«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИР КЕШЕ ӨСӨН ӘСӘҺЕ МЕНӘН ҠАТЫНЫНЫҢ ДУҪ БУЛЫУЫ - ЯРТЫ БӘХЕТ
+  - 

Яңы рубрикабыҙҙың тәүге ҡунаҡтары - Башҡортостан юлдаш телевидениеһының яңылыҡтар бүлеге хеҙмәткәрҙәре Рәмзиә Кәримова һәм Илдар Байбулатов. Республикабыҙҙың журналистика өлкәһендә хеҙмәт иткән был матур иштәр гәзитебеҙ битен биҙәрҙәй, күптәргә үрнәк булырҙай ғаилә. Ситтән ҡарағанда бик етди булып, башкөллө мәшәҡәттәргә сумған ир менән ҡатын яҡындан аралашҡанда бөтөнләй икенсе юҫыҡта асылды. Рәмзиә алсаҡ, ҡыҙ-ҡатындарса күп һүҙлерәк, шул уҡ ваҡытта төплө фекерле булһа, Илдарҙың аҙ һүҙле, әммә тапҡыр, шаян, ипле, хатта хисле лә булыуын аңғарҙым. Был фекерҙе улар менән һөйләшеү үҙе үк дәлилләй.

Һәр ғаиләнең барлыҡҡа килеү тарихы була бит инде. Һеҙҙең танышыу, өйләнешеү ниндәй шарттарҙа һәм нисегерәк килеп сыҡты?

Илдар:
Беҙ икебеҙ ҙә Әбйәлил районынан. Күрше ауылдарҙа үҫһәк тә, бер-беребеҙҙе белмәнек. Әрменән ҡайтҡас, матайға атланып күрше ауылға барҙым да, ҡапҡа төбөндә торған йәштәрҙе күреп, туҡтап киттем. Шунда бер ҡыҙ сит илдә күргән мажараларын һөйләй икән. Шул ҡыҙ Рәмзиә ине инде ул. Башҡорт дәүләт университетында тик бишлегә генә уҡығаны, студент төҙөлөш отрядында эшләгәне өсөн Германияға барып ҡайтҡан икән, немка әхирәте менән Франция, Голландияға ла барып килгәндәр.
Һуңынан Өфөгә уҡырға ингәс, поезда ауылдаш апай менән бергә килдек. Баш ҡалаға килеп төшкәс, туҡтар урын юҡ, шунда был апай: "Әйҙә, бер фатирға алып барам, унда беҙҙең күрше ауыл ҡыҙы йәшәй. Унда бөтә Әбйәлил туҡтап йөрөй",- тине. Барһаҡ, ысынлап та, абитуриенттар, ауылдан йомош менән килгәндәр хатта иҙәндә лә теҙелешеп йоҡлап ята. Хужабикә үҙе командировкала ине, үҙен күрмәйенсә, фатирында бер аҙна йәшәп сыҡтым. Шул хужабикә ҡыҙ ҙа Рәмзиә булған. Аҙаҡтан Ураҙа ғәйетендә, репортаж эшләгән саҡта таныштыҡ.
Рәмзиә: Илдар менән дуҫлашып киттек. Баштан уҡ кешелеклеге һәм донъяға төплө ҡарашы менән арбаны ул. Эсмәй, тартмай, спорт менән шөғөлләнә. Мөһабәт кәүҙәле, сибәр, йәшел күҙле, тыныс, аҡыллы, тәртипле, тыйнаҡ, бөхтә, йомарт. Әҙ һөйләй, күп эшләй. Ғөмүмән, мин ир-егеттәр һүҙгә һараныраҡ булырға тейеш тип уйлайым. Техникумдан һуң уҡырға барғас, Илдар Башҡорт дәүләт педагогия университетында ике курсты бер юлы уҡып йөрөй, тағы 3-4 урында эшләргә өлгөрә. Ҡайҙалыр һаҡсы, йөк ташыусы, ҡайҙалыр төҙөүсе. Шул мәшәҡәттәре араһында миңә лә ваҡыт бүлеп, концерт-театрҙарға йөрөйбөҙ. Үҙемсә, ул тиклем һәйбәт кеше булмайҙыр, миңә оҡшар өсөн шулай тырышалыр, тип уйлайым. Ахырҙа, бер тура килгәндә ауылдаш ҡыҙҙарынан һораштым. Улар кем уҙарҙан Илдарҙы, уның ғаиләһен маҡтай башланы. Өләсәйем бала саҡтан, яҡшы урынға килен булып төш, тип теләй ҙә ултыра торғайны, теләгәне ҡабул булды...

Килен-ҡәйнә мөнәсәбәте, ғәҙәттә, ғаиләләрҙәге "һауа торошон" көйләй йә боҙа. Күҙәтеүҙәр буйынса, башҡорт ғаиләләрендә ҡәйнә-кейәү проблемалары артыҡ юҡ, әммә ҡәйнә-килендеке йыш күҙәтелә...

Рәмзиә:
Мин ҡәйнәмде яратам тиһәм, ышанаһыңмы? Ысынлап яратам. Был тойғо кейәүгә сығып йәшәй башлағанда уҡ барлыҡҡа килде һәм бөгөн ул әсә менән ҡыҙҙыҡы кеүек. Беҙҙең бер-беребеҙгә мөнәсәбәтебеҙ уртаҡ яратҡан кешебеҙ аша яҡынайғандыр. Икебеҙ өсөн дә Илдар берҙәй ҡәҙерле - уның ғәзиз балаһы, минең балаларымдың атаһы, хәләл ефетем. Нисек итеп ғәзиз йәндәрҙе бүлә йәки бүлешә алаһың, ти. Ҡәйнәм менән ҡайныма мин балаларына күркәм тәрбиә биргәндәре өсөн рәхмәтлемен. Улар улын ысын ғаилә башлығы итеп үҫтергән. Иреңде яратаһың, хөрмәт итәһең икән, ошо ихтирамың уның ата-әсәһенә лә күсәлер, тип уйлайым. Йәйге ялыбыҙҙы ауылда үткәрәбеҙ. Теләк булһа, диңгеҙгә, сит илгә лә барырға мөмкин. Әммә һағынып көтөп торған ғәзиз йәндәр булғанда ошо бәхетле мәлдең ҡәҙерен белеп ҡалырға кәрәк, тип уйлайбыҙ. Донъя бит мәңгелек түгел. Икенсенән, алтмыш йәшлек ҡайным бесән сабып, ҡәйнәм мал тәрбиәләп йөрөгәндә, беҙ нисек оялмайынса ҡайҙалыр ял итеп ятайыҡ. Балалар ҙа олатаһы-өләсәһе янында күберәк булып, уларҙың тәрбиәһен тойоп ҡалһын, тибеҙ. Донъя бит - ҡуласа, балалар атай-әсәйгә мөнәсәбәт ниндәй булырға тейешлеген күреп, һеңдереп үҫә. Ҡәйнәм иң яҡын әхирәтем, уның менән һөйләшергә, серләшергә яратам. Беҙҙең уртаҡ яҡтарыбыҙ күп, тормошҡа ҡарашыбыҙ, зауығыбыҙ, пландарыбыҙ оҡшаш. Бешергән аш-һыуҙарын да, холҡон да, һөйләү манераһын да яратам. Ҡәйнәм әле үҙенең ҡәйнәһен ҡәҙерләп ҡарай. Асыҡ тәрбиә өлгөһө. Ҡәйнә килен тупрағынан ярала, тиҙәр бит инде.
Илдар: Килен-ҡәйнә темаһы булһа ла, ошонда мин дә фекеремде әйтәйем әле. Был мәсьәләлә ике яҡтың да аңлы булыуы зарурҙыр. Минең өсөн ҡатынымдың атай-әсәйемде хөрмәт итеүе бик мөһим, хатта шарт. Әгәр Рәмзиә, ҡәйнәмдәргә бармайыҡ, тип торһа, ихласлыҡ күрһәтмәһә, йәки яһалма ҡыланһа, минең күңелем китек булыр ине. Әсәйем, сабыр кеше булараҡ, өндәшмәҫ тә ине, әммә арала йылылыҡ һаҡланмаҫ ине. Ә былай, Рәмзиә минең туғандарыма хөрмәт менән ҡарай белә. Тағы ла һыҙыҡ өҫтөнә алам: был бер-ике йыллыҡ, хатта ун йыллыҡ ҡына ла ғүмер түгел, ике тиҫтәлек, күп нәмәлә һыналған яҡынлыҡ. Ир кеше өсөн әсәһе менән ҡатынының дуҫ, яҡын булыуы ярты бәхет ул.

Ярай, бына һеҙ бер-берегеҙҙән уңғанһығыҙ, матур, түңәрәк ғаилә булып йәшәү бәхетенә өлгәшкәнһегеҙ. Баштан уҡ шундай аңлашыуға өлгәштегеҙме, әллә уның өсөн көрәшеү ҙә булдымы? Киләсәктә ҡыҙҙарығыҙ ғаилә ҡорған саҡта егетте нисек һайларға кәңәш итәсәкһегеҙ? Улар буласаҡ ирҙәрендә аталарының ҡылыҡтарын, холҡон эҙләйәсәк бит инде. Тап шул тормош иптәшендә атай мөнәсәбәтен таба алмау ҡатын-ҡыҙҙы трагедияға алып килеүсән, тип яҙа бит психологтар.

Рәмзиә:
Башта, ғаилә булып йәшәй башлағас, үҙ һүҙемде һүҙ итеп маташҡан осор булды. Илдар күп эшләй, дуҫтары ла күп, буш ваҡыттарын хоккей, футбол, волейбол уйнап үткәрә. Ә мин өйҙә бала менән ултырам. Бер саҡ ошо хәлдәрҙе ҡәйнәмә ошаҡлашырға булдым. Ул ҡайнымдың ҡолағына төшөргән. Ҡайным ара 400 километр тимәй, шул көндө үк Өфөгә килеп етте лә, икебеҙҙе ултыртып: "Өйләнешкәнһегеҙ икән, бер-берегеҙҙе бәхетле итегеҙ, ыҙалатып йәшәүҙең мәғәнәһе юҡ", - тине. Хәҙер 20 йылға яҡын ошо девиз буйынса йәшәйбеҙ. Миңә ғаиләһе тип өҙөлөп торған ирҙең ҡанаты аҫтында нескә ҡатын булып йәшәүе оҡшай, ул - баш, миңә муйын роле лә етә. Бүтән ошаҡлашманым, сөнки ир менән ҡатын шунда уҡ яраша, ә әсә йөрәге оҙаҡ һыҙлай икәнен ваҡытында аңланым. Балаларым өләсәй-олатайлы булып үҫһен, тип, яҡшы хәбәрҙәребеҙ, хәстәребеҙ менән уларҙың ғүмерен оҙайтырға тырышабыҙ.
Икенсе һорауға килгәндә, "нәҫел", "тоҡом", "зат" тигән төшөнсәләр халыҡта борондан булған. Юҡҡамы ни, халыҡта ҡан таҙалығын һаҡлау ҡануны борондан килә. Генетика, асылда, үтә лә етди, хатта иң төп күрһәткес ул. Хәҙерге көндә шул асылдан ситләшеп, хистәр шауҡымын алға ҡуйып, милләткә зыян килтергәндәр ишәйҙе. Юҡҡамы ни, ил эштәрен алып барыр, ил һүҙен әйтер, хәл иткес саҡтарҙа уртала булыр иремдең нәҫелен мин шундай затлы тоҡомға индерәм. Һүҙемде йомғаҡлап, шуны әйткем килә, тормош иптәше эҙләгәндә ата-әсәһенә, затына мотлаҡ ҡарарға кәрәк. Мөхәббәт нисек кенә арбағыс булһа ла, уның бары тик ғаилә башланғысы икәнен аңлағанбыҙ бит инде. Артабан йәшәү, дәүләт булып китеү өсөн күркәм холоҡ, яҡшы сифаттар кәрәк. Икегеҙҙең береһе шуға эйә булып, икенсегеҙ уға эйәрә, шул күркәмлекте ҡабул итә, яҡшылыҡҡа яраҡлашырға ынтыла белгәндә лә бик шәп.

Беҙ бөгөн һеҙҙе башҡорт ғаиләһе итеп күрһәтәбеҙ. Һеҙҙең ғаиләнең башҡортлоғо нимәләрҙә сағыла?

Илдар:
Беҙ, беренсенән, өйҙә тик башҡортса ғына аралашабыҙ. Балалар русса яуап биреп торһа ла, иғтибар итмәҫкә, руссаға күсмәҫкә кәрәк, тамсы ла тама-тама ташты тишә. Ҡыҙҙар мәктәптә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүҙән тыш, туған тел булараҡ та уҡый. Ижади конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урын яулайҙар. Яңыраҡ Айгүзәл "Я помню, я горжусь" тигән Бөтә Рәсәй олимпиадаһының район этабында еңеп, ҡала кимәленә сыҡты, шунда телевидениеға башҡортса интервью биргән, ғорурланып ҡарап ултырҙыҡ. Башҡаларға, телде белергә тейешһегеҙ, тип оран һалып йөрөгән юҡ, һәр кем үҙенең ғаиләһе миҫалында өлгө күрһәтергә тейеш. Икенсенән, беҙ үҙебеҙ башҡорт йәмғиәте өсөн хеҙмәт итәбеҙ, БСТ-ның башҡорт телендәге яңылыҡтар бүлегендә эшләйбеҙ, йәғни башҡорт донъяһының бар яңылығы уртаһында ҡайнайбыҙ. Башҡорт әҙәбиәтен, мәҙәниәтен яратабыҙ, аралашҡан ғаилә дуҫтарыбыҙ ҙа үҙебеҙҙең милләттән. Кәрәк урында, үҙебеҙҙе лә, телебеҙҙе, милли ҡараштарыбыҙҙы ла яҡлай алырлыҡбыҙ.
Рәмзиә: Өҫтәп китәм, башҡорт концерттарына йәки башҡа сараларға саҡырыу ҡағыҙы алыу мөмкинлегебеҙ һәр ваҡыт бар. Әммә Илдар, минең билет һатып алырлыҡ ҡына мөмкинлегем бар, башҡорт сараларына ярҙам булһын, тип, был һорауға нөктә ҡуйҙы. Бар сараларға ла билет һатып алып йөрөйбөҙ.
Илдар: Әле ҡала ситендә йорт һалып ятабыҙ, эшсе ҡулдар йыш талап ителә, төҙөлөшкә башҡорт кешеләрен йәлеп итергә тырышабыҙ, үҙебеҙҙекеләрҙең тауарҙарын һатып алып, өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ. Өйҙә аш-һыу ҙа үҙебеҙсә, шулай өйрәнгәнбеҙ.Ҡыҙығыраҡтарынан: йәй ауылда саҡта Себерҙән килгән балалар була. Шуларҙы башҡортсаға өйрәтеү өсөн башҡорт көнөн иғлан итәм дә, русса һүҙ ҡыҫтырғандың маңлайына сиртеү билдәләйем. Уйын формаһында булһа ла бик һөҙөмтәле сара. Ҡыҫҡаһы, бөтә донъябыҙ, йәшәү рәүешебеҙ башҡортса ҡоролған, башҡаса булыуы ла мөмкин түгел.

"Ғаилә институты" тигән төшөнсә ни хәлдә икән бөгөн?

Рәмзиә:
Мин үҙем атайһыҙ үҫтем, атайым беҙ бәләкәй саҡта мәрхүм булды. Ул ваҡытта әсәйем ауырый ине, ә ағайым менән мине өләсәйем көттө. Өләсәйем ағайым менән мине алғанда 70-кә аяҡ баҫҡан була, иҫ белгәндә лә колхозда эшләп йөрөй, мал тота, һыҙырып бесән саба ине. Бер ваҡытта ла ямаулы кейемдә йөрөтмәне, иртән тороуға усаҡ яғылған, ашарға бешкән булды, беҙ мәктәпкә ас китмәнек, хатта оҙатып ҡуйыр, ҡаршы алыр ине. Бөгөн ғаилә усағын матур ғына гөрөлдәтеп ултыра алыуымдың нигеҙе лә өләсәйемдән килә тип уйлайым. Ағайым миҫалында ир-атҡа ихтирам тәрбиәләне, эшкә, тәртипкә өйрәтте. Ирҙәргә аяҡ күтәрмә, ҡул һелтәмә, тауыш сығарма, килешмәһәң дә өндәшмә, ҡаршы әйтмә, тыштан килеп инеүгә аш-һыуың әҙер булһын, алдында йәйелеп ятма, итәк-сабыуыңды йыйып йөрө һәм башҡалар. Ул ҡанундарҙы үтәмәгәндә язалары ла ҡаты бит әле. "Ир балаға ашты көттөрһәң - ғүмерең ҡыҫҡарыр", "Типһәң, аяғың ҡорор", "Иргә әйткән әсе һүҙҙе теге донъяла үҙеңә тоҙ итеп ашатырҙар". Бәләкәс саҡта ыҙғышып китеп, "Ул да миңә һуҡты бит", тип ошаҡлашһаң, "Ир һуҡҡан ер тамуҡта янмай", булыр ине яуабы. Шулай итеп, ул яйлап ҡына ир абруйын күтәрҙе, уларҙың хужа икәнен аңлатты. Тағы бер оло һабағы - белемгә ынтылыш тыуҙырыуы. Китап тотоп ултырһаң, аяҡ осона баҫып йөрөр, хатта эш ҡушмаҫ ине. Ҡайһы берҙә хәйләләп тә ҡалына ине. Уның ҡарауы, мин ауылда иң күп китап уҡыусы бала инем. Ғәрәп алфавитын ғына белгән өләсәйем уҡытыусыларға Алла урынына табынды. Кейәүгә сыҡҡас, тәүге йәй өләсәйемә ҡайтып төшһәм, был мине йәһәт кенә йыйындырып, ҡәйнәмә ебәрҙе. "Кейәү менән йәшәйем тиһәң, бар, иреңдең туғандарына һый, һинең инде һыйырың да, һандығың да, урының да шунда, миңә ҡунаҡҡа ғына кил", - тине. Дөрөҫ эшләгән, тип, уйлайым. Әгәр ул шул ваҡыт "Ҡәйнәңдең донъяһы ҙур, малы күп, эш тейәр һиңә, миндә ятып ял ит", тиһә, мин, тәжрибәһеҙ йәш килен, ҡайтыр ҙа килер, ҡайтыр ҙа килер инем. Өләсәйем оло аҡылы менән шулай "һып" иттереп кенә урыныма ултыртып ҡуйған. Ҡыҙҙарыма ла, мәле еткәс, шулай тип әйтәсәкмен.
Бөгөн ошо ғаилә институты бурыстарын мәктәп иңенә һалып ҡуйҙылар. Был дөрөҫ түгел. Уҡытыусы айырым фәндәр буйынса белем биреүсе һәм, әлбиттә, ниндәйҙер дөйөм тәрбиәүи эштәр ҙә алып барыусы ғына ул. Ул үҙ эшенә, биргән белеменә яуаплы. Ә тәрбиәне бала өйҙә алырға тейеш.
Илдар: Ғаилә институтындағы ир кешенең бурысы - ғаиләһен аҫырау. Аҡса табыу, мал табыу, төҙөлөш, ремонт, кредит мәсьәләләре ир кеше иңендә булырға тейеш. Беҙҙең ғаиләлә Рәмзиә ирҙәр эшенә ҡыҫылып өйрәнмәгән. Мин, мәҫәлән, мунсаны ҡайһы урынға ултыртайым йәки ниндәй хаҡҡа төҙөлөш материалдары алайым, тигән һорауҙы уға бирмәйем, кәңәш тә көтмәйем. Шулай уҡ ниндәй машина һатып алырға йәки уның запчастары, төҙөкләндереү хаҡтары тураһында ла һөйләшмәйем. Әле күптән түгел фатирҙы алмаштырғанда ла, үҙем табып һөйләшеп-килешеп бөткәс кенә уны алып барып күрһәтеп, хуплауын ғына алдым. Шул уҡ ваҡытта миңә ниндәй кейем кәрәкте, быйыл нимәләремде яңыртырға икәнде, бөгөн ниндәй костюм кейеремде, ниндәй прическа йөрөтөрөмдө (сәсемде лә үҙе ала), парфюмымды, хатта иртәнсәк нимә ашарымды ла ул хәл итә. Әгәр бер көн иртәнсәк ҡулыма таҙа күлдәк тоттормаһа, миңә ҡояш тотолғандай буласаҡ. Шулай уға үҙемде тапшырып, ышанып өйрәнгәнмен.

Бер-берегеҙҙекенән айырым булған ниндәйҙер шөғөлдәрегеҙ, ҡыҙыҡһыныуҙарығыҙ бармы? Ғаиләлә "ирҙәр эше", "ҡатындар эше" тигән ҡараш йәшәйме?

Рәмзиә:
Һәр кемдең ҡыҙыҡһыныуҙарға ҡоролған айырым эске донъяһы ла булырға тейеш. Тормош юлдашы шәхси милек түгел, уның үҙ шөғөлдәре, ҡыҙыҡһыныуҙары булырға тейеш, иркен сикләргә ярамай. Мин тәүге йылда уҡ сикләү, игәү менән уны бәхетһеҙ итеремде һәм, дөрөҫөндә, еңә лә алмаҫымды аңланым. Хәҙер "Нишләп хоккейың юҡ әле ул һинең?" тип үҙем һорап ҡуям. Мин иһә, театр, концерт, шиғыр кисәләрен ҡалдырмайым. Эште лә айырам. Мәҫәлән, Илдарҙы аш-һыу араһында, сепрәк-сапраҡ менән буталып йәки иҙән йыуып йөрөгән икән, тип, күҙ алдына ла килтерә алмайым. Көнкүрештең ошо кимәленә төшөрмәҫкә тырышам иремде. Шулай уҡ унан төндә бала тоттороп йөрөтмәнем, киреһенсә, мыжығанында, баланы ҡырғараҡ алып китергә тырыштым. Иртәгәһенә уға бит эшкә, ә мин өйҙә ҡалам. Йәки үҙем рулгә ултырырға ынтылмайым. Сөнки уның плюстарын күберәк күрәм. Ҙур ҡалала балаларын алып бараһы бөтә ергә лә Илдар үҙе йөрөй. Түңәрәктәргә, концерттарға, секцияларға һәм башҡаларға. Мин рулгә өйрәнгән булһам, был яуаплылыҡ йәһәт кенә әсәй иңенә төшөп тә ятыр ине. Шуға ғаиләне бөтә ергә лә атай йөрөтә. Һәм шул "йөрөтөү" уға балалары донъяһын үҙенең иғтибар үҙәгендә тотоуға ла булышлыҡ итә. Был арҡала атайыбыҙ ҡыҙҙарының нисәлә дәресе бөтөүен, ҡайһы көн ниндәй сараларға барырын, ҡасан ата-әсәләр йыйылышы булырын белә. Миңә ир кешенең бер башҡа бейегерәк булыуы оҡшай, атай абруйы тигән төшөнсә булырға тейеш.

Илдар, аңлауымса, һин яныңдағы ҡатын-ҡыҙҙарың менән бик оҫта идара итәһең. Эш урыныңдағы ҡатын-ҡыҙ коллегаларың да һинең хаҡта тик яҡшы ғына фекерҙә. Бында ҡатының түгелеп маҡтай, ҡыҙҙарың өҙөлөп тора. Йә инде, сере нимәлә?

Илдар:
Әлләсе... Берәү менән дә идара итергә уйлағаным да юҡ... Бары мин ҡатын-ҡыҙҙы... артыҡ етдигә алмайым. Уларҙың сар-сор килеүен дә, эмоцияларға бирелеүен дә, ваҡланып китеүен дә, йомшаҡлығын да, башҡа хистәргә бәйле сайпылыштарын да бары ҡатын-ҡыҙ тәбиғәте итеп кенә ҡарайым. Улар мине ыҙандан сығара алмай. Йәнемде лә көйҙөрмәй. Дөрөҫөн әйткәндә, ҡатын-ҡыҙға асыуым килгәне лә юҡ шикелле. Мәҫәлән, балаға асыуланып булмай бит, шуның кеүек. Аңлай торған ҡатын-ҡыҙ ипле әйткәнде төшөнә ул. Төшөнмәһә лә, артыҡ үпкә юҡ. Тағы ла, ҡатын кешегә яуаплылыҡ һалмайым, артыҡты талап та итмәйем. Хәленән килгәнен улар үҙҙәре лә башҡара ул. Бөтөн донъяуи хәлдәрҙә лә, эш мәсьәләһендә лә уларға "скидка" яһайым, ир кеше булып тыумағандары өсөн. Шул ғына. Миңә өйҙә тыныс мөхит, аш-һыу әҙер, балаларым ҡараулы булһа - еткән. Рәмзиә үҙ бурысын теүәл үтәй былай. Шунан ҡатынымдың кешеләргә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тороуы оҡшай. Ул кеше ҡайғыһына битараф түгел, дауаханала берәйһе ятҡанын белһә, барып етә, ауырыу балаларға ярҙам ойоштороу менән йыш шөғөлләнә, бер ваҡытта ла миңә генә булһын, тимәй, бүлешергә ашҡынып тора. Ул ярҙам иткән кешеләрҙең иҫәбе-һаны юҡ, шуға республиканың ҡайһы төбәгенә барһа ла ҡолас йәйеп көтөп торалар. Кешенең рәхмәте төшә тигәнгә ысын күңелдән ышана һәм ысынлап та шулай. Уйламаған ғына ерҙән тормошҡа ашмаҫлыҡ план да үтәлеп ҡуя.

Һеҙ эштә лә бергә, өйҙә лә бергә... Был яҡшымы ул? Әллә минустары ла бармы?

Илдар:
Өй менән эш араһындағы юлда ла бергәбеҙ... Ә инде етди әйткәндә, эштә беҙ бер-беребеҙҙе яҡшылап күрмәйбеҙ ҙә. Рәмзиә репортаж артынан сығып китә, мин сығарылыш өсөн яуаплы. Бары тик кискә генә күрешеп, табышып, бергә ҡайтып китәбеҙ. Ял көндәрендә лә минең үҙ мәшәҡәттәрем, Рәмзиәнең үҙ ҡатын-ҡыҙ хәстәрҙәре. Өйҙә эш, эштә өй тураһында һөйләшмәйбеҙ. Бергә эшләүҙең нимәһе яҡшы, бер коллективтаһың, ундағы проблемалар, яңылыҡтар, эш пландары бер, уның эшен мин, минекен ул аңламай ултырмайбыҙ. Байрамдар ҙа, кисәләр ҙә уртаҡ, тигәндәй. Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, юҡ, беҙ бер-беребеҙҙе ялҡытмайбыҙ, мәшәҡәтләмәйбеҙ. Коллективҡа яңы килгән кеше, мәҫәлән, беҙҙең бер ғаилә ағзалары икәнде аңламай ҙа, аҙаҡ ҡына белеп ҡалып аптырап китәләр.

Ике ҡыҙ үҫтергән атай булараҡ, улар менән ниндәй мөнәсәбәттәһең? Әллә ҡыҙҙарҙы әсәй тәрбиәләй, тип ҡарайһыңмы?

Илдар:
Алда әйткән ҡатын-ҡыҙға булған ҡарашым ҡыҙҙарыма ла ҡағыла. Мин уларҙы минең яҡлауыма, ҡурсыуыма мохтаж бәләкәй генә, матур ғына, иркә генә кешекәйҙәр тип ҡабул итәм. Нимә һөйләһәләр ҙә етди тыңлайым, көлмәйем, әрләмәйем. Әммә улар минең нимәнәндер ҡәнәғәтһеҙ ҡалыуымды йәки кәйефһеҙлегемде тиҙ генә тоялар. Барометр кеүектәр улар ҡыҙҙар. Унан тиҙ генә көйләп, нимә менәндер ыңғайға һыпырып, әүрәтеп, яҙып алалар. Арып ҡайтып ултырған кеүек булһам да, уларҙың шул тулҡынына эләгәм һәм аунап ятып уйнап алам, китап уҡыйым, төрлө уйындар уйнайбыҙ. Бигерәк тә "Мин бәләкәй саҡта" тигән хикәйәттәремде яраталар. Һөйлә, ти ҙә торалар. Инде, булғанына өҫтәп, булмағанын да уйлап сығарып, нимәләр генә һөйләп бөтмәнем. Йоҡлар алдынан әкиәт урынына бала саҡ хәтирәләрен тағатабыҙ беҙ. Тәрбиәгә килгәндә, әлбиттә, ҡыҙ балаға әсәй тәрбиәһе кәрәк. Әсәйһеҙ - ҡыҙ, атайһыҙ ул үҫтермә, ти бит халыҡ мәҡәле лә. Ҡыҙҙарҙың бантиклы, сәскәле, йөҙ төрлө күлдәкле донъяларына тығылмайым, унда әсәләре идара итә. Әммә етдиерәк һорауҙарҙы улар минең менән хәл итергә кәрәк икәнде белә.

Шулай ҙа ғаиләлә кем лидер? Идеялар күберәк кемдән килә?

Илдар:
Идеяға һәр кем хоҡуҡлы. Аҡсаны бергә тотабыҙ, йәшерен запастар юҡ. Ғаилә бюджетын күберәк Рәмзиә планлаштыра, шунан бергәләп ултырып һөйләшәбеҙ, хәл итәбеҙ. Көтөп торғандары артҡараҡ шыла, иң кәрәклеләрен сығып алабыҙ. Балалар үҫкәндә төрлө саҡ була, Рәмзиәнең кейем тип артыҡ өҙгөләнмәүе оҡшай. Сифатлы, килешле кейем генә ала, артығын йыймай. Тәүҙә балалар мәнфәғәтен, уларҙы рухи яҡтан үҫтереүҙе алға ҡуя. Бер бүлмәле фатирҙа йәшәй инек, гүзәл зат шәшке тун тип ҡыҙа бит инде. Рәмзиәгә тәҡдим итһәм, ул: "Юҡ, ул ыштанһыҙ көйө ҡайыш бау таҡҡан һымаҡ була. Тәүҙә фатирҙы ҙурайтайыҡ, машинаңды яңырт, балаларға шарт тыуҙырғас, туны ла булыр",- тип өҙөп ҡуйҙы. Ул үҙен генә ҡайғыртып, бар аҡсаны үҙенә тыҡһа, күңел һүрелер ине. Ә былай мин эшләгән аҡсамдың һөҙөмтәһен күреп торам, кәңәшле эш тарҡалмаҫ, тип юҡҡа әйтмәгәндәрҙер инде. Маҡсаттарыбыҙ уртаҡ беҙҙең.
Рәмзиә: Ҡарап тороуға ғаиләнең лидеры мин кеүек булып күренәм. Сөнки холҡом менән теремекмен, тиҙ аралашыусанмын. Илдар бер күтәрелеп ҡарағансы, мин ике ҡат һөйләп бөткән булам. Әммә минең идеяларым үҙ биләмәмдә генә көсөнә эйә. Мәҫәлән, аш-һыу бүлмәһендә, йәки балаларға ҡағылышлы, йәки ялға, йәки вағыраҡ һатып алынаһы әйберҙәргә. Ә инде бөтөн эре мәсьәләләрҙә лә идея хужаһы ла һәм ул идеяны тормошҡа ашырыусы ла Илдар үҙе. Миңә лә фекеремде әйтеү хоҡуғы бирелә ул былай, бик булмаһа, "Оҡшаймы?" тигән һорау булырға мөмкин. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер эштәрҙе белмәй ҡалыуым да бар. Мәҫәлән, ҡала ситендәге өйөбөҙ янында мунса ултыртылыуын аңғармайыраҡ ҡалғанмын...

Аңлауымса, һеҙҙең ғаиләлә патриархат. Традицион башҡорт ғаиләһе ҡағиҙәләре менән йәшәйһегеҙ. Ошолай булыуын теләп, махсус рәүештә яһап алдығыҙмы был дәүләтте, әллә үҙенән-үҙе шулай килеп сыҡтымы?

Илдар:
Кем уны махсус уйлап ултырған инде! Кеше, ғәҙәттә, нимә белә, шуны эшләй, нисек белә, шулай йәшәй. Мин дә шулай уҡ. Үҫкәндә атайымды нисек итеп күреп өйрәнгәнмен, унан ниндәй һабаҡтар алғанмын, нимәләр ҡаныма һалынған - минең йәшәйешемдә лә шулар сағылыш ала. Балалар ни, ояһында ни күрһә, осҡанында ла шуны ҡыуа. Атайым ғүмер буйы балалар уҡытты, әле лә эшләп йөрөй, йыл һайын районда үҙе йәшендәгеләр араһында саңғы ярышында беренсе урын ала, көрәш секцияһын алып бара, ирҙәр хорына йөрөй, әсәйемдең баҡсаһы конкурстарҙа беренсе урын яулай. Ә беҙ уларҙың тормошон дауам итеүселәр, быуындар күсәгилешлеге шулай һаҡланалыр тим.
Башҡорт ғаиләһе ҡағиҙәләре, тигәндән... Башҡаһын белмәйбеҙ, белгән хәлдә лә, башҡаһы беҙгә төҫ түгел. Күңелебеҙ ошолай йәшәүҙе теләгәс, аңыбыҙ ошоға ҡоролғас, менталитет шулай булғас, эйе, башҡортса йәшәйбеҙ.

ШУЛАЙ ИТЕП...
"Йәш ваҡытта барлыҡҡа килгән ғаилә, башлыса, мөхәббәткә нигеҙләнә. Был һөйөү тора-бара тағы ла көслөрәк башҡа тойғолар менән нығытылырға мөмкин, шул уҡ ваҡытта юҡҡа сығыуы ла бар. Әгәр һайлаған кешең һинең өмөттәреңде аҡламаһа, йәштән хыялыңда йөрөгәнгә тап килмәһә, аралағы хистәр юйылып, бәйләнеш кенә тороп ҡалыуы ихтимал. Һәм был ғаилә ана шул бергә ашау-эсеү, уртаҡ балаларҙы ҡарау ҡалыбында ғына ҡала. Исеме була уның, асылы булмай. Ә инде ир менән ҡатын бер-береһенең ихтирамын, иғтибарын яулап алһа, бер-береһенең талаптарына яуап бирһә, бер һүҙҙән, хатта ҡараштан аңлашһалар, бындай ғаилә Мөхәббәт тип аталған нигеҙгә ултыра. Беҙҙең ғаиләбеҙҙең нигеҙе лә - Мөхәббәт", - тине Рәмзиә һүҙебеҙҙең һуңында, ә Илдар ипле генә йылмайып, уны йөпләне...

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.04.17 | Ҡаралған: 2080

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru