Һәр йылда ла яҙ миҙгеле төрлөсә килә. Бына быйылғыһы, әйтәйек, бигерәк һағындырып ҡына, үтә инәлтеп кенә килә. Ә инде былтырғыһы иһә, шаулап-ярһып үҙ мәлендә килде һәм... серәкәйҙәрҙең баҫып алыуы менән иҫтә ҡалды.
Серәкәй тураһында һүҙ сыҡҡас, бер иптәштең әсенеп әйткәне иҫкә төштө әле. Серәкәйҙәр уны бигерәк аптыратҡандыр инде, шуға ла ул йәне көйөүенән ни эшләргә белмәй, ошолай тип һөйләнеп торғайны.
- Серәкәй бигерәк йәнгә тейә. Бына рәхәтләнеп кенә ял итеп алайым әле, тип утты һүндереп йоҡларға барып ятаһың. Киреләһең, һуҙылаһың, ҡыҫҡаһы, йоҡларға урын тибәһең. Шул мәл ошо илаһи тынлыҡты боҙоп, ниндәйҙер безелдәү ишетелеп ҡала. Тора-бара уға икенсеһе, шунан өсөнсө, дүртенсеһе ҡушыла. Был безелдәүҙәр йоҡоно һыпырып алғандай юҡҡа сығара. Йоҡоға, пока, тип әйтәһең һәм ҡаты көрәшкә әҙерләнә башлайһың. Һөжүмгә серәкәйҙәр килә! Мейене бер генә уй быраулай. Ҡәбәхәттәрҙең барыһын да үлтерә һуғырға, береһен дә йәлләп тормаҫҡа! Ҡул аҫтына эләккән гәзитте ҡулға йомарлап тотоп, һөжүмгә әҙерләнәһең. Әммә... (бына ошоноһо бигерәк йәнгә тейә лә инде) алыш-көрәш юҡ. Үҙең уйлап ҡара әле. Дошмандарҙың яҡынайыуын тойоп, ҡапыл юрғанды алып ташлап һикереп тораһың, йүгереп барып утты яғаһың. Ҡулдағы гәзит, ана һуғам, бына һуғам, тип кенә тора, күҙҙәр серәкәйҙәрҙе эҙләй, ә улар - юҡ! Әле генә ҡолаҡ төбөндә безелдәп йөрөгән ҡан эскестәр шул арала йәшенеп тә өлгөргәндәр. Элеккеләре бит күпкә ябай булды. Уларҙы ҡарауыллап тороп үлтерә һуғырға була ине. Ә хәҙергеләре күпкә хәйләкәрерәк. Утты һүндерҙең - безелдәйҙәр, уттың яндырҙың - уларҙан елдәр иҫкән. Һөжүм итеүҙең файҙаһыҙ икәнен аңлап алғас, һаҡланыу-ҡасыу ысулдары тураһында уйлана башлайһың. Бында ла һайлау мөмкинлеге әллә ней юҡ бит әле. Иң һәйбәте - баш аша юрған менән бөркәнеп ятыу. Мине таба алмағас, таралышырҙар әле, тип үҙеңде йыуатҡан булаһың. Әммә бер мәл (эй, Хоҙайым) бер серәкәй юрған эсендә безелдәй башлай. Ней ҡайҙан ингәнен белеп булмай, ней тотоп алып атып үлтереп булмай. Ҡыҫҡаһы, күрмәгәнде күрһәтә инде был серәкәй...
Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ, тигәндәй, ысынлап та, күп осраҡта ошо бәләкәй генә бөжәккә сыҙарға тура килә шул. Ошо сыҙамлыҡҡа ишара яһап, кешеләр хатта уға арнап һәйкәл дә эшләп ҡуйғандар. Ул Ямал-Ненец округының Ноябрьск ҡалаһында урынлашҡан. Тимер серәкәйҙе урындағы эшселәр үҙ көстәренә таянып ҡына эшләгән. Уларҙың фекеренсә, был һәйкәл яңы эшкә килгән йәш эшселәргә сыҙамлы булырға өндәү булып тора. Уларҙы тимер серәкәй алдан уҡ аңғартып ҡуя: "Миңә, бәләкәй генә бөжәккә, сыҙарға көс тапһаң, шул ваҡытта ғына һин Себер тарафтарында эшләй аласаҡһың!"
Ә инде серәкәйҙең үҙенә килгәндә, уның өс меңдән ашыу төрө билдәле. Рәсәйҙә иһә уның йөҙгә яҡын төрө көн күрә. Инә серәкәйҙәр кешене ун ике метр аралыҡта һиҙә. Күптәр беләлер инде, "апай" серәкәйҙәр генә ҡанды һура, ә "ағайҙар" иһә сәскәле үҫемлектәрҙең һуттары (нектар) менән туҡланып көн күрә (шуныһы ла буйтым еткән уларға, тип ҡуйҙы түгелме шул саҡ бер апай). Ҡан һурыр алдынан серәкәй ҡанды ойоштороусы матдәләр ебәрә. Аҙаҡтан улар тәнде ҡысыттыра һәм ҡыҙыл тапсыҡтар барлыҡҡа килтерә лә инде. Серәкәйҙәр менән көрәшеү юлдары күп кенә. Уларҙың төрлө еҫтәргә һиҙгер булыуын уңышлы ғына ҡулланып була. Мәҫәлән, серәкәйҙәр помидор ботағының, муйыл, аҡтамыр, ҡәнәфер, бесәй үләне, ала миләүшә, ҡанүлән, яран, бөтнөк сәскәләренең еҫен яратмай.
Мәҡәләмде иһә серәкәй менән бәйле бер ҡыҙыҡ хәл менән тамамлап ҡуйғы килә. Бер мәл Әҡсән ағайҙан (күптән мәрхүм инде, урындары йәннәттә булһын) һорай ҡуйғандар: "Һинең ун ике балаң бар. Исемдәрен дә белеп бөтмәйһеңдер әле?" Йәнәһе лә, уны шаярттылар. Быны ысынға алған Әҡсән ағай: "Нишләп белмәй тей, беләм, - тигән дә һанап киткән бармаҡ бөгөп, - Әхтәм, Зөһрә, Әсфән, Фирүзә, Әлхәм, Фәрзәнә, Әнис, Әҡлимә, Әлмәт, Әмин, Әлим..." Шулай һанай-һанай ун бергә барып еткән ул, ә бына ун икенсеһен иҫенә төшөрә алмай ҙа ҡуя икән. Уңайһыҙ хәлгә ҡалған күп балалы атай баш ауыртыуына һылтанып, урындыҡҡа барып ятырға мәжбүр булған. Ошо сетерекле хәлдән уны серәкәй ҡотҡарған. Шаян кешеләрҙең һөйләүе буйынса, уны, йәнәһе лә, шул мәл серәкәй (йәғни, комар) бимазалай башлаған. Уның безелдәүен тыңлап ятҡан Әҡсән ағай ҡыуанысынан ни эшләргә белмәй, ырғып килеп тороп ултырған: "Иң бәләкәй ҡыҙымдың исеме бит Ҡәмәр!"
Әйткәндәй, ун ике бала тәрбиәләп үҫтерергә йөръәт иткән һәр атай-әсәй ҙә һәйкәлгә лайыҡлылыр, моғайын.
Әғләм ШӘРИПОВ.
КИРЕ СЫҒЫРҒА