Февралдән мәктәптәр буласаҡ 1-се класс уҡыусыларынан документтар ҡабул итә башланы. Һәр атай-әсәй балаһының уңышлы, белемле һәм тәрбиәле булыуын теләй һәм иң яҡшы уҡытыусыға, алдынғы белем биреү учреждениеһына бирергә хыяллана.
Күптән түгел элекке мәҡәләм геройы улын ниндәй мәктәпкә биреү тураһында кәңәшләшеп шылтыратты. Йәшәгән урындары ҡала ситендәге биҫтәләрҙең береһендә. Шуға күрә, мәктәптең алыҫлығы йәки яҡынлығы мөһим түгел. Шуны иҫәпкә алып, Кинйә Арыҫланов исемендәге Башҡорт гимназияһын тәҡдим иттем.
- Атаһы риза түгел шул. Башҡортса һөйләшә белгәс, еткән. Әйҙә, ана урыҫса, инглизсә уҡыһын. Берҙәм дәүләт имтихандары етһә, балаға ауырға тура киләсәк, ти, - тип икеләнде йәш әсәй. - Унда бит бөтә фәндәр башҡорт телендә уҡытыла, тиҙәр...
Күптәр шулай гимназияла уҡытыу тик башҡортса ғына тип уйлап, ныҡ хаталана. Уҡыу программаһы, китаптар, әсбаптар, дәреслектәр – бөтәһе лә башҡа мәктәптәрҙәге кеүек. Өҫтөнлөктәргә килгәндә, улар күберәк. Мәҫәлән, унда урыҫ теле, сит телдәр кеүек, ике төркөмгә бүлеп уҡытыла. Тимәк, уҡыусыларға ваҡыт та, мөмкинлек тә күберәк бирелә тигән һүҙ. Белем сифаты тураһында Берҙәм дәүләт имтихандары ла йыл һайын иҫбатлай. Былтыр мотлаҡ фәндәрҙән, йәғни, урыҫ теле һәм математиканан БДИ буйынса гимназистарҙың "икеле" билдәләре булманы. Ғөмүмән, гимназияның күрһәткестәре республиканың уртаса кимәленән бер ҡасан да төшкәне юҡ.
Өҫтөнлөктәрҙән тағы шуны әйтергә мөмкин: бында бөтә саралар башҡорт һәм урыҫ телдәрендә алып барыла. Башҡа белем биреү учреждениеларынан айырмалы, түңәрәктәр эше бушлай. Ә иң мөһиме, йәш быуынға төплө белем биреү, уларҙы үҙаллы тормошҡа әҙерләү менән бер рәттән, ватансылыҡ һәм илһөйәрлек тәрбиәһенә ҙур иғтибар бүленә.
-Ҡаланың бүтән мәктәптәре лә, әлбиттә, бик яҡшы эшләй. Уларҙың бөтәһе лә спорт ҡаҙаныштары, олимпиадалар еңеүселәре, алдынғы уҡытыусылары, уҡыусылары менән дан тота, - тим йәш әсәйгә. -Ә шулай ҙа 9-сы гимназияға башҡорт булғаның өсөн генә бирергә була. Уҡыу йорто тап һеҙҙең балалар өсөн асылған бит. Булғандың ҡәҙерен беләйек, яуланғанды һаҡларға кәрәк.
Уҡыу йылы башында туған телдәрҙе уҡытыуға бәйле килеп тыуған
ҡатмарлы хәл дә атай-әсәйҙәрҙә ҡапма-ҡаршылыҡлы фекер тыуҙырып өлгөрҙө. Туған телен уҡыған, өйрәнергә теләгән балалар күберәк булһа, был ябай булмаған мәсьәлә, бәлки, тыумаған да булыр ине.
Үҙен ошо ерҙең илһөйәре тип иҫәпләгән кеше туған телде һаҡлап ҡалыуҙа ҡанундар ғына түгел, ә иң беренсе беҙ үҙебеҙ, ошо милләт вәкилдәре яуаплы икәнен белергә тейеш. Балабыҙҙы башҡорт мәктәбенә, класына биреп, башҡортса тапшырыуҙар ҡарап, гәзит-журнал, китап уҡып, телебеҙҙең ҡулланыу даирәһен киңәйтәбеҙ, уның абруйын күтәрәбеҙ. Берҙәм дәүләт имтиханына һылтанып, баланы туған телен өйрәнеүҙән мәхрүм итеп, быуаттар буйы тупланған рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлай алмаған быуын үҫтермәҫбеҙме икән?..
Лена АБДРАХМАНОВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА