«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"УРАЛ БАТЫР" - ӘКИӘТ ТҮГЕЛ, УЛ БАЛАНЫ ИЗГЕЛЕККӘ ӨНДӘҮСЕ МӘКТӘП
+  - 



"Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосын яттан һөйләү буйынса конкурстар үткәреү күптән инде матур йолаға әйләнгән. Ул саралар был мәшһүр әҫәрҙе тулыһынса яттан белгән, 4500 ашыу шиғри юлды төрлө урындан дауам итеп һөйләй алған иҫ киткес талантлы быуын тәрбиәләүгә булышлыҡ итеүе берәүгә лә сер түгел хәҙер. Ошо көндәрҙә Башҡортостан социаль технологиялар институты һәм республиканың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты һигеҙенсе тапҡыр "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүселәрҙең Халыҡ-ара конкурсын үткәреп, яңы таланттар асты.

Өфө ҡалаһында үткән был конкурс "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүселәрҙең республика кимәлендәге ярышынан статусы менән генә айырылмай. Ул эпосты башҡа милләттәр теленә тәржемә итеп ятлау мөмкинлеге биреүе менән дә үҙенсәлекле. Әйткәндәй, быйыл ярышта өс йөҙҙән ашыу мәктәп уҡыусыһы һәм вуз студенттары ҡатнашты, улар эпосты йәмғеһе 42 телдә һөйләп ишеттерҙе. Башҡорт, рус һәм инглиз телендә башҡарыусылар, Башҡортостан, Рәсәй һәм донъя халыҡтары телдәрендә һөйләүселәр икешәр секцияға бүленде, һәр аудиторияла уларҙы компетентлы жюри ағзалары баһаланы. Ә бына туғыҙынсы секция республикаға сит илдән күсеп килгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балалар өсөн тәғәйенләнгәйне, уның эшендә ҡатнашҡан йәштәр Башҡортостан, башҡорт халҡы, тарихы, мәҙәниәте, әҙәбиәте менән яҡындан таныша, аралаша алды. Һәр секция эшенә айырым йомғаҡ яһалды һәм еңеүселәргә БР Мәғариф һәм Мәҙәниәт министрлыҡтары, Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты тарафынан иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Эпосты башҡорт телендә ятлаусылар араһында Йылайыр районынан Гөлнәзирә Мәхмүтова һәм Илеш районынан Айгөл Ғәмбәрованың сығыштары иң юғары баһаға лайыҡ булды. Инглиз телендә Күгәрсен районынан Нәркәс Баймырҙина, Сибай ҡалаһынан Илзирә Сәлихова жюри ағзаларын башҡарыу оҫталығы менән хайран итте.
- "Урал батыр" эпосын бишенсе синыфта уҡығанда ятлай башланым. Әсәйем башҡорт рухлы булып үҫеүемде теләп, миңә эпосты ятларға тәҡдим итте, - тине еңеүселәрҙең береһе Гөлнәзирә Мәхмүтова. - Хәҙер мин "Урал батыр"ҙы тулыһынса беләм һәм әсәйемә сикһеҙ рәхмәтлемен. Еңеүҙәрем өсөн дә, үҙемде ысын башҡорт ҡыҙы итеп тойорға, халҡым менән ғорурлана белергә өйрәткәне өсөн дә. Бөгөн конкурста бөтә ҡатнашыусыларҙы ла ҡарап, тыңлап ултырҙым һәм башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадын ихлас өйрәнеүселәрҙе күреү ҡыуандырҙы.
"Урал батыр" эпосын Һиндостан, Израиль илдәрендә лә ҡыҙыҡһынып өйрәнәләр. Һиндостан балалары Урал батыр тураһында интернет селтәрендә тапҡан мәғлүмәтте туплап, бик ҡыҙыҡлы видеояҙма төшөргән. Ойоштороусылар әйтеүенсә, быйыл эпос тәүге тапҡыр грек, испан, итальян, пуштун телдәрендә яңғыраған. Ҡатнашыусылар тексты үҙҙәре тәржемә итеп, әҙерләнеп килгән. Бәлки, уларҙың тәржемәһе камил да түгелдер, ләкин ҡайһы бер ҡатнашыусыларҙың үҙе өсөн иң ҡәҙерле туған телендә башҡорт халҡының эпосын һөйләргә теләүе, бының өсөн сит телдән тәржемәгә тотоноуы уҡ күп нәмә тураһында һөйләй. Асҡын урта мәктәбенең 6-сы синыф уҡыусыһы Аделина Вәлишина эпосты испан теленә тәржемә иткән, бының өсөн уға испан телен тыуғандан алып белгән кешеләр менән интернет аша бәйләнештәр булдырырға, тәржемәнең дөрөҫлөгөн тикшерергә тура килгән. Ә бына Ейәнсура районы Һабыр урта мәктәбе уҡыусыһы Алтынай Атанғолова эпосты өс телдә - башҡорт, рус, инглиз телдәрендә ятлаған.
- "Урал батыр" эпосын яттан һөйләү буйынса үткәрелгән конкурстарҙа йыл һайын ҡатнашам, ә быйылдан башлап эпосты инглиз һәм рус телендә ятланым. Уны ятлауы бик ҡыҙыҡ, ул әкиәт кенә түгел, ә беҙҙе батыр булырға, гел дөрөҫөн генә һөйләргә, маҡсатыңа табан ныҡышмалы барырға өйрәтә, - ти Алтынай. Әйткәндәй, берәүҙәр эпосты бер телдә генә һөйләп сыҡҡансы, ул өс секция эшендә ҡатнашып, өс телдә шартлатып һөйләп, ҡумыҙҙа уйнап та өлгөрҙө.
Балаларҙың "Урал батыр"ға ҡарата был ҡыҙыҡһыныуы, тәү сиратта, уҡытыусыларҙан килһә, уларҙың бөтә башланғыстарын күтәрмәләп торған ата-әсәләрҙең дә тырышлығы ҙур. Балалары талантлы, белемле булып үҫеүен теләгән һәм бының өсөн бер нәмә лә йәлләмәгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнә беҙҙең киләсәк быуын. Халыҡ-ара конкурста ҡатнашыусылар тағы бер тапҡыр шуны дәлилләне, тиһәк тә яңылыш булмаҫ. Иң мөһиме, сит телдәрҙе үҙебеҙҙең башҡорт халҡының әҙәби мираҫы аша өйрәткән педагогтар һәм ата-әсәләр булыуы ҡыуандырҙы. Балалар урыҫ, инглиз телендә башҡарһа ла, башҡорт халҡының быуаттар дауамында быуындарға тапшырыла килгән был эпосы уларҙың фекерләү рәүешенә, рухи донъяһына тәьҫир итмәй ҡалмаясаҡ. Был турала конкурстың жюри ағзаһы, Сибай ҡалаһының "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Асия Ғәйнуллина ла әйтеп китте: "Башҡорт халҡының эпосы менән бөтәһе лә ҡыҙыҡһына. Сөнки унда ыңғай энергия һалынған, тыңлаған кешене лә, һөйләүсене лә ҡанатландыра, яҡшылыҡҡа әйҙәй торған фәһемле яҡтары күп. Борондан башҡорт халҡының сәсәндәре хан эргәһендә йөрөгән сәйәсмән булған, бөгөн дә шундай зирәк аҡыллы, талантлы, хәтере шәп йәш быуын үҫеп килеүен күрҙек", - тине ул конкурсҡа йомғаҡ яһап.

ШУЛАЙ ИТЕП...
"Урал батыр" эпосын яттан һөйләүселәрҙең Халыҡ-ара конкурсының төп маҡсаттарының береһе итеп башҡорт халҡының һәм республикалағы башҡа халыҡтарҙың тарихы һәм мәҙәни мираҫына һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү бурысы билдәләнгәйне. Өс йөҙҙән ашыу бала күңеленә ойоштороусылар ошо идеяны еткерә алған хәлдә лә, күпме йәш быуын башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадын, телен, тарихын ихтирам итәсәген күҙалларға мөмкин. Киләсәктә лә балалар күңелен үҫтереүгә, таланттар асыуға һәм, иң мөһиме, рухи тәрбиә биреүгә йүнәлтелгән был конкурс дауам итһен, ойоштороусылар көсөн, ваҡытын ғына түгел, бүләктәрен дә йәлләмәһен ине.

Ғәлиә ШӘМСЕТДИНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.12.17 | Ҡаралған: 860

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru