«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХАЛЫҠСАНЛЫҠҠА НИ ЕТӘ!
+  - 



Заманында Урал аръяғы халҡының рухи ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү, ерлек фольклорын, ауыҙ-тел ижадын өйрәнеү һәм пропагандалау маҡсатында асылған Сибай дәүләт филармонияһы, беҙҙең көндәрҙә инде концерт-театр берекмәһе, 25 йыллыҡ юбилейлы ижад миҙгелен аса. Туҡһанынсы йылдарҙың данлы ла, шанлы ла ваҡиғаларының бер иҫтәлеге лә ул был мәҙәниәт усағы. Сирек быуат әҙәм тормошонда әле башланғыс ҡына булһа, концерт-театр берекмәһе өсөн ул оло һынау йылдарын үткән, сәнғәт донъяһында үҙ урынын билдәләгән, барлығын һәм берлеген иҫбатлаған, тамашасы алдында һынау тотҡан, көрәйеп, көсәйеп аяҡҡа баҫҡан йылдар - ваҡыт арауығы. Ошо хаҡта берекмәнең директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Айбулат ҠОТОШОВ менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

Өҫтөнлөк ниҙә?

Бөгөн сәнғәт донъяһында ла, шоу бизнеста ла ҡот осҡос конкуренция. Артистарҙың исем-шәрифен, концерттарҙың атамаларын, программалар төрлөлөгөн хәтерләп ҡалыу ҙа, уларҙы күҙәтеп барыу ҙа мөмкин түгел. Был бигерәк тә гастролдәр мәлендә күренә. Ҡалалар, район үҙәктәре, ҙурыраҡ ауыл мәҙәниәт йорттарына сират булып китә. Халыҡты йәлеп итеү, уларҙың иғтибарын яулау өсөн ниндәй генә рекламалар уйлап табылмай! Эйе, рекламалары шәп, ә сығыштары, тәҡдим иткән программалары вәғәҙә иткәндәренә тап киләме һуң? Күп осраҡта тап килмәй ҙә шул. Бары тамашасының аҡсаһын һурыуға ҡоролған шоу ғына булып ҡала. Ә Сибай концерт-театр берекмәһенең өҫтөнлөгө нимәлә? Тамашасыға сифатлы хеҙмәт тәҡдим итеүендә. Беҙ һәр сығышыбыҙҙа халыҡҡа ике сәғәттән ашыулыҡ тулы ҡанлы концерт программалары тәҡдим итәбеҙ. Бында бейеү ансамбле лә, йырсылар ҙа, халыҡ инстументтары, ҡурайсылар ансамблдәре лә, берекмә эсендәге айырым вокаль төркөмдәре лә, театр артистары ла, нәфис һүҙ оҫталары ла эшләй. Ә программалар һәр ваҡыт эстәлекле, фекерле булып, театрлаштырылған тамаша формаһын ала. Бер концерт та махсус сценаристар яҙмаһынан тыш ойошторолмай. Йәғни, һүҙ һәм мәғлүмәт тә мәғәнә менән генә ҡулланыла. Беҙҙең сығыштар күңел асыу, күңел күтәреү сараһы ғына булып ҡалмай, тәү сиратта, тамашасының рухи һәм мәҙәни үҫешен күҙ уңында тотабыҙ. Бер үк ваҡытта тәрбиәүи сара ла, илһам сығанағы ла, шифалы ял биреү урыны ла була алабыҙ.

Егерме биш йыллыҡ ижад

Кемдәрҙер өсөн ижади коллективтың 25 йыллыҡ юбилейы күп тә кеүек түгелдер. Әйтәйек, йөҙәр йыллыҡ тарихы булған коллективтар өсөн. Әммә егерме биш йыллыҡ ижад ул аҙ түгел, минеңсә. Сирек быуат йәшәп һәм эшләп килгән мәҙәниәт усағы артабан да сафта булырға, кимәл тоторға бурыслы. Бигерәк тә Урал аръяғындағы берҙән-бер ошондай берекмә. Был ваҡыт арауығында ул иң ҙур һынауҙарҙы үткән, сыныҡҡан. Беҙ халыҡты хеҙмәтләндереү үҙәге. Шул уҡ дауаханалар, пенсия фонды, социаль учреждениелар кеүек үк. Улар халыҡ мәнфәғәтен бер төрлө ҡайғыртһа, беҙ икенсе төрлө ҡайғыртабыҙ. "Йырлап-бейеп йөрөү" тигән генә төшөнсә түгел бында. Кешеләрҙең рухын, рухи ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерәбеҙ беҙ. Был башҡа бөтөн ихтыяждарға ҡарағанда ла мөһимерәк. Шулай итеп, 25 йыллыҡ юбилей ижади коллектив өсөн абруйлы ла, мөһим дә ваҡиға ул. Беҙҙең коллектив был сараны йәшәү көсө, милли мәҙәниәттең бер сағыу өлгөһө юҫығында билдәләйәсәк.

"Сулпан" балалар театры

"Сулпан" балалар театры республикабыҙҙағы берҙән-бер башҡорт телле балалар театры ине. Ул театр булып асылғанға тиклем дә төрлө формаларҙа эшләп килде. Ҡапыл ғына килеп ҡоро ерҙән бар булмағайны. Уның нигеҙендә шул уҡ халыҡ фольклоры, балалар әҙәбиәте ята.
Мин берекмәбеҙҙең был өлөшөн бар мөмкинлектәр менән һаҡлап алып ҡалыу һәм үҫтереү яҡлы. Балаларыбыҙҙы бәләкәйҙән сәнғәткә ылыҡтыра, сәнғәттең, театрҙың нимә икәнен күрһәтә торған берҙән-бер сарабыҙ ул сулпандар. Киләсәккә ҙур филармониялар, театрҙар өсөн тамашасы тәрбиәләй торған мәктәп. Телде, милли мәҙәниәтте үҫтереүсе, пропагандалаусы һәм быларҙың барыһын да балалар телендә биреүсе берҙән-бер мәҙәни усаҡ ул бөгөн дә. Балалар театры әүҙем ижад өҫтөндә. Берҙәм концерт программаларында, театрлаштырылған тамашаларҙа ҡатнашыуҙан тыш, уларҙың үҙ сығыштары, гастролдәре лә аҙ түгел. "Сулпан" балалар театрын юҡҡа сығарыу үҙебеҙҙе киләсәктә мәҙәни тамашасынан мәхрүм итеү ул.

Яңы бина буласаҡ

Өс йыл ағымында яңы бина буйынса ҡағыҙ эштәре атҡарылды һәм, Аллаға шөкөр, ул мәшәҡәттәр артта ҡалып бара. Быйылғы йыл аҙағына тиклем иҫке бина урынын емереклектәрҙән таҙартып ҡуйырға тейешбеҙ. Киләһе йыл башынан шул уҡ урында, элеккенән ике тапҡырға ҙурыраҡ бинаның төҙөлөшө башланасаҡ. План буйынса биш йөҙ урынлыҡ залға өмөт ителә. Сибай концерт-театры берекмәһе коллективы был ауыр осорҙо сабыр ғына кисереп килде. Ныҡлы ғына "йәшәр" урыныбыҙ булмағанда ла концерттарҙы, гастролдәрҙе туҡтатҡаныбыҙ булманы. Был ныҡлыҡ, был патриотлыҡ менән ғорурланырлыҡ. Артистарыбыҙ ҙа, тамашасыларыбыҙ ҙа яңы бинаны ашҡынып көтөп тора. Был йәһәттән Республикабыҙ етәкселегенә оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Бөгөн беҙҙә эш хаҡтары яҡшы, йәштәр килеп тора, ижади төркөмдәр тулы. Кәйефтәр күтәренке, киләсәккә өмөт бар. Сөнки иң беренсе сиратта хеҙмәткәрҙәребеҙҙең социаль һәм матди хәлен яйлауҙы тәртипкә һалғанбыҙ. Кем әйтмешләй, икмәк булһа - йыр ҙа була.

Йөҙ башҡорт йыры

Егерме биш йыллыҡ юбилей айҡанлы һирәк йырланған йөҙ башҡорт халыҡ йырынан торған диск әҙерләнек. Был йырҙар күпселек ошо төбәктә яралып, беҙҙең көндәргә ниндәйҙер мөғжизәләр аша ғына килеп еткән йырҙар ул. Уларҙың башҡарыусылары ла ошо ерлектә йәшәүсе, эшләүсе вокалистар. Бөгөн эстрада йырсылары күп, ә халыҡ йырын йырларға йөрьәт иткәндәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Халыҡ йырҙарын башҡарыу өсөн ниндәй һәләт һәм мөмкинлектәр кәрәклеген беләһегеҙ. Тағы ла нимәне билдәләп үтергә теләйем: әлеге йыйынтыҡта йырҙар төп нөсхәһендәгесә, боҙмай, үҙгәртелмәй башҡарыла. Уларҙы дәрес өлгөләре итеп тә, тыңлап өйрәнеү өсөн дә файҙаланырға була. Йомғаҡлап әйткәндә, был йөҙ башҡорт йыры тупланған диск үҙен башҡорт һәм башҡорт ғаиләһе тип иҫәпләгән һәр әҙәмдең өйөндә, машинаһында, эш урынында булырға, ялда-юлда уны ошо илаһи моңдар оҙата йөрөргә тейеш.

Онотолмаҫ хәтирә

Һуңғы гастролдәрҙән иң иҫтәлеклеһе Ҡаҙағстанда сығыш яһау булғандыр. 2015 йылда Ҡаҙағстандың Аҡтау ҡалаһында үткән урындағы башҡорт ҡоролтайы йыйынында ҡатнашҡайныҡ инде. Был юлы Астана ҡалаһындағы "Аҡбуҙат" башҡорт ойошмаһы үткәргән йыйында булырға яҙҙы. Ҡасандыр башҡорт ерҙәренән сығып китеп, ҡаҙаҡ далаларында тороп ҡалған милләттәштәребеҙҙең ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереп ҡайттыҡ. Утыҙар-ҡырҡар йыл тыуған яҡтарын күрмәгән апай-ағайҙар оҙон көйҙәребеҙҙе тыңлап, түгелеп илап ултырҙы. Бик тетрәндергес күренеш булды был. Әйтергә кәрәк, сығыштарҙы ла алдан ентекле уйлап алып барҙыҡ. Ҡаҙаҡ эстрадаһының яҡшы үҫешкән һәм уларҙы замана йырҙары менән аптыратып булмаясаҡ икәнен күҙаллап, тик халыҡ йырҙарын ғына башҡарҙыҡ һәм оттоҡ та. Бигерәк тә ҡурай моңо аҫтында башҡарылғандары әсир итте халыҡты. Концерттан һуң да таралышмай, һәр береһе килеп, нимәлер әйтергә, костюмдарҙы, ҡурайҙы тотҡолап ҡарарға теләп, шул тирәлә өйкөлөштө. Бер һүҙ менән әйткәндә, ситтә йәшәгән яҡташтарыбыҙға тыуған моңдарын ишеттереп, ғәзиз ерҙәренең бәләкәй генә бер өлөшөн алып барып күрһәтеп ҡайтҡандай булдыҡ. "Был беҙгә оҙаҡҡа етерлек энергия булды, киләһе йыл да көтәбеҙ", - тип ҡалдылар.

Башҡорт кейеме

Беҙ бөгөн сағыу эстрада кейемдәренә, халыҡ кейеме өлгөләренә оҡшатып тегелгән сәхнә костюмдарына өйрәнгәнбеҙ. Ә боронғо халыҡ кейеменең нисек икәнен бик һирәктәр генә беләлер. Ошо Ҡаҙағстан сәфәрендә мин был күренешкә шаһит булып, үҙемә бер асыш яһаным. "Оҙонсәс" бейеүен башҡарырға тейеш инек. Ә бейеүҙең сәхнә костюмы онотолоп ҡалған. Бәхеткә күрә, Өфөнән реставратор Илдар Ғатауллин башҡорт кейеме күргәҙмәһен алып барған. Бейеүсебеҙгә шул кейемде кейҙереп сығарырға тура килде һәм ... бейеүҙең тәьҫирен һөйләп кенә лә аңлатҡыһыҙ булды. Баштағы "боронғо, иҫке нәмә..." тигән борсоулы уйҙарым шундуҡ юҡҡа сыҡты. Кейем, шулайтып, бейеүҙең асылын бөтөн тәрәнлеге, боронғолоғо менән асып һалды ла ҡуйҙы.

Өфөләр беҙҙе көтә

Сибай концерт-театр берекмәһе сығыштарының халыҡсанлығы уның брендына әйләнгән инде. Беҙ хәҙер Өфө тамашасыһын да ошо үҙенсәлек менән әсир иткәнбеҙ. Улар сибайҙарҙың ниндәйҙер бер ихлас, тамашалы, эстәлекле программа менән килерен көтөп тора. Һәм беҙ был юлы ла, йәғни 18 октябрҙә (Башҡорт дәүләт филармонияһында) һәр ваҡыттағы кеүек үк, уларҙың өмөтөн аҡлауға бар көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ.
Сибай концерт-театр берекмәһенең халыҡсанлығы бер беҙ генә билдәләгән үҙенсәлек түгел. Мәҫәлән, быйыл беҙҙең коллективтың ошо һыҙатын әлшәйҙәр ҙә билдәләп китте. Тап милли рухлы, колоритлы йыр-бейеүҙәребеҙҙе күреү өсөн улар беҙҙе район һабантуйҙарына саҡырғайны. Ә бер йәй эсендә генә лә ошондай саҡырыуҙар әллә нисәү булды!

Миләүшә ХӘБИЛОВА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.10.18 | Ҡаралған: 649

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru