Замандаштарыбыҙ араһында шундай йәштәребеҙ бар, уларҙың һөнәре нисәү икән, тип уйларға мәжбүр булаһың ирекһеҙҙән. Бөгөнгө әңгәмәсебеҙ бына тап шундай уҙамандар рәтенән. Әле генә Октябрьский ҡалаһында үткән Ғата Сөләймәнов исемендәге Республика Ҡурай байрамында Гран-при яулаусы һәләтле ҡурайсы, "Мираҫ" йыр һәм бейеү фольклор ансамбле солисы Юнир Һағынбаев беҙҙең һорауҙарға яуап бирә.
Юнир, һинең быға тиклем дә төрлө бәйгеләрҙә Гран-при яулауыңды беләбеҙ, ҡурайсы өсөн ниндәй конкурс иң абруйлыһы иҫәпләнә?
- Ҡурай бәйгеләрендә икенсе тап-ҡыр Гран-при алдым, уның беренсеһе 2013 йылда Күмертау ҡалаһында Зыя Хәлилов хәтеренә арналған башҡорт халыҡ уйын ҡоралдары фестивалендә булды. Йыр буйынса "Оҙон көй" башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларының төбәк-ара конкурсында һәм "Башҡорт йыры" телевизион конкурсында Гран-приға эйә булдым. Йыр - күңел өсөн, ә ҡурай - ул минең һөнәрем. Ошо йүнәлештә 9 йыл белем алғанмын, шуға ла хеҙмәтемдең емештәрен татырға тейешмен, тип иҫәпләйем. Ҡурай республикала яҡшы үҫешкән һәм бәйгеләрҙең дә һәр береһе мәртәбәле. Уларҙың береһенә лә етди әҙерлекһеҙ барып булмай. Октябрьскийҙағы Ҡурай байрамы ла, Йылайырҙа үткән Ишмулла Дилмөхәмәтов исемендәге конкурс та, Хәйбулла районындағы Йомабай Иҫәнбаев иcемендәге бәйге лә, Өфөлә үткән Әҙеһәм Исҡужин исемендәге конкурс та ошондайҙар рәтенән. Әле атап үтелгән конкурстарҙа мотлаҡ шарт та бар - ҡурайсы алдан билдәләнгән исемлектәге 100 көйҙө белеп барырға тейеш. Шуға ла көсһөҙҙәр килмәй уларға, һәр кем еңеү яуларға килә.
Ҡурай - ул милли уйын ҡоралыбыҙ ғына түгел, ул башҡорт рухының бер сағылышы, ә һинең өсөн ҡурай нимә?
- Кеше киләсәккә үткәне аша баға. Ҡурай башҡорт халҡының үткәнен киләсәге менән бәйләй. Ул миңә дәрт-дарман, көс бирә, алға ынтылыш уята. Минең яҙмышыма әүерелгән инде ул. Әлеге мәлдә "Мираҫ" йыр һәм бейеү фольклор ансамблендә эшләп йөрөйөм, шулай уҡ йәштәргә ҡурай серҙәрен төшөндөрөү эшен дә дауам итергә ниәтем бар. Былтыр ансамбль менән Англияға барғайныҡ, быйыл Венгрияға йыйынабыҙ. Мин ҡурай моңоноң бөтөн донъяны хайран итеүен күреп йөрөйөм. Ябай ғына көпшәнән нисек шундай моң сыға һуң, тип аптырайҙар. Былтыр Англияға сәфәр ваҡытында ҡала мэры менән осрашыуҙа уға ҡурай эшләп бүләк иттек. Йомабай Иҫәнбаев Парижда саҡта ошолай ҡурай эшләп, уйнап күрһәткәс, бер ханым уға алтын балдағын бүләк итә. Миңә алтын бүләк итмәһәләр ҙә, алтынға тиң һүҙҙәр әйтелде. Күпме заман үткән, ә ябай ғына үлән ҡурай һаман ҡитғаларҙы һоҡландыра.
Киләһе бейеклек тураһында ла хыялланаһыңдыр, моғайын?
- Әлбиттә, камиллыҡтың сиктәре юҡ. Уҡытыусым, остазым Нурғәле Мирғәле улы Ҡайыҡбирҙин беҙҙе гел дәртләндереп тора. Ул үҙе бөтөн ғүмерен профессиональ ҡурайсылар әҙерләүгә бағышланы - был да үҙенә күрә фиҙаҡәрлек. Уҡытыусыбыҙ 50 йәште үткәс кенә бәйгеләрҙә ҡатнаша башланы, ҡайһы саҡта уның менән бергә ярышырға ла тура килә. Былтыр Йомабай Иҫәнбаев исемендәге бәйгелә уның уҡыусылары Рәмил Ҡотдосов - беренсе, мин - икенсе, Динар Абдуллин өсөнсө урын яуланыҡ. Үксәгә баҫып киләһегеҙ, афарин, тип торған остазыбыҙ, мине аңлап, һәр эшемә фатихаһын биргән, терәк булған ғаиләм булғанда киләсәккә уй-хыялдар ҡороп йәшәмәйенсә булмай. Улдарым Байрас менән Ғайсарҙы ла рухлы егеттәр итеп тәрбиәләргә тырышабыҙ кәләшем Эльвира менән. Шуға, барыһы ла алда әле, тип иҫәпләйем.
Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|