«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТТАРҘА МӘҒДӘНСЕЛЕК КӘСЕБЕ
+  - 



Башҡорт халҡы борон-борондан Уралдың төрлө мәғдән һәм аҫылташтарға бай булғанын белгән һәм Рәсәйгә ҡушылмаҫ борон уҡ, йәғни бында тәүге тау заводтары барлыҡҡа килгәнгә тиклем үк мәғдәнселек кәсебе менән әүҙем шөғөлләнгән. Башҡорттар Уралдың ҡайһы төбәгендә ниндәй мәғдән ятҡылығы барлығын яҡшы белгән һәм һәр яҡлап уларҙы файҙаланған.

Мәҫәлән, борон Яйыҡ буйындағы Әтәс тауы (хәҙер унда Магнитогорск ҡалаһы урынлашҡан) башҡорттарға килгән яуҙарҙы ҡайтарырға ярҙам иткән. Был тауҙа тимер мәғдәне ятҡылығы булған, тимер булған ерҙә магнит тәьҫире көслө була. Ошоно яҡшы белгән башҡорттар дошмандарға ҡаршы һуғышта бик оҫта файҙаланған. Яу килә ҡалһа, башҡорттар уларға ҡаршы дағаһыҙ аттар менән сыҡҡандар һәм сигенгән булып, дошманды Әтәс тауына йәлеп иткәндәр. Башҡорттар еңелде, тип йән-фарман сабып килеп еткән дошман яуы тауға етеү менән хәлһеҙләнгән дә ҡуйған. Сөнки тауҙағы көслө магнит дошман аттарының тимер дағаларын ергә тартҡан. Уларға һуғышырға мөмкинлек бирмәгән. Ошо мәлдә инде дағаһыҙ аттарҙағы башҡорттар дошман яуын еңел генә ҡыйратыр булған.
Әйткәндәй, борон ата-бабаларыбыҙҙың мәғдән ятҡылыҡтарын яҡшы белеүе тураһында топонимик атамалар ҙа асыҡ һөйләй. Баҡырлы тауы, Батыртау, Баҡырүҙәк, Баҡырҡаҙыған һ.б. атамалар башҡорттарҙың баҡыр мәғдәнен сығарыуы, иретеүе тураһында һөйләһә, Тимерарҡа, Тимерҡая, Тимертау атамалары тимерҙе лә күптән үҙләштергәндәре хаҡында бәйән итә.
Башҡорттар үҙҙәре алтынды биҙәнеү әйбере рәүешендә ҡулланмаһа ла, был ҡиммәтле металды бик күпләп сығарған. Алтын тауы, Алтынташ тауы, Алтынсай йылғаһы, Алтынтапҡан үҙәне тап ошо хаҡта һөйләй. Ата-бабаларыбыҙ алтын менән сауҙа иткән. XVII быуаттың икенсе яртыһында хатта башҡорттарҙың алтын, көмөш сығарыу менән шөғөлләнгән мәғдәнселек үҙәктәре булған. Уны ата-бабаларыбыҙ батша хөкүмәтенән йәшереп тотҡан. 1668 йылда Долматов монастыры монахы оло йәштәге бер башҡорт ҡатынынан Иртәш күлендәге (хәҙер ул Силәбе өлкәһенә ҡарай) башҡорттарҙың мәғдән иретеү ҡаласығы тураһында ишетеп ҡала. Монах ҡала хаҡында Мәскәүгә былай тип хәбәр итә: "в горе в вершине Уфы, Чадены и Яику реки… и домницы, и ямы в том месте есть…, а езде от Катайского острогу - 11 дней. Около той горы, речки названием Тасмы, устьями сошлись в Ай-реку, а длина той горы верст 7, поперек в версту, в вышину сажень на 200 и более. На ту гору проложены дороги великие. Теми дорогами ездят многие башкирцы, этот камень берут и плавят золото и серебро, ту руду они продают в Уфу русским людям по 13 рублей пуд. Есть и город каменный на берегу озера Иредяша в полднище пути, и башни великие и палаты каменные, башкирцы его скрывают, а так же некто служилый человек видел на острове Иртяш - озера этот город в саморостном камени. Вокруг него ров, а за тем городом сделаны домницы исстари, видны плавильная руда и шлак. В длину городище 100 сажень, а поперек 50 сажень" (1 ҡаҙна сажины - 2 метр 14 см -).
Тимәк, башҡорттарҙың "таш ҡаласығының" оҙонлоғо 200 метр тирәһе, киңлеге 100 метр тирәһе булған. Бейек башнялары һәм йорттары ла таштан булған. Был урынды башҡорттар урыҫтарҙан йәшереп тотҡан. Батша хөкүмәте махсус экспедиция ойоштора, әммә башҡорттарҙың мәғдән иретеү ҡаласығын таба алмай ҡайта.
Башҡорттар борон-борондан нефтте лә яҡшы белгән һәм файҙаланған. Уны ата-бабаларыбыҙ ер майы тип атап йөрөткән. Сөнки нефть ҡайһы бер урындарҙа ергә сығып ятҡан. Майташ, Майғаҙы атамалары тап ошо нефть ятҡылыҡтары хаҡында һөйләй. Башҡорттар нефтте төрлө тән сирҙәре дауалағанда май рәүешендә ҡулланған. Ә инде нефтле һыу ауыҙ боҙолғанда, тамаҡ шешкәндә, сайҡатыу өсөн ҡулланылған. "Сию смолистую воду потребляют не токмо для полоскания и пития во время молочницы во рту и чирьев в горле, но и рачительно собирают нефть и употребляют оную во многих случаях как наружно средство", - тип яҙып ҡалдырған академик А.С.Паллас (ул XVIII быуаттың 60-сы йылдарында Академик экспедициялар мәлендә Башҡортостанда булып китә). Шулай уҡ башҡорттар ер майы менән арба тәгәрмәсен майлағандар, йәғни борон уҡ нефтте техник йәһәттән дә ҡулланғандар.
Батша хөкүмәте Академик экспедицияларҙы Уралдың ҡаҙылма байлыҡтарын өйрәнеү өсөн ойоштора. Артабан Башҡортостанда хөкүмәт күпләп тау заводтары төҙөй башлай. Тау заводтары эшенә башҡорттар ҙа әүҙем йәлеп ителә. Был йәһәттән Ғәйнә улысы башҡорттары (хәҙерге Пермь крайы) ҙур уңыш ҡаҙана. Улар үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендәге мәғдәнлектәрҙән заводтарға мәғдән ташыу менән кәсеп итә. 1773 йылда ғәйнә башҡорто мәғдәнсе Исмәғил Тасимов Рәсәйҙә тәүге тау ғилеме буйынса уҡыу йорто асыу инициативаһы менән сыға. Әбей батша Екатерина II башҡорт мәғдәнсеһенең идеяһы хуплай һәм тау училищеһы асырға бойора. Исмәғил Тасимов дуҫтары менән училищеға ун йыл тирәһе финанс ярҙам күрһәтеп тора. Минзәлә башҡорттары (хәҙерге Татарстандың Әлмәт районы), тархандар, аталы-уллы Надир Ураҙмәтов менән Йосоп Надиров 1754 йылда нефть эшкәртеүҙән алынған килемдең бер өлөшөн ҡаҙнаға түләргә һәм нефттән алынған кәрәсинде ирекле хаҡ менән Рәсәйҙә һатырға тигән шарт менән нефть заводы төҙөү өсөн хөкүмәттән рөхсәт ала. Әммә уларҙың ниәте тормошҡа ашмай ҡала, завод төҙөлөп бөтмәйенсә, 1757 йылда, батша хөкүмәте Надир Ураҙмәтовтың нефть эшкәртеүгә хоҡуғын кире тартып ала. 1758 йылда Надир Ураҙмәтов донъя ҡуйыу сәбәпле нефть заводы төҙөү идеяһы бойомға ашмай тороп ҡала.
Шулай итеп, башҡорттар борон-борондан Уралдың ҡаҙылма байлыҡтарын яҡшы белгән һәм элек-электән мәғдәнселек кәсебендә ҙур оҫталыҡҡа эйә булған. XVIII быуатта барлыҡҡа килгән Урал тау заводтары сәнәғәтенең үҫешенә башҡорт мәғдәнселәре ҙур өлөш индергән.

Азат ЯРМУЛЛИН, тарихсы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.07.18 | Ҡаралған: 712

Киске Өфө
 

Тормош ҡануны шулай: бер ишек ябыла икән, икенсеһе асыла. Ләкин бөтөн бәлә шунда: беҙ ябылған ишеккә ҡарап тороп, асылғанына иғтибар итмәйбеҙ.

(А. Жид).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru