«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КҮПТӘН БИЛДӘЛЕ ХӘҠИҠӘТ, ЙӘҒНИ IX-X БЫУАТТАРҘАҒЫ БАШҠОРТ ҠАЛАЛАРЫ ТУРАҺЫНДА
+  - 



Тарих фәндәре докторы, профессор Нияз Мәжитов үҙе тере саҡта Өфө ҡалаһының үҙәк өлөшөндәге ҙур археологик асыш тураһында бихисап хеҙмәттәр яҙҙы, мәғлүмәтте Башҡортостан һәм Рәсәй йәмәғәтселеге иғтибарына еткерә торҙо. Нияз Ғәбделхаҡ улы 2006-2007 йылдарҙа Пушкин урамының түбәнге кварталдарында урынлашҡан Өфө-II ҡаласығында алып барылған археологик ҡаҙыу эштәре һөҙөмтәһендә табылған ҙур ултыраҡ ҡалдыҡтарын (ҡәлғә стенаһы, торлаҡ урындары, тимер иретеү мейестәре, ювелир оҫтаханаһы, бик күп табыштар, шул иҫәптән XIV быуат аҡсалары) тикшертеү өсөн ваҡытында Мәскәүҙән һәм Ҡаҙандан юғары квалификациялы белгестәрҙән торған ирекле эксперттар төркөмө саҡырыуға өлгәште. Улар археологик ҡаҙылма материалдары менән ентекләп танышҡас, был ҡаласыҡтың V быуаттан алып XVI быуат баштарына тиклем өҙлөкһөҙ кеше йәшәгән ҙур ултыраҡ (ҡала) цитаделе (кремле) булыуы тураһында һығымта яһаны. Нияз Мәжитовтың гәзит уҡыусылар иғтибарына тәҡдим ителгән был материалы Өфө-II ҡаласығы тарихы һәм башҡа башҡорт ҡалалары тураһында.

Әл Иҙриси һүрәтләгән ҡалаларҙың береһенең хәҙер киң билдәле булған Башҡорт ҡалаһы булыуы тураһындағы фараздан һис баш тартырлыҡ түгел. Үҙенең күп билдәләре менән ул Гүрхан ҡалаһына оҡшаған: а) ул бер үк ваҡытта булған ҡаласыҡтар һәм асыҡ ултыраҡтар комплексынан тороп, ҙур территория биләгән; б) унда алтындан биҙәү әйберҙәре эшләй торған ҙур ювелир оҫтаханаһы һәм тимер иретеү мейестәре эҙҙәре табылды; в) ҡала эсендә йөҙәрләгән (меңәрләгән булмаһа) кургандарҙан торған некрополь (зыярат) булып, унда иҫәпһеҙ күп алтын, көмөш һәм башҡа ҡиммәтле материалдарҙан яһалған әйберҙәр табыла, уларҙың күбеһе VI-VIII быуаттарға ҡарай. Ошо күрһәткестәр буйынса был ҡаланың ябай булмағанлығы асыҡ күренә.
IX-XII быуаттарҙағы башҡорт ҡалалары тураһындағы ошо мәғлүмәттәр күп нәмә хаҡында һөйләй:
- ул ваҡытта башҡорттар бөтә Көньяҡ Урал территорияһын биләп йәшәгән һәм үҙҙәренә яҡын һәм алыҫыраҡ күршеләре менән әүҙем иҡтисади-сауҙа, мәҙәни, сәйәси бәйләнешкә ингән;
- Башҡортостан эре металлургия үҙәге булып, башҡорт металл эшкәртеүселәре үҙҙәренең продукцияһын Шаш (Ташкент) һәм Хорезм тарафтарына тиклем сығарған;
- Көньяҡ Уралдан сығарылыусы тауарҙар араһында ҡиммәтле йәнлек тиреләре ҙур урын тотҡан;
- башҡорт иленә ҡоронан һәм ҙур йылғалар буйлап алып барыусы каруан юлдары билдәле булған;
- башҡорттар һуғыш ҡоралдарын оҫта эшләүселәр булып танылып, улар яһаған ҡылыс, уҡ-һаҙаҡ, эйәр, өҙәңге һәм биҙәү әйберҙәре Евразия далалары халыҡтарында ҙур һорау менән ҡулланған;
- башҡорт ҡалалары үҙ-үҙен тәьмин итә алыусы һөнәрселек үҙәктәре булып, ул замандарҙың иҡтисади-сауҙа һәм мәҙәни-сәйәси тормошонда әүҙем ҡатнашҡан;
- ҡалалар тиҙ генә барлыҡҡа килмәй, шуның өсөн әл Иҙриси һәм уның информаторҙары һүрәтләгән башҡорт ҡалаларының оҙайлы тәү тарихы V-VIII быуаттарға, бәлки, унан да әүәлерәк ваҡыттарға барып тоташалыр;
- ҡалалары булыу факты башҡорттарҙың башында билдәле хандар торған үҙ дәүләтселеген, властың нәҫел буйынса тапшырылыуын раҫлай; ошо урында әл Иҙриси яҙғанды күрһәтеп китеү артыҡ булмаҫ: "Уның менән (Нәмджан ҡалаһы менән. - Авт.) төркиҙәрҙән булған бер кеше идара итә. Уларҙа власты атанан улға тапшырыу ғәҙәте игелекле эштәре һәм ябай халыҡҡа, арҙаҡлы заттарға яҡшы мөнәсәбәтле булыуҙары арҡаһында өҙөлмәй килә";
- сығанаҡтарҙа башҡорттарҙың төрки телле булыуы айырым билдәләнә.
Әл Иҙрисиҙең ошо хеҙмәте фәндә күптән билдәле булыуы тураһында әйткәйнек инде, әммә Өфө, Ҡаҙан, Пермь, Силәбе, Һамар һәм башҡа ҡалаларҙың археологтары уны Көньяҡ Урал тарихын һәм археологияһын өйрәнеүҙә ҡулланманы. Был хеҙмәттә бәйән ителгән факттарҙы ентекле тикшереү урынына улар Көньяҡ Уралдың IX быуатҡа тиклем тик венгр ҡәбиләләре йәшәгән территория булып, бында "Бөйөк Венгрия" ("Magna Hungaria") исемле ил булыуы тураһындағы идея менән мауығып китте. Улар фекеренсә, венгрҙарҙың байтаҡ өлөшө Уралда тороп ҡалған һәм бында IX-X быуаттар сигендә генә килгән башҡорттар составына инеп киткән. Һеҙҙең белеүегеҙсә, әл Иҙриси өсөн башҡорттар тураһында сығанаҡ булған IX-X быуат ғәрәп авторҙары хеҙмәттәрендә был турала бер ни ҙә юҡ. Киреһенсә, әл Иҙриси Көньяҡ Урал территорияһының төрки телле башҡорттар иле булыуын бик асыҡ билдәләй.
Әйткәндәй, әл Иҙрисиҙә ошо мәсьәлә буйынса бик ҡыҙыҡлы өҫтәлмә мәғлүмәт бар. Ул IX-X быуаттарҙа бәшнәктәр менән Төньяҡ Ҡара диңгеҙ буйҙарында, Дунай йылғаһы тамағында йәшәп, ошонан Византия ерҙәренә һөжүм итеп торған башҡорттар тураһында хәбәр итә. Был бөтәһенә лә билдәле факт, һәм ошо турала әл Мәсғүди (X б.) кеүек авторҙар ҙа яҙған. Күп тикшеренеүселәр, шул иҫәптән Ә.-З. Вәлиди Туған да, ниндәйҙер бер ҡатмарлы ваҡиғалар һөҙөмтәһендә Ҡара диңгеҙ буйында йәшәгән башҡорттарҙың бер төркөмө Дунайға, венгрҙар иленә барып сығып, уларҙың составына инеп китеүен таныған.
Венгр ҡәбиләләренең Көньяҡ Уралда йәшәүе археологик яҡтан дөрөҫләнмәй. Киреһенсә, етди аналитик тикшеренеүҙәр археологтарҙың байтағын венгрҙарҙың VI быуаттан һуң Волганың уң яғында йәшәүе һәм Көньяҡ Уралдың урта быуаттарға ҡараған археологик ҡомартҡыларының венгрҙарға туранан-тура ҡағылышы булмауы тураһында һығымтаға килә.
Мадъяр тематикаһына яһаған ошо экскурс беҙгә венгрҙарҙың Көньяҡ Уралда йәшәүен яҡлаусы коллегаларыбыҙҙы иҫбатлап булмай торған миф менән мауығыуҙары хаҡында иҫкәртеү өсөн кәрәк булды. Уларға тарихи һәм археологик ысынбарлыҡҡа кире ҡайтып, башҡорт халҡының аныҡ тарихын өйрәнеү тураһында уйларға ваҡыт. Был тикшеренеүселәрҙең үҙҙәренә лә, фәнгә лә файҙалыраҡ булыр ине. Әл Иҙрисиҙең күрһәтелгән хеҙмәте менән иҫәпләшмәйенсә булмай, һәм ул ҡулланған сығанаҡтар Урал һәм Башҡортостан археологтарын башҡорт халҡының тарихи мәҙәниәтен өйрәнергә саҡырып тора.

(Аҙағы. Башы 47-48-се һандарҙа).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.12.18 | Ҡаралған: 746

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru