Мәшһүр шағирыбыҙ Шәйехзада Бабичтың "Башҡортостан" шиғырында шундай юлдар бар:
Уралҡайҙың аҫты алтын,
Өҫтө шиғыр, үҙе нур;
Киләсәктә был ергә
Хоҙай үҙе ҡыҙығыр;
Фирҙәүестәр төҙөлөр,
Әлуап ниғмәт теҙелер;
Күкте ташлап мәләктәр,
Был ерҙәрҙә гиҙенер...
Ысынлап та, Бабичтың әйткән шул көндәре килдеме икән, еребеҙгә Хоҙай ғына түгел, барыһы ла ҡыҙыға, һәр кем ынтыла. Һәр кем килә. Ярай әле, еребеҙҙең аҫты һәм өҫтө бай булыуы беҙгә бәрәкәт булып әйләнеп ҡайтһа. Мәҫәлән, Күмертау ҡалаһының йә булмаһа Хәйбулла районының Бүребай ауылы янында ян-яҡҡа ағыуын бөркөп ятҡан һыу ятҡылығын күҙ алдына килтерһәң, бының киреһен аңларға мәжбүр булаһың. Байлыҡтарыбыҙ күпләп ситкә ағылып, беҙгә эсергә яраҡһыҙ һыуҙар, зарарлы газдар, радиация ғына тороп ҡала һымаҡ. Ошо һәм башҡа проблемалар, ғөмүмән, ер аҫты файҙалы ҡаҙылма байлыҡтары хаҡында күренекле дәүләт эшмәкәре, тау геологы, Рәсәй ер аҫты байлыҡтарын разведкалау отличнигы, Урал тау премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған металлургы Рәсих Әғзәм улы ХӘМИТОВ менән әңгәмә ҡорабыҙ.
Рәсих Әғзәм улы, Бабичтың юғарылағы шиғырын уҡыған саҡта, бер яҡтан, ғорурлыҡ тойғоһо кисерәһең дә, икенсе яҡтан, ер аҫты һәм ер өҫтө байлыҡтарыбыҙға бәйле хәҙерге ысынбарлыҡҡа, хәҡиҡәткә тура ҡараһаң, был шатлыҡ оҙаҡҡа һуҙылмай. Был йәһәттән ни әйтерһегеҙ?
- Беҙ Рәсәйҙең ҡап уртаһында ултырабыҙ. Атай-олатайҙарыбыҙ сикһеҙ далаларҙы ҡалдыра-ҡалдыра ошо ерҙә төйәкләгән. Беренсенән, Урал тауҙары сит-яттарҙан һаҡланыу өсөн ҡалҡан ролен үтәгән, икенсенән, атай-олатайҙарыбыҙ ошо ерҙең ер өҫтө һәм ер аҫты байлыҡтарына сикһеҙ бай булыуын белгән. Белеп кенә ҡалмаған, эшкәрткән дә. Мәғдәнселек башҡорттарҙа борон-борондан киң үҫешкән. Баймаҡ районының Күсей ауылы янындағы шторндар һәм шурфтар бынан ҡырҡ мең йыл элек был сәнәғәттең үҫешкәнлеге хаҡында һөйләй. Тимәк, беҙҙең халыҡ йәйләүҙән-йәйләүгә күсеп, көтөү генә әйҙәп йөрөмәгән. Йә булмаһа, Арҡайым, Һынташ, Улаҡ территорияларын алайыҡ. Уларҙа бынан ике-өс мең йыл элекке мәғдәнселек сәнәғәте эҙҙәре һаҡлана. Ырымбур өлкәһендә Ташҡаҙған тигән урын бар, уның атамаһынан уҡ нимәгә бәйле булыуы күренеп тора. Рәсәй батшалығы, һуңынан совет осоронда был ерҙәрҙә сәнәғәт кимәлендә руда табыу һәм эшкәртеү башланып китә, улар барыһы ла беҙҙең атай-олатайҙарҙың тәжрибәһе нигеҙендә барлыҡҡа килә. Бының иҫбатламаһы - мәғдәнсе Исмәғил Тасимов эшмәкәрлеге. Америкалағы "Азатлыҡ" статуяһының башҡорт баҡырынан эшләнеүе генә лә күпкә ишара. Йә булмаһа, Париждағы, Европалағы күп кенә һарайҙарҙың биҙәлешендә Ирәндек буйында табылған йәшмәләр ҡулланыуын алайыҡ.
Дөрөҫ әйтәһегеҙ, ағас киҫкән ерҙә юнысҡы ҡала. Быуаттар буйына, һуңынан Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында руда эшкәртеү өсөн күпме урмандар киҫелеп, ҡола яландар хасил булған, соҡор-саҡырҙар, ағыулы һыуҙар ҡалған. Әгәр ҙә Башҡортостандың шундай файҙалы ҡаҙылмалары, ер өҫтө байлыҡтары, урман-тауҙары булмаһа, ҡыҙығыусылар ҙа әҙ булыр ине. Тағы ла халҡыбыҙ үҙ ерендә табылған байлыҡтың ундан бер өлөшөн үҙенә файҙа итеп алдымы икән, тип тә уйлайым.
Нефть табыу өлкәһен генә алайыҡ. Әгәр ҙә нефтебеҙ булмаһа, ҙур ҡалалар һалынмаҫ, юғары уҡыу йорттары төҙөлмәҫ ине. Нефть беҙҙең профессиональ аңды үҫтерҙе. Әммә Конституцияларҙа яҙылғанса, файҙалы ҡаҙылма байлыҡтарҙың урындағы халыҡтың мәнфәғәтендә файҙаланмауына бер нисек тә күҙ йомоп ҡарай алмайбыҙ барыбер ҙә. Аҡсаның булмауы вәкәләтлектәрҙең дөрөҫ бүленмәүенән килә. Ә инде ташландыҡ карьерҙарҙан килеп тыуған экологик проблемалар ошоларҙың күңелһеҙ һөҙөмтәһе генә. Был хәлде, әлбиттә, үҙгәртергә кәрәк, сөнки артабан был рәүешле дауам итергә тейеш түгел. Урындағы закон сығарыусылар, Федераль үҙәк менән бергәләшеп, закондарҙы һәм норматив хоҡуҡ документтарын үҙгәртергә бурыслы. Бөгөн барлыҡ вәкәләтлектәр ҙә Рәсәй кимәленә күсерелгән. Икенсе ҙур мәсьәлә - кадрҙар әҙерләү, сөнки геологтар һәм тау инженерҙары хәҙер бармаҡ менән генә һанарлыҡ.
Хәҙерге ваҡытта республикабыҙҙың файҙалы ҡаҙылмалары күпме ҡалған һәм уларҙың запасы оҙаҡҡа етерлекме?
- Геологик яҡтан ҡарағанда, беҙҙең республика һымаҡ төбәктәр Рәсәйҙә бер нисә урында ғына. Әйтәйек, Красноярск крайы, Иркутск өлкәһе. Башҡортостанда файҙалы ҡаҙылмаларҙың барыһы ла бар. Һуңғы 100-150 йыл эсендә Башҡортостандың ер аҫтында ниндәй ҡаҙылма байлыҡтар ятҡанлығы ныҡлап өйрәнелгән. 1995 йылда беҙҙең европроба тип аталған ер аҫты ҡатламдары тикшерелде. Ул саҡта ер аҫтыбыҙҙың 16 километрға тиклем төҙөлөшөн ентекле өйрәндек. Шулай уҡ полеозой ятҡылығының, кристаллик фундаменттың киҫкен аҫҡа төшөү сәбәптәрен тикшерҙек. Фараздарыбыҙ буйынса, биш-ете километр тәрәнлектә нефть, руда ятҡылыҡтары булыуы мөмкин. Уларҙы разведкалау, быраулау өсөн ҙур сығымдар талап ителә. Бер осорҙа Әстерхан өлкәһендә алты-ете километр тәрәнлектә газ ятҡылығы табылды. Беҙҙә лә ундай мөмкинлектәр бар. Ырымбур өлкәһенә сиктәш Күгәрсен, Көйөргәҙе райондарында бар ундай урындар. Уларҙағы запастарҙың күпмелеге әле билдәләнмәгән. Нефттең разведкаланған запастары 20-25 йылға етерлек. Әммә геология-разведкалау эштәре тейешенсә алып барылмауы арҡаһында запастарҙың күпмегә тулыланыуын әлегә белә алмайбыҙ. Бөгөн республика йылына 16-17 миллион тонна нефть сығара икән, уларҙың запастарын йылына 3-4 миллионға ғына тулыландырабыҙ. Икенсе һүҙ менән әйткәндә, беҙ совет дәүерендәге запастар иҫәбенә генә йәшәйбеҙ. Әгәр ҙә баррелдең хаҡы 30 долларға ҡала икән, рентабелле табылған ятҡылыҡтарҙың күләме кәмергә мөмкин. Бөгөн иһә ил күләмендә әһәмиәт Алыҫ Көнсығышҡа, Яҡутстанға һәм Арктика бассейнына бирелә. Уларҙағы газ, нефть ятҡылыҡтары яңы технологиялар буйынса сығарыу ҡулайлы.
Беҙҙә иһә газ, нефть ятҡылыҡтарын тулыландырыуға Хөкүмәт тарафынан бер тин дә бүленмәй. Баҡыр рудаһы запасы Хәйбулла, Учалы, Баймаҡ райондарында тупланған. Был тармаҡта меңдәрсә-меңдәрсә кешеләр хеҙмәт итә, ҡаҙнаға аҡсаһы ла килеп тора. Дөрөҫөн әйткәндә, табыш дөрөҫ бүленмәй. Мәҫәлән, руда табыуҙан килгән табыштың 40 проценты үҙебеҙҙә ҡала, 60 проценты Рәсәй ҡаҙнаһына китә. Нефть сығарыуҙан килгән табыштың 10 проценттан да аҙырағы беҙҙә ҡала, 90 проценты Үҙәккә китә. Йөҙләү таштарын һатыуҙың да өлөшө аҙ ғына.
Һеҙ нефть запастарының тулыланыуы хаҡында әйттегеҙ. Ул ниндәй иҫәпкә һәм ни рәүешле тулылана һуң? Тағы ла бер фекерҙе ишетергә тура килә: ул да булһа, ҡара алтынды ер аҫтынан сыҡҡас, сеймал көйө сит илгә һатыу, йәнәһе, файҙалыраҡ. Ә инде уны нефть эшкәртеү заводында эшкәртеп һатыуға сығарһаң, үҙҡиммәте бер нисә тапҡырға күтәрелә, был осраҡта рентабеллек юҡҡа сыға. Был дөрөҫмө?
- Донъя иҡтисадының үҫешен хәҙерге ваҡытта Ҡытай, Һиндостан, Бразилия кеүек илдәр билдәләй. Сөнки был дәүләттәрҙә халыҡ күп йәшәй, йәғни уларҙың туҡланыу, кейенеү, хәрәкәт итеү, шулай уҡ тормоштарының башҡа шарттарын тәьмин итеү ихтыяжы юғары. Тап шуның өсөн донъяның алға ынтылышы ошо дәүләттәргә бәйле. Беҙ килешеү буйынса Ҡытайға 80 миллион тонна нефть сығарырға тейешбеҙ, әйткәндәй, сеймал көйө. Минеңсә, киләсәктә Ҡытайҙың сик буйында нефть эшкәртеү заводтары төҙөп, шулар аша сығарыу файҙалыраҡ булыр ине. Донъя сәнәғәтендә сеймал сығарыу тигән күренеш күптән онотолған.
Нефть запастарын тулыландырыуға килгәндә, бында разведкалау, яңы ятҡылыҡтар табыу, ресурстарҙы прогнозлау хаҡында һүҙ бара. Быраулауҙың бер нисә ысулы бар. Әйтәйек, горизонталь, вертикаль һәм тәрәнлеккә быраулау.
Бер тапҡыр һурып алынған нефттең урынына тағы нефть йыйылмаймы ни, ул тәбиғи рәүештә тулыланмаймы?
- Татарстанда иң ҙур ятҡылыҡтарҙың береһенән, фаразланған буйынса, бер нисә миллиард тонна нефть һурып алынған. Бөгөн килеп тикшереп ҡараһалар, шул урында тағы ла шунсама нефть запасы барлыҡҡа килгән. Ғалимдарҙың фаразлауынса, уларҙа ерҙең төпкөлөндә ҡалған нефть үҙенән-үҙе килеп сыҡҡан булырға тейеш. Был - органик булмаған теория. Ә органик теорияға килгәндә, 500 миллион йылдар элек ул ерҙә диңгеҙ булған. Бер заман диңгеҙ кибеп, ундағы органик матдәләр ҡатлам булып ултырып, аҙаҡ нефткә әүерелгән. Ике теория ла ысынбарлыҡҡа тура килә.
Яңыраҡ тағы ла бер теория хаҡында "Наука" каналында һөйләнеләр. Ғаләмдә секундына меңәрләгән планеталар, йондоҙҙар шартлап юҡҡа сығып, тағы ла шунсамаһы барлыҡҡа килеп тора икән. Уларҙың саңдары ер өҫтөнә ултырып, аҙаҡ ер аҫтына төшөп, нефткә әүерелә икән. Бында нигеҙ бармы?
- "Планетар геология" тигән төшөнсә бар. Башҡа планеталарҙан ер өҫтөнә кометалар, астероидтар килеп төшөп, катаклизмдар күҙәтелеүен инҡар итеп булмай. Ҡайһы бер алмаз ятҡылыҡтарының барлыҡҡа килеүен юғары температура һәм баҫымға бәйләп аңлаталар. Ер аҫтынан сыҡҡан углеводород йыһандан комета ҡапыл килеп төшөп, ер менән бәрелешеү һөҙөмтәһендә графит йә алмаз рәүешен ала икән. Ер аҫтынан магмаларҙың урғылып сығыуы ла ошо сәбәпкә бәйле. Ундай процестар һаман да дауам итә. Мәҫәлән, Хәйбулла, Баймаҡ райондарында миллиард йылдар элек руда ятҡылыҡтары барлыҡҡа килеүгә сәбәпсе булған процестар бөгөн Тымыҡ океан төбөндә дауам итә. Тимәк, киләсәктә унда бик күп файҙалы ҡаҙылмалар табыу мөмкин буласаҡ.
Шул уҡ "Наука" каналында тағы ла бер химик элемент хаҡында һөйләнеләр. Ниндәйҙер бер планетала сәй ҡалағына ғына һыйырлыҡ химик элемент тапҡандар. Уға тупланған энергия ерҙәге барлыҡ машиналарҙы, завод-фабрикаларҙы эшләтеү, яҡтыртыу, йылытыу һ.б. өсөн йөҙ йылға етерлек. Хәҙерге ваҡытта ғалимдар ул есемдәге энергияны нисек итеп файҙаланыу проблемаһы өҫтөндә баш вата. Был мөмкинме?
- Мөмкин. Мәҫәлән, әгәр ҙә беҙ Айҙағы гелий тигән водородтың бер төрө булған есемде ҡулланһаҡ, 10 тонна гелий Ер шарын йылытыу өсөн бер йылға етәсәк. Айҙа был элемент бик күп. Гелий шулай уҡ нефть ҡатламдарында ла бар.
Башҡортостанда алтындың запасы күпмерәк ҡалған тип иҫәпләйһегеҙ?
- Алтынды сәнәғәт кимәлендә табыу һәм эшкәртеү баҡыр, көмөш рудаларын эшкәртеүгә тотонған саҡтан башлана. Һибелмә алтын запастары Учалы, Баймаҡ райондарында табыла, приискылар, заводтар төҙөлә. Бындай запастар бөттө тиерлек, шуға күрә хәҙерге заманда башҡа рудаларҙағы алтынды эшкәртеү менән мәшғүлбеҙ. Бындай запастар тағы ла 50 йылдан 100 йылғаса етеүе мөмкин.
Ни өсөн беҙҙең халыҡта "алтын бәхет килтермәй" тип әйткәндәр икән?
- Шул уҡ ваҡытта халҡыбыҙ алтынға ҡарағанда көмөштө яҡыныраҡ күрә. Ни өсөн тигәндә, көмөш күберәк таралған, унан төрлө биҙәүестәр, нағыштар эшләйҙәр.
Бәлки, алтындың бик аҙ булыуы, аҡса эквиваленты булып йөрөүе лә бында роль уйнағандыр. Нимә генә тимә, алтын - нәфсе сығанағы, уны ҡулына төшөрөү өсөн кеше иман, әхлаҡ мәсьәләләрен дә онота, намыҫы аша атлай. Бәлки, ошо сәбәптәр ҙә барҙыр?
- Килешәм, ул яғы ла бар. Ни өсөн тигәндә, алтын халыҡтар, ырыуҙар араһында ҙур-ҙур һуғыштар башланыуға сәбәпсе булған.
Уралдың был яғындағы нефтте һурып бөтөрөп баралар, ә уның теге яғында - Өфө яғынан ҡарағанда - аръяғында нефть бармы икән? Тикшереүҙәр үткәрелгәнме?
- 2000 йылда геология хеҙмәте заказдары буйынса "Башнефтегеофизика" йәмғиәте аша мин Башҡортостанды арҡырыһына-буйына, шул иҫәптән Баймаҡ, Хәйбулла райондарында тикшеренеү үткәрҙем. Беҙҙең база Күлтабан күле янында урынлашты. Төрлө ысулдар, шул иҫәптән аэрокосмик юл менән дә өйрәндек. Беҙҙең самолеттар аҫтан ғына осоп йөрөнө, уларға беркетелгән аппаратуралар менән тикшереү үткәрҙек. Бынан тыш, тикшеренеү эшендә сейсмопартиялар ҙа ҡатнашты. Улар төрлө вибраторҙар ярҙамында барлыҡ территорияны тикшереп сыҡты. Шулай уҡ "Башкиргеология" йәмғиәте скважиналар бырауланы. Тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә Силәбе менән Ҡыҙыл араһында карбо ҡатламын таптыҡ. Ул ҡатламдың аҫтында, 5-6 километр тәрәнлектә, нефть, газ ятҡылығы булырға тейеш, тип фараз иттек. Шул урында быраулау эштәре үткәрергә тейеш инек. Бер скважинаны быраулау өсөн генә кәмендә шул ваҡыттағы иҫәп менән 700-800 миллион һум аҡса кәрәк ине. Әммә шул саҡ донъялар буталып китте. Беҙҙе экология министрлығы менән бергә ҡушып, программабыҙ аҙаҡҡаса үтәлмәй ҡалды.
Үҙебеҙҙең тыуған яҡҡа, Баймаҡ районына әйләнеп ҡайтайыҡ әле. Беҙ ауылдан Аҡташ, Шүлкә яғына бесәнгә йөрөйбөҙ бит инде. Шул яҡта, иҫләһәң, "Дегет" тигән урын бар. Ул урынды атай-олатайҙарыбыҙ юҡҡа ғына дегет тимәгән бит. Был урындың атамаһы шул ерҙә йылғанан урғылып ятҡан майға бәйле килеп сыҡҡан.
Хәҙерге ваҡытта Йылайыр районында ҙур-ҙур газ ятҡылыҡтары табылыуы мәғлүм булды. Әле унда лицензия нигеҙендә эштәр дауам итә. Шулай уҡ Матрай, Юлдыбай, Подольск, Күлтабан тирәһендә газ һәм нефть ятҡылыҡтары булырға тейеш. Әлбиттә, был запастар киләһе быуындар өсөн.
Ирәндектә ниндәй файҙалы ҡаҙылмалар барлығы билдәле?
- Унда Менделеев таблицаһындағы бөтә элементтар бар, әммә уларҙың миҡдары аҙ. Бында һибелмә алтын да табырға була. Ирәндектең иң ҙур байлығы - йәшмә, йөҙләү таштары. Был тауҙың беҙҙең өсөн иң ҙур әһәмиәте - урмандары, ҡаялары менән беҙгә терәк, ышыҡ булыуы.
Атаҡлы хәҙрәтебеҙ Мөжәүир олатай "Ҡыңғырташҡа теймәгеҙ" тип әйтеп ҡалдырған. Уның был һүҙҙәрен хәҙер шул таш аҫтында радиация тәьҫире булыуы менән аңлаталар. Һеҙ был йәһәттән ниндәй фекерҙә?
- Мөжәүир олатай дин белгесе генә түгел, ул урындағы таштарҙың, үләндәрҙең серен аңлаусы инженер ҙә, биолог та, геолог та булған. Фәйзулла ауылы эргәһендә Шүрәле тигән хикмәтле урын бар. Унда элек алтын ятҡылығы булған. Ғалимдар ул тирәнең археологик ҡомартҡыларын махсус өйрәнгән. Минеңсә, Мөжәүир олатай ул урындың йоғонтоһон үҙенсә тикшергән булғандыр. Бер мәл Фәйзулла ауылы янына геологоразведка партияһы килеп туҡтаған да, быраулай башлағандар. Пробаларын тейәп, ҡуҙғалып китергә итһәләр, тракторҙары эшләмәй, ти. Олатай тау башында уларға ҡарап көлөп торған. Унан: "Нишләп көләһең?"- тип һораған геологтар. Ул: "Ярар, егеттәр, ыҙаландығыҙ инде, тейәгән нәмәгеҙҙе кире түкһәгеҙ генә ҡуҙғалып китә алырһығыҙ", - тигән. Геологтар буш көйө ҡайтып китергә мәжбүр булған. Был хаҡта миңә Мөжәүир хәҙрәттең улы Варис ағай һөйләне.
Беҙ өй, һарай төҙөгәндә нигеҙенә таш ҡулланабыҙ. Ғөмүмән, Уралтауҙың иң ҙур өлөшөн тәшкил иткән ташты күпме теләһәк, шул күләмдә бушлайға алып файҙаланабыҙ. Иң күп запасы Белорет, Учалы райондарында булған йөҙләү таштары ла шундай уҡ ташмы? Һуңғы ваҡытта был төр таш тирәһендә проблемалар ҡуйырҙы...
- Был төр таштың дөрөҫ геологик атамаһы кварцлы сланецтар. Уның составында хлорид, хатта алтын да бар. Улар метаморфик тау ҡатламдарының бер төрө. Беҙ элек ул ташты бинаны йөҙләү, биҙәү өсөн файҙаланманыҡ. Хәҙер архитектура алға китте, төҙөлөш материалдары төрлөләнде, шул юҫыҡта был таштарға ихтыяж һәм уның хаҡы барлыҡҡа килде. Рәсәй закондары буйынса, был таштар киң таралған файҙалы ҡаҙылмалар рәтенә индерелде. Совет заманында уҡ был таш урындағы вәкәләтлек ҡарамағында ине. Уларға лицензияны республикабыҙҙың Экология министрлығы аукцион аша бирә башланы. Әммә сығарыу һәм һатыу эштәре ҡырағай рәүештә алып барылды, шуның һөҙөмтәһендә киҫкен проблемалар ҙа килеп тыуҙы. Ул таштарға геологик разведкалау үткәреп, запастарын дәүләт балансына ҡуйып, шунан һуң ғына сығара башларға тейештәр ине. Йыш ҡына бындай осраҡта ғәйепле кешене эҙләй башлайҙар. Ғәйеп үҙебеҙҙә, бөтәбеҙҙә лә.
Ҡом, ҡырсынташ, балсыҡ, тупраҡ запастары өсөн кем яуап бирергә тейеш?
- Улар Экология министрлығы һәм урындағы властар ҡарамағында. Иң тәүҙә разведка эштәре башҡарылып, балансҡа ҡуйылғандан һуң, был байлыҡтарҙы сығарырға, ташырға рөхсәт ителә. Запастарға килгәндә, ҙур-ҙур йылғалар буйында ултырған райондарҙа ҡом, ҡырсынташ етерлек. Ә бына бәләкәй йылғалар аҡҡан Урал аръяғы райондарында улар самалы.
Торатау тураһында ла әйтеп китһәгеҙ ине, ул ысынлап та бөгөн "Сода" өсөн берҙән-бер сығанаҡмы?
- Түгел, әлбиттә. Башҡа урында табылған запастарҙы "Сода" берекмәһе төрлө һылтауҙар табып, эшкәртергә ашыҡмай. Ни өсөн тигәндә, Торатау Стәрлетамаҡҡа иң яҡыны һәм улар бында хеҙмәтте арзанайтыу мәсьәләһен беренсе урынға ҡуя. Торатау мәсьәләһе менән мин 25 йылдан ашыу шөғөлләнәм, тип әйтә алам. 90-сы йылдарҙа Торатауҙы эшкәртеү хаҡында һүҙ сыҡҡас, "Башкиргеология" Шахтауҙың аҫҡы өлөшөн разведкалай башланы. Разведка эштәре 2000 йылға тиклем барҙы. Унда 250 миллион тонна самаһы юғары сифатлы эзбисташ бар. Ул запас һыу ҡатламында ята. Әгәр ҙә заводтың йылына 4 миллион тонна сеймал сығарыуын иҫәпкә алғанда, унда 62 йыллыҡ запас бар, тигән һүҙ. Беҙ Шахтау запасын балансҡа ҡуйҙыҡ, йәғни ошо юл менән Торатауға юлды япҡайныҡ, сөнки ул тәбиғи ҡомартҡы иҫәпләнә. Әммә эшкәртеүселәр Йөрәктау менән Торатауҙы ла эшкәртмәксе. Илленсе-алтмышынсы йылдарҙа Торатауҙы шартлатып, Ҡарлымандың шәкәр, Ишембайҙың алебастр заводтары өсөн эзбизташ алғандар. Шул ваҡытта разведкаланған запас 5 миллион самаһы тоннаны тәшкил итә. Тауҙың ҡалған өлөшө тикшерелмәгән. Йөрәктауға килгәндә, Ленинградтан геология разведкалау идаралығы тауҙы цемент өсөн тикшергән. Торатауҙың сеймалы сифат яғынан сода эшләү өсөн әллә ни яраҡлы түгел. Уны эшкәрткән хәлдә лә запасы ун биш-егерме йылға ғына етерлек. Ләкин эш уға барып етмәҫ, йәғни Торатау бынан һуң да урынында торор, тип уйлайым.
Ер аҫты һәм ер өҫтө байлыҡтарыбыҙҙы әрәм-шәрәм итеүгә нисек юл ҡуймаҫҡа була? Бәлки, закондар дөрөҫ түгелдер һәм эште тап шуларҙан башларға кәрәктер, нисек уйлайһығыҙ?
- Бөтә кимәлдәге закондар ҙа яҙылған. Уларҙа хатта кем нимә эшләргә тейешлеге лә әйтелгән. Шулай булғас, ниңә ул закондар үтәлмәй һуң? Беренсенән, урындарҙа кадрҙар етешмәй, икенсенән, иң өҫтә ултырыусы етәкселектең ихтыяры кәрәк. Әгәр ҙә дөйөм системала өҙөклөк килеп сыҡҡан икән, барлыҡ проблемаларыбыҙға шул система кимәленән ҡарап эш итергә тейешбеҙ. Бер генә урында ниндәйҙер проблеманы айырып хәл итеү мөмкин булған хәлдә лә, дөйөм кризисты еңмәйенсә тороп, алға китеү мөмкин булмаясаҡ. Сөнки беҙҙә идара итеү системаһы боҙолған, идара итеү механизмы эшләмәй.
ӘЙТКӘНДӘЙ...
Рәсих Әғзәм улы менән килешмәү мөмкин түгел. Сағыштырыу өсөн ябай ғына миҫал килтерәйек. Әгәр ҙә автомобилдең двигателе эшлектән сыҡҡан икән, был осраҡта уның тәгәрмәсен йә булмаһа башҡа өлөшөн ремонтламайҙар. Был кинәйәне гәзит уҡыусыларҙың һәр ҡайһыһына йүнәлтәбеҙ. Кем нисек уйлай?
Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ әңгәмә ҡорҙо.
КИРЕ СЫҒЫРҒА