Был араларҙа "Родина" кинотеатрында "Бабич" фильмы экранға сыҡты. Ул 1913-1919 йылғы ваҡиғаларҙы үҙ эсенә ала. Фильмда Шәйехзада Бабич менән бергә йәмғиәткә артыҡ билдәле булмаған башҡа шәхестәр ҙә урын алған. Ғөмүмән, фильмда ҡатнашҡан 70-тән ашыу персонаждың кәмендә яртыһы хаҡында айырым мәҡәлә әҙерләргә була. Был шәхестәр - беҙҙең тарих. Данлы, яулы, иғтибарға һәм ихтирамға лайыҡ тарих. Бөгөн һүҙем - Бабичтың ике яҡын дуҫы хаҡында. Мәҡәләлә эксклюзив әйбер - шағир Төхвәт Ченәкәйҙең хаттары килтерелә. Ҡасим Ғирфанов хаҡындағы ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр уның шәхси архивынан алынды.
Төхвәт Ченәкәй
Бабич шағир Төхвәт Ченәкәй менән 1917 йылда Ырымбурҙа таныша һәм унда нәшер ителгән "Ҡармаҡ" журналында бергә эшләйҙәр. 1919 йылдың мартында шағир һәләк булғас, Төхвәт Ченәкәй дуҫының әҙәби мираҫын йыйып, уны Бәләкәй Башҡортостандың баш ҡалаһы Стәрлетамаҡта урынлашҡан Башҡортостан китап нәшриәтенә тапшыра. 1921 йылдың июнендә был бай мираҫ Ҡаҙанға оҙатыла һәм 1922 йылда уның бәләкәй генә бер өлөшө баҫылып сыға. Октябрь революцияһына тиклем шағир булып танылған Ченәкәй революциянан һуң башҡорт совет әҙәбиәте өсөн дә, татар совет әҙәбиәте өсөн "үгәйһетелгән бала"ға әйләнә. Тәнҡитселәр уны шиғриәтендә революция темаһы насар яҡтыртылыуҙа ғәйепләй. Ченәкәй шиғриәттән ситләшә һәм уҡытыусылыҡ менән шөғөлләнә башлай.
1920 йылда Ченәкәй Стәрлетамаҡта сыға башлаған "Мәғариф эштәре" (хәҙерге "Башҡортостан уҡытыусыһы") журналын ойоштороуҙа ҡатнаша. 1924 йылдан Ҡаҙанда йәшәй. Тап ошо йылда Төхвәт Ченәкәйҙең "Татарстан" гәзитендә "Бабич ҡәбере"тип аталған мәҡәләһе баҫыла. Был мәҡәләлә ул дуҫының нисек вафат булыуы һәм Йылайырҙа Бабич исеменә хәтирә эшләү комиссияһының шағирға һәйкәл ҡуйырға йыйыныуы хаҡында яҙа. Ошо уҡ мәҡәлә 1924 йылдың февралендә "Башҡортостан" гәзитендә лә баҫылып сыға.
Ҡаҙан Төхвәт Ченәкәйҙе элекке шәкерте һәм яҡташы Муса Йәлил менән дә осраштыра. Аҙаҡ Мәскәү дәүләт университетында уҡып йөрөгән Муса Йәлил Ҡаҙанға килгән һайын уның Киров урамындағы 53/6-сы йортонда урынлашҡан фатирына туҡтар була. Тап ошо фатирға, Ченәкәй янына, Бабич ижады буйынса ғилми хеҙмәт яҙыусы Ҡаҙан дәүләт педагогия институты аспиранты Зәбих Исҡужин да килеп йөрөй. Ҡаҙанда Шәйехзада Бабич ижады буйынса донъя күргән бөтә баҫмаларҙа ла Зәбих Исҡужиндың шәхси архивына һылтанма бар. Архивта Бабичтың шиғырҙары, көндәлектәренән өҙөктәр һәм Төхвәт Ченәкәйҙең З. Исҡужинға Бабич хаҡында яҙған хаттары һаҡланған. Был хаттарҙа "Хыялбай" шиғыры хаҡында ла һүҙ бара.
Гәзит уҡыусыларға мин ике хатты һәм бер записканы тәҡдим итәм. Улар 1934 йылдың йәйендә яҙылған. Йәйге ялға ҡайтҡан Зәбих Исҡужин Шәйехзада Бабич хаҡында материал туплар өсөн Ырымбурға йыйына. Шул уңайҙан, Ченәкәй хат аша Бабич менән бәйле мәғлүмәттәрҙе Ырымбурҙа кемдәр аша һәм нисек эҙләргә кәрәклеге хаҡында кәңәштәр биреп ебәргән. Хатында ул түбәндәге кешеләрҙе эҙләргә ҡуша.
Беренсе хат.
1. Абдулла Хәсәнов. Ленин урамы, 32-се йортта йәшәй (Был кешеләрҙә Бабич ҡасып ятты һәм шул кеше менән бергәләп Бабичты Ырымбурҙан оҙаттыҡ).
2. Ғәзизә Хөсәйенова. Был кеше Бабичтың фатир хужабикәһе. Унда Бабичтың ҡалған әйберҙәре булырға тейеш. Ғәзизә Хөсәйенованың хәҙерге көндә ҡайҙа икәнен Жәүдәт Фәйзиҙән (Йәүҙәт Фәйзи - татар композиторы, Ғәзизә Хөсәйенова уға туған тейеш кеше) йәки уның туғандарынан һорап китергә кәрәк. Уларҙың телефондары бар. Телефон китабынан ҡарарға кәрәк.
4. Рәүеф Ниязбаевтың (мәрхүм драматург) ҡатыны Ниязбаева Ниса. Уның менән һөйләшергә кәрәк булыр. Уларҙа Бабич тураһында материалдар табылырға тейеш.
5. Ырымбурҙан йыраҡ түгел Иманғол тигән ауыл бар. Шунда бер яҙыу-һыҙыу менән маташыусы Абхалиҡов (йәки Әбделхалиҡов) тигән элекке мөәзин бар. Был кешене ҡайҙан булһа ла табырға кәрәк. Йәки Ырымбур институтында, рабфагында, техникумында шул ауылдан килеп уҡыусы студенттар арҡылы уға хат яҙырға кәрәк. Беҙҙең башҡорт атамандарының һәм Бабичтың дуҫы. Унда Бабич тураһында материалдар күптер. Шулай уҡ был кеше "Хыялбай"ҙағы "Мөәзин ағзалыҡтары" булып һанала. Шуға күрә ул "Хыялбай"ҙың кем яҙмаһы икәнен асыҡ белә.
6. Ырымбурҙан 18 саҡрым йыраҡлыҡта булған Ҡарғалыға бар. Уның уҡытыусыларынан һәм архивтарынан Бабич тураһында эҙләргә кәрәк.
7. Сабит Марузов (йәки Маруз Сабитов) тигән бер уҡытыусы (хәҙерге көндә мәктәп мөдире буғай) бар. Уның ҡатыны Заһид Шәрҡиҙең һеңлеһе. Шәрҡиҙең әсәһе уларҙа тора. Шәрҡи мәҡәләһе, материалдары шунда һаҡлана. Заһид Шәрҡи "Ырымбур мосолман комиссариатының мөхбире" гәзитенең сотруднигы булды.
8. Ырымбур музейының китапханаһынан да был гәзитте эҙләргә кәрәк.
9. Ырымбур аграр институтының китапханаһынан тәртипкә һалынмаған гәзиттәрен таптырып, шулар араһынан эҙләргә кәрәк.
3. Ибраһим Бикчәнтәев...
Ни сәбәптәндер, 3 номерҙы иң аҙаҡҡа ҡуя. Шуны ғына өҫтәргә кәрәк. Хатта телгә алынған Шәрҡи - псевдоним. Һүҙ буласаҡ ғалим Заһид Йосопов хаҡында бара. Хатына өҫтәп записка ла һала. Записка ҡустыһына яҙылған.
"Ырымбурға Исҡужин тигән бер аспирант бара. Ул Бабич тураһында материалдар йыясаҡ. Һин уға булышлыҡ күрһәт. Бигерәк тә "Ырымбур мосолман комиссариатының мөхбире" тигән гәзитте табырға тырыш. Анда минең "Хыялбай" тигән бер шиғыр бар. Шул шиғырҙы Бабич шиғыры тип маташалар. Һин бигерәк тә ошо моментта булышлыҡ күрһәтә күр. Мин 23-25-тәренәсә Ҡаҙанда булам әле. Хөмәйрә килергә уйлаһа, килеп китһен. Әтигә һәм әнигә (өйгә) сәләм яҙ".
Мәҡәләнең авторы Төхвәт Ченәкәйҙең хаттарын ғәрәп графикаһынан транслитерафия эшләүҙә ярҙам күрһәткәне өсөн филология фәндәре докторы Миңлеғәле Нәҙерғоловҡа оло рәхмәтен еткерә.
Гөлсәсәк САЛАМАТОВА,
филология фәндәре кандидаты,
З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты.
(Дауамы бар).
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|