Бөгөн кеше бөтөн оператив мәғлүмәтте тиерлек интернет һәм телевидениенан ала. Үкенескә, һуңғы осор ваҡытлы матбуғат баҫмаларына мөрәжәғәт итеүселәр кәмене, ләкин был бер ҙә генә гәзит-журналдарҙың тормошобоҙҙағы әһәмиәтен кәметә алманы. Гәзиттәр: үҙәк баҫмамы ул, урындағы матбуғат булһынмы - нисек сығып килгән, шулай сығыуын дауам итә: ил, төбәк етәкселеге сәйәсәтен халыҡҡа еткереү бурысын үтәй, яңылыҡтар менән таныштыра, тормошобоҙҙағы теге йә был күренештәрҙе анализлай, аңлатма бирә, үҙ мөнәсәбәтен белдерә, проблемаларҙы хәл итеү юлдарын барлай...
Тик бына шуныһы үкенесле: гәзит-журнал тираждары йылдың-йыл кәмей генә бара. Әлбиттә, кем гәзит уҡып өйрәнгән, уны, үҙҙәре әйтеүҙәренсә, "ысын дуҫы, серҙәше һәм кәңәшсеһе" ролендә күреп күнеккән, матбуғат баҫмаһын алдырып уҡыуҙан туҡтамаясаҡ та, сөнки ул белә: гәзит материалдары биргәнде башҡа бер ҡайҙан да, хатта әлеге бөтөн донъя ҡапланып ятҡан интернеттан да таба алмаясаҡ. Был тәңгәлдә мин үҙебеҙҙең башҡорт матбуғаты хазиналарын күҙҙә тотам.
Әйткәндәй, милли гәзит материалдарының күпселеге интернет биттәренә һалынмай, шуға күрә, исмаһам, бер дана булһа ла башҡортса гәзитте алдырып уҡыуҙан бер кемдең дә кеҫәһе таҡырланып китмәҫ. Уның ҡарауы, үҙебеҙҙең башҡорт донъяһы хәл-әхүәле менән, уның бөгөнгөһө, шулай уҡ тарихыбыҙ төпкөлөнән табылған яңынан-яңы мәғлүмәттәр менән байытырһығыҙ белем һәм дә рух кимәлегеҙҙе.
Был һүҙҙәрҙе яҙғанда, мин ана шулай күңел офоҡтарыбыҙҙы киңәйтеп, халҡыбыҙ, тарихыбыҙға ҡарата ғорурланыу тойғоһо уята белеүсе аныҡ баҫманы - "Киске Өфө" гәзитебеҙҙе күҙҙә тотамын. Республикабыҙ үҙаллылыҡ яулап алғандан һуңғы йылдарҙа башҡорт донъяһын балҡытып, уға икенсе һулыш биреүсе милләтебеҙ йылъяҙмаһына әйләнде "Киске Өфө". Рухиәтебеҙ һәм тарихыбыҙ ҡәҙерен белгәндәр был гәзиттең һәр һанын ҡәҙерләп йыйнап, төпләмә эшләп бара башланы хатта. Һәм улар бик дөрөҫ эшләне, тип уйлайым: ун алты йыл буйы бөгөн, үкенескә, арабыҙҙан киткән зыялы, белемле, данлыҡлы шәхестәребеҙ менән ниндәй генә әңгәмә, "Диалог"тар ҡоролманы ла, ниндәй генә алтын фекерҙәр әйтелмәне был гәзит биттәрендә! Редакцияның үҙендә һаҡланған йыллыҡ төпләмәләрҙе китап итеп баҫтырғанда ла бик шәп булыр ине лә, тик... Бөгөн бит бөтөн изге ниәттәргә лә заманыбыҙҙың төп яуабы бер, үҙегеҙ беләһегеҙ: аҡса юҡ! Ә шулай ҙа, кем әйтмешләй, ҡайғырмайыҡ, дуҫтар, иң мөһиме - рухи ҡиммәттәребеҙ һәр саҡ янда булһын. Шул уҡ "Киске Өфө" гәзитебеҙ, мәҫәлән. Йылдың, айҙың, эш көнөнөң теләгән мәлендә лә яҙылырға һуң түгел уға. Сәләмәт, имен тормош, милләт һәм ғаилә ҡиммәттәрен данлаусы, шул өлгөгә ылығырға әйҙәүсе, туған телебеҙ һағында тороусы, уны рәсми йәшәтеүгә булышлыҡ итеүсе "Киске Өфө" киләсәктә лә илһөйәрҙәр, телһөйәрҙәр гәзите булып ҡалһын, донъяға ҡарашыбыҙҙы киңәйтеп, зауыҡтарыбыҙҙы балҡытып, туған телебеҙ ҡулланылышын бойомға ашырып йәшәһен ине. Ә был фәҡәт беҙҙең ҡулда - уның меңәрләгән уҡыусылары хөкөмөндә икәнлекте генә онотоп ебәрмәйек.
Шамил ХАРИСОВ,
Авария-ҡотҡарыу хеҙмәтенең
янғын һүндереү бүлеге хеҙмәткәре.
КИРЕ СЫҒЫРҒА