Һәүәҫкәр тарихсы Йәдкәр Бәшировтың ошо көндәрҙә генә донъя күргән "Башҡорт хан" тип аталған баҫмаһы тураһында һөйләшеүҙе дауам итәбеҙ.
Бөйөк Башҡорт хан исемен йөрөткән ҡалалар исемлегенә Өфөнөң дә инеүен ишеткәнебеҙ бар, ә Яр Саллының... башҡорт ҡалаһы тип аталыуы бер аҙ аптырата ла. Тағы ла ниндәй ҡалалары булған Башҡорт хандың?
- П.И. Рычков беренсе тапҡыр XVIII быуатта, боронғо башҡорт яҙмаларына, башҡорт старшинаһы Ҡыҙрас Муллаҡаевтың һөйләгәндәренә таянып, Бахши Иман болғар йылъяҙмаларындағы Гази-Бараджа теркәгәндәргә һылтанып, Өфө ҡалаһының Имәнҡала тип аталыуын билдәләй. Был хаҡта аҙаҡ ғалимдарыбыҙ Н.А. Мәжитов, Ф.А. Сөнәғәтов, Ә.Н. Солтановалар ҙа яҙа. Болғар йылъяҙмаһында былай тиелә: "Өфө 1185 йылда Мәсғүт тархан тарафынан төҙөлә... уның ағаһы Татрының урыҫ ҡәлғәһе Өфөгә яһаған походы иҫтәлегенә..." Ҡала ҙур ҡәлғә хәлендә була һәм 1183 йәки 1184 йылдарҙа ҡолатыла, унан һуң "Мәсғүт Ағиҙел ярына яңы ҡәлғә ултырта һәм уны "Өфө" тип атай - ағаһы иҫтәлегенә". Башҡортостан ғалимдары, ҡала хаҡында күп мәғлүмәттәр йыйғандан һәм тикшереү эштәре алып барғандан һуң, әлеге Өфө аҫтындағы ҡаласыҡтың, йәғни Имәнҡаланың, урта быуаттарҙағы Башҡорт ҡалаһын дауам иттереүсе булыуын асыҡланы.
Артабан Бахши Иман яҙыуынса, "1186 йылда Башҡорт хандың ейәне Ғабдулла хан хәрби идарасыһы Сын-Булат менән Өфө ҡәлғәһенә килә һәм унда үҙҙәренең ставкаһын булдыра. Күп тә үтмәй, Яйыҡ, Бүләр, Яр Саллы, Миңзәлә ҡәлғәләренә ҡараған юлдарҙы нығыта башлайҙар.
Был тәңгәлдә артыҡ оҙон һөйләп тормағанда, ҡаланың Башҡорт ҡала булыуына шик юҡ. Һәм тағы ла, Бөйөк Башҡорт хан хөрмәтенә "Башҡорт" атамаһын күтәргән ҡалалар берәү генә булмаған. Мәҫәлән, Яр Саллы ҡәлғәһенең дә беренсе исеме Башҡорт була. 1171 йылда Ҡол-Ғәленең атаһы мулла Мир-Худжа батша Ғабдулла Чельбирға (Башҡорт хандың ейәне) үҙ ставкаһы урынына ҡәлғә төҙөүгә рөхсәт һорай. Батша бындай үтенестәрҙе хуплаған һәм йыл тигәндә был ҡәлғә ҡалҡып та сыҡҡан. Ҡаланы ҡорым-саллы төҙөүселәре төҙөй һәм шул нигеҙҙә Яр Саллы тигән рәсми булмаған исемгә лайыҡ була ла. Ҡәлғәнең башлығы итеп Алтыш бәк билдәләнә. Алтыштың улы Вәсил ҡаланы киңәйтә, ә уның улы Ашан 1236 йылда янғындан һуң ҡабаттан тергеҙә. 1278 йылда башҡорттар Ашандың улы Хәлик түрә етәкселегендә ҡаланы Ҡарым-Тимур татарҙарына бирмәү өсөн бик айбар алыша һәм уларға йылға аша сығырға бирмәй. Ошо ваҡиға иҫтәлегенә Башҡорт хандың ейәне әмир Мөхәммәт-Әләм был ҡәлғәне Башҡорт атамаһы менән атата. Тимәк, бөгөнгө Яр Саллы ҡалаһы ла ошо абруйлы исемде күтәргән ҡалаларҙың береһе була.
XII быуат ғәрәп авторы Шәриф Идрисиҙең яҙмалары буйынса, күп ҡәбиләләрҙән торған, феодаль ерҙәр менән идара иткән башҡорт ата-бабалары былай һүрәтләнә: "Басжирттар иле бик ҙур, уның өлөштәре бер-береһенән алыҫ араларҙа ята. Тышҡы басжирт ерҙәре Һаҫыҡ ерҙәргә тиклем һуҙыла (Көнбайыш-Себер һаҙлыҡтары). Эске басжирттар иле үҙәгенән алып, тышҡы басжирттар үҙәгенә тиклем 11 туҡталыш бар..." Был ҡалаларҙың атамалары түбәндәгесә: Биләр, Сыуар (Сувар, Һыуар), Башҡорт, Яр Саллы, Жукотин (Джукетау, Йүкәтау), Нуҡрат, Джуннэ-ҡала (Йәнле ҡала), Тамья- тархан, Тубылғытау, Сөн-ҡала, Кирмәнсуҡ. Әл-Идриси яҙмаларынан тағы ла Ҡаруҡия, Намъян, Гүрхан, Масра, Ҡорса ҡалалары билдәле (бөгөнгө Татарстан республикаһында Масра, Ҡорса тигән ауылдар бар).
Биләр ҡалаһы Тамта илендә урынлаша (был ил 1193 йылдан Башҡорт иле итеп иғлан ителә), Державаның баш ҡалаһы була. Был оло ҡалала 200 меңләп кеше йәшәй. Бында Ҡол-Ғәле кеүек күп кенә билдәле шәхестәр көн итә, уҡый.
Биләр урта быуат цивилизацияһының иң ҙур ҡалаларының береһе иҫәпләнә. Киев, Чернигов ҡалаларының ҡәлғә өлөшө 100-әр гектар, Париж - 439, Милан - 234, Неаполь, Лондондар 200-шәр гектар ер биләп ултырһа, Биләр ҡалаһы хатта профессиональ архитекторҙарҙы ла хайран итеп, 800 гектар ергә йәйелә.
Джукетау, рустар әйткәнсә, Жукоткин (беҙҙеңсә Йүкәтауҙыр) Ҡама (Ағиҙел) йылғаһының һуң яҡ ярында урынлаша. Башҡорт хандың ейәне Ғабдулла хакимлыҡ иткән осорҙа был ҡала ла Башҡорт исемен йөрөтә.
Жуннэ-ҡала (Йәнле ҡала) тип Нижний Новгород ҡәлғәһе аҫтындағы ҡала аталған була. Ул күп тапҡырҙар берсә урыҫтар, берсә башҡорттар ҡулына күсеп, 1445 йылда урыҫтар тарафынан яулап алынып ҡуя.
Ҡама аръяғындағы билдәле ҡалаларҙың береһе - Тубылғытау. Уның баштағы атамаһы Шишмә-сабан була. Бында һабан һәм саҡ-суҡ ырыуҙары башҡорттары йәшәй. Монгол-татарҙар килгәс, ҡала Тубылғытау итеп үҙгәртелә.
Р. Фәхретдиновтың яҙмалары буйынса, Ҡама аръяғында ғына ла 25 ҡала, ә Ф. Хузин эҙләнеүҙәренә таянғанда, 104 ҡаласыҡ булыуы билдәле. Быларҙың 46-һы феодаль замоктар (һарайҙар), 28-е хәрби ҡәлғәләр, 17-һе боронғо ҡалалар ҡалдығы һ.б. Күп ҡалалар исеменә "кирмән" һүҙе бәйле. Был һүҙ һарай, замок тигәнде аңлатҡан (Ошоға "тирмә" тигәнде лә алып килеп бәйләргә мөмкин). Мәҫәлән, Кирмән - Йәрмәкәй районындағы тау, Аҡкирмән - Ырымбур өлкәһендә, Түбәнге Новгород та бер мәл Үкирмән тип атала. Ҡасимов ҡалаһы - Ханкирмән, Белгород - Аҡкирмән, Севастополь -Һары кирмән, Киев - Манкирмән һ.б.
Был ҡалалар хаҡында ентекләп китапта яҙылған.
Китапта боронғо башҡорттарҙың хәрби тормошо ла бик ҡыҙыҡлы итеп бирелә. Һәр ырыу үҙ аллы автоном ойошма, уның үҙ "бүреһе", үҙ хәрби көс-тәре бар. Унан килә, бөгөнгө башҡорт телендәге уйламаған һүҙҙәрҙең хәрби дәрәжә аңлатмаһы булыуын асыҡлайһығыҙ. Шуларға туҡталып үтәйек әле?
- Ғәскәрҙең ҙур өлөшлөһө "Тауыш" тип аталыуҙан башлайыҡ, булмаһа. Ни өсөн тауыш? Ғәскәр башлығының тауышын ишеткән тиклем һандағы һуғышсылар бер тауышҡа, йәғни бер төркөмгә ингән. Һуғышсылар ҙа ҡәҙимге көнкүреш атамалары менән аталған. Мәҫәлән: ярҙамсылар, булышсылар, ҡулдар, уҡсылар, өлкән ҡарауылсы, өлкән һаҡсы, бөркөткүҙ - күҙәтеүсе, ябалаҡ - төнгө күҙәтеүселәр, һаҡҡолаҡ - часовой һ.б.
Хәрби званиелар ҙа ябай: кеше - бөгөнгө ефрейтор, сержанттан башлап старшинаға тиклемге чин; өлкән кеше - прапорщик; егет - лейтенант, өлкән егет - старший лейтенант, батыр егет, ир егет - капитан, батыр - майор, түрә - полковник, ян түрә - подполковник. Ирҙәр - ветеран яугирҙар, юлдаш - яугир, бала - әле хәрби һынау үтмәгән йәштәр.
Ҡәбилә союзы кәрәк булғанда үҙҙәренең Баш Түрәһен алмаштыра ла алған. Баш Түрәнең, ғәҙәттә, 4 урынбаҫары булған, мәҫәлән, Йән Түрә, Ян Түрә. Миҫал өсөн ҡарап киткәндә, табын ырыуында Баш Түрә Баш Табын тип атала, урынбаҫарҙары Кесе Табын, Йомран Табын, Ялан Табын һ.б. Оло йыйындарҙа һәр ырыуҙан Йән Түрәләр, Ян Түрәләр, ҡанбабалар, ҡанбикәләр, батырҙар, өлкән егеттәр, ир-егеттәр, ир-бүреләр, Олуғ Ҡан Баба кеүек кешеләр ҡатнашҡан һәм был исемдәрҙең һәр береһенең артында оло мәғәнә, тәрән аңлатма ятҡан.
Миләүшә ХӘБИЛОВА әңгәмәләште.
(Дауамы бар).
КИРЕ СЫҒЫРҒА