«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Баҡса туҡландырып ҡына ҡалмай, хеҙмәт мәктәбе лә, күңелгә ял, ҡәнәғәтлек тә бирә, тиһегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
РУХИ ҠИММӘТТӘРЕБЕҘГӘ АРНАЛА
+  - 

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың "Ете йөҙ етмеш ете хәҙис" тигән китабы донъя күрҙе. Был яңы баҫмаға һәм шағирҙың һуңғы йылдарҙағы ижадына ҡағылышлы һорауҙарға яуапты әҙиптең үҙенән алдыҡ.

Рауил Төхвәт улы, был китап дини әсбапмы, әллә әҙәби әҫәрме?

- Был - әҙәби әҫәр. Әммә ябай түгел, ә изге хәҙистәр нигеҙендә яҙылған шиғырҙар. Йәғни, хәҙистәрҙе шиғри формаға әйләндереү ысулы. Ни өсөн былай эшләнде? Рухи ҡиммәттәребеҙ булған хәҙистәребеҙҙе киңерәк уҡыусы даирәһенә еткереү маҡсатында. Дини яҙмаларҙы һәр кем тота килеп ҡулға ла алмаҫҡа мөмкин, ә уның шиғри формаһын шиғыр һөйөүселәр ҙә, дин менән ҡыҙыҡһыныусылар ҙа уҡырға мөмкин.

Һуңғы йылдарҙа һеҙҙең хәҙистәргә йышыраҡ мөрәжәғәт итеүегеҙ ул дингә йөҙ бороуығыҙмы?

- Дин миңә бала саҡтан ят булманы. Өләсәй-олатайҙарымдың Ҡөрьән уҡығанын, намаҙ ҡылғанын күреп үҫтем. Әммә үҙебеҙ был изге ғәмәлдәргә яҡын булманыҡ.
Хәҙистәр менән таныша башлай алыуым яҙмышымдағы иң ҡыуаныслы ваҡиғаларҙан ул. Әгәр ошо бәхеткә насип итмәһә, был яҡты донъяларҙа ниндәй хазиналарҙан мәхрүм йәшәгән булыр инем. Аллаға шөкөр, ғүмер юлым был аҡыллы ғилем донъяһын урап үтмәне.
Хәҙистәрҙе мин тәү тапҡыр ишетеп белдем. Беренсе тыңлағанда уҡ уларҙағы хикмәтле һүҙҙәр арбап алды. Уларҙы эҙләп табып, уҡып, күңелемә һеңдерергә керештем. Һәм тора-бара был яҙмаларҙы шиғри юлдарға һала башланым. 2001 йылда "Йөҙ ҙә бер хәҙис", унан "Өс йөҙ ҙә өс хәҙис", әле "Ете йөҙ етмеш ете хәҙис" донъя күрҙе һәм, алға китеп әйтәйем, киләсәктә мең дә бер хәҙискә еткерергә иҫәп бар, Алла бойорһа.

Рауил ағай, "Атлы азамат" тигән китабығыҙ ҙа яңы сыҡты. Эстәлеге ниндәй был китаптың?

- Башҡорт халыҡ йыр-ҡобайыр-оҙон көй-сеңләүҙәрендәге атҡа бәйле шиғри юлдарҙан тупланған был китап. Ҡөрьән-Кәримдә "Яу табышы" тигән сүрә бар. Тәфсирҙәрҙә аңлатыуҙарынса, улъяны ғәҙел итеп бүлгәндә, яу атына ике өлөш, һыбайлыға бер өлөш, йәйәүле яугирға бер өлөш бирелгән. Яу атының өлөшө яугирҙыҡына ҡарағанда ике тапҡырға артығыраҡ һаналған. Ошонан ғына сығып, уйлап ҡарағыҙ. Башҡорттарҙа аттан башҡа бер хайуан йәки йәнлеккә лә ул ҡәҙәр хөрмәт үә һөйөү белдерелмәй, башҡа бер хайуан йәки кейеккә лә ул ҡәҙәр матур һүҙҙәр әйтелмәй. Күпме йырҙарыбыҙҙа аттарға ҡағылған иҫ киткес юлдар бар. Мин уларға ғүмер буйы ғашиҡ булдым. Һәм ошо юлдарҙы туплап ҡуйырға тигән хыял йөрөттөм. Ниһайәт, был теләктәрем тормошҡа ашып, ошо "Атлы азамат"ты булдырҙы ла инде.

ӘЙТКӘНДӘЙ...
Рауил ағай Бикбаев 2019 йылдың тәүге ярты йыллығына 50665 индекслы "Киске Өфө"гә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргән 10 кешегә - "Ете йөҙ етмеш ете хәҙис", 10 кешегә - "Атлы азамат", 10 кешегә "Оноторлоҡ булдымы ни?.." китаптарын бүләк итә. Әйҙәгеҙ, кем алыҡ!

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.11.18 | Ҡаралған: 898

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл етте: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башлана. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө" гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.

Мөхәрририәт.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru