Ошо көндәрҙә Александр Матросовҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелеүгә 75 йыл тулды. Хәҙер инде беҙ уның Шәкирйән Юныс улы Мөхәмәтйәнов икәнен яҡшы беләбеҙ. Танылған журналист Рәүеф Насиров 1989-1998 йылдар эсендә уның өҙөк-йыртыҡ ҡына биографияһын тулыраҡ яҙыу теләге менән эҙәрмәнлек эшенә тотонғайны һәм төрлө тарафтарҙан үҙенең фараздарын тулыландырған, раҫлаған йөҙәрләгән-йөҙәрләгән хаттар алғайны. Уларҙың күбеһе "Башҡортостан" гәзитендә баҫылды, шулай уҡ "Откуда ты родом, Матросов?" (1994 йылда баҫылды), "А. Матросов: "Поиск Истины" (2007 й.) тигән китаптарына индерелде. Үҙе тере сағында Рәүеф Хәй улы шул хаттарҙың Матросовтың амбразураны ҡаплауы ваҡиғаһы яҙылған икәүһенә аңлатма биргән мәҡәләһен беҙҙең редакцияға алып килгәйне һәм ул 2008 йылда "Киске Өфө"лә баҫылып та сыҡҡайны. "Ҡабатлағандан доға иҫкермәй" тип, ул хаттарҙы тағы ла уҡыусылар иғтибарына тәҡдим итергә булдыҡ.
"Ҡыҙыл Армия көнөн ҡаршылап, беҙҙең полк һөжүм башларға йыйынды. Унан алдараҡ походҡа сыҡтыҡ. Төнөн барабыҙ, көндөҙ ял итәбеҙ. Атлайһы ара яҡын түгел бит: башта - Великие Луки, ә унан - Ловать йылғаһы. Алғы һыҙыҡҡа тиклем әле күпме бараһы. Бына шунда булды ла инде тәүге осрашыу немецтар менән.
Беҙҙең ҡоралдар - 120 миллиметрлы ауыр пушкалар. Һуғыш тоҡанып китте. Ата башланыҡ. Ләкин пушкаларыбыҙ бата бит. Ултырған урыныбыҙ һаҙлыҡ. Ориентирҙы юғалтабыҙ. Кофт аша саҡ барып сыҡтыҡ ҡарағай урманына. Тап бына беҙҙең артиллерия алырға тейеш ине ул участканы. Ләкин ала алманы. Ахырҙа, дошмандың ут нөктәһен юҡ итеү бурысын пехотаға ҡуштылар - А. Матросов хеҙмәт иткән автоматсылар взводына.
Матросовҡа хәтлем унда бер нисә егетебеҙ башын һалғайны инде. Бына шунда А. Матросов: "Мин барайым", - тине. Беҙ ҙә шунда инек. Уның менән йәнәш үк түгел инде, ләкин шунда. Хәҙер бына әйтәләр: ул, йәнәһе, тәүҙә автоматынан атҡан, ә һуңынан граната ташлаған, тип. Ләкин бит быны берәү ҙә күрмәгән, йәнәшендә бер кем дә булмаған. Ул нисек барып еткән, нисек дзотҡа ташланған - уны ла күрмәгәндәр. Ул бит секунд эсендә эшләнә торған эш".
Хаталана Мисбах ағай. Күреүселәр булған. Башта беҙ Мисбах ағай менән хаттар алыштыҡ, аҙаҡ өс тапҡыр осрашып, һөйләшеп ултырҙыҡ. Мисбах ағай, башҡа бик күптәр кеүек үк, беҙ һөжүмде 23 февралдә башланыҡ, тине. А. Матросов та шул көндө һәләк булды, тимәксе. Ләкин һуңғы осрашыу ваҡытында ул, оҙаҡ уйланып ултырғандан һуң, былай тине: "23 февралдә һөжүмгә күсеү тураһында приказ биргәндәрҙер, моғайын, ә унан һуң бит йылғаны аша сығырға, Чернушкиға яҡын килергә һәм шунан һуң ғына ата башларға кәрәк ине. Чернушки эргәһендә һуғыш ҡыҙғансы, туҡтағансы, моғайын, 27 февраль дә булып киткәндер". Әлбиттә, шулай! (Был ваҡыт аҙаҡ икенсе рәсми документтар менән дә дөрөҫләнгән).
Чернушки эргәһендәге алышты күреүсе тағы бер шаһит табылды. Ул - Саратов өлкәһенең Балаково ҡалаһынан Огурцов тигән иптәш ине. Бер нисә хат алышҡас, һуғыш ветераны, ә аҙаҡ күп орден-миҙалдар менән наградланған хеҙмәт ветераны Петр Александрович А. Матросов тураһында бына нимәләр яҙҙы: "Беҙҙең Сталин исемендәге 91-се Тымыҡ океан комсомол диңгеҙ бригадаһы Калинин фронтында боевой һынау үтте. Ҡамауға эләкте. Уны йырып сыҡҡас, беҙгә өҫтәмә көс килде. 1942 йыл декабренең беренсе яртыһында ине был. Өҫтәмә көстө Дятлово станцияһында ҡаршыланыҡ. А. Матросов та ошо төркөмдә ине.
Мин үҙем разведчик, уны ла разведка төркөмөнә алырға ине, ләкин был уй бойомға ашманы, сөнки Сашка үтә лә ябыҡ, хәлһеҙ ине, буйы ла ҙур түгел. Шунлыҡтан, ул бер аҙ комендант взводында, кухня тирәһендә йөрөнө, тиҙҙән уны бер капитан үҙенә ординарец итеп алды.
Беҙҙең бригадаға Чернушкины алыу бурысы ҡуйылды. Беҙ, разведчиктар, хәрби заданиенан ҡайтып киләбеҙ. Үҙебеҙҙең оборонаның алғы һыҙығына яҡынлашҡайныҡ - ә "телде" Чернушки ауылында алғайныҡ, - беҙҙең һалдаттарҙың "ура!" тауыштарын ишеттек. Ләкин немецтар элеккесә атыуҙарын дауам итә. Эш нимәлә икән? Мин белешергә булдым. Ә разведчиктарым атакаға әҙерләнде. Үҙем атыш барған яҡҡа шыуыштым. Ишетәм: таныш тауыш.
- Егеттәр, нимә, немец баш күтәрергә лә бирмәйме?
- Мине ҡаплап тороғоҙ әле, - ти Саша. - Мин яҡыныраҡ барайым да граната ташлайым.
- Сашка, ул бит хәҙер киҫеп һала, - тием.
Шулай ҙа беҙ амбразураны алырға булдыҡ. Ҡараңғы, бер ни күренмәй. Ишетәм: пулемет татылдауҙан туҡтаны. Беҙ яҡыныраҡ шыуыштыҡ. Немецтарҙың икенсе пулеметы ут сәсә, снарядтар шартлай. Бына ошо мәлдә миңә снаряд ярсығы килеп тейҙе. Сашканан ун-ун биш метр ситтәрәк инем. Саша амбразураға ташланды. Пулемет тынып ҡалды. Ә егеттәр, аяҡ өҫтө күтәрелеп, алға ынтылдылар. Мине һөйрәп сығарҙылар ҙа, яраларҙы бәйләп, Мәскәүгә госпиталгә оҙаттылар".
Бына шулай амбразура эргәһендә булған ваҡиғалар. Мин, тағы ла нимәләрҙер белергә теләп һәм төрлө һорауҙар ҡуйып, Петр Александровичҡа бер-бер артлы хаттар ебәрҙем. Уның яуаптарының береһе былай ине: "Комсомолецтар һәм командование А. Матросовҡа Советтар Союзы Геройы исемен биреү тураһында И. Сталинға яҙғандар".
Ошо 91-се диңгеҙ бригадаһы етәкселегенең юллауы буйынсамы, әллә Калинин фронты командующийы маршал А. И. Еременконың сәйәси донесениеһы буйынсамы, быныһы асыҡ ҡына түгел, Верховный Башкомандующий И. В. Сталин А. М. Матросовҡа - Учалы егете Шәкирйән Мөхәмәтйәновҡа иң юғары исем бирергә бойороҡ еткерә.
Рәүеф НАСИРОВ.
КИРЕ СЫҒЫРҒА