«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИНЕҢ КОМАНДАЛА БУЛЫУ ӨСӨН ХАЛЫҠТЫ БОРСОҒАН МӘСЬӘЛӘЛӘРҘЕ ХӘЛ ИТЕРГӘ ТЕЛӘК КЕНӘ КӘРӘК
+  - 



Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙенең Указы менән Радий Хәбировты Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләне.

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров менән таныштырып, "Радий Фәрит улы Башҡортостан халҡына яҡшы таныш сәйәсмән. Ул ошонда тыуып үҫкән, профессионал булараҡ танылған, республикалағы ижтимағи-сәйәси тормош үҙенсәлектәрен, милли характерҙы яҡшы аңлай, бөтә иҡтисади үҫеш өлкәләрен белә", тип билдәләне. Ысынында, вәкәләтле һәм республика кимәлендәге был тантанаға йыйылыусы Хөкүмәт ағзалары, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары, министрҙар, төрлө ойошма етәкселәре һәм йәмәғәтселек вәкилдәре Радий Хәбировты, уның биографияһын яҡшы белә булыр. Ул республиканың Ишембай районы Һайран ауылында тыуып үҫкән яҡташыбыҙ. Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамлағандан һуң, 2003 йылға тиклем вузда эшләне. 2003 йылда Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институты директоры вазифаһынан Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде. 2008 йылда Мәскәүгә күсте, Рәсәй Федерацияһы Президентының Эске сәйәсәт идаралығы начальнигы урынбаҫары булып эшләне. 2017 йылдан Мәскәү өлкәһенең Красногорск башлығы вазифаһын башҡарҙы. Һәр хәлдә, республиканың киләсәктәге яңы етәксеһе тураһында һүҙ сыҡҡанда барыһының да тел осонда уның исеме булыуы бер кемгә лә сер түгел ине. Яҡташыбыҙ булғаны өсөн генә түгел, Рәсәй кимәлендә раҫлаған заман етәксеһенә хас эшлеклелек сифаттары буйынса ла белде уны халыҡ.
Йыйылыусылар, әлбиттә, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп таныштырыу тантанаһында Радий Хәбировтан уның был вазифалағы эш йүнәлештәре, төп бурыстар тураһында ишетергә теләне. Ҡыҫҡаса ғына шулай билдәләнде был бурыстар:
- Мин республика халҡы алдындағы яуаплылыҡты бик яҡшы аңлайым. Бөтә көсөмдө Башҡортостан Республикаһының артабанғы үҫешенә һәм уның халҡының тормошон яҡшыртыуға йүнәлтәсәкмен. Нәҡ ошо бурыстарҙы үтәүҙе һәр ҡайһығыҙҙан һорай һәм талап итәсәкмен, - тине Радий Фәрит улы. - Бөтә тырышлығыбыҙҙы туплағанда, закондар сығарыу, башҡарма, хоҡуҡ һаҡлау власть тармаҡтары көсөн, муниципалитеттар башлыҡтары эшмәкәрлеген берләштергәндә генә республиканы артабан да үҫтереү бурысын атҡарып буласаҡ. Эшебеҙҙе дүрт миллионлы республика халҡы мәнфәғәтенән, һәр граждан мәнфәғәтенән сығып, асыҡлыҡ, законлылыҡ, эш урынындағы һөҙөмтәлелек нигеҙендә төҙөргә тәҡдим итәм... Бөгөн һәр кемдең мейеһен быраулаусы "Тик бына был бурыстарҙы ул кемдәр менән атҡарыр?" тигән һорауға ла ишаралап ҡуйҙы Радий Фәрит улы: "Минең командала булыу бик ябай. Ни бары кешеләрҙең ҡайғыһын уртаҡлашырға, уларҙы борсоған мәсьәләләрҙе белергә һәм шуларҙы хәл итергә теләк кенә кәрәк. Үҙеңдән яуаплылыҡты алып ташларға ярамай. Мәҫәлән, торлаҡ төҙөгәндә уның эргәһендә бер юлы социаль объекттар ҙа һалырға кәрәклеген "белмәгән" чиновниктар миңә кәрәкмәй..." Әлбиттә, яңы етәксе бер үк ваҡытта ғәмәлдәге команда менән эшләргә ниәтләнеүен дә инҡар итмәне һәм урындағы кадрҙар потенциалын "юғары" тип баһаланы. Тимәк, етәксе урындарҙа эшләүселәргә яңы талаптарға яуап бирерҙәй көсөн, һәләтен самалап, баһалап, республика мәнфәғәте өсөн эшләргә әҙер булыу ихтыярын уятып, ихласлап ең һыҙғанырға ғына ҡала. Бер үк ваҡытта шуны ла иҫтән сығармау мөһим. Кемдер берәү әйтмешләй, көтөү кирегә боролған мәлдә "артта һөйрәлеүсе әтрәгәләмдәр" алға сығыусан. Бына шундай артта һөйрәлгән һәм донъяны артҡа һөйрәгән, әммә ялағайлығы, әрһеҙлеге арҡаһында ваҡиғалар башында булырға һәләтлеләрҙән Хоҙай һаҡлаһын. Беҙ был тарихты баштан кисерҙек инде... Хәйер, Радий Фәрит улын республикалағы хәлдәрҙе һәм кемдең кем икәнен белмәгән кеше тип ҡабул итмәйек. Башҡортостанда тыуып үҫеп тә, ситкә сығып киткәс, республика мәнфәғәтенә, халҡына хеҙмәт итеүҙе онотҡан кешеләр рәтенән түгел ул. Радий Фәрит улы бер ваҡытта ла тыуған ватанын онотманы. Беҙ уның илдең баш ҡалаһындағы эшмәкәрлеге тураһында башлыса Мәскәүҙә уҡыған Башҡортостан йәштәренән ишетеп торҙоҡ. Ул йыш ҡына йәштәребеҙ үткәргән мәҙәни һәм спорт сараларында ҡатнашты, атайҙарса ҡурсалаған кәңәштәрен еткерҙе. Йәштәр бөгөн социаль селтәрҙәрҙә Радий Фәрит улының сығыштарын иҫкә төшөрә: "Һеҙ Мәскәүҙе яулау өсөн конкурентлы көрәшкә аяҡ баҫтығыҙ, - тип сығыш яһаны Радий Фәрит улы беҙҙең бер кисәлә, тип яҙа бер студент. - Ләкин "Ҡайҙа тыуһаң, шунда кәрәк бул!" тигән мәҡәл бар. Һеҙҙе Башҡортостанда бик көтәләр. Мин һеҙҙең республиканы алға, сәскә атыуға алып барыусы локомотив булырығыҙға ышанам. Был һеҙҙең ҡулдан киләсәк. Ләкин мин үҙемде лә һеҙҙән айырып ҡарамайым - беҙҙең ҡулдан киләсәк!"
Йәштәр алдында һөйләгән тағы бер сығышынан өҙөк: "Бер саҡ оператив кәңәшмә ваҡытында мине яҡшы белгән етәкселәремдең береһе минең бик тә онотолоп китеп, хыялланыусан йөҙ менән ултырғанымды шәйләп ҡалған да: "Радий, Башҡортостан тураһында төш күреүеңде туҡтат инде", - тип өндәште. Мин уға шулай тип яуапланым: "Беләһегеҙме, был мин үтәй алмаған берҙән-бер задание. Сөнки ул минең ватаным һәм мин һәр ваҡыт үҙемдең республикам тураһында төштәр күрәсәкмен һәм уйлаясаҡмын", тинем..."
Һәм бына Радий Фәрит улының республикаға ҡайтҡас, "Рәсәй 1" телеканалына биргән интервьюһынан өҙөк: "Мин урта йәштәрҙә Мәскәүгә сығып киттем, унда 10 йыл эшләнем һәм, әлбиттә, һағына инем. Маҡсатым - минән алда эшләгән кешеләрҙең һәйбәт эш һөҙөмтәләрен һаҡлау һәм республикалағы тормошто тағы ла яҡшыраҡ итеү". Ошо урында "...минән алдағы кешеләрҙең һәйбәт эш һөҙөмтәләрен һаҡлау", тигән фекерен күтәрмәләп китәйек. Бындай фекер етәксе кешенең тәрбиәлелек, эске мәҙәнилек кимәлен иҫбатлай икәнен кем белмәй! Беҙ, ишембайҙар, Радий Фәрит улын иң тәүҙә матур ғаиләлә үҫкән, матур тәрбиә алған, атай-әсәйенең изгелекле, тәрбиәле балаһы итеп беләбеҙ ҙә инде. Ә тәрбиәлелек - иң тәүҙә өлкән быуынға хөрмәт, тигән һүҙ. Бына әле барыһы ла Радий Фәрит улының тәүге эш көнөндә үк республиканың беренсе президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов менән осрашыуына, уға оло хөрмәт күрһәтеүенә һоҡлана һәм ҡыуана. Әйткәндәй, Мортаза Ғөбәйҙулла улын "онотоп" торған йылдар, моғайын, республика йылъяҙмаһында иң хурлыҡлы ваҡиға булып яҙылыр...
Нисек кенә булмаһын, ошо көндәрҙә бер яҙыусы әйткәнсә, Радий Фәрит улы республика кешеләрен рәхимовтыҡыларға, хәмитовтыҡыларға бүлеп ҡарамаҫ, тигән ышаныс бар. Бер йәмғиәттә йәшәгән кешеләрҙе бүлеп ҡарарға яраймы һуң! Етәкселәрҙең, сәйәсмәндәрҙең тап бына ошондай ҡылығы донъяны артҡа һөйрәйҙер ҙә инде ул...
Шулай итеп, бар республика халҡы, шулай уҡ ситтә йәшәгән яҡташтар, милләттәштәр ҙә, Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың аҙна эсендә башҡарырға өлгөргән эштәрен күҙәтеп бара, баһалай, тағы ла баһалыраҡ эштәр көтә, тик яҡшыға өмөт итә. Өмөт итәйек. Ләкин беҙ, хөрмәтле милләттәштәр, Башҡортостаныбыҙ, халҡыбыҙ алдындағы үҙебеҙҙең бурыстарҙы ла онотмайыҡ. Ошондай гүзәл ил-йортобоҙ, үҙаллы ватаныбыҙ булғанға шөкөр итеп, һәр кемебеҙ үҙ урынында уны сәскә аттырыуға өлөш индерәйек. Ғаиләләребеҙҙе үҙаллы бер дәүләт итеп ҡороп, ундағы көнитмешебеҙҙе, эш-шөғөлөбөҙҙө үҙебеҙсә ойоштороп, рухлы, телле, мәҙәниәтле балалар үҫтерәйек. Бына был - иң мөһиме.

Гөлфиә ЯНБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.10.18 | Ҡаралған: 815

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru