«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"БАШҠОРТОСТАН БАТЫРЫ" – УЛ КӨС ҺӘМ РУХ ТАНТАНАҺЫ
+  - 



Үткән шәмбе Өфөнөң "Ҡунаҡһарай" комплексы эргәһендәге майҙанда көс экстримы (стронгмэн) буйынса Бөтә Рәсәй турниры уҙҙы. Планетаның иң көслө кешеһе чемпионаты вице-чемпионы, дүрт тапҡыр Рәсәйҙең иң көслө кешеһе титулына эйә булыусы, пауэрлифтинг һәм армреслинг буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры Эльбрус Ниғмәтуллин тарафынан Өфө ҡала округы хакимиәте ярҙамы менән ойошторолған турнирҙа Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән ун өс бәһлеүән ҡатнашты. Уларға биш төрлө һынау: 28 килограмлыҡ суҡмарҙы алыҫлыҡҡа ырғытыу, 1 минут эсендә 210 килограмлыҡ бүрәнәне күтәреү, һәр береһе 110-ар килограмм тартҡан ике "сумаҙанды" тотоп, 50 метрға йүгереү, 17 тонналыҡ тағылмалы МАЗ йөк автомашинаһын һөйрәү, "Лада-Ларгус" автомобилен күтәреү һымаҡ һынауҙар аша үтергә тура килде. Биш һынауҙың дүртеһе был спорт төрө өсөн ғәҙәти булһа, башҡорттоң боронғо яу ҡоралы булған суҡмар ырғытыу иһә, Эльбрус Ниғмәтуллиндың стронгмэн ярышына индергән үҙенсәлекле яңылығы тип билдәләнде һәм Рәсәйҙең иң көслө атлеттары тарафынан йылы ҡабул ителде.

"Башҡортостан батыры" тигән оло исемгә эйә булыу өсөн ҡыҙыу көрәш алып барыусылар араһында яҡташтарыбыҙ ҙа бар ине. Әйтәйек, был турнирҙа өсөнсө урын яулаусы Өфө егете Булат Зарипов күптәрҙе таң ҡалдырҙы. Турнир аҙағында беҙгә биргән интервьюһында Эльбрус Ниғмәтуллин: "Уңышлы сығышы менән Булат Зарипов һөйөндөрҙө", - тине. Тағы бер яҡташыбыҙ, республиканың функциональ күпалыш федерацияһы президенты, йәштәр араһында ауыр атлетика буйынса донъя чемпионы Альберт Саяховтың сығышы ла тамашасылар күңеленә хуш килде. Был турнирҙа ул иң еңел кәүҙәле ҡатнашыусы булһа ла, уның кәүҙә ауырлығы ни бары 80 килограмм ғына ине, ул 100-120 килограммлыҡ дәғүәселәренән ҡалышманы. Хатта ҡайһы берәүҙәрҙе үтеп тә китте. 17 тонналыҡ йөк машинаһын да ул 6 метр ҙа 56 сантиметрға һөйрәп алып барҙы. Ошо урында ҡыҙыҡ өсөн ҡулға калькулятор алдым. Автомобиль Альберттан 215,5 тапҡырға ауырыраҡ килеп сыҡты. Йәғни, бәһлеүән үҙенән 215,5 тапҡыр ауырыраҡ "фура"ны 6 метр ярым араға һөйрәй алды!
Яҡташтар темаһынан алыҫ китмәй торайыҡ. Был турнирҙа тағы бер ауыр атлет, Учалыла тыуып үҫеп, республиканың функциональ күпалыш федерацияһы вице-президенты, башҡорт егете Рәил Бикмаевты ла билдәләп үтке килә. Ошо урында Альберттың да, Рәилдең дә был спорт төрөндә тәүләп сығыш яһауын да әйтеп китергә кәрәктер. Быға тиклем улар үҙ дисциплинаһында ғына шөғөлләнгән. Экстремаль спорт ҡорамалдарын үҙ иңендә беренсе тапҡыр татыуҙары булды уларҙың был юлы. Ярыш һуңынан Рәил үҙ сәхифәһендә: "Әгәр өс ай элек миңә "Һин тиҙҙән 1500 килограмлыҡ машинаны күтәрәсәкһең", тиһәләр, ышанмаҫ инем. Ләкин 20 минут аралашҡан арала Эльбрус Ниғмәтуллин, барлыҡ сиктәр ҙә һинең башыңда ғына, тигән аҡылды һеңдерҙе, шуға уға ҙур рәхмәтемде белдерәм", - тип яҙҙы.
Өфөлә тәүге тапҡыр уҙғарылған, Башҡортостан эстрадаһы йондоҙҙары сығыштары менән байытылған, дәртле ритмлы йыр-моңға үрелеп барған был үҙенсәлекле тамашаны ҡарарға, беҙҙең ҡара иҫәп менән самалағанда, ярты меңгә яҡын кеше килгәндер, моғайын. Мәртәбәле ҡунаҡтар араһында Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы Ирек Ялаловтың, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаровтың да булыуы байрамға бәҫ өҫтәмәй ҡалманы, әлбиттә. Ирек Ишмөхәмәт улы үҙ сығышында суҡмарҙың башҡорттоң боронғо яу ҡоралдарының береһе булыуы тураһында әйтте, уның "Ҡамыр батыр" әкиәтендә телгә алыныуын билдәләне. Ә турнир һуңынан ул был турнирҙы артабан тағы ла ҙурыраҡ майҙанда ойошторайыҡ, уны традицион итәйек, тигән теләк белдерҙе, икенсе йыл үтәсәк турнирҙа еңеүсегә бүләккә автомобиль әҙерләргә була, тип, был эшкә ныҡлап тотонорға иҫәбе барлығына ишараланы. Эльбрус Фәрит улы ла, күп тамашасылар ҙа Ирек Ишмөхәмәт улының сараны ойоштороуҙа күрһәткән ярҙамын лайыҡлы баһаланы, уға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Эльбрус ағай тураһында күпме генә һөйләһәң дә, етмәй ҡалыр. Был юлы беҙ уның бик шәп алып барыусы икәненә лә инандыҡ. Турнир барышында ул һәр ҡатнашыусыға, һәр күренешкә үҙ аңлатмаһын, теге йәки был хәлгә ҡарата үҙенең урынлы фекерҙәрен еткерә барҙы. Ҡайһы бер спорт ярыштарында була торған комментарийһыҙлыҡ күренеше был сарала тойолманы. Бында Эльбрус Фәрит улы телевидение алып барыусыһы Искәндәр Урманцевты йәлеп итеп тә отҡан. Искәндәр үҙе лә спортҡа битараф булмаған кеше, атлеттарҙың һәр аҙымын тамашасыға яңғыратып торҙо. 3 сәғәттән ашыу барған турнир шуға ла бер тында ҡаралды.
Беҙ иһә, әҫәрләнеп, батырҙарҙы күҙәткән тамашасыларға "Бөгөнгө заман батыры ниндәй булырға тейеш?", "Эльбрус Ниғмәтуллинды батыр иткән сифаттар ниндәй?" тигәнерәк һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек. БДПУ студенты Байрас Азаматов: "Заман батыры - ул физик яҡтан ғына түгел, рухи яҡтан да көслө, мәғлүмәтле кеше. Эльбрус Ниғмәтуллин иһә үҙ маҡсатына өлгәшә белә торған шәхес", - тип яуапланы. Көрәш буйынса ике тапҡыр Европа чемпионы Марсель Йосопов Эльбрус Ниғмәтуллинды батыр иткән сифаттар тураһында шулай тине: "Эльбрус менән ун йылдан ашыу дуҫбыҙ, ул минең спортсы булараҡ үҫеүемдә ҙур көс һалған кеше. Литвала үткән көрәш буйынса Европа чемпионатында миңә миҙал таҡҡан баһадир Жидрунас Савицкас минең Силәбенән килеүемде ишетеп, оҙаҡ ҡына Эльбрус Ниғмәтуллин тураһында һорашып торҙо. Эльбрустың батыр булыуын Савицкас һымаҡ батырҙар ҙа таный. Ә дөйөм алғанда, батыр төшөнсәһе минең өсөн шаҡтай киң һәм ҙур мәғәнәгә эйә төшөнсә. Һәр кешене батыр иткән төп сифат - физик көс кенә түгел, ә үҙ үҙ халҡыңа һәм башҡа халыҡтарға ихтирамлы ҡараш, илһөйәрлек ул..." Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә киң билдәлелек яулаған промоутер Рәмил Сәғитов әйтеүенсә, Эльбрус Ниғмәтуллин - батыр, сөнки ул - көслө. "Ә кеше булараҡ уның итәғәтлелеге, республикабыҙ илһөйәре булыуы һоҡландыра. Ул беҙҙең милли геройыбыҙ", - тине Рәмил Миңнулла улы. Эстрадабыҙҙың алтын бағанаһы, нәфис һүҙ оҫтаһы Рөстәм Ғиззәтуллин да Эльбрус батыр тураһында төплө фекерҙәре менән уртаҡлашты: "Силәбе өлкәһендә тыуып үҫһә лә, ул туған телен онотмаған, ҡайҙа йөрөһә лә, башҡорт халҡын, Башҡортостанды популярлаштыра, - тине Рөстәм Ғиззәтуллин. - Беренсенән, ошо сифаты өсөн уны батыр тип һанайым. Икенсенән, ул Рәсәйҙең иң көслө кешеләренең береһе. Өсөнсөнән, ул Силәбелә булһынмы, Силәбе өлкәһенең берәр ауылында булһынмы, Өфөлә булһынмы, һәр ҡайҙа ошондай турнирҙар үткәрергә батырсылыҡ итә, ҡурҡып тормай. Минең уйлауымса, ниндәй һөнәр эйәһе булыуға ҡарамай, йөрәгендә рух булған егеттәр батыр тигән исемде йөрөтөргә хоҡуҡлы".
Турнир һөҙөмтәләре буйынса беренселекте Свердловск өлкәһенән килгән Виталий Исмәғилев алды. Икенсе баҫҡысты Силәбе өлкәһенән Сергей Быков яуланы, өсөнсө урын яҡташыбыҙ, баш ҡалабыҙ егете Булат Зарипов өлөшөнә төштө. Беренсе урын яулаусыға Нуғай ҡасабаһынан эшҡыуар Алмас Шакиров тәкә бүләк итте. Эльбрус Фәрит улы сараны ошо һүҙҙәр менән йомғаҡланы: "Өсөнсө урынды яулаған Булат Зарипов минең өсөн асыш булды. Беренсе урын яулаусыны ла үҙем өсөн яңы астым. Икенсе урын яулаусы менән хәл былай ҙа аңлашылып тора ине. Ул - киң билдәле, тотороҡло һөҙөмтәләр күрһәткән атлет. Тағы, ҡеүәтле булыуы менән Өфө ҡыуандырҙы. Ҡатнашыусыларҙың исемдәре үҙгәреп торорға ла мөмкин. Минең өсөн минең ярыштарымдан һуң бында ла минең фекерҙәштәрем, рухташтарым ҡалыуы мөһим. Өфө, бай ҡала булһа ла, экстремаль спорт буйынса Силәбенән ҡалышыңҡырай. Ләкин был мәсьәлә ваҡыт үтеү менән үҙгәрер, тип уйлайым. Иң мөһиме, ярыштарҙы йышыраҡ ойошторорға кәрәк, шул саҡта атлеттар ярыштан-ярышҡа үҫә, тәжрибә туплаясаҡ. Дөйөм алғанда, мин был саранан ҡәнәғәт. Шулай ҙа миңә тамашасыларҙың, ҡатнашыусыларҙың тәьҫораттары мөһим. Бөгөн үҙҙәренең өс сәғәтен ошо сараға бүлгәндәрҙең шатлығын күреү минең өсөн иң ҙур бүләк булды. Был ярыш һуңғыһы булмаһын ине".

Шулай итеп...
Мәшәҡәттәргә күмелеп, кеше тигән йән эйәһенең ниндәй мөмкинлектәргә эйә икәнлеген онотоп ебәрәбеҙ. Әлеге тамаша беҙгә, технологиялар һәм уңайлыҡтар заманында, кеше тигән биологик төрҙөң экстремаль шарттарға бик тиҙ яраҡлаша алыуы тураһында иҫкәртә. Шуға, киләсәк тураһында һүҙ сыҡһа, мин кешеләр өсөн әллә ни борсолмайым. Көслө зат ул - әҙәми зат.

Илгиз ИШБУЛАТОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.05.18 | Ҡаралған: 762

Киске Өфө
 

Тормош ҡануны шулай: бер ишек ябыла икән, икенсеһе асыла. Ләкин бөтөн бәлә шунда: беҙ ябылған ишеккә ҡарап тороп, асылғанына иғтибар итмәйбеҙ.

(А. Жид).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru