул ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың йөҙөнә, буй-һынына ҡот ҡундырҙы; икенсенән, ошо кейем ҡатын-ҡыҙҙы иман нурына төрҙө лә ҡуйҙы. Милли кейем кейгән ҡатын-ҡыҙ ҙа, ир-егет тә үҙен дәрәжәле, ғорур, лайыҡлы тоторға, артыҡ хәрәкәт эшләмәҫкә, һүҙҙәрен дә самалап, ипләп һөйләргә өйрәнә, имеш. Барыһы ла ошо хәҡиҡәтте дәлилләй, быны мин үҙем дә тоям... - тине Өфөнән килеп еткән ҡунаҡ - Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының "Ағинәй" республика йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Гөлфиә Янбаева.
Район ағинәйҙәре ойошмаһы етәксеһе Роза Таһирова иһә Әбйәлил ағинәйҙәренең бихисап бурыстары, балаларҙы, йәштәрҙе тәрбиәләүҙә, айыҡлыҡ өсөн көрәштә, милли йолаларыбыҙҙы тергеҙеүҙә ал-ял белмәй эшләүе тураһында һөйләне. Уның билдәләүенсә, Әбйәлил ағинәйҙәре район сараларында ғына түгел, республикала үткәндәрендә лә ихлас ҡатнаша. Былтыр май айында Өфөлә үткән милли кейем байрамында ла, йәй көнө Күгәрсен районында үткән республика ағинәйҙәре ҡоронда ла, декабрҙә шулай уҡ Өфөлә үткән "Селтәр" конкурсының йомғаҡлау кисәһендә лә иң әүҙем һәм иң күп ҡатнашыусылар әбйәлилдәр булған.
Бына шулай, кейемдәре менән дә, йәшәү рәүештәре, һөйләгән һүҙҙәре менән дә, хатта сәхнәләрҙә йырлап-бейеп, төрлө йолалар атҡарып йөрөүҙәре менән дә донъябыҙға ҡот ҡундыра, ауылдарға йәшәү рухы өҫтәй ағинәйҙәребеҙ. Иң мөһиме, был эштәрҙе улар үҙ ирке менән, бер кем дә ҡушмаҫтан, бер ниндәй түләүҙәргә лә өмөт итмәй башҡара. Урындарҙағы етәкселәр шуға ла рәхмәтле был йәмәғәт ойошмаһы ағзаларына. Әлеге ҡорҙа ла район хакимиәтенең эштәр идарасыһы Урал Хәлисов, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Вил Илһамов, район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Лениза Сәғәҙиева "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһының район тормошондағы ролен, рухи, тәрбиәүи йүнәлештәге әүҙем эшмәкәрлеген лайыҡлы баһалап, ағинәйҙәрҙе тормоштоң төрлө кире күренештәренә ҡаршы бергәләп көрәшергә саҡырҙы.
Гөлнара ФӘТХУЛЛИНА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА