Ошо көндәрҙә бер әсәй "Бәйләнештә"ге стенаһына алты йәшлек Тамсыҡай исемле ҡыҙы менән булған һөйләшеүен яҙып элгән. Биш-алты юллыҡ ҡына был әңгәмә тирә-яҡ мөхитебеҙ торошон бер ниндәй һандарһыҙ, тасуирлауһыҙ ҙа асыҡ итеп күҙ алдына баҫтырҙы ла ҡуйҙы! Бала телендә - хәҡиҡәт, тип юҡҡа әйтмәгәндәр бит инде. Бына ул диалог, һеҙ ҙә уҡығыҙ, ғибрәт алығыҙ унан:
"Урамда китеп барабыҙ.
- Әсәй, мин ҙурайғас, урам һепереүсе булам! - тип хәбәр һалмаһынмы ҡыҙым.
- Нишләп? Ю- ю-юҡ, балам, һин йылы, таҙа, матур, аҡсалы урында эшләрһең, йәме?
- Еребеҙҙе бигерәк ныҡ ҡыйлайҙар, бысраталар бит...
- Ярай, ҡыҙым, мин һиңә ярҙам итермен, ҡыйламаҫтар.
- Ура! Икәүләп йыйыштырырбыҙмы, әсәй?
- Юҡ, мин мәктәптә балаларға өйрәтермен, сүпләмәгеҙ, тип әйтермен.
...Хәҙер Тамсыҡай, мин эштән ҡайтҡан һайын: "Уҡыусыларыңа әйттеңме, уларҙы өйрәттеңме?" тип, көн дә һорашып тора..."
Бына бит, әйләнә-тирәләге мөхитебеҙ күренеше шул дәрәжәгә етте ки, хатта алты йәшлек сабый күңеле лә уға битараф түгел: үҙгәрткеһе, йыйыштырғыһы, матурлағыһы килә донъябыҙҙы. Киләсәгебеҙ шаңдауы булып ишетелмәйме һеҙгә, уҡыусылар, Тамсыҡайҙың был тауышы? Ысынында иһә, сабыйҙың үҙенә күрә протест белдереүе лә бит был: ниңә ошондай бысраҡ мөхиттә, сүп-сар араһында йәшәргә тейеш һуң әле ул? Бөгөндән ең һыҙғанып, Ер шарын таҙарта башларға тонор ине лә... үҫергә кәрәк шул әле... Оят булып китте... Ә беҙ, өлкәндәр, сабыйҙарыбыҙҙың үҫкәнен көтөп ултырайыҡмы? Үҙебеҙҙең ҡул-аяҡтарыбыҙ юҡмы? Ҡурҡыныс та булып китте. Сабый күргәнде бит хатта күҙгә лә элмәйбеҙ, шул тиклем күнегелгән, күрәһең, бысраҡлыҡҡа: күҙҙәрҙе битарафлыҡ шекәрәһе ҡаплаған.
Ярай әле, барыбыҙҙы ла ғәфләт баҫмаған, ялыу яуҙырырға булһа ла булдыра ҡайһы берәүҙәр. Рәхмәт инде Өфө ҡала округы хакимиәтенә: баш ҡалабыҙҙың әле был, әле теге урындарында тау шикелле ҡалҡып сығып ҡына торған сүп-сар өйөмдәрен иҫәпкә алып, артабан уларҙы юҡ итеү буйынса "Өфө ҡалаһының экологик картаһы" тигән махсус интерактив ресурс ойоштороп ебәрҙе. Хәҙер, әлеге Тамсыҡайыбыҙ кеүек, ҡалабыҙ таҙалығы өсөн көйөнгән һәр кем рөхсәт ителмәгән урындарҙа хасил булған сүп-сар өйөмдәрен, оятһыҙ рәүештә еребеҙҙе ҡыйлаған, машинаһынан бушатып киткән айырым кешеләрҙе лә хатта фото йә видеоға төшөрөп алып, ҡалабыҙ хакимиәтенең рәсми сайтындағы www.ufacity.info/ecology исемле махсус картаһына урынлаштыра ала.
"Әлеге көндә әүҙем ҡарашлы кешеләрҙең хәбәр итеүе буйынса был картаға 28 сүп-сар өйөмө индерелгән, заявкаларҙың ҡайһылары үтәлгән дә инде, йәғни ул урындар таҙартылған. Тәртип боҙоусыларға ҡаршы бергәләп көрәшәсәкбеҙ. Ҡала халҡына, баҡсасыларға сүп-сар сығарыу тәртибен аңлатабыҙ, ҡаланы бысратыусы предприятиелар етәкселәренә ҡарата саралар күрәсәкбеҙ",- тине был аҙнала муниципалитетта булып үткән сираттағы оператив ултырыш барышында Өфө мэры Ирек Ялалов.
Әйткәндәй, әлеге проект сиктәрендә тирә-йүнде йыйыштырыу, йәшелләндереү кеүек экологик акциялар хаҡында ла заявкалар ҡалдырырға мөмкин. Йәмәғәт ойошмалары, ҡала халҡы акция үткәреү урыны-ваҡытын алдан хәәбәр итһә, баш ҡаланың район һәм ҡала хеҙмәттәре уны үткәреүҙә булышлыҡ күрһәтеп, эш кәрәк-яраҡтары менән тәьмин итәсәк, сүп-сарҙы ташып түгәсәк.
Бынан 15 йыл элек ҡала биләмәһендә рөхсәт ителмәгән 400-ләп урында яҙ һайын сүп-сар өйөмө ҡалҡып сығыр ине. Хәҙер улар байтаҡҡа кәмене, шулай ҙа күрелгән сараларға өҫтәмә рәүештә йәмәғәт контроле лә барлыҡҡа килһә, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса закон боҙоусыларға ҡарата ҡәтғи саралар ҙа күрелер ине. Шуға ла ҡала хеҙмәттәре әүҙем ҡарашлы кешеләргә тейешһеҙ урындарға сүп-сар түгеү факттары хаҡында хәбәр итеп торорға саҡырып мөрәжәғәт итә.
Шулай итеп, Тамсыҡайҙың борсолоуҙары башҡалар күңеленә лә күсһен ине лә, ижтимағи әүҙемлегебеҙ күлдәй, диңгеҙҙәй сикһеҙ йәйелеп, бөтөн бысраҡ һәм ҡый-һайҙы йыуҙырып алып китһен ине...
Фирүзә ИШБИРҘИНА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА