«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Һәр дәүерҙә өлкән быуын йәштәрҙе үҙҙәре менән сағыштырып, уларҙың кәмселектәрен эҙләгән. Ысынлап та, хәҙерге йәш быуын ата-бабалар яулағандарҙы дауам итә алырлыҡмы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ЕГЕРМЕНСЕЛӘР ҺЫНАТМАЙ!
+  - 

Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында Халыҡ-ара туған телдәр көнө айҡанлы күркәм байрам кисәһе уҙғарылды. Унда БР Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, күренекле шағир Рәшит Шәкүр, "Шоңҡар" йәштәр журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин, яҙыусы Гөлнур Яҡупова, Өфө ҡалаһы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары конкурсы еңеүсеһе Нурзилә Нәҙерғолова һәм башҡа саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнашты.

Балалар менән саф башҡортса ауыҙ тултырып һөйләшеү хәҙерге көндә һирәгерәк осрай торған хәл. Әммә Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһының тупһаһын аша атлап уҙғас та, күңелде күтәреп, ҡолаҡты иркәләп яңғыраған башҡорт телмәрен ишетәһең. Сөнки бында уҡыған барлыҡ балалар туған телдәрендә аралаша, ул ғына ла түгел - башҡорт рухлы ла улар. Әлеге байрам сараһында ла гимназия уҡыусылары ошо матур ғәҙәттәренә тоғро ҡалып, тамашасыларға йыр-моңдан, дәртле бейеүҙәрҙән, тәрән мәғәнәле һәм һәр һүҙе кеше күңеленә үтеп инерлек шиғри юлдарҙан торған сағыу концерт ойошторҙо. Форсат менән файҙаланып, үткәрелгән төрлө конкурстарҙың район кимәлендәге еңеүселәренә маҡтау ҡағыҙҙары, еңеүсе танытмалары тапшырылды. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк олимпиадаларының муниципаль кимәлендә еңеүселәре тәбрикләнде.
Шулай уҡ Өфө ҡалаһының "Илһам" нәфис һүҙ һөйләү оҫталары конкурсында еңеп сыҡҡан ун уҡыусы һәм педагог сәхнә түренә күтәрелде. "Республикамды данлайым" конкурсында башҡорт, рус, татар, немец, украин, поляк, әрмән телдәрендә башҡарылған 210 ижади эш авторы араһынан иң юғары баһаға лайыҡ тип табылған утыҙ уҡыусы ла ошонда ҡотлау һүҙҙәре тыңланы. "Тыуған ҡалаң тураһында һөйлә" конкурсында ҡатнашҡан 51 бәйгесе араһында иң шәп эш авторҙары булған дүрт уҡыусы маҡтау ҡағыҙҙары алды. Халыҡ-ара туған телдәр көнө байрамы сиктәрендә әүҙем, үҙ телен яҡшы белгән, хөрмәт иткән балаларҙың тырышлығын юғары баһалап, сәхнә түренә тағы бер мәртәбә күтәрелергә мөмкинлек биргән ойоштороусыларҙың маҡсаты бер - һәр бала күңеленә туған телде белгән саҡта кәм-хур булмаҫһың, тигән фекерҙе һеңдереү. Байрамға килгән ҡунаҡтарҙың һәр береһе ошо турала һөйләп кенә ҡалмай, асыҡ миҫалдар ҙа килтереүе бигерәк тә отошло булды. Рәшит Шәкүрҙең туған телдә һөйләшеү ниндәй мөмкинлектәргә юл асыуын дәлилләп, Мөнир Ҡунафин "Шоңҡар" йәштәр журналында баҫылған мәҡәләләрҙең геройҙары, юғары уңыштар ҡаҙанып өлгөргән башҡорт йәштәренең портреттарын күрһәтте. "Был йәштәр барыһы ла бөгөн уңышлы кешеләр, үҙ эшен асып аҡса эшләйҙәр, юғары белем алып вазифалар биләйҙәр, өлгө алырлыҡ шәхестәр. Һәм улар бөтәһе лә саф башҡорт телендә һөйләшә, бына шундай кешеләргә оҡшарға тырышырға кәрәк", - тине Мөнир Ҡунафин.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Балаға шулай эшлә, былай ит, тип ҡат-ҡат өйрәтеп тороуға ҡарағанда, үҙең бер тапҡыр дөрөҫ эшләп күрһәтеү күпкә һөҙөмтәлерәк, тиҙәр. Халыҡ-ара туған телдәр көнө байрамында Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы уҡытыусыларының хеҙмәте шуға нигеҙләнеүе асыҡ сағылды. Үҙең үтәмәгән шартты башҡаларҙан талап итеп булмай, ә гимназия уҡытыусылары үҙҙәре лә башҡорт халҡының мәҙәниәтен, сәнғәтен, тарихын мөкиббән китеп ярата һәм уҡыусыларын да инандыра белә.

Камила ҒӘЛИЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.03.18 | Ҡаралған: 1175

Киске Өфө
 
Үҙҙәре ышанып етмәһә лә һинең турала гел насарҙы һөйләгән, һине күрә алмаған дошмандар һәм һинең турала бар яҡшыны белеп тә бер һүҙ ҙә әйтмәгән дуҫтар араһында нисек йәшәмәк кәрәк?!

(А. Ривароль).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru