«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАШТАҒЫ ЭҘҘӘР КЕМДЕКЕ?
+  - 



Май бешмәк - йән сыҡмаҡ, бесән сапмаҡ - уйнамаҡ та көлмәк, тигән ти борон бер килен. Эй күңелле була торғайны шул күмәкләп хужалыҡ малына бесән әҙерләү өмәһенә йөрөүҙәре. Үткер салғыларҙың йәш үләнде ҡыршылдатып киҫеүе, бесәнселәрҙең, ҡыҙыҡ хәбәрҙәр һөйләп, шат тауыш менән көлөшөп алыуҙары, өмәселәргә ярҙамға килгән тракторҙың тигеҙ генә гөрөлдәүе, "сынҡ-сыңҡ" итеп салғы сүкеүҙәр, мәтрүшкәле урман сәйе - ауыл кешеһенең йәненә, тәненә һеңгән күңелле бер мәл инде ул бесән осоро.

Бер туҡтауһыҙ ҡоштар һайрауы, еңелсә иҫкән елгә уҫаҡ япраҡтарының үҙ-ара шыбырлашыуы, яҡында ғына шишмә сылтырауы бергә ҡушылһа, ишетеп тә, тыңлап та туймаҫлыҡ серле бер урман моңо барлыҡҡа килә. Яңы ғына сабылған үләндең хуш еҫе лә йәндәрҙе иркәләй. Өмәселәр өсөн бешеүсе йәш ит еҫен һиҙеп, сабырһыҙланып шыҡырҙаған һайыҫҡан да бөтә ошо матурлыҡҡа үҙенсәлекле йәм өҫтәй. Төшкөлөккә туҡтаған арала ла мәҙәк хәбәрҙәр һөйләп, яңғыратып көлөшөү, эскерһеҙ шаярыуҙар дауам итә. Арыу ҙа, талыу ҙа юҡ.
Ашнаҡсы ла үҙ бурысына яуаплы ҡарай. Оло ҡаҙанда бешкән ит ике ҙур табаҡҡа һоҫоп алынған да инде. Тәмле һурпала ҡул һалмаһын бешереп алаһы ғына ҡалған. Кемдер ҡабаланып һуған турай, кемдер самауыр торбаһына ҡуҙ төшөрә. Ошондай өмәләргә ғаиләһе менән йөрөүселәр самауырҙарын да йәлләмәй торғайнылар хатта. Ашнаҡсыға булышмаҡсы булып, бына мин дә ҡаҙан аҫтындағы утты ҡағыштырырға тотонам. Шул ваҡыт Хәкимова Сания апай: "Килен, кил әле, кил, бер нәмә күрһәтәбеҙ", - тип саҡырып ала. Мин барып еткәндә, ул, иңкәйеп, ҡуйы үлән араһынан бик иғтибар менән нимәнелер ҡарай ине.
- Ҡана, ниндәй ҡыҙыҡ таптығыҙ? - тип, яныбыҙға Сәкинә, Зәкиә, Һәнеүәт апайҙар килде.
- Килен, ошо ерҙе һәйбәт кенә итеп ҡара әле. Берәй нәмә күрерһеңме икән? - тине Сания апай. Үҙе турайып баҫты. Мин тубыҡланып, үләнде ҡулдарым менән ике яҡҡа ҡайырып, ул күрһәткән ерҙе иғтибарлап ҡарай башланым. Һәм ни күрәйем, ҡуйы үлән төбөндә һыйыр тояғы эҙе ярылып ята. Уң тояҡ эҙенән саҡ ҡына арттараҡ тағы бер эҙ. Һул тояҡтыҡы. Ыҡсым ғына тояҡ эҙҙәре. "Һе, тапҡанһығыҙ аптырар нәмә", - тиер ҡайһы берәүҙәр. Урманда бөткәнме болан, мышы эҙҙәре, тип тә өҫтәрҙәр. Әммә ғүмер буйы буйы мал көтөп, һыйыр һауып, бесән эшләп йәшәгән ауыл кешеләре һыйыр эҙен болан, мышы эҙҙәренән генә айыра белә. Шунда йыйылған кешеләр, барыбыҙ ҙа тип әйтерлек, усыбыҙ менән эҙгә һаҡ ҡына баҫып ҡарайбыҙ. Эҙҙәр махсус рәүештә ҡатырып эшләп ҡуйған кеүек. Әйтерһең, малҡай тарихта мәңгелеккә ҡалыр өсөн ташты уя баҫып атлап ҡайтҡан. Эҙҙәргә бөртөк тә үлән үҫмәгән, алғы өлөшөнә ямғыр һыуы йыйылған да, кипмәй ята. Тап сынаяҡ аҫтына һыу ҡойоп, алға ҡарай ҡырынайтып ҡуйған кеүек. Әлеге эҙҙәрҙән байтаҡ ҡына алғараҡ барып та, артҡараҡ китеп тә эҙләп ҡараныҡ, әммә әле күргәндәргә оҡшаш тояҡ эҙҙәре башҡа күренмәне.
- Был Ҡуңыр буғаның ғына юлы, - тинеләр бер тауыштан Сания, Һәнәүәт апайҙар.
- И-и-и малҡай! Быҙау ғыналарын эйәртеп, Урал һырты буйлап, көн битләп ҡайтып киткән бит ул, - тип һөйләп алып китте Сәкинә апай.
- Ҡайтҡанда бер генә ҙур һыуҙы ла кисмәгән, тиҙәр бит, - тип өҫтәне кемдер.
Ә аҙағыраҡ килеп, һүҙгә ҡушылмайыраҡ торған Зөләйха апай:
- Аяғымды талдырып,
Төн йоҡомдо ҡалдырып,
Һелтәй-һелтәй ҡулдарҙы
Эҙләп киттем шуларҙы, - тип йырлай ҙа башланы. Уға ҡалғандар ҡушылды. Йыр бөтөүгә шунда йыйылып киткән бөтә ғәм, барыбыҙ ҙа тынып ҡалдыҡ. Кемдер Урал һырты буйлап биш быҙауын эйәртеп үҙ тыуған яғына ҡайтып барған Ҡуңыр буғаны, кемдер уларҙы эҙләй сыҡҡан киленде күҙ алдына килтергәндер ошо минуттарҙа. Ә минең башымда иһә: "Ни ҡөҙрәт менән был эҙҙәр таш һынлы ташта уйылған да, улар нисек һаҡланған?" - тигән уйҙар ҡайнай ине. Ашнаҡсының: "Аш өлгөрҙө, килегеҙ", - тигән тауышы был тынлыҡты боҙҙо. Ағас күләгәһе аҫтында ашъяулыҡтар тирәләй түңәрәкләп ултырып, тәмле аш менән һыйланғанда ла һүҙ ошо эҙҙәр тураһында барҙы. Яурыныбыҙға салғыларыбыҙҙы һалып, сираттағы һыуһынға китеп барғанда беҙ, баяғы ҡатындар, ташта мәңгелеккә ҡатып ҡалған эҙҙәр эргәһендә тағы бер аҙ туҡтап торҙоҡ. "Ысынлап та Ҡуңыр буғаныҡымы икән был эҙҙәр?"- тигән уй тынғы бирмәй ине миңә һаман. Минең уйымды дөрөҫләгән кеүек, Сәкинә апай: - Ҡуңыр буғаның ғына эҙе былар. Һин, уҡытыусы кеше, быны белергә тейешһең, - тип ҡуйҙы.
Урал һыртының иң яҡын тигән ауылдарҙан 16-18 саҡрым самаһы алыҫлыҡта ятҡан Түбә йорт тигән ере ине был. Үкенескә күрә, был урында ҡабат бесән эшләргә тура килмәне. Ә йәнәш ятҡан ике эҙ, кисә генә күргән кеүек, һаман күҙ алдымда тора. Хәҙер инде һигеҙәр тиҫтәне тултырған Фәхритдинова Сәкинә, Хәкимова Сания, Ғибәҙуллина Шәмсиә апайҙарҙан ошо ваҡиға тураһында тағы һораштым.
- Үҙебеҙ ҙә аңғармаҫтан барып юлыҡҡанбыҙҙыр ул, килен, - тине апайҙар. Ә араларынан иң йәше булған 74 йәшлек Усманова Һәнеүәт апай:
- Эйе-эйе, килен, иҫләйем. Күмәкләп ҡарап торғайныҡ бит. Урал һыртында бит ул Ҡуңыр буға эҙҙәре. Беҙҙең "Кантон килгән" тигән сабындан арыраҡ, - тип бер аҙ асыҡлыҡ индерҙе.
- Һеҙ шул эҙҙәрҙе күреп, сыр-сыу килгәндә мин салғы сүкей инем. Үҙ күҙҙәрем менән күрә алманым, йәл, - тине тормош иптәшем Дәүләтшин Зөлфәр, шул осорҙағы иң әүҙем бесәнселәрҙең береһе.
Ниндәй генә серҙәр һаҡламай тиһең уралып ятҡан Уралым, ҡат-ҡат булып һуҙылған мәғрур Ҡырҡтым! Иманым камил, хәҙерге заман байҙарының Әбйәлил урмандарын аяуһыҙ ҡырыусы ҡеүәтле техникаһы ботарлап ташламаған булһа, сал Уралымдың быуаттар төпкөлөнән килгән риүәйәттәренең, тиңе булмаған халыҡ йырҙарының тере шаһиты булып, бөгөн дә яталыр был эҙҙәр. Ҡайҙалыр һаҡланып ҡалған Бәйғәмбәр эҙе кеүек…

Фәрзәнә ХАММАТОВА,
мәғариф ветераны.
Әбйәлил районы Ишкилде ауылы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.03.18 | Ҡаралған: 912

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru