«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КИНО ТАРИХ ТҮГЕЛ...
+  - 

Беренсе каналдан "Алтын Урҙа" киносериалы бара һәм уны күптәр йотлоғоп ҡарай. Интернет селтәрҙәрендә лә был фильм хаҡында ҡыҙыу бәхәстәр бара, бигерәк тә төрки халыҡтары сайттары бик әсе тәнҡит менән сығыш яһай.

Бында бәлә нимәлә? Тамашасының кино менән тарихты бутауында. Фильмды ҡараусылар тарихи факттарға таянып төшөрөлгән йә булмаһа тарихи исем күтәргән әҫәрҙе мотлаҡ тарихтың үҙе икән тип ҡабул итә. Ә, асылда, фильмдарҙың ысын тарих менән артыҡ уртаҡлығы ла булмай. Алайыҡ әлеге "Алтын Урҙа"ны. Был кино фантастик булыу өсөн артыҡ тарихи, ә тарихи булыу өсөн артыҡ фантастик. Тарихи осорҙарҙы һәм тарихи геройҙарҙы ниндәйҙер уйлап сығарылған донъяла уйнаталар, ҡыҫҡаһы, шул ғына.
Урҙала Берке хан дәүере бирелә, Тәңрегә табынған халыҡ, барабан һуҡҡан шамандар күрһәтелә. Ысынында ул мәлдә Урҙала тулыһынса мосолман дине хөкөм һөрә. Берке үҙе беренсе булып мосолманлыҡты ҡабул итә. Унан ары Берке хан ҡанһыҙ, аҡылһыҙ һәм тағы ла әллә ниндәй йәмһеҙ юҫыҡтарҙа асыла. Ысынында Берке хан вазифаһында булмай, ул Сыңғыҙхандың өлкән улы Джучинан тыуған ейәне, уға хан титулы бирелмәй, хакимлыҡҡа Монгол империяһы тарҡала башлаған ваҡытҡа тура килә һәм бары Урҙа менән идара итеүсе генә булып ҡала. Ә бына уның урынына килеүсе Менгутимер хан итеп күтәрелә. Сериалда һүрәтләнгән йылдарҙа ла Берке 56 йәшлек бабай түгел, ә 39-40 йәштәрҙәге ир-уҙаманы булырға тейеш. Тарихи мәғлүмәттәр буйынса ла ул позитив тарихи шәхестәрҙең береһе иҫәпләнә. Бик прагматик сәйәсмән була ул. Һарайҙа православие партияһы асырға рөхсәт бирә. Шулай уҡ Урҙаның сәйәси һәм иҡтисади булмышын да ҡотҡарыусыларҙың береһе була был хаким.
Урыҫ дәүләтендәге хәлдәргә күҙ һалайыҡ. Суздалдә хакимлыҡ итеүсене кенәз Борис тип йөрөтәләр. Ундай кенәз тарихта юҡ. Аңлауыбыҙса, 1261-1262 йылдарҙағы ваҡиғалар һүрәтләнһә, Владимир кенәзе ул саҡта Александр Невский булырға тейеш. Ә Ярослав уның ҡустыһы һәм 1263 йылдарҙа ғына тәхеткә ултырған булырға тейеш. Һәр хәлдә, фильм ваҡиғаларында Невский үҙе тере була әле. Тик бында бахыр кенәз телгә лә алынмай.
Сериалдың беренсе серияһында уҡ татар-монголдар килеп, Новгород эргәһендәге ауылдарҙы яндырып китә. Урыҫ кенәзлектәре Джучи олоҫона инә һәм кинола ураған һайын телгә алынған "татар-монгол иҙеүе" лә бында урынһыҙ. Яһаҡ йыйылған - эйе, армия тулыландырылған, әммә улар үҙ олоҫтарын, үҙҙәренең хакимлығында булған ер һәм халыҡты талап-иҙеп-яндырып йөрөмәгән. Был фекер совет осоро тарихсыларының урыҫ тарихын байытыу һәм Урҙа алдында ҡорбан итеп күрһәтеү өсөн уйлап сығарған уйҙырмаларының береһе.
Был оло ваҡиғаларҙан тыш, башҡа ваҡ-төйәктә лә хаталар һәм уйҙырмалар етерлек. Мәҫәлән, бында ХIV быуат ваҡиғалары һүрәтләнә, ә урыҫтарҙың өҫтәлендә картуф! Ул ваҡытта Европала ниндәй картуф булһын? Көлөп ҡарарға ғына ҡала. Унан өҫтәл артына килеп ултырған дала ҡыҙы (татарка тип әйтелә) ҡырағай булып ҡылана, ҡалаҡ тота белмәй, алдындағы ҡара ыуылдырыҡты һоҫоп алып ашай башлай, хистәрен бөтөнләй йәшерә белмәй, тыйнаҡлыҡ тигән нәмә менән таныш түгел. Эргәһендәге мәрйәләр барыһы ла яулыҡта, көплө, ә уның яурынбаштары яҡшылап ябылмаған, башы яланғас. Кенәз һынлы кенәз менән үтә лә ҡыйыу, хатта әҙәпһеҙ мөғәмәлә итә, ғаилә тигән төшөнсәне бөтөнләй аңламай, шуның менән мосолман ҡатын-ҡыҙының баһаһын үтә лә төшөрөп ташлай, һәм башҡалар. Етмәһә, ураған һайын уны "ҡырағай татар ҡыҙы", "бысраҡ басурман ҡыҙы", "оятһыҙ" тип кенә торалар. Бөтөн был күренештәр иһә фильм эшләүселәрҙең төрки ҡатын-ҡыҙҙарының әле мосолманлыҡҡа тиклем үк ниндәй тәртиптәрҙә йәшәүен, уларҙың ниндәй мөхиттә үҫеүен, ә инде был осорҙа инде мосолман ҡанундарында булыуҙарын күҙ уңында тотмауы йәки бөтөнләй белмәүе күренеп тора.
Бер йылы Баймаҡ районында "Минең ҡәҙерле кешем" тигән бер сериал өсөн төрки халыҡтар йәйләүен - ҡырғыҙмы, ҡаҙаҡмы халыҡтарының көнитмешен төшөрөп киттеләр. Ысынында, ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ яҡтарына барып кино төшөрөү өсөн әллә күпме аҡса талап ителә, ә Рәсәй эсендә осһоҙға ғына эшләнә, күрәһең, бындай эпизодтар. Шунда теләге булған башҡорттар ҙур булмаған суммаға киноға төшөп йөрөнөләр. Ошо мәлде барып ҡарап, хайран булдым. Милләттәштәремде ҡырғыҙмы, ҡаҙаҡмы итеү өсөн ҡап-ҡара итеп буяп бөткәндәр, йәмһеҙ елән-сапандарға урағандар, шундай фәҡир, мәхлүк төҫкә индергәйнеләр. Кинола урыҫ табибы йәйләүгә килеп, был халыҡтың бысраҡлығына, наҙанлығына, ҡырағайлығына хайран булып китә, ҡыҫҡаһы. Эстәлеген яҡшылап белмәйенсә ул киноның сюжетында төшөп йөрөгән беҙҙекеләрҙе әйтәйем дә, төрки донъяһын шулай ҡабул итеүсе "оҫталарын" әйтәйем...
Тарих менән ҡыҙыҡһынған, тарихты белгән кешеләр, әлбиттә, бындай тарихи фильмдарҙы тамаша ҡылғанда барыһын да аңлай, анализлай белә. Әммә күпселек тарихты белмәй һәм киноны ысынбарлыҡ итеп ҡабул итә. Бындайҙарға ниндәйҙер тарихи киноны ҡарағандан һуң йыбанмай ғына ошо хаҡтағы ысын тарихты өйрәнеп алырға кәңәш итер инем. Ундағы мәғлүмәттәр бөтөнләй башҡа йәки башлыса башҡа булып сығасаҡ. Сөнки режиссерҙар, ғәҙәттә, тарихи ваҡиғаның идеяһын һәм тарихи шәхестәрҙең исемдәрен генә ала, ә хәл-ваҡиғалар уның теләге һәм фантазияһы менән үҙгәреп бөтә. Шунлыҡтан, дуҫтар, ҡабатлап әйтәм - кинонан тарих эҙләмәгеҙ. Тарих ул китаптарҙа, тарихсыларҙың хеҙмәттәрендә, эҙләнеүселәр-өйрәнеүселәр биргән инештәрҙә, архивтарҙа һәм бик булмаһа - интернетта. Һәм тарихты белеү берәүгә лә ҡамасау итмәй - өйрәнегеҙ.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.03.18 | Ҡаралған: 773

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru