«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҮҘ РИЗЫҒЫҢ – ҮҘӘКТӘ
+  - 

Һәр кешенең һаулығы уның ниндәй аҙыҡтар менән туҡланыуына бәйләнгән. Ғалимдар иҫбатлауынса, тәүтормош осоронда һимеҙ кешеләр бөтөнләй булмаған. Был аңлашыла: улар йәшәгән дәүерҙә консерванттар, ароматизаторҙар ҡушылған ризыҡтар, газлы эсемлектәр, кондитер изделиелары булмаған бит инде. Кеше һунарҙа нимә таба, шуның менән көн иткән һәм, ғөмүмән, тәбиғәттең айырылғыһыҙ бер өлөшө булып йәшәгән.

Беҙ бөгөн тәбиғәттән шул тиклем ситләшкәнбеҙ, хатта туҡланған ризыҡтарыбыҙ ҙа тәбиғи түгел, ә яһалма була бара. Шул арҡала аллергия, шәкәр диабеты, онкология һымаҡ замана сирҙәренең тамыр йәйеүен бик үк аңлап, ул хаҡта борсолоп та бармайбыҙ, ахыры. Ә борсолорға кәрәк ине. Һис юғы, яһалма ризыҡтарҙан йәш быуынды һаҡлау хәстәре күрелергә тейеш. Байғусҡар ауыл китапханаһы ошо проблемаларҙы күҙ уңында тотоп, иғлан ителгән "Эко-мин! Эко-беҙ! Эко-донъя!" әҙәби-экологик конкурс сиктәрендә "Туҡланыу ризыҡтары: ыңғай һәм кире ҡараш" исемле сара үткәрҙе. Китапханасы Резедә Ҡолсонбаева консервантлы ризыҡтарҙың зыянын иҫбатлап, кока-кола эсемлеге менән тәжрибә эшләп күрһәтте һәм магазин кәштәләрендәге сағыу биҙәкле аҙыҡ-түлекте тышындағы яҙыуҙы ентекләп тикшергәндән һуң ғына һатып алырға кәңәш итте. "Кешелектең йәшәү тамырына ҡулдарыңды һуҙма, химия!" исемле күргәҙмәлә тап ошондай һаулыҡҡа кире йоғонто яһаған аҙыҡтар урын алғайны. Ә "Һөттә - һаулыҡ, майҙа - бәрәкәт, иттә - ҡеүәт" исемле күргәҙмәгә иһә тотош ҡына үҙебеҙҙең башҡорт милли ризыҡтары - сәк-сәк, ҡабартма, өшә, көлгә күмеп бешерелгән картуф, көлсә, талҡан, айран, буҙа, кипкән емеш-еләк, төрлө-төрлө емеш-еләк ҡағы, һөҙмә, ҡороттоң бер нисә төрө, эремсектәр, ҡаҡланған ит, ҡаҙы, тултырма, хатта ҡомалаҡ әсеткеһе лә ҡуйылғайны. Тамашасыларға талҡан эшләү, ҡымыҙ бешеү, ярма төйөү, ҡымыҙ һәм күбек май бешеү, һағыҙ ҡайнатыу ысулдары буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә күрһәтелде.
Китапханасының Хәйбуллала етештерелгән иттең үҙенсәлеге тураһында һөйләгәндәре бигерәк тә фәһемле булғандыр. Ҡояш энергияһы менән байытылған дала ҡылғанын һәм әремен утлаған малдың ите ашап туйғыһыҙ татлы һәм һутлы була. Шуға күрә Хәйбуллала етештерелгән итте бренд кимәленә күтәрергә лә мөмкин. Ғөмүмән, Хәйбуллала етештерелгән ҡымыҙ һәм ҡороттоң даны сит төбәктәргә лә таралған. Байғусҡар ауылының уңған килендәре баҙарҙа һатҡан ҡорот һәм майҙарын хатта Ырымбур өлкәһенән эҙләп килеп һатып алыуҙары ошо турала һөйләй.
Байрам һуңында тамашасыларға "Ата-бабамдың аш-һыуы хазинаға торошло" исемле күргәҙмәгә ҡуйылған китаптарҙы алып уҡырға тәҡдим ителде.

Рәмзиә ҠЫУАНДЫҠОВА.
Хәйбулла районы Байғусҡар ауылы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.04.17 | Ҡаралған: 964

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru