Ошо көндәрҙә Өфөлә мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһе уҙғарылды. Төшкә тиклем кәңәшмәлә ҡатнашыусылар алты фекер алышыу майҙансығында төрлө темалар буйынса эшләне һәм пленар ултырыш барышында һығымталар менән танышты. Педагогтарҙың август кәңәшмәһендә быйыл БР Башлығы Рөстәм Хәмитов, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов, БР мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова, РФ Мәғариф һәм фән министрлығы вәкиле Лариса Фальковская, район хакимиәттәре башлыҡтары һәм уларҙың урынбаҫарҙары, мәғариф хеҙмәткәрҙәре, педагогтар ҡатнашты.
Быйылғы август кәңәшмәһенең төп темаһы "Заманса хәүефһеҙ белем биреү мөхитен булдырыу" тип билдәләнгәйне. Был тема беренсе фекер алышыу майҙансығында ҡаралды һәм унда үткән уҡыу йылы барышында республикала мәғариф учреждениеларын заманса шарттарға яраҡлаштырып төҙөкләндереү, яңы биналарҙы ҡулланыуға индереү өсөн бүленгән аҡса күләме, эштең һөҙөмтәләре тураһында һүҙ барҙы. Кәңәшмәнең башҡа фекер алышыу майҙансыҡтарында ла көнүҙәк мәсьәләләр буйынса түңәрәк ҡорҙар ойошторолдо. "Белем биреү мөнәсәбәттәренең нисек тулы хоҡуҡлы ҡатнашыусыһы булырға?" тигән фекер алышыу майҙансығын, мәҫәлән, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Эльвира Айытҡолова алып барҙы, ул "Мәғарифты үҫтереү" милли проекты тураһында һөйләне. Артабан РБ Мәғариф министрлығы эргәһендәге Йәмәғәт советы рәйесе, Профессиональ кадрҙарҙың квалификацияһын үҫтереү институты ректоры Лида Исаргакова төрлө дәүләт учреждениелары эргәһендә булдырылған Йәмәғәт советтары тураһында мәғлүмәт еткерҙе. Был ойошмалар мәғариф, мәҙәниәт, социаль хеҙмәтләндереү өлкәһенә ҡараған учреждениеларҙағы шарттарға бойондороҡһоҙ баһа биреү өсөн ойошторола. "Нескәлеге шунда: мәғариф өлкәһендәге Йәмәғәт советы составына педагогик белемлеләр инә алмай. Иң мөһиме, ата-әсәләр мотлаҡ рәүештә ошо Йәмәғәт советтарында булырға тейеш, сөнки улар ошо процестың тулы хоҡуҡлы ҡатнашыусылары", - тине Лида Сәғит ҡыҙы сығышында. Билдәләнеүенсә, мәғариф өлкәһенә ҡағылышы булмаған кешеләр белем усағындағы шарттарҙы ғына баһаларға тейеш, белем биреү сифатын түгел. Ә шулай ҙа мәктәп эшендә ата-әсәләрҙең роле ниндәй булырға тейеш, улар мәктәп коллективы алдына ниндәй талаптар ҡуя ала, уларҙың был тәңгәлдә ниндәй хоҡуҡтары бар? Ошондайыраҡ һорауҙарға яуап алғы килгәйне, әлбиттә. Фекер алышыуҙа бындай мәғлүмәттәр яңғыраманы. Ни тиһәң дә, мәғариф учреждениеларында булдырылған шарттарҙы контролдә тотоп һәм баһалап ҡына (туҡланыу, синыфтарҙың төҙөклөгө, таҙалыҡ һ.б.) күп мәсьәләләрҙе хәл итеп булмай бит.
БР мәғариф министрының беренсе урынбаҫары Илдар Мәүлетбирҙин алып барған "Һәр баланың һәләтен һәм талантын асыҡлау һәм үҫтереүгә ярҙам итеүҙең һөҙөмтәле системаһын формалаштырыу" тигән майҙансыҡта талантлы уҡыусыларҙы олимпиада, ярыштарға ҡатнаштырыу, мәктәп һәм вуздарҙың бергә эшләүен яйға һалыу, уҡытыу эшенә финанс грамоталылығын индереү кеүек мәсьәләләр тураһында әңгәмә ҡорҙолар. "Талантлы балаларҙы асыу, һәр яҡлап та үҫешкән шәхес тәрбиәләү маҡсаты күптән, совет заманынан билдәләнгән, - тине Республика политехник лицей-интернаты директоры Римма Ғөбәйҙуллина фекер алышыу тамамланғас. - Бер осор балаға белем биреүҙе генә алға ҡуйып, тәрбиәне онотоп торҙолар ҙа, хәҙер кире шуға ҡайтабыҙ. "Предуниверсариум" тигән яңы терминға килгәндә, был мәктәп һәм вуздың тығыҙ хеҙмәттәшлек итеүе. Беҙ 2016 йылдан алып Өфө дәүләт авиация техник университеты менән бәйләнеш тотабыҙ һәм уларҙың уҡытыусылары беҙҙең уҡыусыларға дәрестәр үткәреп тора, шуға был тәңгәлдәге эш тә әллә ниндәй билдәһеҙ нәмә түгел. Ғөмүмән, әле ҡор барышында телгә алынған бөтә йүнәлештәр буйынса ла эштең нигеҙе бар, тик ҡайһы өлкәгә нығыраҡ иғтибар бүлеү кәрәклеген билдәләү фарыз..."
Август кәңәшмәһенең пленар ултырышы фекер алышыу майҙансыҡтарындағы эштәр тамамланғас башланды. БР Хөкүмәте Башлығы Рөстәм Хәмитов үҙ докладында 2023 йылға ил тулыһынса цифрлы уҡытыу-методик комплекстар системаһына күсергә, ә Президенттың май указына ярашлы, 2024 йылға Рәсәй технологик грамоталылыҡ йәһәтенән алдынғылар рәтенә инергә тейешлеге тураһында һөйләне. Был йүнәлештәрҙә ресубликала эштәр тейешле кимәлдә алып барылмай, тип билдәләне ул. Республикала техник йүнәлештә әлеге көндә уҡыусыларҙың ни бары 10 проценты ғына етди шөғөлләнә һәм өс кенә балалар технопаркы эшләй.
- Күптән түгел муниципаль райондарҙың береһендә эш сәфәрендә булдым. Унда нимә күреп ҡайттым? Хакимиәт башлығы: "Беҙҙең сығарылыш уҡыусылары күрше республикаларға уҡырға китә", - ти. "Ә һеҙ беҙҙең университеттарҙың ректорҙары менән бәйләнешкә индегеҙме? Уларҙы районға саҡырығыҙ, уҡыусылар алдында сығыш яһаһындар, университеттары тураһында һөйләһендәр, унда ниндәй эштәр алып барылыуын күрһәтһендәр", - тип әйткәс, "Юҡ, улай итеп ҡарағаныбыҙ юҡ", - тип яуап бирҙе. Ни өсөн? Мин тағы бер тапҡыр ректорҙарға мөрәжәғәт итәм. Әгәр ҙә беҙ райондарҙағы уҡыусыларҙың 50-60 проценты ситкә уҡырға китеүен күҙәтәбеҙ икән, был һеҙҙең эшләп еткермәүегеҙ тип баһалана. Шулай уҡ муниципалитеттарҙың да етешһеҙлеге был, - тигән тәнҡит һүҙҙәрен еткерҙе Рөстәм Зәки улы кәңәшмә барышында. Артабан билдәләнеүенсә, Хөкүмәт технопарктар, лабораториялар, инновацион майҙансыҡтар төҙөү өсөн бөтә шарттар булдырырға әҙер, ни бары вуздарҙан тәҡдимдәр кәрәк. Йәштәр һөнәр үҙләштереүгә етди ҡарашта булһын өсөн Республика Башлығы стипендияһын колледж уҡыусыларына 2300 һумға тиклем, вуз студенттарына 5750 һумға, аспиранттарға 7000 һумға тиклем арттырыу ҡаралған. Республика Хөкүмәте ошо рәүешле төбәк өсөн йәш кадрҙарҙы мәктәп эскәмйәһенән тәрбиәләү, үҙебеҙҙә сифатлы белем биреү, һөнәри йәһәттән үҫтереү йәһәтендә ҙур ярҙам күрһәтергә әҙер. Ни бары инициатива түбәнге звенонан килергә тейеш, шул саҡта эш тә һөҙөмтәлерәк буласаҡ.
ӘЙТКӘНДӘЙ...
Август кәңәшмәһенән бер көн алда башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, мәктәп етәкселәре менән берлектә милли мәғарифҡа арналған "Туған тел: уҡытыу тәжрибәһе һәм уҡытыу методикаһын камиллаштырыу" донъяуи кафе форматындағы матур сара уҙғарылғайны (ул турала гәзиттең 32-се һанында мәҡәлә баҫылды). Шуғамылыр, пленар ултырышта бөгөн һәр кемдең телендә булған милли мәғариф темаһы бер һөйләм менән түгел, бер һүҙ менән генә лә телгә алынманы. Үҙе лә милли мәғарифҡа арналған фекер алышыу майҙансығында ҡатнашҡан БР мәғариф министры үҙ докладында ошо эштең һөҙөмтәһе тураһында иҫкә алып үтһә, бер ҙә хилаф булмаҫ ине лә бит. Бөгөн педагогик берләшмәләрҙе йәш быуындың тәрбиәүи аспекттары, психологик сәләмәтлеге, рухиәте борсоуға һала икән, уның нигеҙе туған телде белеүгә, ғаилә тәрбиәһенә бәйле булыуын аңлау кәрәктер шулай ҙа...
Сәриә ҒАРИПОВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА