«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯҢЫ ҠУРСАҠ ТЫУЫУЫ ДОНЪЯҒА ЯҢЫ КЕШЕ КИЛЕҮЕНӘ ТИҢ
+  - 

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында ошо көндәрҙә "Ҡыҙыл башлыҡ" спектакленең премьераһы булды. Ул "Балаларға - театр" проекты сиктәрендә "Берҙәм Рәсәй" партияһының матди ярҙамы менән ҡуйылған. Театрҙың әҙәби бүлеге етәксеһе Диана ГӘРӘЕВА менән ошо премьера тураһында һөйләшәбеҙ.

Барлыҡ быуындарға ла яҡшы таныш был әкиәт ҡурсаҡ театрында беренсе тапҡыр ғына ҡуйылмайҙыр?

- Хәҙер был әкиәт сәхнәгә дүртенсе тапҡыр ҡуйыла. Беренсе тапҡыр ул 1942 йылда башҡорт труппаһы өсөн сәхнәләштерелә. 1948 йылда театрға нигеҙ һалыусы Мария Елгаштина ҡуя "Ҡыҙыл башлыҡ"ты. Ә аҙаҡҡы тапҡыр театр сәхнәһенә был мауыҡтырғыс әкиәт 1989 йылда сыға. Һәм бына был айҙан башлап репертуарыбыҙҙы тағы ла "Ҡыҙыл башлыҡ" биҙәй. Артистар йәй буйына әҙерләнде. Режиссер Виктория Щербакова менән рәссам Андрей Волков Шарль Перро 1697 йылда уҡ әҙәби яҡтан эшкәрткән классик сюжеттан тайпылмаҫҡа тырышты. Балаларға билдәле әкиәттең, әйтәйек, яңыса варианты тәҡдим ителә. "Ҡыҙыл башлыҡ" бит ул бик билдәле әкиәт, уның диалогтарын балалар һөйләп йөрөй, шуға уларға ҡыҙыҡ булмаҡсы. Һәр әкиәт кеүек, тарих матур тамамланасаҡ - яҡшылыҡ насарлыҡты еңәсәк, яуыздар ҙа үҙ язаһын аласаҡ. Барыһын да һөйләп бөтмәйем, йөҙ тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр күреү яҡшы тейме әле халыҡ? Беҙҙең ишектәребеҙ барыһы өсөн дә асыҡ!

Был спектаклдең сәхнә тексын һеҙ яҙғанһығыҙ. Ҡурсаҡ театры өсөн инсценировка яҙыуҙың үҙенсәлеге нимәлә?

- Ысынлап та, был премьераны мин бик көттөм. Ғөмүмән, театрҙағы һәр премьера минең өсөн мөғжизәгә тиң. Яңы ҡурсаҡ тыуыуы - кеше тыуыуы менән бер ул. Театр үҙе лә тылсым донъяһы бит. Спектаклгә, тәү ҡарашҡа, бәләкәй генә деталь индереп ебәреү ҙә ҡайһы бер сәхнәләрҙе, хатта сюжетты үҙгәртеп ебәрә ала. Мәҫәлән, пьесала башта булмаған персонаж - ҡош индереп ебәреү шундай мөһим роль башҡарҙы ла ҡуйҙы. Һәм бөгөнгө заман ҡурсаҡ театрының мөмкинлектәре көндән-көн күбәйә, тылсымы булмаған ябай ғына әкиәттән дә шундай мөғжизә яһап ҡуялар - һоҡланып бөтөп булмай! Ҡайһы ваҡытта сәхнәләге әкиәт кеүек тылсымға бай булмаған ваҡиға ла арбай һине, күҙеңде лә ала алмай йотлоғоп ҡарайһың. Ҡурсаҡ театры - ул үҙенсәлекле театр. Унда актерҙар драма театры актерҙары кеүек уйнай алмай. Унда төп ролдә - ҡурсаҡтар һәм спектаклдә тап уларҙың уйыны һәм, әлбиттә, уларҙың диалогтары, монологтары мөһим роль уйнай. Ҡурсаҡ театры өсөн пьеса яҙыу драма театры өсөн пьеса яҙыуҙан айырыла. Режиссерҙың миңә ошо эште ышанып тапшырыуы, сабыр рәүештә мине яйлап-яйлап өйрәтеүе, төҙәтеүе һөҙөмтәһендә килеп сыҡты ул, уға рәхмәтлемен. Художество советы уны ҡабул итте һәм мин был спектаклгә оҙон ғүмер теләйем.

Ҡурсаҡ спектаклендә ҡурсаҡ художество ҡоралы булып тора, тинек, сөнки пьесаның эмоциональ йөкмәткеһе, идеяһы уның аша асыла, әммә ҡурсаҡтың артында актер оҫталығы һәм тырышлығы ята. "Ҡыҙыл башлыҡ"та актерҙар уйыны йәһәтенән ниндәйҙер яңылыҡтар, асыштар булдымы?

- Һәр спектаклгә күп кешеләрҙең хеҙмәте һалынған. Ширма артында ҡурсаҡты йөрөтөүе еңел түгел, ҡурсаҡ театры актерҙары икеләтә эш башҡара - үҙҙәре лә уйнай һәм йәнһеҙ предметтарға ла йән өрә. Һәр бер актерҙың эше һоҡланырлыҡ. Был юлы тамашасы өсөн төп бүләк - Рәсәйҙең халыҡ артисы Айрат Әхмәтшиндың ҡатнашыуылыр. Шуныһы ҡыҙыҡ, Айрат Әкрәм улының бай ижади биографияһындағы ролдәренә тағы бер бүре өҫтәлде. Унынсы бүре ул. Ҡыҙыл башлыҡ - Наталья Беззубова, Әсәй ролендә - Татьяна Кузьменко менән Кристина Латыпова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Виталий Щербаков - Урмансы. Ә бына Александр Верхоземский сәхнәгә ҡатын-ҡыҙ ҡурсаҡ образын - Өләсәйҙе сығарҙы. Беҙҙең тамашасыбыҙ ҙа үҙенсәлекле бит. Мөғжизәгә, яҡшылыҡҡа, матурлыҡҡа ышаныусан изге күңелле бәләкәстәр алдында башҡаса уйнай алмай актер. Яҡтылыҡ, изгелек артынан һеҙ ҙә беҙҙең театрға килегеҙ!

Ләйсән ДАЯНОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.11.18 | Ҡаралған: 779

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru