«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МӘМЕРЙӘ ЭСЕНДӘ ҠУРАЙ МОҢО ЯҢҒЫРАНЫ
+  - 

Ошо көндәрҙә Өфөлә Фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт ойошмалары халыҡ-ара советының (СИОФФ) 48-се Бөтөн донъя конгресы үтә. Уның сиктәрендә ойошторолған иң сағыу сараларҙың береһе булып Башҡортостандың Халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестрының Шүлгәнташ мәмерйәһендәге концертын атарға булалыр. Оркестрҙың солисы, халыҡ-ара, Рәсәй, республика конкурстары лауреаты Гүзәл ҮМӘРҒӘЛИНА менән ошо хаҡта һөйләшәбеҙ.

Донъяның иң ҙур һәм серле мәмерйәләренең береһендә концерт менән сығыш яһау тәҡдимен артистар ниндәй тойғолар менән ҡабул итте?

- Беҙҙең республикала был беренсе концерт булһа ла, донъя кимәлендә бындай тәжрибә бар. Әйтәйек, күптәр ишеткәндер, Ҡырымда Беренсе халыҡ-ара "Юғары классика Евразия фестивале"ндә Ҡырым дәүләт филармонияһы оркестры Мәрмәр мәмерйәһе эсендә сығыш яһаны. Әлбиттә, беҙ, милли оркестрҙың артистары, бик тулҡынландыҡ. Сөнки Шүлгәнташ башҡорт халҡы өсөн изге урындарҙың береһе, беҙ уға бәйле легендаларҙы, риүәйәттәрҙе ишетеп үҫкәнбеҙ һәм ул һәр беребеҙ өсөн иң ғәзиз ер. Шүлгәнташ Уралдың бөтөн донъяға билдәле урыны, был мәҙәни акция уның данын тағы ла арттырырға булышлыҡ иткәндер, тип ышанам. Шүлгәнебеҙ кеүек, ҡурайыбыҙ ҙа бик боронғо уйын ҡоралы, тәбиғәт үҙе уны халҡыбыҙға бүләк иткән. Беҙ халыҡ уйын ҡоралдарында аутентик музыка уйнаныҡ, шуға ла был бик тәбиғи килеп сыҡты. Тәбиғи акустика, тауыш шул тиклем матур яңғырай унда.

Был сара һәр кемдә ғорурлыҡ тойғолары менән бер рәттән, мәмерйәгә берәй төрлө зыян килеп ҡуймаһын, тигәнерәк хәүеф уятыуы ла тәбиғи. Һеҙ был турала уйландығыҙмы?

- Был концерт ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре, тәбиғәтте һаҡлау ойошмалары вәкилдәре менән кәңәшләшеп эшләнде. Улар үҙҙәре лә концертта булды. Интернет селтәрҙәрендә халыҡтың был тема буйынса бер килке шаулап алыуы тәбиғи хәл, әммә мәмерйәгә бер ниндәй ҙә зыян килмәне. Концерт уның әле туристарға күрһәтелгән залында үтте. Киләсәктә клип та төшөрөләсәк һәм унда милли оркестрҙың ошо сығышы ла инеп китәсәк. Моң бит ул кеше менән бергә йәшәй. Шүлгәнташта, бәлки, кешеләр ҙә йәшәгәндер. Бәлки, миллион йылдар элек унда кемдер берәү ҡурайҙа, йә башҡа берәй уйын ҡоралында уйнап ултырғандыр, кем белә? Шуға ла бынан артыҡ хәүефләнеү кәрәкмәйҙер. Микрофондар ҡурай менән ҡыл ҡумыҙҙа ғына булды, бүтән уйын ҡоралдары шул көйө лә матур яңғыраны.

Оркестр был үҙенсәлекле концерттың тамашасыларына ниндәй программа тәҡдим итте?

- Беҙҙең мәҙәниәтебеҙҙе лайыҡлы күрһәтерҙәй әҫәрҙәрҙән төҙөлгән ул. Сөнки был концертта абруйлы ҡунаҡтар ҙа булды. "Урал", "Зөлхизә" кеүек халыҡ көйҙәре, Шәүрә Сәғитова менән Урал Иҙелбаевтың оркестр өсөн яҙылған әҫәрҙәре яңғыраны. Концерт 40-45 минут тирәһе барҙы.
Ғөмүмән, был бик уңышлы программа тип иҫәпләйем мин. Башҡорт халыҡ көйҙәре тураһында әйтеп тораһы ла түгел, уларҙың донъяла тиңе юҡ. Ҡурай, думбыра, ҡыл ҡумыҙҙың айырым сығыштары булды. Думбыра, ҡыл ҡумыҙ кеүек халыҡ уйын ҡоралдары тергеҙелә башлағанға күп ваҡыт үтмәгән әле. Шуға ла үткән быуатта йәшәгән композиторҙар был уйын ҡоралдары өсөн махсус программалар яҙмауын аңларға кәрәк. Алда әйтеп киткән композиторҙар ошо инструменттарҙың бөтөн мөмкинлеген белеп, урынлы ҡуллана. Шуға ла был әҫәрҙәрҙең тәьҫир көсө ҙур.

Ләйсән ДАЯНОВА
яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.09.18 | Ҡаралған: 648

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru