«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ДОНЪЯБЫҘҘЫ АҠЛАУСЫЛАР БУЛАЙЫҠ - СИРАТТАҒЫ САҠЫРЫУ ШУЛАЙ ЯҢҒЫРАНЫ
+  - 

Ошо арала ғына Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының "Ағинәй" республика йәмәғәт ойошмаһы ағзалары - Ейәнсура һәм Учалы ағинәйҙәре тарафынан ике ҙур сара ойошторолдо. Ул сараларҙың үҙенсәлеге, әһәмиәте, зарурлығы ниҙә? Улар үҙенсәлекле, сөнки бындай саралар республикала, айырым райондарҙа һәм ҡалаларҙа, ғәҙәттә, министрлыҡтар, ойошмалар, предприятиелар, хакимиәттәр тарафынан ҙур сығымдар түгеп атҡарыла. Ә ағинәйҙәр уны бер ниндәй түләүҙәргә һәм бүләкләүҙәргә өмөт итмәй, оло энтузиазм менән, үҙҙәренең ғаилә ҡаҙнаһына инеп, үҙ сығымдарына үткәрә. Улар әһәмиәтле, сөнки был саралар ауыл йәмғиәтенә, халыҡ йолаларына, ғәмебеҙгә, рухыбыҙға йән өрә. Улар ысынлап та зарур, сөнки һуңғы йылдарҙа халыҡ рухын уятыу, тоҡандырып ебәреү кеүек фарыз ғәмәлдәр бары тик ағинәйҙәр кеүек энтузиастар ҡулына ғына ҡалып бара. Беҙ тотонмаһаҡ, кем тотона был эштәргә, тигән сәм дәртләндерә ағинәйҙәрҙе ошондай сараларға. Ниндәй әһәмиәтле һәм зарур эштәр башҡарҙы һуң был юлы Ейәнсура һәм Учалы ағинәйҙәре?

Ейәнсурала үткән сара тураһында

Экология һәм айырым һаҡлауға алынған тәбиғәт биләмәләре йылына арналған был йыйынды ойошторор алдынан Ейәнсура районы ағинәйҙәре ойошмаһы етәксеһе Нурия Ҡунысбаева ҡорҙа ҡатнашасаҡ башҡа райондар ағинәйҙәре алдына шундай бурыс ҡуйҙы: тәбиғәт-әсәбеҙҙе, торған еребеҙҙе һаҡлау сараларын нисегерәк күҙаллайһығыҙ - шул турала программа-проекттар әҙерләгеҙ. Ә ағинәйҙәрҙә ундай программа-проекттар, әлбиттә, бар, сөнки уларҙың ойошма уставы буйынса тәғәйен бер бурысы - ул тәбиғәтте ҡурсылау, шул туралағы аҡылды, йола-ҡағиҙәләрҙе халыҡ араһында таратыу, экологик өмәләр ойоштороу бит. Шуның өсөн бер нисә район ағинәйҙәре бергә йыйылғанда (ә ундай йыйындар даими булып тора) һәр береһенең үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашыуы ғәҙәти күренеш. Был юлы ла бына райондың Сөләймән ауылы янындағы матур тәбиғәт ҡосағына йыйылып, экология өлкәһендә ниҙәр эшләнеүе һәм эшләйәсәктәре тураһындағы фекерҙәре менән уртаҡлашты Баймаҡ, Әбйәлил, Учалы, Йылайыр, Көйөргәҙе, Мәләүез, Ишембай, Күгәрсен, Хәйбулла райондарынан, Өфө, Ырымбур, Орск, Сибай ҡалаларынан килгән ағинәйҙәр. Ә башҡарылған эштәр исемлеге шундай: ағинәйҙәр шишмәләрҙе, һыу сығанаҡтарын таҙартҡан, ағас ултыртыу акцияларында ҡатнашҡан, күмәкләп дарыу үләндәре йыйырға сыҡҡан, "Ҡарға бутҡаһы", "Кәкүк сәйе" һәм тәбиғәт менән бәйле башҡа милли байрамдар ойоштороп, ауыл халҡын ҡырға алып сыҡҡан. Ейәнсура районы ағинәйе Зәриә Рахманғолованың, мәҫәлән, Ейәнсура аграр колледжы уҡыусыларын йәлеп итеп, балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә экологик тәрбиә саралары ойоштороуҙары тураһында һөйләүе ҡыҙыҡлы тойолдо. Учалы районы ағинәйҙәре ойошмаһы етәксеһе Мәрзиә Солтанбаева ҡайһы бер тәбиғи дауалау алымдары тураһында мәғлүмәт бирҙе, экологик яҡтан таҙа кейемдәр (мәҫәлән, һарыҡ йөнөнән кейеҙләп эшләнгән кейемдәр) кейергә, буҙа, ҡорот, ҡыҙыл эремсек кеүек экологик яҡтан таҙа ризыҡтар ашарға саҡырҙы. Уның тағы бер мәғлүмәте иғтибарға лайыҡ булды: ер-һыу атамаларын рус теленә әйләндергәндә танымаҫлыҡ итеп боҙалар, шуның өсөн тау түбәләре, йылға-күлдәребеҙ тирәһенә таштарҙан булһа ла дөрөҫ атамалы яҙыуҙар яҙайыҡ, тине ул. "Беҙ донъябыҙҙы һаҡлаусы түгел, донъябыҙҙы аҡлаусылар булайыҡ",- тигән саҡырыу ташланы һүҙенең аҙағында Мәрзиә Сәғит ҡыҙы.
Артабан йыйындың ҡунаҡтары сығыш яһаны. Тәбиғәтте һаҡлау буйынса үткәрелгән бар сараларҙың да әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алып, Ейәнсура районы хакимитәте башлығы урынбаҫары Рауил Ҡунаҡбаев шулай тине: "Беҙ, район етәкселәре, тәбиғәтебеҙҙең һәр мөйөшөнә күҙ-ҡолаҡ була ла алмайбыҙҙыр, был тәңгәлдә беҙгә халыҡ үҙе ярҙам итергә, һәр кем үҙен ошо ерҙең, урмандың, йылғаларҙың хужаһы итеп тойорға тейеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа кешелә ошо ер хужаһы булыу тойғоһо юҡҡа сыҡты. Шуға ла даими иҫкәртеп тороу, тәрбиәләү кәрәк халыҡты. Бына был юҫыҡта беҙгә ағинәйҙәребеҙ ярҙам итә, улар беҙҙең бар сараларҙың башында йөрөй. Быйылғы Экология йылында ла беҙ уларҙы үҙебеҙҙең төп ярҙамсыларыбыҙ итеп күрәбеҙ..."
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының "Ағинәй" республика йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Гөлфиә Янбаева халҡыбыҙҙың элек-электән төрлө ғалимдарҙы, тарихсыларҙы, сәйәхәтселәрҙе һоҡландырған үҙойошоу һәләтен тергеҙеү зарурлығы, ағинәйҙәрҙе генә түгел, ә ир-егеттәребеҙҙе лә йәмәғәт эштәренә йәлеп итеү кәрәклеге тураһында һөйләне. Билдәле яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева тәбиғәт менән яҡынлаштыра торған йолаларыбыҙҙың ҡиммәтен билдәләп, ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған ер-һыуҙарыбыҙҙы киләһе быуындарға саф һәм бөтөн көйөнсә ҡалдырыу буйынса эштәргә өндәне. Яҙыусы Гөлсирә Ғиззәтуллина халыҡ араһындағы яман ғәҙәт - эскелек проблемалары буйынса әсенеүен белдерҙе, ағинәйҙәргә, айыҡлыҡ өсөн көрәште лә үҙегеҙҙең төп бурысығыҙ итеп алығыҙ, тип өндәште. Өфө врачы Рәшиҙә Йосопова өлкән кешенең һаулығын һаҡлау өлкәһендәге ҡатмарлыҡтар хаҡында мәғлүмәт еткерҙе: "Оло йәш уларға медицина хеҙмәте күрһәтеүҙән баш тартыуға сәбәп була алмай, - тине Рәшиҙә Мөхәмәт ҡыҙы. - Шуның өсөн ололарға шулай уҡ сифатлы медицина хеҙмәте күрһәтелергә тейеш. Бындай хоҡуҡтарығыҙҙан файҙаланырға оялмағыҙ".
Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының мәғариф мәсьәләре буйынса белгесе Рәйсә Күзбәкова ағинәйҙәрҙе мәғариф өлкәһендәге хәлдәр, туған тел уҡытыуҙы яҡлаған закондар менән хәбәрҙар булырға саҡырҙы. "Ысын мәғәнәһендә туған телен, туған мәҙәниәтен яратҡан, ғөрөф-ғәҙәттәрен һанлаған кеше генә тәбиғәтен дә ярата. Илһөйәр, телһөйәр булмаған кешегә һинең тәбиғәтең дә кәрәкмәй. Балаларыбыҙға туған телен, тарихын өйрәтмәһәк, уларға ошо ергә һөйөү тәрбиәләп буламы ни? Әгәр ҙә балаларығыҙ ысын илһөйәр, телһөйәр икән, улар был ерҙе, тәбиғәтте бысратыуға юл ҡуймаясаҡ. Киләсәк быуын өсөн дә эшләйек", - тине ул.
Шулай итеп, Ейәнсура районы ағинәйҙәренең район хакимиәте, мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре менән берлектә ойошторған сараһы "бишле"гә баһаланды. Ә инде Ырымбур башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Йәғәфәр Яманһариндың баһаһы ҡыуандырҙы ла, уйландырҙы ла: "Һуңғы йылдарҙа эскән, ярым шәрә ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы күреп, шул тиклем йәнем әрнеп йөрөй инем. Әсәләр милләт тотҡаһы булыуҙан туҡталмағайы, тип көйә инем. Ә ҡатын-ҡыҙы эскән милләт бөтөүгә йөҙ тотҡан милләт бит инде ул. Был ҡорға килеп, милли күлдәктәге ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ йөҙөндәге ҡотто, яҡты сырайҙы күреп, борсолоуҙар юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы. Аллаға шөкөр, милләтебеҙ йәшәй былай булғас!"

Учалыла үткән сара тураһында

Учалы ҡалаһының Ижад һарайында йыл башында старт алған "Яға" конкурсына йомғаҡ яһалды. Бәйге Учалы телевидениеһының 25 йыллыҡ юбилейы айҡанлы канал тарафынан һәм БДУ-ның Учалы вәкиллеге, райондың "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы, ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге менән берлектә ойошторолдо. Оҫталыҡҡа һынау районыбыҙҙың көньяғынан төньяғынаса төрлө һөнәр эйәләрен, төрлө йәш вәкилдәрен бергә йыйҙы.
"Был конкурсты үткәреү идеяһы былтыр Өфөлә үткән "Селтәр" республика бәйгеһенән һуң тыуғайны, - тип һөйләне беҙгә Учалы районының "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Мәрзиә Солтанбаева. - Өфөнән "Был бәйгене мотлаҡ үҙебеҙҙә ойошторасаҡбыҙ!" тигән сәм менән ҡайттыҡ. Ошо сәмде күтәрмәләп алғаны һәм ең һыҙғанып уны ойоштороуға ярҙам иткәндәре өсөн урындағы телевидениеға, ҡоролтайға, мәҙәниәт бүлегенә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Ошондай хуплауҙы тойған, быға саҡлы милли кейемдәр тегеп алған район ағинәйҙәре дәррәү тотондо ла инде был эшкә..."
Шулай итеп, йыл башынан бәйгегә әҙерлек эштәре башлана. Иң тәүҙә районда оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә. Унда ҡатнашыусыларға борондан һаҡланып ҡалған яғалар өлгөләре күрһәтелә, уларҙың нисә өлөштән торғаны, элементтарҙың нимә аңлатыуы тураһында мәғлүмәт бирелә. Алған белем нигеҙендә, шулай уҡ бер-береһе менән тәжрибә уртаҡлашып, ярҙамлашып, ағинәйҙәр, оҫтабикәләр ҡул эштәренә тотона. Ә Учалы телеканалы улар тураһында тапшырыуҙар әҙерләп, район халҡына тәҡдим итә бара. Бөтәһе был дәүер эсендә 50-нән ашыу сюжет экранға сыға. Һөҙөмтәлә, баһалама ағзалары 70-кә яҡын ҡул эшен баһалай һәм бәйге финалына сығара.
- Төрлө төбәктә, төрлө ырыуҙа төрлөсә атайҙар башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының был биҙәүестәрен, шул уҡ ваҡытта "Селтәр", "Һаҡал", "Яға"ның һәр ҡайһыһының айырылып торған үҙенсәлеге бар. Мәҫәлән, Учалы, Силәбе, Ҡурған яҡтарына хас яға, әйтәйек, Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышындағы селтәр менән сағыштырғанда трапеция формаһында булыуы менән айырыла. Беҙҙең биҙәүестең үҙенә атама биргән яғаһы бар, ә селтәр муйынға бау менән бәйләп ҡуйыла. Беҙ районыбыҙ музейҙарында, шәхси ҡулдарҙа һаҡланған 50-гә яҡын яғаны эҙләп таптыҡ, өйрәндек, сағыштырҙыҡ. Иң боронғо өлгө 20-се быуат баштарына ҡайтып ҡала. Тикшереү һөҙөмтәләрен китап итеп сығарырға ниәтләйбеҙ. Үҙ ерлегебеҙҙең биҙәүесе юғалыуына, уның төп нөсхәһе үҙгәреүенә ирек ҡуймаҫҡа тейешбеҙ. Ошо маҡсатта "Яға" конкурсы ойошторолдо ла инде. Ярыштың төп шарты - биҙәүестең Учалы ерлегенә тап килеүе ине. Тәҡдим ителгән яғаларҙың өстән бер өлөшө талаптарға яуап бирҙе. Ҡалғандарға иһә эшләйһе, төҙәтәһе, өйрәнәһе бар әле, - тине баһалау комиссияһы рәйесе, БДУ-ның Учалы вәкиллеге уҡытыусыһы Азат Ғарипов.
Традицион яғаға нигеҙ итеп башлыса ҡулдан һуғылған тула алынырға тейеш. Тик конкурсанттар араһында йоланы күҙәтеүселәр бер нисәү генә булған, ә ҡалған күпселек уның урынына ҡалын драп тауар ҡулланған. Тәңкә-мәрйендәрҙе ҡулдан һуғылған тулаға теҙеүселәр (йәғни, боронғо кәсепте тергеҙеүселәр) башҡаларҙан айырмалы рәүештә 5 балға күберәк баһа алған. Шулай уҡ, баһалама ағзалары ҡул эштәренең биҙәлешенә, башҡарылыу оҫталығына ла етди иғтибар биргән. Мәҫәлән, боронғо яғаларҙы ҡурай йә башҡа үҫемлектәр менән биҙәү булмаған, тәңкәләр өҫтән-аҫҡа билдәле тәртиптә, бер-береһенә тығыҙ итеп баҫылған. Рәттәрҙең йәки ҡорҙарҙың һаны эйәһенең матди хәленән сығып 7-нән 13-кәсә еткән. Кендек буйы селтәр менән генә һырылған, унда ҙур булмаған буш урын йәки пәрҙә ҡалдырылған.
Бәйгене йомғаҡлау тантанаһы йыр-бейеү, йылы теләктәр, рәхмәт һүҙҙәре, иҫтәлекле бүләктәргә бай булды. Конкурсанттарҙы район хакимиәте башлығы урынбаҫары Зөһрә Гордиенко, Өфөнән килгән ҡунаҡтар - Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының "Ағинәй" республика йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Гөлфиә Янбаева, "Матурлыҡ һәм һаулыҡ" салоны директоры Зилә Аксенова (яҡташыбыҙ), "Тамыр" балалар студияһы рәссамы Сәлимә Тулыбаева, Учалы телевидениеһының баш мөхәррире Лариса Самойловская һәм башҡа ҡунаҡтар тәбрикләне. Бәйгелә ҡатнашыусыларҙың береһе лә иғтибарһыҙ ҡалманы, уларға дипломдар, Рәхмәт хаттары һәм бүләктәр тапшырылды.
Конкурстың Гран-приһына ҡаланан Альбина Ғәлиева лайыҡ булды. Еңеүсе Учалы телеканалынан теген машинаһы менән бүләкләнде. "Былтыр үҙемә башҡорт костюмы тектерҙем, - тип һөйләне ул.- Уны тулыландырып биҙәүес яһау теләге бар ине. Үҙебеҙҙә конкурс иғлан ителгәс, ҡатнашырға булдым. Иҫтамғол ауылында табылған яға өлгөһөндә башҡарҙым эшемде. Тәүҙә үҙаллы өйрәнеп, тула һуҡтым. Бисер, тәңкәләр, аҡыҡ менән тейешенсә биҙәнем. Һәр өлөшөн, элементын шартына килтереп атҡарырға тырыштым. Беҙҙең ерлектең яғаһына яҡын булыуы конкурста Гран-при алыуға ярҙам иткәндер. Аллаға шөкөр, өс ҡыҙым бар, уларҙың өсөһөнә лә яғалар эшләп бирергә ниәт итәм".
Ғөмүмән, ағинәйҙәр, оҫтабикәләр белдереүенсә, "Яға" ярышында ҡатнашыу уларҙың һәр ҡайһыһы өсөн онотолмаҫ ваҡиға булып хәтерҙәрендә ҡаласаҡ. Һәм, әлбиттә, матурлыҡҡа битараф булмаған әсәй-өләсәйҙәр шөғөлөн, йәғни башҡорт ҡатын-ҡыҙының ҡотон башҡаларға ла "йоҡторасаҡ" әле улар.

Гөлшат МОТАҺАРОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.06.17 | Ҡаралған: 1163

Киске Өфө
 

Тормош ҡануны шулай: бер ишек ябыла икән, икенсеһе асыла. Ләкин бөтөн бәлә шунда: беҙ ябылған ишеккә ҡарап тороп, асылғанына иғтибар итмәйбеҙ.

(А. Жид).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru