2008 йылда, Мөхәмәтша Солтанғолов үҙенең 80 йәшен билдәләгәндә, үҙебеҙҙең район гәзите "Һаҡмар"ҙа уға өндәшеү рәүешендә яҙылған мәҡәләмде баҫтырғайным. Шул мәҡәләне "Киске Өфө" гәзите уҡыусылары иғтибарына ла тәҡдим итмәксе булдым. Мәҡәләлә һүҙ барған ағай ҡазаланып, оҙаҡ ҡына хәрәкәтһеҙ ятты. Ул икенсе ауылдан булһа ла, йыш ҡына хәлен белер булдым. Үҙ-ара ихлас инек. Бөгөн ағай донъялыҡта юҡ инде. Әлеге яҙмам уның яҡты иҫтәлегенә бағышлана. Һуғыш йылдарында илде ас итмәгән малайҙар быуынының бер вәкиле тураһында бөгөнгө яҙмам.
Хәлеңде белергә, юбилейың менән ҡотларға барҙым өйөңә. "Миңә 80 йәш, Мусич! Һикһән!" - тинең тантана менән. Нисектер, юғары үрҙәр яулағандай, ундай йәшкә етмәҫмен ул, тигән ҡурҡыу-өркөүебеҙҙе бушҡа сығарғандай булды был ауаз. Эйе, Мөхәмәтша ағай, һиңә 80 йәш. Үҙ араңда - ыуаҡтарҙа (Ҡыуаттан Солтанғоловтар) иң ололарҙың береһе.
Таяҡ - ике башлы, ти халыҡ. Йәшәүҙең, ғүмерҙең дә шул таяҡҡа оҡшаш булыуы асыҡ. Таяҡтың йыуан башы - ғүмерҙең бөгөнгөһө: тормоштоң әсе-сөсөһөн татыу, уның һабағын алыу һәм оло кешегә хас булған аҡыл туплау. Алһыҙ-ялһыҙ эшләүең, донъя ҡороп ҡартайыуың ошо мәлгә тура килә лә инде. Мин таяҡтың нәҙек башына ҡарамаҡсымын. Ул ос алыҫ та, яҡын да һымаҡ. Мин, һинән йәшерәк кеше, бала сағыңды белмәйем. Беҙҙе һеҙҙең үтә иртә башланған хеҙмәт юлығыҙ осраштырҙы. Һеҙ, 13-15 йәштәге өс малай, һуғышҡа киткән атай-ағайҙарға алмашҡа баҫып, ир ҡорона инеп, эшкә тотондоғоҙ.
Мин бәләкәй генә ауылда (Вәли ауылы - ул хәҙер юҡ) йәшәп, өлкән ағайҙарһыҙ үҫкәнгә, һеҙ миңә оло дуҫтар, оло ҡурсалаусылар булдығыҙ. Ауылда колхоздың (дүрт ауылды берләштергән "Ҡыҙыл Октябрь" колхозы) төп көсө - йылҡы малы көтөлдө. Һеҙ көтөүсе (халыҡ телендә "табунщик") булып ҡышҡы һыуыҡта ла, йәйге ямғырлы көндәрҙә лә эшләнегеҙ. Өҫтөгөҙҙә бер ҡат кейем. Ҡыш өсөгөҙгә алмашлап кейергә ҡатып бөткән, ямаулы тиртун. Ыжғыр бурандарҙа ла малды тибендә ҡараусыһыҙ ҡалдырманығыҙ. Сөнки хатта ауырыу мал үлһә лә, һеҙ яуапҡа тарттырылырға тейеш инегеҙ.
Бүреләр күп ине. Ғәйнулла ағай ҡайһы саҡта ҡапҡанға эләккән 3-4 бүрене тейәп ҡайтыр ине. Һунарсы нисек кенә тырышмаһын, бүреләр бөтмәне. Хәҙер был йыртҡыстар аҙ (Уның ҡарауы, мал урлаған ике аяҡлы "бүреләр" күбәйҙе). Ашау наҡыҫ, хатта юҡ кимәлендә булды. Сәғирә апай бешергән һоло ситырын һыуынып та өлгөрмәҫ элек (һыуынһа, ул ҡуйыра ине), сей ҡул менән тырнап алып, күберәк йотоп ҡалырға ынтыла инек. Һоло кәбәгенә ҡушып мысый икмәге әтмәләнә. Ашаһаң да аш булманы, буғай, ул. Шулай ҙа мысыйға дан йыры хасил булды. Матур көйөн дә, һүҙен дә онотто халыҡ бөгөн. Әммә заманы онотолмай.
Һуғыш бөттө. Һеҙҙең атайҙар ҡайтманы. Улар өсөн дә, йәшәү өсөн дә тағы ла нығыраҡ эшкә тотондоғоҙ. Үҙегеҙ ҙә нығындығыҙ, бынамын тигән егеттәр булып киттегеҙ. Халыҡ аҙмы-күпме күҙен асты, күңелдәр күтәрелеп китте. Ауыл йәштәре үҙ-ара ҡунаҡҡа йөрөшә башланы. Шул осор, ағай, һин ҡурайға тотондоң. Һинең ҡурайға ағай-апайҙар бейер, йырлар ине. Ул һөнәр миңә лә үрнәк булды. Тәбиғәт бушлай биргән бүләк - ҡурай үләне (хәҙер тауышы бар, моңо юҡ ҡурайҙар менән сағыштырырлыҡ түгел инде) кемде арбамаҫ! Мин дә 11-13 йәшлек сағымда аҙыраҡ өйрәнгәйнем. Ташланым. Оялышымдан. Ҡолаҡҡа хәбәр инде: ауыҙы ҙур булғандан оялып, Мөхәмәтша ҡурайҙы ташлаған! Эйе, ул осорҙа һәр кемебеҙҙең ауыҙы елле булғандыр. Ҡорһаҡ көптәй, үңәс ептәй булғас, ниңә ауыҙ йәтеш күренһен инде. Ҡарасы, һөнәребеҙҙән дә оялған заман булған.
"Миңә - 80!" тинең. Эйе, бәлки, теге өсәүҙең икәүһе, бергә үҫкән, бер үк тормош юлы башлаған Миңлеғәле, Мырҙағәле Солтанғоловтар арала күптән булмағанға үкенеү ҙә яңғырағандыр был һүҙҙәрҙә. Һин уларһыҙ оло йәшкә еттең. Юҡһынаһыңдыр уларҙы.
Нисек кенә булмаһын, йәшәү өсөн көрәштә һин - еңеүсе. Мысай биргән булмыш ғәйрәт рухи көсөңдө нығытҡан. Әле лә шаян, киң күңелле һин һәм һәр саҡ шундай булып ҡал...
Ауырлыҡ-аслыҡты күп кисергәндәр рухи яҡтан үтә лә ныҡ булалыр, бәлки. Мөхәмәтшалар һуғыштың, уның емеректәре, илде аяҡҡа баҫтырыуҙың ауыр йөгөн һис зарланмай үҙ өҫтөнә алды. Уларға тик 80 йәш тулғас ҡына иғтибар ителәме? Күптәр ул көндө лә күрә алманы, алмай. Эш үткәс кенә иҫләйбеҙ, бөтәһенә лә һуңлайбыҙ шул...
Йәмних ҠАШҠАРОВ.
Баймаҡ районы Әбделкәрим ауылы.
КИРЕ СЫҒЫРҒА