«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ДИНДЕҢ АСЫЛЫ ТИҢЛЕКТӘ, ТИГЕҘЛЕКТӘ
+  - 

Әҙәм балаһынан да ирекле зат юҡ был донъяла. Ул уйҙары, хыялдары менән ирекле. Шулай ҙа уның төп иреге - азатлығын һайлауҙа. Ҡайһы юлдан барырға - изгелекме ул, яуызлыҡмы, ғәҙеллекме, әллә ялғанмы, хараммы, әллә хәләлме - кеше үҙе һайлай. Азатлыҡтың төп асылы - Хаҡ Тәғәлә тыйғандан тыйылып, ҡушҡанын үтәп йәшәүҙәлер. Әммә кеше күберәген күңеле ҡушмағанды башҡара, азатлығын онота. Әбйәлил районы Амангилде ауылынан Илшат хәҙрәт БАЙМЫРҘИНдың изге Рамаҙан айы тураһындағы фекерҙәрен тәҡдим итәбеҙ.

Һынау айы

Әлхәмдүлилләәһи, Аллаһы Тәғәләнең рәхмәте менән Рамаҙан айы килеп етте. Беҙ уны көтөп алабыҙ. Ул үҙенә күрә һынау айы булып тора. Был ай хәрәм ғәмәлдәрҙән, хәрәм ризыҡтан ғына түгел, хатта үҙебеҙгә хәләл булған ризыҡтарҙан да, хәләл ғәмәлдәрҙән дә тыйылып тора алған ай. Ошо айҙы беҙ Аллаһы Тәғәләнең берлеген, барлығын танып, Уның ризалығына өмөт итеү ниәте менән башлайбыҙ. Ҡайһы бер кеше ябығып алыу өсөн тотам, ти, йә булмаһа, башҡа кешеләр тотҡас, мин дә тотоп ҡарайым әле, ти. Минең өсөн Рамаҙан айының иң төп мәғәнәһе шул: Аллаһы Тәғәлә фарыз иткән ғәмәлде тулыһынса үтәп, изге айҙы тулыландырып, иң һуңғы кисендә ауыҙ асып, "Әлхәмдүлилләәһи, Аллаһы Тәғәләнең ҙур бурысын үтәнем", тип ҡыуаныу тора. Шуға күрә лә был ай үҙемде һынап ҡарау һәм Аллаһы Тәғәләнең рәхмәтенә ирешеү ниәте менән ҡаршы алған ай булып тора. Ошо айҙа беҙ изге ғәмәлдәр ҡылып, бар хәлебеҙсә үҙебеҙҙең етешһеҙлектәргә иғтибар итеп, уларҙы ҡабатламау ниәте менән йәшәргә тейешбеҙ.

Фытыр-саҙаҡа

Үҙ ғүмеремдә иң беренсе ураҙаны әсәйем мәрхүмә менән бергә тоторға тура килде. Ураҙа тотоу ниәте менән йөрөгәнемде белгәс, ул: "Ураҙа тотоп ыҙалама, тота алмаҫһың", - тине. Мин эш менән булып йөрөп асығып, төшкә тиклем сыҙамай, тамаҡ ялғап нығынып ала торғайным. Әсәйем шуны күҙ уңында тотҡандыр. Ниәтем көслө булғас, Аллаһҡа тапшырҙым. Тәүге көндә үк хикмәтле хәл булды. Көнө буйы һин дә мин һәйбәт йөрөнөм дә, ауыҙ асҡас, быуындарым ҡалтыранып, хәлем бөттө лә ҡуйҙы. Шуны аңланым: ураҙа ваҡытында кеше Аллаһы Тәғәләнең рәхмәте, Уның көсө, доға көсө менән йөрөй икән. Шуға күрә кеше дөрөҫ ниәт менән ураҙа тоторға тейеш. Ул саҡта яңы ғына намаҙға баҫҡан мәлем ине. Әлхәмдүлилләәһи, шунан алып 26 йыл дауамында ураҙаны ҡалдырғаным юҡ. Был айҙың ысынлап та рәхмәт айы икәненә төшөндөм һәм Рамаҙан айының изгелек айы икәнен аңланым. Беҙ үҙебеҙҙең яҡындарға, туғандарға иғтибарлы булып, фәҡирләнеп, меҫкен булған кешеләргә лә изгелек ҡылып йәшәргә тейешбеҙ. Тик ошо айҙа ғына фытыр-саҙаҡа биреү бурысы бар. Ул саҙаҡа меҫкендәрҙең өлөшө булырға тейеш. Абдуллаһ Ибн Ғәббәс р.ғ. әйткән: "Рәсүлебеҙ с.ғ.ү. ураҙаны буш һүҙҙәрҙән, төрлө әшәкелектәрҙән паҡлау өсөн һәм меҫкендәргә ризыҡ булһын өсөн фытыр-саҙаҡа биреүҙе вәжиб ҡылды". Саҙаҡаның миҡдары он, ярма кеүек ризыҡтан ярты сағ булырға тейеш. Бер сағ беҙҙең үлсәм менән дүрт килограмм булһа, ярты сағы ике килограмм бойҙай йәки ярма миҡдарына тура килә. Ярлыларға бер төрлө, урта хәллеләргә күберәк, байҙар өсөн айырым миҡдар тәғәйен, тип, алдан билдәләү дөрөҫ түгелдер тип уйлайым, сөнки был диндең төп асылы - һәр кеше Аллаһы Тәғәлә алдында бер тигеҙ икәнде юҡҡа сығара. Кеше был донъяға бер тигеҙ булып, бер нәмәһеҙ килә, әхирәткә күскәндә лә бөтәһе лә бер тигеҙ булып, кәфенгә төрөлөп, был донъянан китә. Байҙарҙы ебәккә төрөргә, урта хәллеләрҙе кәфенгә, меҫкендәрҙе сепрәк-сапраҡҡа төрөп һалһаң да була, тигән һүҙ юҡ. Хаж ҡылған ваҡытта ла мосолмандар бөтәһе лә бер тигеҙ булып, ихрам кейемендә Мәккәгә баралар. Аллаһы Тәғәлә кешеләрҙең Үҙенең алдында бөтәһе лә тигеҙ икәнен һәр саҡ иҫкәртә. Тәүлегенә биш тапҡыр намаҙ уҡыу ҙа һәр мосолманға берҙәй фарыз. Рамаҙан айында ярлыларға ун көн ураҙа тоторға, урта хәллеләргә егерме көн, байҙарға утыҙ көн тоторға, тигән төшөнсә лә юҡ. Шуға күрә һәр кем бер тигеҙ утыҙ көндө тултырып ураҙа тоторға тейеш. Байҙар ҙа, тулы тотоп, меҫкендәрҙең хәлен аңлап, саҙаҡаларын бирергә тейештәр. Фытыр-саҙаҡа миҡдары үҙгәрмәгән һәм дә байҙар саҙаҡаны күберәк бирә икән, уны фытыр-саҙаҡанан тыш үҙ ихтыяры менән бирелгән саҙаҡа тип аңларға кәрәк. Тигеҙлек бер Рамаҙан айында ғына булырға тейеш түгел. Үҙеңдән башҡаны әүлиә тип бел, тиҙәр. Аллаһы Тәғәлә беҙҙе төрлө кешеләр менән осраштырып, аралаштырып, һынап ҡарай. Тәкәбберлеккә һынай. Тәкәбберлек кешенең иң ҙур зәғифлеге. Тәкәббер булған кеше йәннәттең еҫен дә татымаҫ тигән хәҙис бар. Рамаҙан айындағы тәрәүих намаҙҙары мосолмандарҙы ойоштора. Башҡа айҙарҙа йөрөмәгән хәлдә лә Рамаҙан айында бар хәлебеҙсә мәсеткә йыйылырға тырышабыҙ. Зекерҙәр әйтеп, Аллаһы Тәғәләгә доғалар ҡылырға форсат сыға. Тәрәүих намаҙҙары ваҡытында мәхәлләнең эше лә күренә.

Фиҙиә саҙаҡаһы

Төрлө сәбәптәр арҡаһында ураҙа тота алмағандар фиҙиә түләп ҡаплай ала. Уның миҡдары бер меҫкенде бер көн туйҙырырлыҡ дәүмәл була. Йөклө ҡатындар йәки бала имеҙеүсе ҡатындар, балаһына зыян килеүҙән ҡурҡһалар, ураҙа тотмау рөхсәт ителәлер. Улар күпме көн ҡалдырған, шул хәтле ҡаза ҡылаларҙыр - бер көнгә бер көн. Шулай уҡ ҡарт кешегә ураҙа тотмау рөхсәт ителәлер. Улар ураҙалары өсөн фиҙиә саҙаҡаһы бирәләр. Фиҙиә саҙаҡаһы һәр көнгә бер меҫкенде ашатыу миҡдарылыр, йәки фытыр-саҙаҡаһы миҡдары саҡлы. Ул Аллаһы Тәғәләнең ризалығы өсөн эшләнгән ғәмәл, шуға күрә мәжбүри түгел, ирекле хәлдә башҡарыла. Кеше форсат табып, ураҙаһын аҙаҡ башҡарһа, уның үҙе өсөн һәйбәтерәктер.

Төп ғәмәл

Ғибәҙәт намаҙ уҡыуҙан һәм башҡа төрлө ғәмәлдәрҙән тора, әммә уны ураҙа тотоуҙан башлау хәйерлерәктер, тим. Бер хәҙистә әйтелә: ғибәҙәтте ураҙанан башлағыҙ, сөнки унда бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡ юҡ. Ниәте көслө булған кеше Аллаһы Тәғәләнең ризалығы өсөн тыйғанынан тыйылып, ҡушҡанын үтәп, ураҙа тотһа, төп ғәмәлдәрҙең береһе үтәлә. Ураҙа тотоу, иман нығынып, намаҙ уҡый башлауға ынтылыш булыр. Бер ниндәй сүрә ятламай ҙа ураҙа тоторға була. Был һәр кемдең хәленән килгән эш. Ураҙа Аллаһы Тәғәләнең ризалығы өсөн генә үтәлгән ғәмәл икәнен оноторға ярамай. Ураҙа күрһәтеп йөрөй торған ғәмәл түгел. Аллаһы Тәғәләнең ризалығы өсөн үтәлгән йәшерен ғәмәл.

Үҙе бер ғүмер

Күптәр ураҙаны ауыҙ асҡандан һуң төнө буйы туҡланып, көнө буйы ас йөрөйҙәр икән, тип күҙ алдына килтерә. Ысынында, улай түгел, сөнки ураҙа тотҡан ваҡытта кешегә былай көндәргә ҡарағанда күпкә әҙерәк ашарға тура килә. Сәбәбе ябай ғына: артығын ашап булмай. Көнө буйы ашамай йөрөп, кис ауыҙ асҡанда ла күп итеп ашап булмай. Ураҙа үҙеңде яйға һалырға, тәндең ихтыяжын көйләргә форсат бирә. Ураҙа киләсәкке тормошто ла яйға һала. Киләһе Рамаҙанға тиклем аккумулятор һымаҡ көс йыйып, йыл дауамында иман ныҡлығын һаҡлап, Аллаһы Тәғәләнең рәхмәтенә ынтылыу менән йәшәүҙе дауам итеү - үҙе бер матур ғүмер кисереше.

Хәрәкәт һәм бәрәкәт

Кеше ураҙаны үҙ теләге менән тота. Һуңғы дүрт йылда ураҙабыҙ бесән мәленә тура килде. Физик эш ваҡыты, көндәрҙең эҫе ваҡыты, әммә мин ураҙала, тип, буш ятып булмай. Шуныһы ҡыҙыҡ: көндө бушҡа үткәргән һайын, ураҙа ауырыраҡ үтә. Эш менән булышып йөрөп, ураҙаның үтеп киткәнен дә белмәй ҡалаһың. Күберәк эш эшләргә тырышһаң, бәрәкәте лә күберәк була. Китаптар уҡырға ла форсат табыла. Теләгең булһа, тик файҙаға ғына, уның бер ниндәй ҡыйынлығы, ҡурҡынысы юҡ, Аллаһы Тәғәлә кешегә Үҙе еңеллек биреп тора. Шуға күрә ураҙаны йоҡлап үткәреүҙең файҙаһы юҡ, уны хәрәкәттә һәм бәрәкәттә үткәрергә кәрәк.

Йән сәләмәтлеге - тән сәләмәтлеге

Аллаһы Тәғәлә тыйған ғәмәлдәрен кешегә зарар килтергән өсөн тыйған, ә бөтөн ҡушҡан ғәмәлдәре кешегә файҙа килтергән өсөн ҡушылған. Йылдың бер осоронда ашҡаҙанға ла ял кәрәк. Кеше үҙе отпускыға сығып ял итә. Ашҡаҙанға ла йыл буйына туҡтауһыҙ эшләгәндән һуң ял биреп, алдағы йылға әҙерлек алып барырға һәм уның сәләмәтлеген нығытырға мөмкинлек бирергә кәрәк. Кеше етештергән әйберҙәрҙең, мәҫәлән, машинаның инструкцияһы була. Күпмелер саҡрым үткәс, майын алмаштырырға, запас частарын яңыртырға кәрәк. Әгәр ҙә беҙ шул инструкцияны теүәл үтәһәк, машина беҙгә оҙаҡ йылдар хеҙмәт итә. Шуның кеүек, беҙҙең кәүҙәбеҙ ҙә ошо донъяла беҙҙең йәнебеҙҙе алып йөрөүсе транспорт сараһы. Тәнебеҙ оҙаҡ йылдар сәләмәт һәм лайыҡлы хеҙмәт итһен өсөн беҙ ҙә Аллаһы Тәғәлә Бәйғәмбәр аша биргән инструкцияны аңлап, ҡушҡандарын үтәп, тыйғандарынан тыйылһаҡ, беҙҙең йәнебеҙ ҙә, тәнебеҙ ҙә үҙенән-үҙе сәләмәт булыр, иншаллаһ!

Тамаҡ һәм тамуҡ

Ашаған ризығыбыҙ доғаларыбыҙҙың ҡабул булыуына иң төп шарт. Бер риүәйәттә әйтелә: Мөхәммәт с.ғ.ү. бер кешене күрҙем, тигән. Ул ике ҡулын күккә һоноп доға ҡыла ине. Уның йөҙөнә ҡарағанда, ул рәнйетелгән кеше ине. Кейеменә ҡарағанда, сәфәр кешеһе ине. Уның доғалары ҡабул булыуына бөтә мөмкинлектәре бар ине. Әммә ләкин улай түгел, сөнки уның ашаған ризығы харам ине. Беҙҙең ашаған ризығыбыҙ харам икән, ул беҙҙең доғаларыбыҙҙың ҡабул булыуын ҡаплап тора.

Изгелек ҡыл

Изгелеккә мохтаж саҡта ғына кеше изгелектең мәғәнәһен нығыраҡ аңлай. Бер хәҙрәттең вәғәз һәйләгәндә килтергән миҫалы хәтергә уйылып ҡалған. Ул армияла булғанда әсәһе мәрхүмә була. Илай-илай ҡайтып еткән һалдат. Улай йүгереп, былай йүгереп, ерләү ығы-зығыһына бирелеп, мәрхүмәне ерләгәндәрен аңғармай ҙа ҡалған. Икенсе көндө туғандары таралышып бөткәс, өйҙә яңғыҙы ҡалған. Тып-тыныс, берәү ҙә юҡ. Армияла әҙергә-бәҙер өйрәнгән һалдаттың ашарына бер нәмә лә юҡ. Шул мәлдә күршеһе өс бөртөк йыуаса индереп биргән. "Эй, улым, минән һиңә бер ниндәй ҙә ярҙам юҡ, бына ошо өс йыуасаны ғына ҡабул итеп ал инде", - тигән әбей. Шул саҙаҡаның тәме ғүмер буйы телем осонда тора, тип һөйләне хәҙрәт. Изгелек изгелеккә мохтаж булған кешеләрҙең өлөшө булып тора һәм дә улар шул изгелекте татырға тейеш. Изгелектең тәғәйен кешегә адреслы барып етеүе фарыз. Уның миҡдарын матди үлсәм менән үлсәп тә булмай.
Әйткәндәй, былтырғы рамаҙан айында фытыр-саҙаҡаны бер апайға бирҙем. Ул яңғыҙы ғына йәшәй. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, хәленән килгәнсә балаларына ярҙам итергә тырыша. "Эй, Хоҙайым, быйыл көтөргә себеш тә ала алманым, тип ҡайғырғайным, бына бит теләгем тормошҡа ашты!" - тип ҡыуанды ул. Апайҙың эскерһеҙ ҡыуанысы миңә лә күсте…

Радик ӨМӨТҠУЖИН яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.06.17 | Ҡаралған: 1087

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru